Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

5-СЕ ДӘРЕС

Иплелек

Иплелек

Принцип: «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы... булһын» (Кол. 4:6).

Павел нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Ғәмәлдәр 17:22, 23-тө уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Афинала боттарҙың күп булғанын күргәс, Павел нимә хис иткән? (Ғәмәлдәр 17:16-ны ҡарағыҙ.)

  2.  б) Афина халҡына вәғәзләгәндә Павел нисек иплелек күрһәткән?

Беҙ Павелдан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Нимә, нисек һәм ҡасан әйтеребеҙҙе алдан уйлаһаҡ, кеше беҙҙе теләберәк тыңлар.

Павелдан өлгө алығыҙ

3. Һүҙҙәрҙе ентекләп һайлағыҙ. Мәҫәлән, христиан диненән алыҫ булған кеше менән һөйләшкәндә, моғайын, Изге Яҙма йә Ғайса Мәсих тураһында туранан-тура әйтмәү яҡшыраҡ булыр.

4. Кешене төҙәтергә ашыҡмағыҙ. Уға үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек бирегеҙ. Уның һүҙҙәре Изге Яҙмаға ҡаршы килһә, бәхәсләшергә бик теләһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ (Яҡ. 1:19). Кешене иғтибар менән тыңлаһағыҙ, уның нимәгә һәм ни өсөн ышанғанын аңларһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 20:5).

5. Урынлы булғанда, кеше менән ризалашығыҙ һәм уны маҡтағыҙ. Ғәҙәттә, кешеләр үҙ ҡараштарының дөрөҫлөгөнә эскерһеҙ ышана. Шуға ла тәүҙә уртаҡ нигеҙ табырға тырышығыҙ, ә һуңынан әкренләп кенә кешегә Изге Яҙманың нимәгә өйрәткәнен аңларға ярҙам итегеҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Ғиб. һүҙ. 25:15; 2 Тим. 2:23—26; 1 Пет. 3:15