Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

6-СЫ ДӘРЕС

Ҡыйыулыҡ

Ҡыйыулыҡ

Принцип: «Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып... Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек» (1 Фес. 2:2).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Лука 19:1—7-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр, күрәһең, Закхейҙан ситләшкән?

  2.  б) Закхей менән һөйләшеү башларға Ғайсаны нимә дәртләндергән?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Һөйөнөслө хәбәрҙе һәр төрлө кешегә еткерер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Йәһүәгә таянығыҙ. Алла Ғайсаға изге рух биргән, шуға ла ул ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алған. Йәһүә һеҙгә лә үҙ рухын бирә ала (Матф. 10:19, 20; Лука 4:18). Хеҙмәттә берәйһе менән һөйләшеү башларға ҡурҡаһығыҙ икән, Йәһүәнән доғала ҡыйыулыҡ һорағыҙ (Ғәм. 4:29).

4. Кеше айырмағыҙ. Кешенең тышҡы ҡиәфәте, йәмғиәттәге дәрәжәһе, иҡтисади хәле, йәшәү рәүеше йә дини ҡараштары арҡаһында беҙ уның менән һөйләшеү башларға ҡыймаҫҡа мөмкин. Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ:

  1.   а) Йәһүә менән Ғайса йөрәкте күрә ала, ә беҙҙең ундай һәләтебеҙ юҡ.

  2.  б) Йәһүә бер кешене лә өмөтһөҙ тип һанамай.

5. Ипле һәм һаҡ булығыҙ (Матф. 10:16). Кеше менән бәхәсләшмәгеҙ. Ул һеҙҙе тыңларға теләмәһә йә берәй ҡурҡыныс янауын тойһағыҙ, һөйләшеүҙе ипле генә тамамлағыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:14).

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Ғәм. 4:31; Ефес. 6:19, 20; 2 Тим. 1:7