Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

Яхъя 9:1—7

3-СӨ ДӘРЕС

Игелек

Игелек

Принцип: «Мөхәббәт... игелекле» (1 Кор. 13:4, ЯДТ).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 9:1—7-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Ғайса тәүҙә нимә эшләгән: һуҡыр кешене һауыҡтырғанмы йә уға вәғәзләгәнме? (Яхъя 9:35—38-ҙе ҡарағыҙ.)

  2.  б) Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн был кеше һауыҡҡандан һуң Ғайсаны тыңларға әҙер булған?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Әгәр кеше үҙенә ҡарата игелекле мөнәсәбәтебеҙҙе тойһа, ул беҙҙе теләберәк тыңлар.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Кешенең хәленә инергә тырышығыҙ. Әңгәмәсегеҙҙең нимә хис иткәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.

  1.   а) Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Уны нимә борсой ала? Ниндәй фекер уның өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы була ала?» Шулай итеп һеҙ кешегә игелек күрһәтерһегеҙ, һәм ул һеҙҙең ихласлығығыҙҙы тойор.

  2.  б) Әңгәмәсегеҙҙе иғтибар менән тыңлағыҙ. Был һеҙҙең уның һүҙҙәренә битараф булмауығыҙҙы күрһәтер. Әгәр ҙә ул хистәре менән бүлешһә йә ауырлыҡтары тураһында һөйләһә, һүҙҙе икенсе яҡҡа бормағыҙ.

4. Һүҙҙәрегеҙҙә ихтирам һәм игелек сағылһын. Кешегә ҡарата игелекле мөнәсәбәтегеҙ тауышығыҙҙа һәм һүҙҙәрегеҙҙә һиҙелһен. Рәнйеткес һүҙҙәрҙән һаҡланығыҙ.

5. Ярҙам итергә әҙер булығыҙ. Кешегә ниндәй ярҙам күрһәтә алыуығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Игелекле эш яҡшы һөйләшеүгә килтерә ала.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Рим. 12:15, 16; Гал. 6:10; Евр. 13:16