Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

7-СЕ ДӘРЕС

Ныҡышмалыҡ

Ныҡышмалыҡ

Принцип: «Улар... өйрәтеүҙән... һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән туҡтаманы» (Илс. 5:42).

Пауыл нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Илселәр 19:8—10-ды уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә Пауылдың ныҡышмал булғаны нимәнән күренә?

  2.  б) Хәҡиҡәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләр менән Пауыл ни тиклем йыш аралашҡан, һәм ул быны ниндәй ваҡыт дауамында эшләгән?

Беҙ Пауылдан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Кешенең ҡыҙыҡһыныуын үҫтерер өсөн һәм уның менән Изге Яҙма өйрәнеүен башлар өсөн, күп көс һәм ваҡыт сарыф итергә кәрәк.

Пауылдан өлгө алығыҙ

3. Кеше өсөн уңайлы ваҡытта килегеҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Ҡайһы ваҡытта был кеше менән ҡабат һөйләшеп була? Ҡасан һәм ҡайҙа осрашыу уға яйлы булыр?» Был ваҡыт һеҙҙең өсөн бик уңайлы булмаһа ла, графигығыҙҙы үҙгәртергә әҙер булығыҙ.

4. Осрашыу хаҡында һөйләшеп ҡуйығыҙ. Һәр һөйләшеү аҙағында киләһе һөйләшеүҙең ваҡытын билдәләгеҙ. Әгәр ҙә килергә йә шылтыратырға һүҙ бирһәгеҙ, үҙ һүҙегеҙҙе тотоғоҙ.

5. Ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ. Кешене өйҙә осратыуы ауыр булһа йә уның йыш ҡына һөйләшергә ваҡыты булмаһа, Изге Яҙма уны ҡыҙыҡһындырмай, тип уйламағыҙ (1 Кәр. 13:4, 7). Ләкин шуны ла онотмағыҙ: ваҡытты аҡыл менән ҡулланыу мөһим (1 Кәр. 9:26).

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Илс. 10:42; 1 Кәр. 9:22, 23; 2 Кәр 4:1; Ғал. 6:9