Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ

12-СЕ ДӘРЕС

Батырлыҡ

Батырлыҡ

Принцип: «Май һәм фимиам күңелгә шатлыҡ килтергән кеүек, эскерһеҙ кәңәштән тыуған дуҫлыҡ та һөйөндөрә» (Ғиб. һүҙ. 27:9).

Ғайса нисек эш иткән?

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Марк 10:17—22-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1.   а) Ғайса был кешелә ниндәй яҡшы сифаттар күрә алған?

  2.  б) Уға кәңәш бирер өсөн, Ғайсаға ни өсөн яратыу ҙа, батырлыҡ та кәрәк булған?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Берәй нәмә кешегә рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулаһа, асыҡтан-асыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта игелекле итеп уның менән был хаҡта һөйләшеп алырға кәрәк.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Өйрәнеүсегеҙгә рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә ярҙам итегеҙ.

  1.   а) Бының өсөн «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тип аталған китаптағы «Маҡсаттар» тигән рамканы ҡулланығыҙ.

  2.  б) Өйрәнеүсегеҙгә бәләкәй һәм ҙур маҡсаттарға ирешер өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген билдәләргә ярҙам итегеҙ.

  3.  в) Өйрәнеүсегеҙҙе рухи уңыштары өсөн йышыраҡ маҡтағыҙ.

4. Өйрәнеүсегеҙгә үҫергә нимә ҡамасаулағанын билдәләп, уға был кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итегеҙ.

  1.   а) Уйлап алығыҙ:

    • Өйрәнеүсемә һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай?

    • Мин уға нисек ярҙам итә алам?

  2.  б) Өйрәнеүсегеҙгә нимәне үҙгәртергә кәрәклеге тураһында асыҡтан-асыҡ, әммә игелекле итеп әйтер өсөн, батырлыҡ һорап доға ҡылығыҙ.

5. Кеше рухи яҡтан үҫмәһә, өйрәнеүҙе туҡтатығыҙ.

  1.   а) Өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫәме икәнен билдәләр өсөн, уйлап алығыҙ:

    • Ул белгәндәрен ҡулланамы?

    • Ул йыйылыш осрашыуҙарына йөрөймө һәм башҡаларға хәҡиҡәт тураһында һөйләйме?

    • Ул оҙаҡ ваҡыт өйрәнгән булһа, уның Йәһүә шаһиты булып китергә теләге бармы?

  2.  б) Өйрәнеүсенең рухи яҡтан үҫмәүе асыҡ күренеп торһа:

    • Уға нимә ҡамасаулай икәнен һорағыҙ.

    • Өйрәнеүҙе ни өсөн туҡтатырға булғанығыҙҙы ипле генә аңлатығыҙ.

    • Өйрәнеүҙе яңынан башлар өсөн уға ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеге тураһында әйтегеҙ.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Зәб. 141:5; Ғиб. һүҙ. 25:12; 27:6; 1 Кор. 9:26; Кол 4:5, 6