Йәһүә шаһиттары кем улар?
Беҙ йөҙәрләгән телдә һөйләшәбеҙ һәм төрлө ерҙәрҙә йәшәйбеҙ, шулай ҙа беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә. Иң башта беҙ Йәһүәгә — һәммә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе һәм Изге Яҙманың, йәғни Тәүрат, Зәбур һәм Инжилдең Авторы булып тороусы Аллаға ихтирам күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙ Ғайса пәйғәмбәрҙән үрнәк алырға тырышабыҙ һәм мәсихсе, йәғни уның ысын шәкерте тип аталыуҙы үҙебеҙ өсөн хөрмәт тип иҫәпләйбеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙ кешеләргә Изге Яҙма һәм Алла Батшалығы тураһында күберәк белергә ярҙам итеүгә даими рәүештә ваҡыт бүлә. Йәһүә Алла һәм уның Батшалығы хаҡында шаһитлыҡ биргәнгә, йәғни һөйләгәнгә, беҙ Йәһүә шаһиттары тип аталабыҙ.
Беҙҙең сайт менән танышығыҙ. Беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең тәғлимәттәр тураһында күберәк белегеҙ.