Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса Мәсих Алламы?

Ғайса Мәсих Алламы?

КҮП кешеләр Троица тураһындағы тәғлимәтте «христиандарҙың төп тәғлимәте» тип һанай. Был тәғлимәт буйынса, Ата, Ул һәм Изге Рух — өс айырым шәхес, ләкин улар барыһы бергә — бер Алла. Троица тураһында кардинал Джон О’Коннор былай тигән: «Беҙ бының тәрән сер икәнен беләбеҙ, уны аңлауҙан беҙ бик йыраҡ». Ни өсөн Троица тураһындағы тәғлимәтте аңлауы шул тиклем ауыр?

Сәбәптәрҙең береһе «Иллюстрациялы Изге Яҙма һүҙлегендә» аңлатыла. «Был тәғлимәт Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән, сөнки Изге Яҙманың бер урынында ла уның билдәләмәһе юҡ», — тип әйтелә унда («The Illustrated Bible Dictionary»). Шуға ҡарамаҫтан Троица тәғлимәте яҡлылар, был тәғлимәтте иҫбат итер өсөн, Изге Яҙманан аяттар эҙләп табырға тырыша һәм хатта уларҙы үҙгәртә.

Был аят Троицаны иҫбат итәме?

Изге Яҙманың йыш ҡына дөрөҫ аңлатылмаған бер аяты — Яхъя 1:1. Инжилдә был аят ошолай яҙылған: «Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла [грекса тон тео́н] менән булған һәм Һүҙ Алла [тео́с] булған» (Яхъя 1:1). Был аятта грек телендәге тео́с («алла») тигән исемдең ике формаһы тора. Тео́н тигән исемдең алдынан тон тигән билдәлелек артикле формаһы килә. Шуға күрә тео́н Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алланы белдерә. Тео́с һүҙенең алдында артикль юҡ. Уны яңылыш төшөрөп ҡалдырғандармы?

Ни өсөн Троица тураһындағы тәғлимәтте аңлауы шул тиклем ауыр?

Яхъя бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр койне, йәғни дөйөм грек телендә яҙылған булған, ул телдә билдәлелек артиклен ҡулланыуҙың конкрет ҡағиҙәләре булған. Изге Яҙма белгесе Арчибальд Робертсондың һүҙҙәре буйынса, әгәр эйә һәм исем хәбәр алдында артикль торһа, һөйләмдең был киҫәктәре «тулыһынса оҡшаш һәм бер-береһен алмаштыра ала». Быны иҫбат итер өсөн, ул Матфей 13:38-ҙе килтерә. Унда: «Баҫыу [грекса о агро́с] — донъя [грекса о ко́смос] ул», — тип яҙылған. «Баҫыу» һәм «донъя» һүҙҙәре алдында о артикле тора. Грамматика ҡағиҙәләре буйынса, донъя һәм баҫыу — бер үк нәмә.

Ә әгәр ҙә, Яхъя 1:1-ҙәге һымаҡ, эйә алдында билдәлелек артикле булһа, ә ҡушма хәбәрҙең исем өлөшө алдында булмаһа? Ошо аятҡа һылтанып, ғалим Джеймс Хьюетт былай тип яҙа: «Ундай конструкцияла эйә һәм хәбәр оҡшаш түгел һәм улар араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйып булмай, уларҙы башҡаса ла тиңләштереп булмай».

Сағыштырыу өсөн Хьюетт 1 Яхъя 1:5-тәге «Алла — яҡтылыҡ» тигән һүҙҙәрҙе килтерә. Бында грек тексында «Алла» — о тео́с, йәғни тео́с һүҙе алдында о билдәлелек артикле бар. Ләкин фос («яҡтылыҡ») һүҙе алдында артикль юҡ. Хьюетт быны ошолай аңлата: «Алла тураһында һәр ваҡыт, ул яҡтылыҡ, тип әйтеп була, ләкин яҡтылыҡ гел Алла булмай». Быға оҡшаш миҫалдар: Яхъя 4:24 («Алла Ул — Рух») һәм 1 Яхъя 4:16 («Алла — мөхәббәт»). Был аяттарҙа «Алла» һүҙе менән бирелгән эйәләр алдында билдәлелек артикле тора, ә исем хәбәрҙәр («Рух» һәм «мөхәббәт») алдында артикль юҡ. Был осраҡтарҙа эйә һәм исем хәбәр бер-береһен алмаштыра алмай. Шуға күрә «Рух — ул Алла» һәм «Мөхәббәт — Алла» тип әйтеп булмай.

«Һүҙ» — кем ул һәм ниндәй ул?

Изге Яҙманы тәржемә итеүселәрҙең һәм боронғо грек теле белгестәренең күбеһе Яхъя 1:1-ҙә «Һүҙҙең» кем булыуы тураһында түгел, ә ниндәй булыуы тураһында әйтелгәнен таный. Тәржемәсе Уильям Баркли былай ти: «[Илсе Яхъя] теос һүҙе алдында билдәлелек артикле ҡуймағанға, ул аныҡлаусы булып китә... Яхъя был аятта Һүҙ менән Алланы тиңләштермәй, йәғни, Ғайса — ул Алла, тип әйтмәй». Ғалим Джейсон Бедун шуға оҡшаш фекер әйтә: «Әгәр ҙә грек телендә, Яхъя 1:1в-лағы кеүек, теос һүҙе алдында артикль тормаһа, уҡыусы шунда уҡ алла тураһында киң мәғәнәлә әйтелгәнен аңлай». Башҡорт телендә теос һүҙе алдында артиклдең булыу-булмауы ҙур хәреф (Алла) йәки бәләкәй хәреф (алла) менән күрһәтелә. Бедун бындай һығымтаға килә: «Яхъя 1:1-ҙә Һүҙ — Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла түгел, ә киң мәғәнәлә алла, йәғни илаһи булмышлы». «Американ стандарт тәржемә» өҫтөндә эшләгән дин белгесе Джозеф Тайер был аятты ошолай тип аңлатҡан: «Логос [йәки Һүҙ] Илаһи Заттың үҙе түгел, ә илаһи булған».

Ғайса үҙе һәм үҙенең Атаһы араһында асыҡ айырма барлығын күрһәткән

Алланың кем булыуы ысынлап та «тәрән серме»? Ғайса улай тип уйламаған. Аллаға доға ҡылғанда ул үҙе һәм үҙенең Атаһы араһында асыҡ айырма барлығын күрһәткән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3). Әгәр беҙ Ғайсаның һүҙҙәренә ышанһаҡ һәм ошо ап-асыҡ хәҡиҡәтте аңлаһаҡ, Ғайсаны, ысынында ул кем булһа, шул — Алла Улы, тип һанарбыҙ. Ә Йәһүәне «берҙән-бер хаҡ Алла» итеп хөрмәтләрбеҙ.