Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рухи маҡсаттарың Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын

Рухи маҡсаттарың Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын

Рухи маҡсаттарың Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын

«КЕШЕ ниндәй пристангә юл тотҡанын белмәһә, уға бер ниндәй ел дә ыңғай булмаҫ». Был һүҙҙәрҙе беренсе быуатта йәшәгән Рим фәлсәфәсеһе әйткән, тип һынала. Уларҙа шундай хәҡиҡәт сағыла: тормош мәғәнәле булһын өсөн, маҡсат ҡуйырға кәрәк.

Изге Яҙмала маҡсатлы кешеләрҙең миҫалдары бар. Нух, «үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән» һәм бының өсөн яҡынса 50 йыл тырышып эшләгән. Муса пәйғәмбәр тураһында: «Ул буласаҡ әжерҙе күр[гән]»,— тип әйтелә (Еврейҙарға 11:7, 26). Алла Мусаға алмашҡа килгән Ешуаға, Ҡынаан ерен яулап алырға, тигән маҡсат ҡуйған (Ҡанун 3:21, 22, 28; Ешуа 12:7—24).

Б. э. I быуатында йәшәгән илсе Павелдың рухи маҡсаттарына, һис шикһеҙ, Ғайсаның бындай һүҙҙәре тәьҫир иткән: «Бар халыҡтар ҙа ишетһен өсөн, Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер» (Матфай 24:14). Раббы Ғайсанан алынған асылыштар һәм күренештәр һәм үҙ исемен башҡа халыҡтарға еткерергә тигән йөкләмә Павелды эш итергә дәртләндергән. Һөҙөмтәлә, ул бөтә Кесе Асия һәм хатта Европа буйлап йыйылыштар булдырыуҙа мөһим роль уйнаған (Ғәмәлдәр 9:15; Колосстарға 1:23).

Күреүебеҙсә, төрлө ваҡыттарҙа йәшәгән Йәһүә хеҙмәтселәре рухи маҡсаттар ҡуйған һәм, уларға ирешеп, Алланы данлаған. Ә беҙ ниндәй маҡсаттарға ынтыла һәм уларға ирешер өсөн ниндәй аҙымдар яһай алабыҙ?

Дөрөҫ мотивтар кәрәк

Тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә маҡсат ҡуйып була. Донъяла маҡсатлы кешеләр күп. Ләкин теократик маҡсаттар донъяуи ынтылыштарҙан айырылып тора. Был донъялағы кешеләрҙең маҡсаттарына күбеһенсә байырға теләү, юғары дәрәжәгә һәм хакимлыҡҡа ынтылыу тәьҫир итә. Хакимлыҡҡа һәм данға ынтылыу ниндәй ҙур хата булыр ине! Йәһүә Алланы данлай торған маҡсаттар уға хеҙмәтебеҙ һәм Батшалыҡ ихтыяждары менән тығыҙ бәйле (Матфай 6:33). Бындай маҡсаттар ҡуйырға беҙҙе Алланы һәм яҡыныбыҙҙы яратыу, шулай уҡ Аллаға тоғро булырға ынтылыу дәртләндерә (Матфай 22:37—39; 1 Тимофейға 4:7).

Маҡсаттарыбыҙ теократик вазифалар менәнме йә рухи үҫешебеҙ менән бәйлеме, беҙҙең мотивтар саф булһын. Ләкин ҡайһы саҡта хатта дөрөҫ теләктәрҙән сығып ҡуйылған маҡсаттар ҙа тормошҡа ашмай. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешер өсөн нимә эшләргә?

Көслө теләк кәрәк

Йәһүәнең Ғәләмде нисек барлыҡҡа килтергәнен иҫкә төшөрәйек. «Кис булды, таң атты» тигән һүҙҙәр менән ул бер-бер артлы килеүсе ижади осорҙарҙы айырған (Башланмыш 1:5, 8, 13, 19, 23, 31). Һәр ижади осор алдынан Барлыҡҡа килтереүсебеҙ маҡсат, йәғни ошо «көндә» нимә эшләргә йыйынғанын билдәләгән. Шунан һуң ниәтен тормошҡа ашырған, йәғни барлыҡҡа килтергән (Асылыш 4:11). Әйүп пәйғәмбәр Алла тураһында: «Ул берәй нәмә эшләргә булған икән, ул уны эшләй», — тигән (Әйүп 23:13). «Үҙе бар ҡылған донъяны байҡа[у]» һәм «ул бик яҡшы» тип әйтеү, моғайын, бик рәхәт булғандыр! (Башланмыш 1:31).

Маҡсатыбыҙ тормошҡа ашһын өсөн, беҙҙең көслө теләк булырға тейеш. Ундай теләкте нисек үҫтерергә? Әле ер буш булған ваҡытта уҡ Йәһүә уның Ғаләмдә ниндәй гүзәл ынйы буласағын күҙ алдына килтергән. Беҙ ҙә, маҡсатарыбыҙҙың нәтижәләре һәм файҙаһы тураһында уйланып, теләгебеҙҙе көсәйтә алабыҙ. 19 йәшлек Тони менән тап шулай булған. Көнбайыш Европалағы Йәһүә шаһиттарының бер филиалына барыу уға ныҡ тәьҫир иткән. «Шунда йәшәргә һәм хеҙмәт итергә ине», — тип гел уйлай башлаған. Тони был мөмкинлек тураһында уйлауҙан туҡтамаған һәм маҡсатына ирешергә тырышҡан. Бер нисә йылдан филиалда хеҙмәт итергә саҡырылғас, ул бик ныҡ шатланған!

Маҡсатына инде ирешкән ҡәрҙәштәр менән аралашыу беҙҙең теләкте нығытырға мөмкин. 30 йәшлек Джейсонға үҫмер сағында вәғәзләү оҡшамаған. Ләкин мәктәпте тамамлағас, ул пионер хеҙмәтен башлаған. Джейсонға пионер булып хеҙмәт итеү теләген үҫтерергә нимә ярҙам иткән? «Башҡа пионерҙар менән аралашыу һәм хеҙмәттәшлек итеү миңә ныҡ тәьҫир итте», — тип әйтә ул.

Маҡсаттарыңды яҙып ҡуй

Уйҙарыбыҙҙы һүҙҙәр менән белдерһәк, улар асыҡ һәм аңлайышлы булып китә. Сөләймән пәйғәмбәр әйткәнсә, көтөүсе таяғы малға йүнәлеш биргән кеүек, ҡулайлы һүҙҙәр беҙгә йүнәлеш бирә (Вәғәзсе 12:11). Яҙылған һүҙҙәр беҙҙең аҡыл һәм йөрәккә ныҡ тәьҫир итә. Шулай булмаһа, Йәһүә Израиль батшаларына Ҡанунды күсереп яҙырға ҡушмаҫ ине (Ҡанун 17:18). Беҙ ҙә ҡағыҙға маҡсатыбыҙҙы һәм уға ирешеү юлын, була алған ауырлыҡтарҙы һәм уларҙы сисеү юлдарын яҙып ҡуя алабыҙ. Шулай уҡ ниндәй өлкәләрҙә белем һәм оҫталыҡ үҫтерергә кәрәклеген һәм кемдең беҙгә ярҙам итә алырын билдәләү файҙалы булыр.

Азияла оҙаҡ ваҡыт махсус пионер булып хеҙмәт иткән Джеффриҙың ҡатыны көтмәгәндә үлеп киткән. Рухи маҡсаттарға ынтылыу уға ҡайғыһын еңергә ярҙам иткән. Бер аҙ иҫкә килгәс, Джеффри бөтә көсөн пионер хеҙмәтенә бағышларға һәм маҡсаттар ҡуйырға ҡарар иткән. Үҙ пландарын ҡағыҙға яҙып ҡуйып, доға ҡылып уйланғас, ай аҙағына өс Изге Яҙма өйрәнеүе башларға тигән маҡсат ҡуйған. Һәр көн эшләгән эштәренә анализ яһаған һәм һәр ун көн һайын уңыштарын тикшергән. Ул маҡсатына ирешкәнме? Эйе, ул ай аҙағына өс түгел, ә дүрт кеше менән Изге Яҙма өйрәнә башлаған! Был уға ҙур шатлыҡ килтергән.

Ҡыҫҡа ваҡытлы маҡсаттар ҡуй

Ҡайһы бер маҡсаттар башта ирешә алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин. Юғарыла иҫкә алынған Тониға Йәһүә шаһиттарының филиалында хеҙмәт итеү хыял ғына булып күренгән, сөнки уның тәртибе бик яҡшынан булмаған, шулай уҡ ул Аллаға бағышланмаған булған. Ләкин Тони тормошон Алла юлдарына яраҡлаштырырға һәм һыуға сумдырылырға маҡсат ҡуйған. Һыуға сумдырылғас, ул ярҙамсы пионер булырға, ә шунан ғөмүми пионер хеҙмәтен башларға булған һәм календарҙа хеҙмәтте башлау датаһын билдәләгән. Бер аҙ ваҡыт пионер булып хеҙмәт иткәс, филиалда хеҙмәт итеү уға хыял ғына булып күренмәгән.

Беҙ ҙә маҡсатыбыҙға ирешер өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы маҡсаттар ҡуя алабыҙ. Ундай маҡсаттар юлдағы бағаналар кеүек маҡсатҡа илтеүсе юлыбыҙҙы бәләкәйерәк өлөштәргә бүлә. Үткән юлыбыҙҙы даими тикшерһәк, иғтибарыбыҙ ситкә йүнәлмәҫ. Ситкә тайпылмаҫҡа шулай уҡ Йәһүәгә йыш ҡына үҙ пландарыбыҙ тураһында һөйләү ярҙам итер. Илсе Павел: «Гел доға ҡылығыҙ», — тип өйрәткән (1 Фессалоникаларға 5:17).

Тәүәккәллек һәм ныҡышлыҡ кәрәк

Хатта планыбыҙ яҡшы уйланылған һәм теләгебеҙ көслө булһа ла, ҡайһы бер маҡсаттар тормошҡа ашмай. Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны илсе Павел икенсе миссионер сәйәхәтенә алырға теләмәгәс, ул бик күңелһеҙләнгәндер! (Ғәмәлдәр 15:37—40). Маркка һабаҡ алырға һәм хеҙмәтен киңәйтеү буйынса планын үҙгәртергә кәрәк булған. Ул шулай эшләгән дә. Һуңыраҡ илсе Павел Маркка ыңғай баһа биргән, һәм ул Вавилонда илсе Петр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән (2 Тимофейға 4:11; 1 Петр 5:13). Уға хатта Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында рухландырылған китап яҙыу хөрмәте лә тейгән.

Рухи маҡсаттарға ынтылғанда, беҙ ҙә уңышһыҙлыҡҡа осрай алабыҙ. Бирешеү урынына маҡсатыбыҙҙы яңынан ҡарап сығырға һәм үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Юлыбыҙҙа кәртәләр осраһа, тәүәккәллек һәм ныҡышлыҡ менән көс һалырға кәрәк. «Бөтә эштәреңде Йәһүәгә ышанып тапшыр, шунда маҡсаттарың тормошҡа ашыр», — тигән аҡыллы батша Сөләймән (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:3).

Ләкин ниндәйҙер шарттар арҡаһында ҡайһы бер теләктәребеҙ тормошҡа ашырлыҡ түгел. Мәҫәлән, насар һаулыҡ һәм ғаиләләге вазифалар арҡаһында беҙ ҡайһы бер маҡсаттарҙы ҡуя алмайбыҙ. Бер ҡасан да төп маҡсатыбыҙҙы — күктә йә ерҙәге ожмахта мәңге йәшәүҙе күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ (Лука 23:43; Филиптарға 3:13, 14). Был маҡсатҡа нисек ирешергә? «Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй», — тип яҙған илсе Яхъя (1 Яхъя 2:17). Ҡайһы бер маҡсаттар беҙҙең өсөн мөмкин булмаһа ла, беҙ «Алланан ҡурҡ[ып], уның әмерҙәрен үтә[й]» алабыҙ (Вәғәзсе 12:13). Рухи маҡсаттар иғтибарыбыҙҙы Алла ихтыярына тупларға ярҙам итер. Маҡсаттарыбыҙ һәр ваҡыт Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын.

[Рамка]

Ҡайһы бер рухи маҡсаттар

○ Көн һайын Изге Яҙма уҡыу.

○ «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарының һәр сығарылышын уҡыу.

○ Доғаларыбыҙҙың сифатын яҡшыртыу.

○ Изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы сағылдырыу.

○ Хеҙмәтте киңәйтергә тырышыу.

○ Вәғәзләү һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшыртыу.

○ Телефон аша, осраҡлы рәүештә һәм эш урындарында яҡшы вәғәзләргә өйрәнеү.