Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

4-СЕ ДӘРЕС

Кеселеклек

Кеселеклек

Принцип: «Кеселекле булып, башҡаларҙы үҙегеҙҙән өҫтөн күрегеҙ» (Флп. 2:3, ЯДТ).

Павел нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Ғәмәлдәр 26:2, 3-тө уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Агриппа менән һөйләшкәндә Павелдың үҙен кесе итеп тотҡаны нимәлә сағылған?

  2.  б) Павелдың һүҙҙәренән уның иғтибарҙы үҙенә түгел, ә Йәһүәгә һәм Изге Яҙмаға йүнәлтеүе нисек күренә? (Ғәмәлдәр 26:22-не ҡарағыҙ.)

Беҙ Павелдан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Кеше менән һөйләшкәндә ихтирам сағылдырһаҡ һәм үҙебеҙҙе кесе итеп тотһаҡ, ул беҙҙе ҙурыраҡ теләк менән тыңлар.

Павелдан өлгө алығыҙ

3. Кешеләргә аҡыл өйрәтмәгеҙ. Үҙегеҙҙе, әңгәмәсе бер нәмә лә белмәй, ә мин бөтә нәмәне беләм, тип уйлағандай тотмағыҙ. Хөрмәт менән һөйләшегеҙ.

4. Өйрәткәндәрегеҙҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнеүе асыҡ күренһен. Унда яҙылған фекерҙәр кешенең йөрәгенә үтеп инә ала. Йышыраҡ Изге Яҙмаға һылтанһаҡ, кешенең иманы беҙҙең һүҙҙәребеҙгә түгел, ә Алла Һүҙенә нигеҙләнәсәк.

5. Йомшаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙең хаҡ икәнегеҙҙе иҫбатларға тырышмағыҙ. Кеше менән бәхәсләшмәгеҙ. Һәр ваҡыт тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм һөйләшеүҙе ваҡытында тамамлай белегеҙ — был да кеселеклек билдәһе (Ғиб. һүҙ. 17:14; Тит. 3:2). Йомшаҡ итеп һөйләшһәк, бәлки, кеше беҙҙе икенсе юлы тыңлар.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Рим. 12:16—18; 1 Кор. 8:1; 2 Кор. 3:5