Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ғайсаның мөғжизәләре. Уларҙан нимә белеп була?

Ғайсаның мөғжизәләре. Уларҙан нимә белеп була?

Ғайсаның мөғжизәләре. Уларҙан нимә белеп була?

ҺЕҘ, моғайын, ғәжәпләнерһегеҙ, әммә Изге Яҙманың төп нөсхәһендә Ғайса пәйғәмбәрҙең ерҙәге тормошо бәйән ителгәндә, «мөғжизә» тигән мәғәнә йөрөткән һүҙ бер тапҡыр ҙа ҡулланылмай. Ҡай саҡта «мөғжизә» тип тәржемә ителгән боронғо грек һүҙе (ди́намис) һүҙмә-һүҙ «көс» тигәнде аңлата (Лука 8:46). Уны шулай уҡ «һәләт» тип тә тәржемә итеп була (Матфей 25:15). Бер ғалимдың һүҙҙәре буйынса, был грек һүҙе «эшләнгән ҡеүәтле эшкә һәм, айырым алғанда, был эште эшләр өсөн кәрәк булған көскә иғтибар итә. Алла көсөнөң эш итеүенә баҫым яһала».

Башҡа бер грек һүҙе (те́рас) ғәҙәттә «хикмәт» йә «мөғжизә» тип тәржемә ителә (Яхъя 4:48; Ғәмәлдәр 2:19). Был һүҙ мөғжизәне күреп торған кешеләргә яһалған йоғонтоға иғтибар итә. Халыҡ һәм Ғайсаның шәкерттәре йыш ҡына уның ҡөҙрәтле эштәренә ғәжәпләнгән һәм хайран ҡалған (Марк 2:12; 4:41; 6:51; Лука 9:43).

Ғайсаның мөғжизәләренә ҡараған өсөнсө грек һүҙе (сими́он) «билдә» тигәнде аңлата. Ғалим Роберт Деффинбауг әйтеүенсә, был һүҙ «беренсе сиратта мөғжизәнең тәрән мәғәнәһенә баҫым яһай». Ул былай тип өҫтәй: «Билдә — ул Хужабыҙ Ғайса тураһында берәй хәҡиҡәтте белдергән мөғжизә».

Иллюзиямы йәки Алла биргән көсмө?

Изге Яҙмала Ғайсаның мөғжизәләре кешеләрҙең күңелен күрер өсөн эшләнгән фокус йә иллюзия итеп күрһәтелмәй. Уның мөғжизәләре «Алланың бөйөклөгөн[өң]» сағылышы булған. Миҫал итеп Ғайса бер малайҙан енде ҡыуып сығарған осраҡты килтерергә була (Лука 9:37—43). Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенең — «сикһеҙ ҡеүәте» бар тип әйтелгән Алланың шундай ҡөҙрәтле эштәр эшләргә көсө етмәйме ни? (Ишағыя 40:26). Әлбиттә, етә!

«Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында Ғайса эшләгән 35 самаһы мөғжизә тураһында әйтелә. Ләкин уның мөғжизәләренең дөйөм һаны күрһәтелмәй. Мәҫәлән, Матфей 14:14-тә былай тиелә: «Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы». Ғайсаның шул осраҡта күпме ауырыу кешене һауыҡтырғаны хәбәр ителмәй.

Шундай ҡөҙрәтле эштәр Ғайсаның, мин Алла Улы, вәғәҙә ителгән Мәсих, тигән һүҙҙәрен иҫбатлаған. Изге Яҙмала Ғайсаның мөғжизәләрҙе Алла көсө ярҙамында эшләгәне ап-асыҡ күрһәтелә. Илсе Петр уның тураһында: «Белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте», — тип яҙған (Ғәмәлдәр 2:22). Икенсе бер осраҡта Петр: «Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 10:37, 38).

Ғайсаның мөғжизәләре уның вәғәзләгән хәбәре менән тығыҙ бәйле булған. Марк 1:21—27-лә Ғайсаның өйрәтеүҙәре һәм бер мөғжизәһе халыҡҡа ниндәй йоғонто яһағаны күрһәтелә. Марк 1:22-лә, «Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды», тиелә, ә 27-се аят буйынса, ул енде ҡыуып сығарғас, «һәммәһе лә хайран ҡалды». Ғайсаның ҡөҙрәтле эштәре лә, һөйләгән хәбәре лә уның вәғәҙә ителгән Мәсих икәнен иҫбат иткән.

Ғайса үҙен Мәсих тип атап ҡына ҡалмаған, ә һүҙҙәре һәм эштәре менән бер рәттән мөғжизәләрендә сағылған Алла биргән көс уның Мәсих икәнен күрһәткән. Үҙенең роле һәм вәкәләте хаҡында һорау тыуғас, Ғайса ҡыйыу итеп былай тигән: «Минең шаһитлығым [Сумдырыусы] Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул — Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай» (Яхъя 5:36).

Мөғжизәләрҙең ысынлығын күрһәткән билдәләр

Ни өсөн Ғайса ҡылған мөғжизәләрҙең ысынлап та булғанына шикләнмәҫкә була? Уларҙың ысынлығын күрһәткән бер нисә билдәне ҡарап китәйек.

Ҡөҙрәтле эштәр башҡарғанда Ғайса бер ҡасан да үҙенә иғтибар йәлеп итмәгән. Ул, һәр бер мөғжизә Аллаға хөрмәт һәм дан килтерһен, тип тырышҡан. Мәҫәлән, бер һуҡыр кешене һауыҡтырыр алдынан Ғайса, һауыҡтырыу «уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн» башҡарыласаҡ, тип баҫым яһаған (Яхъя 9:1—3; 11:1—4).

Иллюзионистар, тылсымсылар һәм доға менән дауалаусыларҙан айырмалы рәүештә, Ғайса бер ҡасан да гипноз, фокустар, арбау һүҙҙәре ҡулланмаған, тамашалар, эмоциналь ритуалдар ойоштормаған. Ул хеҙмәтендә хөрәфәттәргә нигеҙләнмәгән һәм мөғжизәле көскә эйә тип һаналған нәмәләр ҡулланмаған. Ғайсаның ике һуҡырҙы кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәй генә һауыҡтырғанын иҫкә төшөрәйек. «Ғайса, үҙҙәрен йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Улар шунда уҡ күрә башланы һәм Уға эйәреп китте», — тип әйтелә Инжилдә (Матфей 20:29—34). Ритуалдар ҙа, церемония һәм тамашалар ҙа булмаған. Ғайса үҙенең мөғжизәләрен йәшермәйенсә, йыш ҡына күп һанлы кешенең күҙ алдында эшләгән. Уға бер ниндәй махсус яҡтылыҡ та, сәхнә лә, реквизит та кәрәк булмаған. Беҙҙең көндәрҙәге мөғжизә тип аталған күренештәрҙе иһә йыш ҡына документ менән раҫлап булмай (Марк 5:24—29; Лука 7:11—15).

Ҡай саҡта Ғайса үҙенең мөғжизәләренән файҙа күргән кешеләрҙең иманы барлығын таныған. Әммә кешегә иман етмәүе Ғайсаға мөғжизә эшләргә ҡамасауламаған. Ул Галилеялағы Капернаум ҡалаһында булғанда, уның янына «ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып кил[гәндәр]. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығар[ған] һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтыр[ған]» (Матфей 8:16).

Ғайсаның мөғжизәләре кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын түгел, ә уларҙың физик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн эшләнгән (Марк 10:46—52; Лука 23:8). Бынан тыш, Ғайса бер ҡасан да мөғжизәләрҙе үҙенә файҙа алыр өсөн эшләмәгән (Матфей 4:2—4; 10:8).

«Һөйөнөслө Хәбәр» китаптары ышанысҡа лайыҡмы?

Ғайсаның мөғжизәләре тураһындағы факттар беҙҙең өсөн дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабында һаҡланып ҡалған. Ғайса эшләгән мөғжизәләрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлар өсөн, ошо китаптарға таянып буламы? Эйе, була.

Инде әйтелеп киткәнсә, Ғайса мөғжизәләрен күп кешеләр алдында эшләгән. Был китаптарҙың ҡайһы берҙәре ошо мөғжизәләрҙе күргән кешеләрҙең күбеһе әле иҫән булған саҡта яҙылған. Уларҙы яҙыусыларҙың намыҫлылығы тураһында бер китапта былай тип әйтелгән: «Был хәбәрҙәрҙе яҙыусыларҙы, динде пропагандалау маҡсаты менән тарихи дөрөҫлөктө мөғжизәләр эшләү тураһындағы хәбәрҙәргә күмәләр, тип ғәйепләү ғәҙел булмаҫ ине. [...] Улар намыҫлы йылъяҙмасылар булырға ынтылған» («The Miracles and the Resurrection»).

Мәсихселәргә ҡаршы булған йәһүдтәр бер ҡасан да Инжилдә тасуирланған ҡөҙрәтле эштәрҙе шик аҫтына алмаған. Улар был эштәрҙең кемдең көсө менән эшләнгәнен генә шик аҫтына алған (Марк 3:22—26). Һуңғараҡ йәшәгән тәнҡитселәр ҙә Ғайсаның мөғжизәләрен кире ҡаға алмаған. Б. э. I һәм II быуаттарына ҡараған сығанаҡтарҙа уның мөғжизәләре иҫкә алына. Һис шикһеҙ, Ғайсаның «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында тасуирланған мөғжизәләрен дөрөҫ тип һанарға бөтә сәбәптәр ҙә бар.

Мөғжизәләр ҡылған кеше

Ғайсаның мөғжизәләре тураһындағы теманы ҡарағанда, уларҙың ысынлап та булғанына дәлилдәр килтереү менән генә сикләнһәк, дөрөҫ булмаҫ ине. Ғайсаның ҡөҙрәтле эштәре һүрәтләнгән Инжилдә беҙҙең алдыбыҙға тәрән хистәр һәм тиңе булмаған йәлләү тойғоһо хас булған, башҡаларҙың именлеге хаҡында ысынлап борсолған кеше килеп баҫа.

Махау сире менән ауырыған кешенең миҫалын ғына ҡарап сығайыҡ. «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип үтенгән ул кеше Ғайсанан. Ғайса «уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: „Эйе, теләйем. Таҙарын!“ — тине». Ул кеше шунда уҡ һауыҡҡан (Марк 1:40—42). Шулай итеп Ғайса йәлләү хисен сағылдырған, тап шул хис уны Алла көсөн ҡулланып мөғжизәләр эшләргә этәргән дә.

Ә Ғайсаға Наин ҡалаһынан мәйет күтәреп сығып килгән кешеләр осрағас, нимә булған? Үлгән кеше тол ҡатындың берҙән-бер улы булған. Ғайса, «ҡатынды күргәс, уны йәллә[гән]» һәм уның янына килеп: «Илама», — тигән. Шунан уның улын терелткән (Лука 7:11—15).

Ғайсаны мөғжизәләр эшләп кешеләргә ярҙам итергә тәрән ҡыҙғаныу, йәлләү тойғоһо дәртләндергән. Быны белеү беҙҙең күңелде йыуата. Ләкин ундай мөғжизәләр тарихи факттар ғына түгел. «Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ — кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк», — тип әйтелгән Еврейҙарға 13:8-ҙә. Хәҙер Ғайса күктә батша булып идара итә. Ул, ерҙә кеше булып йәшәгәндә эшләгән эштәрҙән күпкә бөйөгөрәк эштәр башҡарыр өсөн, Алла биргән мөғжизәле көстө ҡулланырға әҙер һәм ҡуллана ала. Тиҙҙән Ғайса Аллаға тыңлаусан булған бөтә кешеләрҙе һауыҡтырыр өсөн шул көс менән файҙаланасаҡ. Йәһүә шаһиттары шатланып һеҙгә шул яҡты киләсәк тураһында күберәк белергә ярҙам итер.

[Иллюстрация]

Ғайсаның мөғжизәләре «Алланың бөйөклөгөн[өң]» сағылышы булған

[Иллюстрация]

Ғайсаға тәрән хистәр хас булған