Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

Яхъя 7:3—5; 1 Кор. 15:3, 4, 7

8-СЕ ДӘРЕС

Түҙемлек

Түҙемлек

Принцип: «Мөхәббәт түҙемле» (1 Кор. 13:4).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 7:3—5 һәм 1 Коринфтарға 15:3, 4, 7-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Ғайсаның ҡустылары ул вәғәзләгән хәбәргә тәүҙә нисек ҡараған?

  2.  б) Ғайсаның үҙенең ҡустыһы Яҡубҡа артабан да ярҙам итеп торғаны нимәнән күренә?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Ҡайһы бер кешеләргә Изге Яҙмалағы хәбәрҙе ҡабул итер өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Шуға күрә түҙемле булыу мөһим.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Төрлө алымдар ҡулланып ҡарағыҙ. Кеше шунда уҡ Изге Яҙма өйрәнеүенә ризалашмаһа, уға баҫым яһамағыҙ. Урынлы булғанда, Изге Яҙма өйрәнеүе уға ниндәй файҙа килтерә алғанын һәм был өйрәнеү нисек үткәрелгәнен аңлатҡан видеояҙмалар йә мәҡәләләр күрһәтегеҙ.

4. Кешеләрҙе бер-береһе менән сағыштырмағыҙ. Һәр кеше үҙенсәлекле. Ғаиләгеҙҙең ағзаһы йә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кеше өйрәнеү башларға ҡыймаһа йә Изге Яҙмалағы ниндәйҙер тәғлимәт менән килешә алмаһа, бының сәбәбе хаҡында уйланығыҙ. Бәлки, уның өсөн берәй дини ҡараш ҡәҙерлелер? Ә, бәлки, уға туғандары йә күршеләре баҫым яһайҙыр? Шуны иҫтә тотоғоҙ: һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ өҫтөндә уйлап алыр һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттең ҡиммәтен аңлар өсөн, кешегә ваҡыт кәрәк.

5. Ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Йәһүәнән ыңғай ҡараш һаҡларға һәм иплелек сағылдырырға ярҙам итеүен һорағыҙ. Кеше ысындан да ҡыҙыҡһынамы һәм уға ҡабат килергә кәрәкме икәнен аңлар өсөн, доғала үтә күреүсәнлек һорағыҙ (1 Кор. 9:26).

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Марк 4:26—28; 1 Кор. 3:5—9; 2 Пет 3:9