Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ҠУШЫМТА

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ярҙамында Изге Яҙма өйрәнеүен нисек үткәрергә?

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ярҙамында Изге Яҙма өйрәнеүен нисек үткәрергә?

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап өҫтөндә эшләгәндә, дәрестәрҙе нисек яҡшыраҡ төҙөргә һәм унда ниндәй мәғлүмәтте индерергә кәрәк икәнен билдәләр өсөн, ҡәрҙәштәр күп доға ҡылған һәм байтаҡ тикшеренеүҙәр үткәргән. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә Изге Яҙма өйрәнеүен уңышлы итеп үткәрергә ярҙам итер.

Өйрәнеү алдынан

  1. 1. Ентекле әҙерләнегеҙ. Өйрәнеүсегеҙҙең ихтыяждарын, шарттарын һәм ҡараштарын иҫәпкә алығыҙ. Уға аңлауы йә ҡулланыуы ауыр була алған фекерҙәрҙе билдәләргә тырышығыҙ. «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалағы материал өйрәнеүсегеҙгә нисек ярҙам итә алғаны хаҡында уйланығыҙ һәм, кәрәк булһа, уны өйрәнеү ваҡытында ҡулланырға әҙер булығыҙ.

Өйрәнеү ваҡытында

  1. 2. Өйрәнеүсегеҙ ҡаршы булмаһа, өйрәнеүҙе доға менән башлағыҙ һәм тамамлағыҙ.

  2. 3. Артыҡ күп һөйләмәгеҙ. Иғтибарығыҙҙы баҫмалағы материалға туплағыҙ һәм өйрәнеүсегеҙгә үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек бирегеҙ.

  3. 4. Яңы өлөштө башлағанда уның маҡсатын уҡығыҙ һәм бер нисә дәрестең исеменә иғтибар итегеҙ.

  4. 5. Өлөштө тамамлағанда, өйрәнеүсегеҙгә ҡарап сыҡҡан материалды иҫтә ҡалдырырға ярҙам итер өсөн, ҡабатлау өсөн һорауҙарҙы ҡулланығыҙ.

  5. 6. Һәр дәресте үткәргәндә:

    1. а) Дәрестең беренсе өлөшөндәге абзацтарҙы уҡығыҙ.

    2. б) «Уҡы» тип билдәләнгән бөтә аяттарҙы уҡығыҙ.

    3. в) Кәрәк булғанда, абзацта килтерелгән башҡа аяттарҙы ла уҡығыҙ.

    4. г) «Ҡара» тип билдәләнгән бөтә видеояҙмаларҙы ҡарап сығығыҙ (мөмкин булһа).

    5. ғ) Өйрәнеүсегеҙгә дәрестә килтерелгән бөтә һорауҙарҙы бирегеҙ.

    6. д) «Күберәк бел» тигән өлөштәге бөтә рәсемдәргә иғтибар итегеҙ һәм улар буйынса һорауҙар бирегеҙ.

    7. ҙ) Өйрәнеүсегеҙгә рухи үҫешен күҙәтергә ярҙам итер өсөн «Маҡсаттар» тигән рамканы ҡулланығыҙ. Һеҙ уны рамкала килтерелгән маҡсатҡа йә башҡа ниндәйҙер маҡсаттарға ынтылырға дәртләндерә алаһығыҙ.

    8. е) Өйрәнеүсегеҙҙән, ул әҙерләнгәндә, уға «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалағы ниндәй мәҡәләләр һәм видеояҙмалар айырыуса оҡшағанын һорағыҙ.

    9. ё) Бер өйрәнеү ваҡытында тотош бер дәресте үтергә тырышығыҙ.

Өйрәнеүҙән һуң

  1. 7. Өйрәнеүсегеҙ хаҡында уйланығыҙ. Йәһүәнән уның тырышлыҡтарын фатихалауын һорағыҙ. Өйрәнеүсегеҙгә нисек ярҙам итергә кәрәк икәнен аңлар өсөн, зирәклек һорап доға ҡылығыҙ.