Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7. Доға. Алла ишетәме һәм яуап бирәме?

7. Доға. Алла ишетәме һәм яуап бирәме?

БЫЛ һорау ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең көндәрҙә лә доғаларҙы тыңлай. Ләкин Алла беҙҙең доғаларҙы ишетәме-юҡмы икәнлеге күбеһенсә үҙебеҙҙән тора.

Ғайса үҙ көндәрендәге дин әһелдәрен диндар булыуҙарын кешеләр күрһен тип кенә доға ҡылғандары өсөн хөкөм иткән. Ул, был кешеләр «үҙҙәренең әжерен» алыр, тигән. Шулай тиеп, Ғайса, улар үҙҙәре мохтаж булған нәмәне, йәғни Алланың иғтибарын түгел, ә бик ныҡ теләгән нәмәләрен, йәғни кешеләрҙең иғтибарын ғына алыр, тип әйтергә теләгән (Матфей 6:5). Шуның кеүек үк бөгөн дә күптәр Алла теләгәнсә түгел, ә үҙҙәре нисек теләй, шулай доға ҡыла. Өҫтә килтерелгән Изге Яҙма принциптарын һанға һуҡмағанға, Алла уларҙың доғаларын ишетмәй.

Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Алла һеҙҙең доғаларығыҙҙы ишетәме һәм уларға яуап бирәме? Был һеҙҙең раса, милләт йәки йәмғиәттәге дәрәжәгеҙгә бәйле түгел. Изге Яҙма, Алла кеше айырмай, тип ышандыра. Унда: «Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай», — тип әйтелгән (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Һеҙҙең турала шулай тип әйтеп буламы? Алланы тәрән ихтирам итеп, уны көйөндөрмәҫкә тырышаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ уны ололайһығыҙ. Үҙегеҙҙең йә башҡа берәүҙең күҙлегенән түгел, ә Алла күҙлегенән дөрөҫ булғанды эшләргә тырышаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ тәҡүә булыу яҡлы. Алланың доғаларығыҙҙы тыңлауын теләйһегеҙме? Изге Яҙма һеҙгә был йәһәттән ярҙам итә ала.

Әлбиттә, күптәр Алланың үҙ доғаларына яуап итеп мөғжизә эшләүен теләй. Ләкин хатта Изге Яҙма яҙылған ваҡытта Алла бик һирәк мөғжизә ҡылған. Ҡай саҡ бер мөғжизәнән икенсеһенә тиклем йөҙәрләгән йылдар үткән. Улай ғына ла түгел, илселәрҙең үлеменән һуң мөғжизәләр дәүере тамамланған, тиелә Изге Яҙмала (1 Коринфтарға 13:8—10). Был, бөгөн Алла доғаларға яуап бирмәй, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Ул яуап биргән доғаларҙы ҡарап сығайыҡ.

Алла зирәклек бирә. Йәһүә — бөтә ысын зирәклектең берҙән-бер Сығанағы. Дөрөҫ йүнәлеш эҙләп, шуның буйынса йәшәргә теләгәндәргә ул йомарт итеп зирәклек бирә (Яҡуб 1:5).

Алла үҙенең изге рухын һәм уға бәйле фатихалар бирә. Изге рух — Алланың эш итеүсе көсө. Изге рухтан көслөрәк бер нәмә лә юҡ. Шул көс ярҙамы менән беҙ бөтә һынауҙарҙы ла кисереп сыға алабыҙ. Ныҡ борсолған сағыбыҙҙа ул беҙгә тыныслыҡ бирә, шулай уҡ матур, ҡиммәтле сифаттар булдырырға ярҙам итә ала (Галаттарға 5:22, 23). Ғайса үҙенең шәкерттәрен, Алла үҙенән һораусыларға был бүләкте йомарт итеп бирә, тип ышандырған (Лука 11:13).

Алла тырышып эҙләгәндәргә белем бирә. Бөтә донъяла Алла тураһындағы хәҡиҡәтте эҙләгән эскерһеҙ кешеләр бар (Ғәмәлдәр 17:26, 27). Улар Алланың исемен, уның ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәтен һәм уға нисек яҡынлашып булғанын белергә теләй (Яҡуб 4:8). Йәһүә шаһиттары ундай кешеләрҙе йыш осрата һәм уларға Изге Яҙманан был һорауҙарға яуапты теләп күрһәтә.

Бәлки, шуға күрә лә һеҙ ҡулығыҙҙа ошо баҫманы тотоп тораһығыҙҙыр. Һеҙ Алланы эҙләйһегеҙме? Бәлки, был һеҙҙең доғаға яуаптыр.