Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Делегаттар өсөн мәғлүмәт

Делегаттар өсөн мәғлүмәт

ИРЕКЛЕ ИҒӘНӘЛӘР Конгресс үткәреү күп сығымдар талап итә. Конгресс программаһы Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытһын өсөн һәм беҙгә рәхәтлек килтерһен өсөн, уңайлы урындар, аудио- һәм видеоаппаратура һәм хеҙмәт күрһәтеүсе төрлө төркөмдәр кәрәк. Ирекле иғәнәләрегеҙ конгресс менән бәйле сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итә һәм бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙгә булышлыҡ күрһәтә. Ирекле иғәнәләр өсөн йәшниктәр уңайлы урындарҙа тора һәм уларҙы табыуы еңел. Әммә мөмкин булһа, ирекле иғәнәләрҙе donate.pr418.com сайты аша бирегеҙ. Һәр ирекле иғәнә юғары баһалана. Йомартлыҡ күрһәтеп, Батшалыҡ эштәренә булышлыҡ итеүегеҙ өсөн, Етәксе кәңәшмә һеҙгә бик рәхмәтле.

ИРЕКЛЕ ХЕҘМӘТСЕЛӘР Конгресты үткәреү менән бәйле эштәрҙә ярҙам итергә теләһәгеҙ, Мәғлүмәт һәм Ирекле хеҙмәтселәр бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

ТАБЫЛҒАН ӘЙБЕРҘӘР БҮЛЕГЕ Бөтә табылған әйберҙәрҙе Табылған әйберҙәр бүлегенә килтерергә кәрәк. Берәй нәмәгеҙҙе юғалтһағыҙ, ошо бүлеккә мөрәжәғәт итегеҙ. Юғалған балаларҙы ла ошонда килтерергә кәрәк. Башҡаларға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн, зинһар, балаларығыҙҙы күҙәтегеҙ, улар һәр ваҡыт янығыҙҙа булһын.

ТӘҮГЕ ЯРҘАМ Бында ашығыс ярҙам ғына күрһәтелә икәнен иҫтә тотоғоҙсо.

УРЫНДАР Зинһар, башҡаларға иғтибарлы булығыҙ. Ғаиләгеҙ, өйрәнеүселәрегеҙ, һеҙҙең менән бергә автомобилдә килгән йә һеҙҙең менән бергә йәшәгән кешеләр өсөн генә урын алып булыуын иҫтә тотоғоҙ. Күрше урындарға үҙ әйберҙәрегеҙҙе һалмағыҙ.

ХЕҘМӘТ КҮРҺӘТЕҮСЕЛӘР Уларҙың вазифаһы — һеҙгә ярҙам итеү. Улар һеҙгә машина ҡуйыу урынын, шулай уҡ ултырыу, сығыу, инеү урындарын күрһәткәндә һәм башҡа күрһәтмәләр биргәндә, уларҙы тыңлағыҙ.

ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ Башҡа күрһәтмәләр бирелмәһә, һыуға сумдырылырға теләүселәр өсөн урындар сәхнә алдында билдәләнә. Улар унда шәмбе көнө һыуға сумдырылыу телмәре алдынан ултырырға тейеш. Уларҙың һәр береһе үҙе менән тыйнаҡ һыу инеү костюмы һәм таҫтамал алып килергә тейеш.

Программа Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе тарафынан әҙерләнгән

© 2024 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania