Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

НИСЕК итеп бер ҡырыҫ панк кешеләрҙе яратырға һәм уларға ярҙам итергә өйрәнгән? Мексикала йәшәгән бер ирҙе әхлаҡһыҙ тормош рәүешен ҡалдырырға нимә этәргән? Ни өсөн Япониялағы иң яҡшы велогонсыларҙың береһе Аллаға хеҙмәт итер өсөн ҙур спорттан киткән? Был кешеләр үҙҙәре тураһында бына нимә һөйләй.

«Мин тәкәббер, тупаҫ, агрессив кеше инем» (ДЕННИС О’БЭРН).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1958

ТЫУҒАН ИЛЕ: АНГЛИЯ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ПАНК

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Атайым сығышы менән Ирландиянан, шуға мин бала саҡтан уҡ Ирландия католик сиркәүенә йөрөнөм. Ғәҙәттә сиркәүгә бер үҙем йөрөнөм, әммә бик үк теләп түгел. Шулай ҙа рухи нәмәләргә тартылдым. Йыш ҡына өлгөлө доғаны ҡабатлай торғайным, төндә карауатта уның мәғәнәһе тураһында уйланып ятҡанымды һаман да хәтерләйем. Мин, уны өлөштәргә бүлеп, һәр өлөштөң мәғәнәһен аңларға тырыша инем.

Үҫмер саҡта растафариан хәрәкәтенең идеялары менән мауыҡтым. Миңә шулай уҡ Антинацистар лигаһының идеялары яҡын ине. Әммә һөҙөмтәлә боласыл рухы менән билдәле булған панк-рок хәрәкәтенә ҡушылдым. Мин наркотик ҡабул итә башланым, бигерәк тә марихуанаһыҙ бер көнөм дә үтмәй ине. «Миңә барыбер» — ошо минең девизым ине. Шуға күрә иҫергәнсе эстем, ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙым, башҡаларға битараф булдым. Мин ҡырыҫ кеше инем, берәйһе менән үҙемә ҡыҙыҡ булһа ғына һөйләштем. Хатта фотоға төшөргә яратманым. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, мин тәкәббер, тупаҫ, агрессив кеше инем, тип әйтә алам. Үҙемә яҡын кешеләр менән генә изгелекле һәм йомарт булдым.

20 йәштәр тирәһендә Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныуым уянды. Наркотик һатҡан бер иптәшем төрмәлә ултырғанда Изге Яҙма уҡый башлаған. Беҙ уның менән сәғәттәр буйы дин, сиркәү тураһында, Шайтандың донъяға тәьҫир итеүе тураһында һөйләштек. Мин, Изге Яҙма һатып алып, уны үҙ аллы өйрәнә башланым. Шул иптәшем менән Изге Яҙманан бер өҙөк уҡый инек тә, осрашып, уҡығандарыбыҙ хаҡында фекер алыша инек, шунан һығымта яһай инек. Бер нисә ай буйы шулай дауам итте.

Беҙгә ошолар билдәле булды: беҙ был донъяның һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ; мәсихселәр Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә тейеш; улар был донъянан булмаҫҡа, шул иҫәптән политикаға ҡыҫылмаҫҡа тейеш; Изге Яҙмала аҡыллы әхлаҡи нормалар бар. Беҙ ап-асыҡ аңланыҡ: хәҡиҡәт — Изге Яҙмала, һәм хаҡ дин булырға тейеш. Әммә ҡайһы дин хаҡ? Төп диндәр, уларҙың тантаналы йолалары, политикала ҡатнашыуы тураһында уйлағас, Ғайсаның улар менән бер уртаҡ яғы ла булмағанын күрҙек. Беҙ, унда Алла юҡ, тигән һығымтаға килдек, шуға күрә бик үк билдәле булмаған бүтән диндәр менән танышып, уларҙың нимәгә өйрәткәнен белергә булдыҡ.

Беҙ, шундай диндәрҙең вәкилдәре менән осрашып, уларға бер нисә һорау бирҙек. Изге Яҙманың шул һорауҙарҙың һәр береһенә нисек яуап биргәнен белә инек, шуға уларҙың яуаптары Алла Һүҙенә тура киләме-юҡмы икәнен билдәләүе ауыр булманы. Шундай әңгәмәләрҙән һуң мин гел Аллаға: «Әгәр был кешеләр хаҡ диндән булһа, улар менән тағы осрашырға теләгем тыуһын», — тип доға ҡылдым. Бер нисә ай үтте, ләкин һорауҙарыма Изге Яҙма буйынса яуап биргән кешеләрҙе һаман тапманым. Инде осрашып һөйләшкән кешеләр менән дә яңынан осрашырға теләгем булманы.

Ниһайәт беҙ иптәшем менән Йәһүә шаһиттарын осраттыҡ. Уларға шул уҡ һорауҙарҙы бирҙек, һәм улар Изге Яҙма буйынса яуап бирҙе. Улар һөйләгән нәмәләр беҙ белгәндәргә тулыһынса тура килде. Шуға беҙ уларға Изге Яҙманан яуап тапмаған һорауҙарҙы, мәҫәлән, Алланың тәмәке тартыу һәм наркотик ҡабул итеүгә ҡарашы тураһында һорауҙар бирә башланыҡ. Улар йәнә Изге Яҙма ярҙамында яуап бирҙе. Беҙ Батшалыҡ залындағы осрашыуға килергә ризалаштыҡ.

Был еңел булманы. Мин шул тиклем ҡырыҫ инем, шуға дуҫтарса мөнәсәбәт күрһәткән, бөхтә итеп кейенгән кешеләрҙең яныма килеүе бер ҙә оҡшаманы. Ҡайһы берҙәренең ихласлығына шикләндем һәм башҡаса осрашыуҙарға йөрөргә теләмәнем. Әммә мин һәр ваҡыттағыса Аллаға, әгәр был кешеләр хаҡ диндән булһа, миңә улар менән тағы осрашырға теләк бир, тип доға ҡылдым һәм Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнергә ҙур теләк һиҙҙем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Мин наркотик ҡабул итеүҙе ташларға кәрәклеген аңлай инем һәм еңел генә шулай эшләнем. Ә бына тәмәке тартыуҙы ташлау бик ауыр булды. Бер нисә тапҡыр маташып ҡараным, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Тартыуҙарын еңел генә ташлаған кешеләр тураһында ишеткәндә, был турала Йәһүәгә һөйләнем. Һуңғараҡ уның ярҙамы менән мин дә тартыуымды ташлай алдым. Шул саҡ Йәһүә менән доғала ихлас һөйләшеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңланым.

Өҫтәүенә, тышҡы ҡиәфәтемде тәртипкә килтерергә кәрәк ине. Мин беренсе мәртәбә Батшалыҡ залына килгәндә, сәсем терпенеке кеүек тырпайып тора, ә уртанан зәп-зәңгәр буй үтә ине. Һуңғараҡ сәсемде ҡыҙғылт-һары төҫкә буяным. Мин джинсы һәм яҙыулы күн куртка кейеп йөрөнөм. Йәһүә шаһиттары миңә кейемем тураһында ипләп кенә әйтһәләр ҙә, нимәнелер үҙгәртергә кәрәк тип һанаманым. Бер көндө 1 Яхъя 2:15—17-ләге һүҙҙәр тураһында уйландым. Унда: «Донъяны һәм унда булған нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ», — тип әйтелә. Мин шундай һығымта яһаным: тышҡы ҡиәфәтемдә был донъяға яратыу сағыла һәм, Алланы яратыуымды күрһәтер өсөн, миңә үҙгәрергә кәрәк. Мин шулай эшләнем дә.

Ваҡыт уҙыу менән аңланым: минең йыйылышҡа йөрөүемде теләүселәр Йәһүә шаһиттары ғына түгел. Еврейҙарға 10:24, 25-тәге һүҙҙәрҙән Алланың да шуны теләүен күрҙем. Бөтә осрашыуҙарға ла йөрөп, ундағы кешеләр менән яҡшыраҡ танышҡас, ғүмеремде Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылдым.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Йәһүәнең үҙе менән дуҫлашырға рөхсәт итеүе миңә көслө йоғонто яһаны. Уның ҡайғыртыуы һәм ҡыҙғаныуы мине уға оҡшарға һәм уның Улы Ғайса Мәсих эҙенән барырға дәртләндерҙе (1 Петр 2:21). Хатта мәсихселәргә хас сифаттар үҫтереп тә, үҙеңдең индивидуаллегеңде һаҡлап ҡалып булғанын аңланым. Мин кешеләргә яратыу һәм иғтибар күрһәтергә тырыштым. Ҡатыным һәм улым менән Мәсих кеүек мөғәмәлә итергә тырышам. Имандаштарыма ҙур хәстәрлек күрһәтәм. Ғайса артынан барып, мин үҙ-үҙемде хөрмәт итергә һәм кешеләрҙе яратырға өйрәндем.

«Улар миңә хөрмәт күрһәтте» (ГВАДАЛУПЕ ВИЛЬЯРРЕАЛЬ)

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1964

ТЫУҒАН ИЛЕ: МЕКСИКА

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ӘХЛАҠҺЫҘ ТОРМОШ АЛЫП БАРҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Эрмосильо ҡалаһында (Сонора штаты, Мексика) тыуғанмын, унда күпселек кеше бик ярлы йәшәне. Атайым мин бәләкәй саҡта уҡ үлде, шуға әсәйемә беҙҙе, ете баланы, бер үҙенә ҡарарға тура килде. Аяҡ кейеме алырға аҡсабыҙ булманы, шуға мин гел ялан аяҡ йөрөнөм. Әсәйемә ярҙам итер өсөн, бала саҡтан уҡ эшләнем. Башҡа күп ғаиләләр кеүек, беҙ ҡыҫынҡылыҡта йәшәнек.

Әсәйем күпселек ваҡыт өйҙә булманы, шунлыҡтан беҙҙең яҡлаусыбыҙ юҡ ине. Миңә 6 йәш булғанда, 15 йәшлек бер үҫмер мине енси мөнәсәбәткә мәжбүр итте. Ул оҙаҡ ваҡыт шулай эшләне. Һөҙөмтәлә минең сексҡа боҙоҡ ҡараш формалашты. Ирҙәргә тартылыуҙы нормаль нәмә тип уйланым. Шулай ҙа врачтар һәм руханиҙарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем, ләкин улар, һинең бөтәһе лә һәйбәт, ундай хистәрең тәбиғи, тине.

14 йәшемдә үҙемде гомосексуалист кеүек тота һәм кейенә башланым. 11 йыл шундай тормош рәүеше алып барҙым һәм бер нисә ир менән йәшәнем. Парикмахерға уҡып сығып, матурлыҡ салоны астым. Ләкин мин бәхетһеҙ инем, тормошом ғазаптар һәм хыянат менән тулы ине. Быларҙың барыһы ла дөрөҫ түгел икәнен аңлай инем. Йыш ҡына, яҡшы һәм намыҫлы кешеләр бар микән ул, тип уйландым.

Үҙемдең апайымды иҫемә төшөрҙөм. Ул Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнеп, һыуға сумдырылды. Ул белгәндәре тураһында һөйләй торғайны, әммә был миңә ҡыҙыҡ түгел ине. Шулай ҙа мин уның менән һәм уның ғаиләһе менән һоҡлана инем. Улар ире менән бер-береһен ярата һәм хөрмәт итә, бер-береһе менән йомшаҡ мөғәмәлә итә ине. Һуңғараҡ мин дә Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башланым. Башта һүлпән генә өйрәндем, ләкин һуңынан барыһы ла үҙгәрҙе.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Йәһүә шаһиттары мине үҙҙәренең осрашыуына саҡырҙы, һәм мин барҙым. Был минең өсөн ниндәйҙер яңы нәмә ине. Ғәҙәттә, кешеләр минән көлә торғайны, әммә Йәһүә шаһиттары улай эшләмәне. Улар мине йылы ҡаршы алды, хөрмәт күрһәтте. Был миңә ныҡ тәьҫир итте.

Конгресҡа барғас, мин Йәһүә шаһиттары менән тағы ла нығыраҡ һоҡлана башланым. Апайым һымаҡ ихлас һәм иғтибарлы күп кешене күрҙем. Шул саҡта, бәлки, мин бик оҙаҡ эҙләгән яҡшы һәм намыҫлы кешеләр ошоларҙыр, тип уйлап ҡуйҙым. Уларҙың яратыуы һәм берҙәмлегенә, шулай уҡ бөтә һорауҙарға ла Изге Яҙма ҡулланып яуап биреүҙәренә бик аптыраным. Уларға яҡшы кешеләр булырға Изге Яҙма ярҙам иткәнен аңланым. Шулай уҡ, улар кеүек булыр өсөн, тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә кәрәклеген дә аңланым.

Мин үҙемде ҡатын-ҡыҙ кеүек тота инем, шуға миңә күп нәмәне: һөйләшеү рәүешемде, үҙемде тотоу манераһын, кейемем, прическа һәм дуҫтарымды алмаштырырға кәрәк ине. Элекке дуҫтарым: «Был һиңә нимәгә кәрәк? Һин беҙгә былай ҙа оҡшайһың. Ташла шул Изге Яҙма өйрәнеүеңде!» — тип минән көлдөләр. Элекке тормош рәүешемде ҡалдырыу бик ауыр булды.

Шулай ҙа мин шундай үҙгәрештәр яһау мөмкин икәнен белә инем, сөнки 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙә былай тип яҙылған: «Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә... береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ. Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә... Аллабыҙ рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ». Йәһүә элек тә кешеләргә үҙгәрергә ярҙам иткән, миңә лә ярҙам итте. Бер нисә йыл буйы көрәштем, әммә Йәһүә шаһиттарының кәңәштәре һәм яратыуы миңә көс өҫтәне.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Мин тормошомдо тәртипкә килтерә алдым. Өйләндем, хәҙер ҡатыным менән бергә улыбыҙҙы Изге Яҙма принциптарына өйрәтәбеҙ. Элекке тормош рәүешем үткәндә ҡалды, ә бөгөн күп рухи фатихаларым бар. Мин йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итәм һәм хатта бер нисә кешегә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белергә ярҙам иттем. Әсәйем минең үҙгәргәнемде күреп бик шатланды, хатта Изге Яҙма өйрәнергә ризалашты һәм һыуға сумдырылды. Һеңлем дә, әхлаҡһыҙ тормош рәүешен ҡалдырып, Йәһүә шаһиты булып китте.

Хатта элекке тормош рәүешемде хуплаған кешеләр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәреүемде таный. Мин бының нимә ярҙамында мөмкин булғанын беләм. Ҡасандыр мин профессионалдарҙан ярҙам эҙләнем, ләкин улар тик насар кәңәштәр генә бирҙе. Ә Йәһүә миңә ысынлап ярҙам итте. Мин үҙемде бер нигә яраҡһыҙ тип һананым, ә ул миңә иғтибар итте, түҙемлек һәм яратыу күрһәтте. Бөйөк, зирәк һәм ҡайғыртыусан Алланың мине күреп, миңә ярҙам итеүе бөтә тормошомдо үҙгәртте.

«Мин бәхетһеҙ инем, күңел бушлығы һәм яңғыҙлыҡ тойҙом» (КАДЗУХИРО КУНИМОТИ)

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1951

ТЫУҒАН ИЛЕ: ЯПОНИЯ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ВЕЛОГОНСЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Сидзуока префектураһындағы бер тыныс ҡына портлы ҡалала үҫтем. Беҙҙең һигеҙ кешенән торған ғаилә бәләкәй генә өйҙә йәшәне. Атайым велосипедтар һатты. Ул мине бәләкәй саҡтан уҡ велогонка ярыштарына йөрөттө һәм спорттың был төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятты. Атайым велогонсы булыуымды теләне. Урта кластарҙа уҡыған сағымда минең менән етди тренировкалар үткәрә башланы. Өлкән кластарҙа мин рәттән өс тапҡыр йыл һайын үткәрелгән милли велогонкаларҙа еңеп сыҡтым. Мине университетҡа уҡырға саҡырҙылар, ләкин мин спорт мәктәбенә барырға булдым. 19 йәшемдә профессиональ велогонсы булып киттем.

Ул ваҡытта тормошомдоң маҡсаты Японияның иң яҡшы велогонсыһы булыу ине. Ғаиләм етеш йәшәһен өсөн, күп аҡса эшләргә ниәтләнә инем. Мин баш-аяғым менән тренировкаға сумдым. Йонсотҡос тренировкалар һәм трассаның ауыр участкаһы арҡаһында көсөм бөтөп барғанын һиҙгәндә, үҙ-үҙемә: «Һин велогонсы булыр өсөн тыуғанһың! Һин булдыра алаһың!» — тип ҡат-ҡат ҡабатлай инем. Мин бирешмәнем. Тырышыуым юҡҡа булманы. Тәүге йылда ҙур спорттағы яңы кешеләр араһында мин иң яҡшыһы булдым. Киләһе йылда Япония чемпионы исемен алыр өсөн үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт алдым. Ул ярыштарҙа алты мәртәбә финишҡа икенсе булып килдем.

Мин иң көслө велогонсылар иҫәбенә индем, мине «Токайҙың ныҡ аяҡтары» тип йөрөттөләр (Токай — Японияның бер районы). Ҡыҙыу холоҡло инем, ярыштарҙа рәхимһеҙ булдым, шуға ярышташтарым минән ҡурҡты. Минең килемем арта барҙы, нимә теләйем, шуны һатып ала алдым. Мин заманса тренажерҙар менән йыһазландырылған спорт заллы өй, шулай уҡ өй хәтле торған иномарка һатып алдым. Аҡсамды һаҡлар өсөн, уларҙы күсемһеҙ милеккә һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һала башланым.

Шулай ҙа мин бәхетһеҙ инем, күңел бушлығы һәм яңғыҙлыҡ тойҙом. Ул ваҡытта өйләнгәйнем, балаларыбыҙ бар ине, ләкин мин уларға йыш асыуландым, юҡ-бар нәмә өсөн дә сығырымдан-сыға инем. Улар, йөҙөмдән кәйефемде аңларға тырышып, миңә ҡурҡып ҡарайҙар ине.

Бер аҙҙан ҡатыным Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башланы. Был ҙур үҙгәрештәргә килтерҙе. Ул, Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөргә теләйем, тине. Мин, унда бөтә ғаиләбеҙ менән барабыҙ, тип хәл иттем. Һаман да иҫемдә, бер көн кис беҙҙең өйгә бер өлкән килде һәм минең менән Изге Яҙма өйрәнә башланы. Белгәндәрем миңә ныҡ тәьҫир итте.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Ефестарға 5:5-тәге һүҙҙәрҙең миңә нисек тәьҫир иткәнен һис онотмайым. Унда: «Бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай», — тип әйтелә. Мин велогонканың ҡомарлы уйындар менән бәйле булғанын һәм ҡомһоҙлоҡҡа этәргәнен аңланым. Мине выжданым ғазаплай башланы. Йәһүәгә ярарға теләһәм, велогонканы ҡалдырырға кәрәк икәнен аңланым. Ләкин был ҡарарҙы ҡабул итеү еңел булманы.

Һуңғы сезон минең өсөн иң уңышлыһы булды, һәм мин тағы ла күберәккә өмөтләндем. Әммә, Изге Яҙма өйрәнеп, тыныс һәм түҙемле була барғанымды һиҙҙем, ә ундай сифаттар менән еңеп булмай. Изге Яҙма өйрәнә башлағандан бирле ярыштарҙа өс тапҡыр ғына ҡатнашһам да, уларҙан баш тартыу барыбер бик ауыр булды. Мин юғалып ҡалдым, сөнки ғаиләмде нисек тәьмин итергә белмәй инем. Тупикка килеп терәлдем: спортты ташлай ҙа алмай инем, уның менән шөғөлләнә лә алмай инем. Өҫтәүенә, туғандарым яңы динемә ныҡ ҡаршы килде. Атайым минән бөтөнләй өмөтөн өҙҙө. Күп борсолоуҙар арҡаһында минең бөйәндә язва башланды.

Шул ауыр осорҙа миңә Изге Яҙма өйрәнеү һәм осрашыуҙарға йөрөү ярҙам итте. Яйлап иманым нығый барҙы. Мин Йәһүәнән доғаларымды ишетеүен һәм мине ишеткәнен аңларға ярҙам итеүен һораным. Ҡатыным, миңә бәхетле булыр өсөн ҙур йорт кәрәкмәй, тигәс, күпкә еңелерәк булып китте. Әкренләп рухи яҡтан үҫә башланым.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Ғайсаның Матфей 6:33-тә яҙылған һүҙҙәре дөрөҫ икәнен аңланым. Ул: «Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер», — тигән. Ғайса әйткәнсә, беҙҙең һәр ваҡыт бөтә кәрәк нәмәбеҙ булды. Бөгөн велогонсы булған ваҡыттағыға ҡарағанда 30 тапҡырға әҙерәк аҡса эшләйем, шулай ҙа һуңғы 20 йыл дауамында ғаиләм бер нәмәгә лә мохтаж булманы.

Бынан да бигерәк, ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп Аллаға хеҙмәт итеп, мин элек бер ҡасан да кисермәгән тәрән шатлыҡ тоям. Шуға ваҡыт бик тиҙ үтә. Шулай уҡ ғаилә тормошом яҡшырҙы. Өҫтәүенә, өс улым ҡатындары менән бергә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә.