Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

2-СЕ ДӘРЕС

Тәбиғилек

Тәбиғилек

Принцип: «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ шундай яҡшы!» (Ғиб. һүҙ. 15:23).

Филипп нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Ғәмәлдәр 8:30, 31-ҙе уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Филипп әңгәмәне нисек башлаған?

  2.  б) Һөйләшеүҙе шулай башлау ни өсөн тәбиғи булған? Был Филиппҡа Изге Яҙмалағы фекер менән бүлешергә нисек ярҙам иткән?

Беҙ Филипптан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Һөйләшеү тәбиғи барһа, кеше, моғайын, үҙен иркенерәк тойор һәм Изге Яҙмалағы хәбәрҙе тыңлар.

Филипптан өлгө алығыҙ

3. Күҙәтеүсән булығыҙ. Кешенең сырайы, торошо һәм ишаралары уның тураһында күпте әйтә ала. Уның һеҙҙең менән һөйләшергә әҙер икәне күренәме? Әгәр ҙә шулай икән, Изге Яҙмалағы берәй фекер менән бүлешеп ҡарағыҙ. Әңгәмәне «Ә һеҙ... икәнен белә инегеҙме?» тигән һорауҙан башлап була. Әммә кешенең һөйләшкеһе килмәһә, һөйләшеүҙе дауам итергә тырышмағыҙ.

4. Түҙемле булығыҙ. Шунда уҡ Изге Яҙмаға күсергә ашыҡмағыҙ. Барыһы ла тәбиғи булһын өсөн, уңайлы мәлде көтөгөҙ. Ҡайһы саҡта ундай мәл киләһе һөйләшеү ваҡытында ғына булырға мөмкин.

5. Һығылмалы булығыҙ. Әңгәмәсе ҡапыл һүҙҙе башҡа яҡҡа борорға мөмкин. Шуға күрә икенсе темаға аралашырға йыйынған булһағыҙ ҙа, уның өсөн ҡыҙыҡлы булған фекер менән бүлешергә әҙер булығыҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Вәғ. 3:1, 7; 1 Кор. 9:22; 2 Кор. 2:17; Кол. 4:6