Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Эден баҡсаһы. Кешелектең бишегеме?

Эден баҡсаһы. Кешелектең бишегеме?

Эден баҡсаһы. Кешелектең бишегеме?

ӘЙТӘЙЕК, һеҙ гүзәл бер баҡсаға килеп индегеҙ, ти. Бында ығы-зығы ла, ҡала шау-шыуы ла юҡ. Был иркен баҡсала иҫ киткес хозурлыҡ. Ә иң рәхәте шул: һеҙҙе ауыр хистәр һәм тынғыһыҙ уйҙар борсомай, тәнегеҙ иһә сәләмәтлек бөркөп тора. Үҙегеҙҙе уратып алған тәбиғәттең матурлығы менән ләззәтләнергә һеҙгә бер ни ҙә ҡамасауламай.

Күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, саф һыулы йылға тулҡындарында уйнаған ҡояш нурҙары, йәм-йәшел ағастарҙың хәтфә үләнгә төшкән күләгәһе иғтибарҙы үҙенә тарта. Наҙлы ел битегеҙҙе һыйпай, сәскәләрҙең хуш еҫен килтерә. Һеҙ япраҡ ҡыштырлағанын, таштан-ташҡа һикереп аҡҡан шишмә тауышын, ҡоштар моңон, бөжәктәрҙең безелдәгәнен ишетәһегеҙ. Ошондай урында йәшәргә теләмәҫ инегеҙме ни?

Бөтә донъяла кешеләр, тормош тап шундай баҡсала башланғыс алған, тип иҫәпләй. Быуаттар дауамында иудаизмда ла, христиан динендә лә, исламда ла, Алла Әҙәм менән Һауаны Эден баҡсаһына урынлаштырған, тип өйрәтәләр. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Әҙәм менән Һауа үҙ-ара ла, хайуандар менән дә татыу булған һәм имен тормошта рәхәтләнеп йәшәгән. Унан да бигерәк, үҙҙәренә ошондай иҫ киткес баҡсала мәңге йәшәү мөмкинлеге биргән йомарт Алла менән уларҙың мөнәсәбәттәре яҡшы булған (Башланмыш 2:15—24).

Индустарҙың да боронғо замандағы ожмахҡа ҡағылышлы үҙ ҡараштары бар. Буддистар ҙа, донъя сәскә атҡан осорҙа, йәғни ожмахҡа әйләнгән саҡта уларҙың бөйөк рухи остазы будда килер, тип ышана. Шулай уҡ Африкалағы күп диндәрҙә лә Әҙәм менән Һауа хаҡында бәйән ителгәндәргә бермә-бер оҡшаш хикәйәләүҙәр йәшәп килә.

Боронғо ожмах тураһындағы хәбәр төрлө халыҡтарҙың диндәрендә һәм йолаларында киң таралған. Бер тарихсы былай тигән: «Күп цивилизацияларҙа кешеләр, ожмах ҡасандыр булған, унда камиллыҡ, азатлыҡ, именлек, бәхет һәм муллыҡ хөкөм һөргән, ә көс ҡулланыу, ҡаршылыҡтар һәм ыҙғыш-талаш булмаған, тип ышанған. [...] Был ышаныс кешеләрҙең аңында юғалтылған, әммә онотолмаған ожмахты өҙөлөп һағыныу хисе һәм уны яңынан ҡайтарыу теләге уятҡан».

Бөтә был хикәйәләүҙәр һәм риүәйәттәр бер үк сығанаҡтан түгелме икән һуң? Кешеләрҙең аңында ҡасандыр ысынлап та булған ваҡиғалар хаҡындағы хәтирәләр йәшәп килә түгелме икән? Боронғо заманда Әҙәм менән Һауа йәшәгән Эден баҡсаһы ысынлап та булғанмы икән?

Шикләнергә яратыусан кешеләр был идеяны етди ҡабул итмәй. Бөгөнгө фәнни прогресс заманында күп кеше ошоға оҡшаш хикәйәләүҙәрҙе легенда һәм уйҙырма тип һанай. Шуныһы ғәжәп, әммә ундай фекерҙәге кешеләр араһында атеист булмағандар ҙа бар. Эден баҡсаһы ысынлап та булған, тигән фекерҙе күп кенә дин әһелдәре лә кире ҡаға. Улар әйтеүенсә, ундай урын бер ваҡытта ла булмаған. Изге Яҙмалағы был хәбәр — бары тик метафора, әкиәт, ғибрәтле һүҙ генә, тиҙәр улар.

Изге Яҙмала ысынлап та ғибрәтле һүҙҙәр бар. Уларҙың иң киң таралғандарын Ғайса Мәсих һөйләгән. Әммә Эден баҡсаһы хаҡындағы хикәйәләүҙәр ғибрәтле һүҙҙәр рәүешендә түгел, ә ысынлап та булған тарихи ваҡиға итеп һүрәтләнгән. Әгәр ул дөрөҫ түгел икән, Изге Яҙманың башҡа өлөштәренә нисек ышанырға? Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Эден баҡсаһының ысынлап та булғанына ышанмай? Уларҙың шиктәре нимәгә нигеҙләнгән? Әйҙәгеҙ, ошо һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ, шунан һуң уларҙың үҙебеҙгә нисек ҡағылғанын белербеҙ.