Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!

Алланы һәм кешеләрҙе яратыу беҙҙе Ғайсаның шундай әмерен үтәргә дәртләндерә: «Бөтә халыҡ кешеләренә барығыҙ һәм уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ... [уларҙы] һыуға сумдырығыҙ» (Матф. 28:19, 20; Марк 12:28—31). Эскерһеҙ яратыу ҙур көскә эйә. Ул «мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙең йөрәктәренә тәьҫир итә ала (Ғәм. 13:48, ЯДТ).

Элек беҙҙең маҡсатыбыҙ — инеш һүҙҙе ятлау һәм кешегә әҙәбиәт ҡалдырыу ине. Әммә хәҙер иһә беҙ аралашыу һәләтен үҫтерергә тырышабыҙ. Кешеләр менән уларҙы ҡыҙыҡһындырған нәмәләр тураһында һөйләшеп, уларға яратыу күрһәтергә теләйбеҙ. Бының өсөн һығылмалы булырға һәм кешеләрҙе нимә борсоғанын иҫәпкә алырға кәрәк. Ошо брошюра беҙгә шундай һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итер.

Был брошюра 12 дәрестән тора. Шул дәрестәрҙә кешеләргә яратыу күрһәтергә һәм шәкерттәр әҙерләргә ярҙам иткән 12 сифат тураһында һүҙ бара. Һәр дәрес Ғайса йә тәүге мәсихселәр сағылдырған берәй сифатты асыҡлаған Изге Яҙма өҙөгөнә нигеҙләнгән. Бөтә сифаттар өс төркөмгә бүленгән. Ҡайһылары беҙгә — һөйләшеү башлағанда, икенселәре — ҡыҙыҡһыныу үҫтергәндә, ә өсөнсөләре — өйрәнеү үткәргәндә айырыуса кәрәк. Әлбиттә, был шартлы бүлеү. Шул сифаттар хеҙмәтебеҙҙең бөтә төрҙәрендә лә кәрәк, сөнки беҙҙең маҡсатыбыҙ алдан әҙерләнгән тексты ҡабатлау түгел, ә кешеләргә яратыу күрһәтергә мөмкинлектәр эҙләү.

Һәр бер сифатты тикшергәндә, вәғәздә уны нисек сағылдыра алыуығыҙ тураһында уйланығыҙ. Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата яратыуығыҙҙы үҫтерер өсөн тырышлыҡтар һалығыҙ. Әңгәмә алып барыу алымдары түгел, ә тап яратыу — һеҙгә шәкерттәр әҙерләргә ярҙам итер.

Һеҙҙең менән бергә иңгә-иң терәп хеҙмәт итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт (Саф. 3:9). Артабан да кешеләрҙе яратығыҙ һәм өйрәтегеҙ! Йәһүә һеҙҙең тырышлыҡтарығыҙҙы мул итеп фатихалаһын тип доға ҡылабыҙ.

Һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ,

Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе