Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

9-СЫ ДӘРЕС

Кеше хәленә инә белеү

Кеше хәленә инә белеү

Принцип: «Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ» (Рим. 12:15).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Марк 6:30—34-те уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Ни өсөн Ғайса илселәре менән аулаҡ урынға киткән?

  2.  б) Кешеләрҙе өйрәтә башларға Ғайсаны нимә дәртләндергән?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Кешеләр хаҡында ҡайғыртҡанға беҙ уларға һөйөнөслө хәбәрҙе еткерәбеҙ.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Кешегә һөйләргә мөмкинлек бирегеҙ. Ул үҙенең уйҙары, хистәре һәм борсолоуҙары менән бүлешһә, һүҙен бүлдермәгеҙ һәм һөйләшеүҙе башҡа темаға күсермәгеҙ. Шул саҡта кеше эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы тойор.

4. Кеше хаҡында уйлағыҙ. Үткән һөйләшеүҙәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп, үҙегеҙгә шундай һорауҙар бирегеҙ:

  1.   а) Ни өсөн уға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белеү мөһим?

  2.  б) Изге Яҙманы өйрәнеү хәҙер һәм киләсәктә уның тормошон яҡшы яҡҡа нисек үҙгәртер?

5. Кеше өсөн файҙалы булған фекерҙәр менән уртаҡлашығыҙ. Изге Яҙма өйрәнеүе ярҙамында файҙалы кәңәштәрҙе һәм борсоған һорауҙарға яуаптарҙы нисек табып булғанын уға мөмкин тиклем тиҙерәк күрһәтегеҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Рим. 10:13, 14; Флп. 2:3, 4; 1 Пет. 3:8