Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Эден баҡсаһы. Ул ысынлап та булғанмы?

Эден баҡсаһы. Ул ысынлап та булғанмы?

Эден баҡсаһы. Ул ысынлап та булғанмы?

ҺЕҘ Эден баҡсаһы һәм Әҙәм менән Һауа тураһындағы тарихты беләһегеҙме? Ул донъялағы бөтә кешеләргә лә билдәле. Ниңә уны уҡып сыҡмаҫҡа? Был хаҡта Башланмыш 1:26—3:24-тә яҙылған. Бына уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.

Йәһүә * Алла ер тупрағынан кеше булдыра, уға Әҙәм тип исем ҡуша һәм уны Эден тигән урындағы баҡсаға урынлаштыра. Ул баҡсаны Алла үҙе үҫтергән була. Баҡса бик һәйбәт һуғарыла, унда күп төрлө иҫ киткес емеш ағастары үҫә. Ә баҡсаның уртаһында «яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы» ултыра. Алла кешеләргә был ағастың емешен ашамаҫҡа ҡуша, ашаһағыҙ, үләсәкһегеҙ, тип киҫәтә. Бер аҙҙан Йәһүә Әҙәмдең ҡабырғаһынан, уға ҡатын һәм ярҙамсы булһын тип, Һауаны яһай. Алла уларға баҡсаны ҡарарға һәм балалар табып, үрсеп, ерҙе тултырырға әмер бирә.

Һауа бер үҙе генә булған саҡта уға йылан өндәшә һәм уны тыйылған емеште ашарға күндерә. Йылан, Алла һине алдай — бик яҡшы бер нәмәнән мәхрүм итә, әгәр тыйылған емеште ашаһаң, Алланың үҙе кеүек булырһың, ти. Ошо ялғанға ышанып, Һауа тыйылған емеште ашай. Һуңыраҡ, Әҙәмгә лә бирә, ул да ашай. Тыңламағандары өсөн, Йәһүә Әҙәм менән Һауаға һәм йыланға хөкөм сығара. Шунан ул Әҙәм менән Һауаны ожмах баҡсаһынан ҡыуып сығарып, яңынан инмәһендәр өсөн, һаҡсы фәрештәләр ҡуя.

Ҡасандыр ғалимдар, белгестәр һәм тарихсылар, Изге Яҙманың Башланмыш китабында һүрәтләнгән ваҡиғалар тарихта ысынлап та булған, тип таныған. Хәҙер иһә уларҙы кире ҡағыу модаға инеп китте. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙмала Әҙәм менән Һауа һәм Эден баҡсаһы хаҡында яҙылғандарға ышанмай? Әйҙәгеҙ, ошоға ҡағылышлы иң киң таралған дүрт ҡарашты ҡарап китәйек.

1. Эден баҡсаһы тип аталған урын бөтөнләй булмаған

Ни өсөн кешеләр шулай тип уйлай? Бәлки, был фекер философия тәьҫирендә барлыҡҡа килгәндер. Быуаттар дауамында дин белгестәре, Алла булдырған баҡса һаман да ҡайҙалыр бар, тип һанаған. Әммә христиан дине Платон һәм Аристотель кеүек күренекле грек фәлсәфәселәре тәьҫиренә эләккән. Улар, ерҙәге бер нәмә лә камил була алмай, камиллыҡ — күктә генә, тип раҫлаған. Шул фекергә эйәреп, дин белгестәре, тәүге кешеләр йәшәгән Ожмах баҡсаһы күккә яҡыныраҡ урында булырға тейеш, тигән һығымтаға килгән *. Берәүҙәре, был баҡса — гонаһлы ерҙән юғары булып күккә олғашҡан тау башында, икенселәре — Төньяҡ йә Көньяҡ полюста, өсөнсөләре иһә Айҙа йә уның янында урынлашҡан, тип аңлатҡан. Һөҙөмтәлә Эден баҡсаһы хаҡындағы ысынбарлыҡтың легендаға оҡшаш хәбәргә әйләнеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Бөгөн ҡайһы бер ғалимдар, Эден баҡсаһы ысынында бөтөнләй булмаған, уның хаҡындағы хәбәрҙәр әкиәт, тип һанай.

Әммә Изге Яҙмала Ожмах бөтөнләй башҡаса һүрәтләнә. Был хаҡта беҙ Башланмыш 2:8—14-тән теүәлерәк белә алабыҙ. Ул Эден тип аталған урындың көнсығышында урынлашҡан булған. Шул ерҙәрҙе дүрт тармаҡҡа айырылып аҡҡан йылға һуғарған. Башланмыш китабында был йылғаларҙың һәр береһенең исеме һәм уларҙың ниндәй йүнәлештә аҡҡаны һүрәтләнә. Шул тиклем теүәл мәғлүмәт күп ғалимдарҙы оҙаҡ йылдар дауамында уйланырға мәжбүр иткән. Улар боронғо ожмахтың әлеге урынын билдәләргә тырышып, Изге Яҙмалағы өҙөктө ентекләп өйрәнгән. Әммә тикшеренеүҙәр уңышҡа килтермәгән, киреһенсә, бик күп ҡапма-ҡаршы фараздар ғына тыуҙырған. Был, Эден, ундағы баҡса һәм йылға хаҡындағы географик һүрәтләмә — ялған йәиһә уйҙырма ғына, тигәнде аңлатамы?

Шуны иғтибарға алырға кәрәк: Эден баҡсаһындағы ваҡиғалар бынан 6 000 йыл элек булған. Уларҙы һүрәтләгән Муса быуындан-быуынға телдән-телгә күсеп килгән мәғлүмәтте, ә, бәлки, хатта яҙма сығанаҡтарҙы файҙаланғандыр. Шулай ҙа ул 2 500 йыл элек булған ваҡиғалар хаҡында яҙған. Ул ваҡытҡа Эден инде булмаған. Меңәр йылдар дауамында ер үҙенсәлектәре, мәҫәлән, йылғалар үҙәне үҙгәрешһеҙ һаҡлана аламы ни? Етмәһә, ер ҡабығы ла бер өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеп тора. Ә Эден баҡсаһы булған тип фаразланған төбәктә ер тетрәүҙәр бик йыш булып тора: иң көслө тетрәүҙәрҙең 17 проценты тап шунда күҙәтелә. Ундай төбәктәрҙә ландшафт даими үҙгәреп тора. Унан да бигерәк, был ерҙәр Нух заманындағы Туфанда айырыуса ныҡ үҙгәргән булһа кәрәк *.

Нисек кенә булмаһын, беҙгә шул теүәл билдәле: Башланмыш китабында Эден баҡсаһы ысынлап та булған урын һымаҡ һүрәтләнгән. Унда иҫкә алынған йылғаларҙың икеһе, Евфрат һәм Тигр, әле лә аға, һәм уларға ҡойған ҡайһы бер шишмәләр бер-береһенә яҡын ғына. Башланмышта хатта шул йылғалар ағып үткән ҡайһы бер ерҙәр хаҡында әйтелә, ундағы файҙалы ҡаҙылмалар ҙа телгә алына. Был хәбәр беренсе сиратта израилдәр өсөн яҙылған булған, һәм улар был нескәлектәрҙе яҡшы белгән.

Мифтар һәм әкиәттәр шул хәтле теүәл яҙыламы? Әллә уларҙа бик еңел генә дөрөҫләп йә кире ҡағып булырҙай нескәлектәр, ғәҙәттә, төшөрөп ҡалдырыламы? Билдәле булыуынса, әкиәттәр: «Борон-борон заманда ете тау артында, ете диңгеҙ аръяғында...», — тип башлана. Әммә тарихи ваҡиғалар бәйән ителгәндә, әһәмиәтле нескәлектәрҙе күрһәтеү мотлаҡ. Эден баҡсаһына ҡағылышлы хикәйәләүгә тап ошо үҙенсәлек хас та инде.

2. Алланың Әҙәмде ер туҙанынан, ә Һауаны уның ҡабырғаһынан яратыуына ышаныу ауыр

Хәҙерге фән буйынса, кеше тәнендә булған химик элементтарҙың, мәҫәлән, водород, кислород һәм углеродтың ер тупрағында ла барлығы билдәле. Әммә нисек итеп шул элементтарҙан тере йән барлыҡҡа килтереү мөмкин һуң?

Күп кенә ғалимдар тормош үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән тип фараз итә. Улар әйтеүенсә, тормоштоң иң ябай төрҙәре миллион йылдар дауамында әкренләп кенә ҡатмарланғандан-ҡатмарлана барған. Әммә «иң ябай» тигән һүҙбәйләнеш яңылыш фекер тыуҙырып алдарға мөмкин, сөнки тереклектең бар төрҙәре лә, хатта бер күҙәнәкле микроскопик организмдар ҙа, иҫ киткес ҡатмарлы төҙөлгән. Шуға күрә берәй тереклектең осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә алыуына бер ниндәй ҙә дәлил юҡ. Киреһенсә, бар тереклек аҡыл һәм зирәклек яғынан беҙҙән күпкә юғары торған Барлыҡҡа килтереүсе барлығын ап-асыҡ күрһәтеп тора (Римдарға 1:20).

Әйтәйек, һеҙ матур симфония тыңлайһығыҙ йә иҫ киткес картинаға ҡарап һоҡланаһығыҙ йәки яңы ғына уйлап сығарылған механизмды күреп ғәжәпләнәһегеҙ, ти. Һеҙ, былар барыһы ла үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, тип әйтерһегеҙме? Әлбиттә, юҡ! Әммә шул шедеврҙарҙың береһе лә ҡатмарлылыҡ һәм матурлыҡ яғынан кеше тәне менән сағыштырырлыҡ түгел. Шулай икән, кеше тәнен бер кем дә барлыҡҡа килтермәгән, тип әйтеп буламы? Улай ғына ла түгел, Башланмыш китабында, ерҙәге бөтә тереклек араһында тик кеше генә Аллаға оҡшатып яратылған, тип яҙылған (Башланмыш 1:26). Шуға күрә тик кешеләрҙә генә Аллаға хас сифаттар бар. Улар иҫ киткес ижади эштәргә һәләтле: төрлө нәмәләр уйлап сығара, музыка яҙа, сәнғәт әҫәрҙәре барлыҡҡа килтерә. Улайһа, Алланың үҙенең ижади эштәре кешенекенән күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яҡшыраҡ булыуы ғәжәпме ни?

Ә инде Алланың ҡатынды ирҙең ҡабырғаһынан яратҡаны хаҡында әйткәндә, был беҙҙе ғәжәпләндерергә тейешме ни? * Әлбиттә, Алла Һауаны башҡа юл менән дә барлыҡҡа килтерә алыр ине, әммә уның ҡатынды тап ошо ысул менән яратыуында тәрән мәғәнә бар. Ул ир менән ҡатындың ғаилә ҡороп, «икеһе бер тән» кеүек берегеп, ҡаҡшамаҫ бәйләнештә йәшәүен теләгән (Башланмыш 2:24). Ир менән ҡатын бер-береһен килешле генә тулыландырып, ныҡлы союз булдыра ала. Был үҙе генә лә зирәк һәм яратыусы Барлыҡҡа килтереүсенең барлығына көслө дәлил түгелме ни?

Улай ғына ла түгел, бөгөн генетиктар бөтә кешеләрҙең дә бер атай-әсәйҙән килеп сыҡҡанын таный. Шулай булғас, Башланмышта яҙылғандарҙың ысынбарлыҡ менән бер уртаҡлығы ла юҡ, тип әйтеп буламы ни?

3. «Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы» һәм «ғүмер ағасы» хаҡында яҙылғандар мифҡа оҡшаш

Изге Яҙмала, был ағастар үҙенә күрә ниндәйҙер бер мөғжизәле үҙенсәлеккә эйә булған, тип әйтелмәй. Киреһенсә, был ағастар ябай булған. Йәһүә үҙе уларға символик мәғәнә һалған.

Кешеләр үҙҙәре лә ҡайсаҡ шулайыраҡ эш итә түгелме ни? Мәҫәлән, судья енәйәтсене судҡа хөрмәт күрһәтмәүе хаҡында киҫәткән саҡта, ул бит суд барған бинаны түгел, ә суд системаһын күҙ уңында тота, сөнки суд шул система исеменән эш итә. Шуның кеүек үк, скипетр менән таж да батшаларҙың хакимлыҡ символы булараҡ ҡулланыла.

Ә был ике ағас нимәне символлаштырған һуң? Был һорау күп төрлө һәм ҡатмарлы фекерҙәр тыуҙырған. Әммә, бер яҡтан ҡарағанда, яуап ябай, ә икенсе яҡтан — тәрән мәғәнәгә эйә. «Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы», нимәнең яҡшы, ә нимәнең насар икәнен билдәләргә тик Алла ғына хоҡуҡлы, тигәнде символлаштырған (Иремия 10:23). Уның емештәренә ҡул һуҙыу, әлбиттә, оло енәйәт булған! «Ғүмер ағасы», үҙ сиратында, тик Алла ғына бирә алған мәңгелек йәшәү бүләген символлаштырған (Римдарға 6:23).

4. Һөйләшеүсе йылан хаҡындағы хәбәр күберәк әкиәтте хәтерләтә

Әлбиттә, Башланмышта яҙылғандар аңлашылып етмәҫкә лә мөмкин, бигерәк тә Изге Яҙманың башҡа өлөштәрен иҫәпкә алмағанда. Әммә Изге Яҙмала был сер яйлап-яйлап асыла бара.

Йыланды «һөйләшергә» нимә мәжбүр иткән һуң? Боронғо заманда израилдәргә ҡайһы бер факттар инде билдәле булған, шул факттар уларға йыландың ролен аңларға ярҙам иткән. Йәнлектәр һөйләшә алмаһа ла, улар булып рухи заттар һөйләшергә мөмкин икәнен израилдәр яҡшы белгән. Мәҫәлән, Муса, Валаам хаҡында бәйән иткәндә, Валаамдың ишәген кеше кеүек һөйләштерер өсөн Алла үҙенең фәрештәһен ҡулланған, тип яҙған (Һандар 22:26—31; 2 Петр 2:15, 16).

Рухи заттар, шул иҫәптән Алланың дошмандары, мөғжизә ҡыла аламы? Муса, Алла көсө менән ҡылынған мөғжизәләрҙең ҡайһы берҙәрен мысыр тылсымсылары ла ҡабатланы, тип яҙған. Мәҫәлән, улар таяҡтарын йыланға әйләндергән. Әммә улар быны Аллаға ҡаршы булған рухтар көсө ярҙамында эшләй алған (Сығыш 7:8—12).

Әйүп китабын да Муса яҙған, күрәһең. Унда Алланың төп дошманы Иблис хаҡында күп әйтелә. Иблис һис бер нигеҙһеҙ Йәһүәнең бар хеҙмәтселәренең дә сафлығын шик аҫтына алған (Әйүп 1:6—11; 2:4, 5). Шул заманда йәшәгән израилдәр, Эден баҡсаһында йылан аша Һауа менән Иблис һөйләшкән һәм, уны алдап, Аллаға хыянат итергә этәргән, тигән һығымта яһай алғанмы? Бик тә ихтимал.

Йылан аша ысынлап та Иблис һөйләшкәнме? Ғайса Мәсих, Иблис — «ялғансы һәм ялғандың атаһы», тигән (Яхъя 8:44). «Ялғандың атаһы» тигән һүҙҙәр иң беренсе ялғанды кем тыуҙырғанын күрһәтмәйме ни? Һауаға йылан аша әйтелгән һүҙҙәр иң тәүге ялған булған да инде. Алла кешеләрҙе, тыйылған емеште ашаһағыҙ, үләсәкһегеҙ, тип киҫәтһә лә, йылан: «Юҡ, үлмәйһегеҙ!» — тигән (Башланмыш 3:4). Ғайса йылан артында кем торғанын белгән. Илсе Яхъяға биргән Асылышында Ғайсаның Иблисте «боронғо йылан» тип атауы был һорауҙы тулыһынса асыҡлай (Асылыш 1:1; 12:9).

Ҡеүәтле рухи заттың, имеш, йылан һөйләшә, тип күрһәтә алыуына ышаныу ауырмы ни? Ә бит хатта кешеләр ҙә, рухи һәләттәргә эйә булмаһа ла, башҡа тауыш менән һөйләшеү сәнғәтен өйрәнә, фокустар күрһәтә, иллюзиялар булдыра, махсус эффекттар башҡара ала.

Иң ышаныслы дәлил

Һеҙгә Башланмыш китабында яҙылғандарҙың дөрөҫлөгөнә шикләнеүҙәр нигеҙһеҙ булып тойолмаймы? Ә уларҙың дөрөҫлөгөн раҫлаған дәлилдәр иһә бик тә төплө.

Мәҫәлән, Изге Яҙмала Ғайса «тоғро һәм хаҡ Шаһит» тип аталған (Асылыш 3:14). Камил кеше булараҡ, ул бер ваҡытта ла алдамаған һәм хәҡиҡәтте боҙмаған. Улай ғына ла түгел, Ғайса, үҙе әйткәнсә, ергә килерҙән күпкә элегерәк йәшәгән, «донъя яратылғанға тиклем» үҙенең Атаһы Йәһүә янында булған (Яхъя 17:5). Тимәк, ерҙә бар тереклек яратылған саҡта ул инде булған. Иң ышаныслы был шаһит нимә хаҡында һөйләгән?

Ғайса Әҙәм менән Һауаны ысынлап та булған кешеләр кеүек телгә алған. Йәһүә урынлаштырған нормаға ярашлы, никахта тик бер генә ир менән бер генә ҡатын булырға тейешлеген аңлатҡанда, Ғайса дәлил итеп Әҙәм менән Һауаны миҫалға килтергән (Матфей 19:3—6). Әгәр улар бер ҡасан да йәшәмәгән булһа, ә улар йәшәгән баҡса уйҙырма ғына булһа, Ғайса алданған йә үҙе башҡаларҙы алдаған булып сыға. Әммә Ғайсаны алдау мөмкин түгел, һәм ул үҙе лә бер ваҡытта ла алдамай. Эден баҡсаһындағы аяныс хәлдәрҙе Ғайса күктән үҙ күҙҙәре менән күҙәткән. Унан да ышаныслыраҡ шаһиттың булыуы мөмкинме һуң?

Асылда, Башланмыш китабын шик аҫтына алыу Ғайсаға ҡарата ышанысты ҡаҡшата. Бынан тыш, ундағы хәбәргә ышанмайынса, Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен аңлау һәм Алланың илһамландырғыс вәғәҙәләренә ышаныу мөмкин түгел. Әйҙәгеҙ, беләйек, ни өсөн шулай тип әйтеп була.

[Төшөрмәләр]

^ Изге Яҙмаға ярашлы, Йәһүә — Алланың шәхси исеме.

^ Был ҡараш Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән. Изге Яҙма буйынса, Алланың бар эштәре лә камил, ә боҙоҡлоҡтоң сығанағы бөтөнләй башҡа (Ҡанун 32:4, 5). Йәһүә Алла ерҙә бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүен тамамлағас, уларҙы байҡап, «бик яҡшы», тигән (Башланмыш 1:31).

^ Алла ихтыяры буйынса ойошторолған Туфан арҡаһында, күрәһең, ер йөҙөндә Эден баҡсаһының бер эҙе лә ҡалмаған. Йәзәкил 31:18-ҙә әйтелгәнсә, б. э. т. VII быуатҡа «Эден ағастары» инде күптән юҡҡа сыҡҡан булған. Шуға күрә унан һуңыраҡ быуаттарҙа Эден баҡсаһын табырға тырышып эҙләнеүҙәр бушҡа ғына булған.

^ Шуны әйтергә кәрәк, заман медицинаһы ҡабырғаның ғәжәп үҙенсәлеген асҡан: баҡһаң, ул ҡайтанан үҫеп, уңалырға һәләтле икән. Башҡа һөйәктәрҙән айырмалы булараҡ, тоташтырғыс туҡыманың ҡабығы зарарланмаған булһа, ҡабырға һөйәге яңынан үҫә ала.