Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3. Доға. Аллаға нисек мөрәжәғәт итергә?

3. Доға. Аллаға нисек мөрәжәғәт итергә?

ДОҒА тураһында һүҙ сыҡҡанда, күптәр тәү сиратта поза һәм һүҙҙәр, шулай уҡ дини ритуалдар үтәү хаҡында уйлай. Ләкин Изге Яҙма беҙгә иғтибарҙы был нәмәләргә түгел, ә мөһимерәк нәмәгә — беҙгә нисек доға ҡылырға кәрәк, тигән һорауға тупларға ярҙам итә.

Изге Яҙмала Алланың төрлө урында һәм төрлө позала доға ҡылған тоғро хеҙмәтселәре тураһында һөйләнелә. Шарттарына ҡарап, улар эстән генә йә ҡысҡырып доға ҡылған. Улар ҡараштарын күккә төбәп йә баштарын эйеп доға ҡылған. Улар һүрәттәр, тиҫбе йәки доғалыҡ ҡулланмаған, ә ихлас күңелдән үҙ һүҙҙәре менән доға ҡылған. Ни өсөн Алла уларҙың доғаларын ишеткән?

Алдағы мәҡәләлә әйтелгәнсә, улар бер генә Аллаға — Йәһүәгә доға ҡылған. Ләкин тағы бер мөһим шарт бар. «Беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә», — тиелә 1 Яхъя 5:14-тә. Беҙҙең доғаларыбыҙ Алланың ихтыярына ярашлы булырға тейеш. Был нимәне аңлата?

Алланың ихтыяры буйынса доға ҡылыр өсөн, беҙгә уның ихтыяры нимәнән ғибәрәт икәнен белергә кәрәк. Бының өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк. Был, әгәр беҙ Изге Яҙма белгесе булмаһаҡ, Алла беҙҙе тыңламаясаҡ, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ, ләкин Алла уның ихтыярын белеүебеҙҙе, уны аңларға тырышыуыбыҙҙы һәм шуның буйынса эш итеүебеҙҙе көтә (Матфей 7:21—23). Өҫтәүенә, беҙгә белгәндәребеҙгә ярашлы итеп доға ҡылырға кәрәк.

Алла доғаларыбыҙҙы ишетһен өсөн, улар Алла ихтыярына ярашлы булырға, иман менән һәм Ғайса исеме хаҡына әйтелергә тейеш

Йәһүә һәм уның ихтыяры тураһында белемебеҙ артҡан һайын, иманыбыҙ ҙа нығый. Ә был — Алла доғаларыбыҙҙы ишетһен өсөн тағы бер мөһим шарт. «Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр», — тигән Ғайса (Матфей 21:22). Ныҡ иман һәм еңел генә ышаныу бер үк нәмә түгел. Күҙгә күренмәгән нәмәләрҙең барлығына ышаныу бик етди дәлилдәргә нигеҙләнергә тейеш (Еврейҙарға 11:1). Мәҫәлән, Изге Яҙмала беҙ күрмәгән Йәһүәнең ысынлап та бар булғанына, төрлө шарттарҙа беҙгә ярҙам иткәненә һәм үҙенә иман менән мөрәжәғәт иткәндәрҙең доғаларын тыңлағанына бик күп дәлилдәр бар. Унан тыш, беҙ һәр ваҡыт күберәк иман һорай алабыҙ, ә Йәһүә беҙ мохтаж булған нәмәләрҙе бик теләп бирә (Лука 17:5; Яҡуб 1:17).

Тағы бер мөһим шарт бар. Ғайса: «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән (Яхъя 14:6). Шулай итеп, беҙ Атайыбыҙға, Йәһүәгә, Ғайса аша яҡынлаша алабыҙ. Шуға күрә Ғайса шәкерттәрен үҙенең исеме хаҡына доға ҡылырға өйрәткән (Яхъя 14:13; 15:16). Был, Ғайсаға доға ҡылырға кәрәк, тигәнде аңлатмай. Беҙ, Ғайса ярҙамында камил һәм изге Атайыбыҙға яҡынлаша алыуыбыҙҙы иҫтә тотоп, Ғайса исеме хаҡына доға ҡылабыҙ.

Бер ваҡыт Ғайсаның иң яҡын шәкерттәре унан: «Доға ҡылырға өйрәт әле», — тип һораған (Лука 11:1). Әлбиттә, улар нисек доға ҡылырға кәрәклеге хаҡында һорамаған, ә нимә тураһында доға ҡылырға икәнен белергә теләгән.