Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ

Яхъя 3:1, 2

10-СЫ ДӘРЕС

Хеҙмәткә бирелгәнлек

Хеҙмәткә бирелгәнлек

Принцип: «Һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ» (1 Фес. 2:8).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 3:1, 2-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Һеҙҙеңсә, ни өсөн Никодим Ғайсаға төнөн килгән? (Яхъя 12:42, 43-тө ҡарағыҙ.)

  2.  б) Ғайса шәкерттәр әҙерләү эше уның өсөн ни тиклем мөһим икәнен нисек күрһәткән?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Кешеләргә Ғайсаның шәкерттәре булып китергә ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, беҙ уларға ҡарата яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Өйрәнеүҙе кеше өсөн яйлы ваҡытта һәм урында үткәрегеҙ. Бәлки, уның өсөн билдәле бер көн йә ваҡыт уңайлылыр? Уға ҡайҙа өйрәнеүе йәтешерәк: эштә, өйҙә йә йәмәғәт урынындамы? Быларҙың барыһын иҫәпкә алып, мөмкинлегегеҙгә ҡарап графигығыҙҙы үҙгәртергә әҙер булығыҙ.

4. Өйрәнеүҙе даими рәүештә үткәрегеҙ. Һеҙгә берәй ҡайҙа китергә кәрәк булһа, өйрәнеүҙе үткәрмәй ҡалмағыҙ. Уйлап алығыҙ:

  1.   а) Өйрәнеүҙе шул уҡ аҙнаның башҡа көнөндә үткәрә алаһығыҙмы?

  2.  б) Өйрәнеүҙе телефон йә видеоэлемтә аша үткәреп буламы?

  3.  в) Башҡа ҡәрҙәш һеҙҙең урынға өйрәнеүҙе үткәрә аламы?

5. Дөрөҫ ҡараш тураһында доға ҡылығыҙ. Ҡайһы ваҡыт шулай була ала: өйрәнеү даими үтмәй йә өйрәнеүсе Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланырға ашыҡмай. Ундай саҡтарҙа кешене өмөтһөҙ тип һанамаҫ өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ (Флп. 2:13). Моғайын, өйрәнеүсегеҙҙең күп яҡшы сифаттары барҙыр. Йәһүәнән шул сифаттарҙы күрергә ярҙам итеүен һорағыҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Ғиб. һүҙ. 3:27; Ғәм. 20:35; 2 Кор. 12:15