Төп мәғлүмәткә күсеү

Аллаға дан килтерерлек ҡарарҙар ҡабул итегеҙ

Аллаға дан килтерерлек ҡарарҙар ҡабул итегеҙ

Аллаға дан килтерерлек ҡарарҙар ҡабул итегеҙ

«Алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай» (ҒИБ.ҺҮҘ. 14:15).

1, 2. а) Ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул иткәндә, иң элек беҙ нимә хаҡында уйларға тейеш? б) Ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

 ЫСЫНЫНДА, беҙ уларҙы көн һайын тиҫтәләп ҡабул итәбеҙ. Уларҙың күбеһе әллә ни мөһим түгел, ә ҡайһыларының тормошобоҙға көслө йоғонто яһауы бар. Һүҙ нимә хаҡында бара? Ҡарарҙар хаҡында. Ниндәй генә ҡарар ҡабул итһәк тә, бәләкәйме ул, ҙурмы, барыһынан да элек Аллаға дан килтерһен тип тырышабыҙ. (1 Коринфтарға 10:31-ҙе уҡы.)

2 Һеҙгә ҡарарҙар ҡабул итеү еңелме? Әллә ҙур ауырлыҡ менән биреләме? Әгәр беҙ етлеккән мәсихсе булырға теләһәк, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнеп, ҡарарҙарыбыҙҙа башҡаларҙың түгел, ә үҙебеҙҙең ҡараш сағыла икәненә инанырға тейешбеҙ (Рим. 12:1, 2; Евр. 5:14). Яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнер өсөн, тағы ниндәй мөһим сәбәптәр бар? Ни өсөн ҡайһы саҡта ҡарар ҡабул итеү шундай ауыр? Һәм ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ Алланы данлауына ышаныр өсөн, беҙ ниндәй аҙымдар яһай алабыҙ?

Ҡарарҙар ҡабул итеү ни өсөн кәрәк?

3. Ҡабул итәсәк ҡарарҙарыбыҙға нимә тәьҫир итергә тейеш түгел?

3 Әгәр Изге Яҙма талаптарына ҡағылышлы һорауҙарҙа йомшаҡлыҡ күрһәтһәк, синыфташтар йә бергә эшләгән кешеләр беҙҙең хаҡта, үҙ имандарының хаҡлығына ышанып етмәйҙәр һәм уларҙы еңел генә ситкә алып китергә була, тип уйларға мөмкин. Улар алдарға йә урларға мөмкин, ә аҙаҡ беҙҙе «күптәргә» эйәрергә күндерә йә, һис юғында, үҙҙәренең яуыз эштәрен йәшереүҙе талап итә ала (Сығ. 23:2). Ләкин Алланы данлай торған ҡарарҙар ҡабул итә белгән кеше ҡурҡыуға йә башҡалар араһында билдәле булыу теләгенә бирелмәҫ һәм Изге Яҙма тарафынан өйрәтелгән выжданы ҡушмаған эштәр ҡылмаҫ (Рим. 13:5).

4. Ни өсөн башҡаларҙың беҙҙең урынға ҡарар ҡабул итеү теләге булырға мөмкин?

4 Беҙҙең өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә теләүселәрҙең барыһы ла насарлыҡ теләй, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Дуҫтарыбыҙ, яҡшы ниәттәрҙән сығып, беҙгә ныҡышып үҙ кәңәштәрен тағырға мөмкин. Туғандарыбыҙ, хатта улар менән инде бергә йәшәмәһәк тә, беҙҙең хаҡта борсолоуын дауам итеп, бәлки, беҙҙең өсөн мөһим булған ҡарарҙарҙы ла бергәләп ҡабул итергә теләр. Миҫалға медицина ярҙамы һәм дауаланыу хаҡындағы һорауҙарҙы алайыҡ. Изге Яҙма ҡанды дөрөҫ ҡулланмауҙы тыя (Ғәм. 15:28, 29). Әммә сәләмәтлеккә ҡағылышлы башҡа осраҡтарҙа ҡәтғи талаптар юҡ, дауаланыуҙың ниндәй ысулын һайлауҙы һәр кем үҙе хәл итә. a Яҡындарыбыҙҙың был өлкәлә үҙ фекере булырға мөмкин. Ә шулай ҙа, ҡарар ҡабул иткәндә, һыуға сумдырылған мәсихсе «үҙ йөгөн», йәғни яуаплылығын, үҙе йөрөтөргә тейеш (Гал. 6:4, 5). Беҙ кеше хуплауын эҙләмәйбеҙ, ә иң беренсе сиратта Алла алдында саф выждан һаҡларға теләйбеҙ (1 Тим. 1:5).

5. Иманды юғалтмаҫ өсөн, нимә эшләргә?

5 Икеләнеүсән булһаҡ, үҙебеҙҙе етди ҡурҡынысҡа дусар итеүебеҙ бар. Шәкерт Яҡуб, икеләнеүсән кеше «үҙенең бөтә эштәрендә лә тотороҡһоҙ», тигән (Яҡ. 1:8). Ундай кеше, башҡаларҙың гел үҙгәреп торған фекере тәьҫирендә, ҡоторонған диңгеҙҙәге яңғыҙ кәмә кеүек, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа бәрелә. Уның үҙ иманын еңел генә юғалтыуы, аҙаҡ бының өсөн башҡаларҙы ғәйепләүе бар! (1 Тим. 1:19). Нисек шундай хәлгә эләкмәҫкә? «Беҙ иман буйынса нығынырға» тейеш. (Колосстарға 2:6, 7-не уҡы.) Иманда ныҡ булыр өсөн, Алланың рухландырылған Һүҙенә ышанысыбыҙҙы сағылдырған ҡарарҙар ҡабул итә белергә өйрәнергә кәрәк (2 Тим. 3:14—17). Беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ҡамасауларға мөмкин?

Ни өсөн ҡарарҙар ҡабул итеү ауыр була

6. Ҡурҡыу беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

6 Ҡайсаҡ беҙ ҡурҡыуға биреләбеҙ — дөрөҫ булмаған ҡарар ҡабул итеп, уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуыбыҙ йә кеше көлкөһөнә ҡалыуыбыҙ бар, тип хафаланабыҙ. Ундай борсолоуҙар тәбиғи. Бер кем дә, яңылыш ҡарар ҡабул итеп, ауырлыҡтар кисерергә йә оятҡа ҡалырға теләмәй. Ләкин Алланы һәм уның Һүҙен яратыу беҙгә ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә ала. Нисек итеп? Алланы яратыу беҙҙе мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан һәр ваҡыт уның Һүҙенән йә уға нигеҙләнгән баҫмаларҙан кәңәш эҙләргә дәртләндерер. Был беҙҙе күп хаталарҙан һаҡлап ҡалыр. Изге Яҙма бит «тәжрибәһеҙ кешене алдын-артын уйларға өйрәтер өсөн, йәштәргә белем һәм аң бирер өсөн яҙылған» (Ғиб.һүҙ. 1:4).

7. Дауыт батша миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

7 Ҡарарҙарыбыҙ һәр ваҡыт дөрөҫ булырмы? Юҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә хата яһайбыҙ (Рим. 3:23). Мәҫәлән, Дауыт батша зирәк һәм Аллаға тоғро кеше булған. Ләкин ул да ҡайһы саҡта, яңылыш ҡарарҙар ҡабул итеп, үҙенә лә, башҡаларға ла әрнеү килтергән (2 Сам. 12:9—12). Шулай ҙа Дауыт үҙ хаталарына Алла хуплаған ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасауларға юл ҡуймаған (1 Бат. 15:4, 5). Дауыт кеүек шуны иҫтә тотайыҡ: Алла мәрхәмәтле, гонаһтарыбыҙҙы кисерә, уны яратҡан һәм тыңлаусан кешене артабан да яҡлап торасаҡ. Шулай эшләһәк, хатта элек хата яһаған булһаҡ та, ҡарарҙар ҡабул итергә ҡурҡып тормаҫбыҙ (Зәб. 51:1—4, 7—10).

8. Павелдың никах хаҡындағы һүҙҙәренән беҙ нимә белдек?

8 Ҡайһы ваҡыт бер нисә юл дөрөҫ булырға мөмкин икәнен аңлаһаҡ, ҡарар ҡабул иткәндә артыҡ борсолмаҫбыҙ. Илсе Павелдың никах хаҡындағы һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Алла тарафынан рухландырылып, ул былай тип яҙған: «Әгәр берәйһе йәрәшелгән ҡыҙына өйләнмәй, уға ҡарата килешһеҙ эш ҡылдым тип һанаһа, әммә уның теләге артыҡ көслө булһа һәм өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен — гонаһ түгел, ундайҙар өйләнешһен. Ә инде берәйһе күңелендә өйләнмәҫкә ныҡлы ҡарар ҡылып, бер ниндәй мохтажлығы булмайынса, үҙ теләген буйһондороп никахтан баш тарта икән, яҡшы эшләй» (1 Кор. 7:36—38). Павел, никахҡа инмәү барыһынан да яҡшыраҡ, тигән, әммә был — берҙән-бер дөрөҫ ҡарар, тимәгән.

9. Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ тураһында башҡаларҙың нимә уйлауы беҙҙе борсорға тейешме? Аңлатығыҙ.

9 Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ тураһында башҡаларҙың нимә уйлауы беҙҙе борсорға тейешме? Ниндәйҙер дәрәжәлә, эйе. Павелдың боттарға ҡорбан ителгән ризыҡ хаҡында нимә әйткәненә иғтибар итәйек. Ул, шундай ризыҡты ашарға ҡарар итеүҙең үҙендә, бәлки, бер насарлыҡ та юҡтыр, әммә был выжданы көсһөҙ булған кешегә зыян килтерергә мөмкин, тигән. Павел ниндәй ҡарар ҡабул иткән? Ул: «Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам», — тигән (1 Кор. 8:4—13). Беҙгә ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ башҡаларҙың выжданына нисек тәьҫир итәсәге хаҡында уйларға кәрәк. Әммә, әлбиттә, иң беренсе сиратта беҙҙе ҡарарҙарыбыҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға нисек тәьҫир итәсәге борсорға тейеш. (Римдарға 14:1—4-те уҡы.) Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар беҙгә Алланы данларлыҡ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?

Дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн алты аҙым

10, 11. а) Ғаиләлә нисек үҙ-үҙеңә ышаныусан булмаҫҡа? б) Йыйылышҡа ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, өлкәндәргә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

10 Үҙ белдекле булмағыҙ. Ни ҙә булһа хәл итерҙән алда, һәр осраҡта ла үҙегеҙгә ошондай һорау бирегеҙ: «Ҡарар ҡабул итергә минең тәжрибәм һәм белемем етерлекме?» Сөләймән батша былай тип яҙған: «Маһайыу менән бергә хурлыҡ та килер, ә тыйнаҡтарға зирәклек хас» (Ғиб.һүҙ. 11:2).

11 Ата-әсәләр үҙ балаларына ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итеүҙе рөхсәт итә ала, ләкин балалар, һәр осраҡта ла шундай хоҡуғыбыҙ бар, тип һанарға тейеш түгел (Кол. 3:20). Ҡатындар һәм әсәләр ҙә ғаиләлә бер ни тиклем хакимлыҡҡа эйә, әммә уларға башлыҡ принцибын таныу мотлаҡ (Ғиб.һүҙ. 1:8; 31:10—18; Еф 5:23). Ә ирҙәр үҙҙәренең хакимлығы сикле икәнен һәм Мәсихкә буйһонорға бурыслы икәнен онотмаҫҡа тейеш (1 Кор. 11:3). Өлкәндәр йыйылышҡа ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итә. Әммә уларға ла һаҡ булырға һәм Алла Һүҙендә «яҙылғандарҙан тыш аҡыл һатмаҫҡа» кәңәш ителә (1 Кор. 4:6). Улар ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенән алған етәкселеккә тайпылышһыҙ буйһона (Матф. 24:45—47). Әгәр баҫалҡылыҡ күрһәтеп, хоҡуғыбыҙ булған осраҡтарҙа ғына ҡарарҙар ҡабул итһәк, үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы күп борсолоу һәм көйөнөстәрҙән һаҡларбыҙ.

12. а) Ни өсөн тикшеренеү үткәрергә кәрәк? б) Тикшеренеүҙе нисек үткәрергә? Аңлатығыҙ.

12 Тикшеренеү үткәрегеҙ. «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ», — тип яҙған Сөләймән (Ғиб.һүҙ. 21:5). Әйтәйек, һеҙ эшлекле тәҡдим алдығыҙ һәм, ҡабул итергәме, юҡмы, тип уйланаһығыҙ икән, ти. Хистәргә бирелеп эш итмәгеҙ. Шул эшкә ҡағылышлы бар нескәлектәрҙе лә белешегеҙ, уның менән яҡшы таныш кешеләрҙән кәңәш һорағыҙ, Изге Яҙма принциптарын иҫәпкә алығыҙ (Ғиб.һүҙ. 20:18). Тикшеренеү төплө булһын өсөн, ике исемлек төҙөгөҙ: береһендә — ыңғай яҡтарҙы, икенсеһендә өҫтөгөҙгә төшәсәк бурыстарҙы яҙығыҙ. Ҡарар ҡабул итерҙән алда, «уның күпмегә төшәсәген» хисаплағыҙ (Лука 14:28). Ул ҡарарҙың финанс хәлегеҙгә генә түгел, ә рухи именлегегеҙгә нисек тәьҫир итәсәген дә иҫәпкә алығыҙ. Ундай тикшеренеү ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә, ләкин ашығып ҡабул иткән ҡарар тыуҙырған хаталарҙан һаҡлай.

13. а) Яҡуб 1:5 беҙҙе нимәгә ышандыра? б) Зирәклек һорап доға ҡылыу беҙгә нисек ярҙам итә ала?

13 Зирәклек һорап, доға ҡылығыҙ. Ҡарар ҡабул иткәндә Алланан ярҙам һораһаҡ, ҡарарыбыҙ уны данлаясаҡ. Шәкерт Яҡуб былай тип яҙған: «Әгәр ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә» (Яҡ. 1:5). Ҡарар ҡабул иткәндә Алланың зирәклегенә мохтаж булыуыбыҙҙы таныу һис тә оят түгел (Ғиб.һүҙ. 3:5, 6). Үҙ һәләтебеҙгә генә таянып, бик еңел генә хаталаныуыбыҙ бар. Зирәклек һорап доға ҡылғанда һәм Алла Һүҙенән ниндәй принципты иҫәпкә алырға тип уйланғанда, изге рух беҙгә ысынында ни өсөн шулай эш итергә теләйбеҙ икәнен аңларға ярҙам итә (Евр. 4:12; Яҡуб 1:22—25-те уҡы).

14. Ни өсөн ҡарар ҡабул итеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай?

14 Ҡарар ҡабул итегеҙ. Ләкин быны тикшеренеү үткәрмәй һәм доғала зирәклек һорамай тороп ашығып эшләмәгеҙ. Зирәк кеше ашыҡмайынса, «һәр аҙымын үлсәп атлай» (Ғиб.һүҙ. 14:15). Шулай ҙа ҡарар ҡабул итеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға кәрәкмәй. Ҡайһы кеше бер ни ҙә эшләмәҫ өсөн юҡ-бар һылтау табырға мөмкин (Ғиб.һүҙ. 22:13). Ысынында иһә ул барыбер ҡарар ҡабул иткән булып сыға — ул үҙе урынына башҡаларҙың ҡарар ҡабул итеүенә юл ҡуя.

15, 16. Ҡабул иткән ҡарарығыҙға ярашлы эш итер өсөн нимә талап ителә?

15 Ҡабул иткән ҡарарығыҙға ярашлы эш итегеҙ. Әгәр ҡарарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр өсөн кәрәк булғандың барыһын да эшләмәһәк, уны ҡабул итеүгә һалған тырышлыҡ юҡҡа ғына буласаҡ. Сөләймән былай тип яҙған: «Ҡулыңдан килгәндең барыһын да тырышып эшлә» (Вәғ. 9:10). Ҡабул иткән ҡарар буйынса эш итеү етәрлек ваҡыт, көс һәм сығымдар талап итәсәгенә әҙер булырға кәрәк. Әйтәйек, вәғәзсе пионер булырға ҡарар итә, ти. Быны ул булдыра алырмы? Әгәр эшкә, ял итеүгә артыҡ күп ваҡыт һәм көс сарыф итмәһә, моғайын, булдыра алыр.

16 Йыш ҡына яҡшы ҡарарҙы тормошҡа ашырыу еңел түгел. Ни өсөн? Сөнки бөтөн донъя «Иблис хакимлығы аҫтында» (1 Яхъя 5:19). Беҙгә «ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы» көрәшергә тура килә (Еф 6:12). Илсе Павел һәм шәкерт Йәһүҙә әйткәнсә, Алланы данларға ҡарар иткән кешеләр көрәш алып барырға тейеш (1 Тим. 6:12; Йәһ. 3).

17. Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ хаҡында әйткәндә, Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

17 Ҡабул иткән ҡарарығыҙҙы тикшерегеҙ, һәм, кәрәк булһа, үҙгәрештәр индерегеҙ. Ҡайһы саҡта ҡабул иткән ҡарар көткән һөҙөмтә бирмәҫкә лә мөмкин, «сөнки һәммәһе лә көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгә» (Вәғ. 9:11). Ләкин Йәһүә беҙҙән, һынауҙарға осраған хәлдә лә билдәле бер ҡарарҙарға ярашлы эш итербеҙ, тип көтә. Әгәр кеше Йәһүәгә бағышланһа йә никах анты бирһә, ундай ҡарарҙан баш тартып булмай. Алла антыбыҙға тоғро йәшәүебеҙҙе көтә. (Зәбур 15:1, 2, 4-те уҡы.) Әлбиттә, ҡарарҙарҙың күбеһе шул хәтлем үк етди түгел. Зирәк кеше үҙ ҡарарҙарын ваҡыт-ваҡыт тикшереп тора. Үҙ ҡарарын өлөшләтә йә тулыһынса үҙгәртергә ҡәрәк саҡта, ғорурлыҡ йә тәкәбберлек күрһәтеп, үҙ һүҙләнеп тормай (Ғиб.һүҙ. 16:18). Уның өсөн иң мөһиме — тормош рәүеше менән артабан да Алланы данлай алыуына инанған булыу.

Башҡаларҙы Алланы данларлыҡ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтегеҙ

18. Ата-әсәләр нисек үҙ балаларын Алланы данларҙай ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә ала?

18 Ата-әсәләр үҙ балаларын Алланы данларҙай ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтер өсөн бик күпте эшләй ала. Ысулдарҙың иң яҡшыһы — шәхси өлгө күрһәтеү (Лука 6:40). Урынлы булған осраҡтарҙа ата-әсәләр үҙ балаларына теге йәки был ҡарарҙы ҡабул иткәндә нимәләрҙе иҫәпкә алыуы хаҡында һөйләй ала. Улар шулай уҡ балаларҙың үҙҙәренә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа ҡарарҙы ҡабул итергә рөхсәт бирә һәм яҡшы һөҙөмтәләр булғанда маҡтай ала. Ә бала аҡылһыҙ ҡарар ҡабул итһә, нимә эшләргә? Ундай саҡтарҙа шунда уҡ баланы үҙ ҡарары эҙемтәләренән һаҡлап ҡалыу теләге тыуыуы ихтимал, ләкин улай эшләү дөрөҫ булмаҫҡа ла мөмкин. Әйтәйек, ата-әсәһе балаға водитель танытмаһы алырға рөхсәт бирҙе икән, ти. Бала иһә, уны алғас, юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙоп, штрафҡа дусар булды, ти. Ата-әсәһе уның өсөн түләй алыр ине, әлбиттә, әммә штрафлыҡ аҡсаны бала үҙе эшләп тапһа, бынан ары, моғайын, үҙ ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ хисе тоя башлар (Рим. 13:4).

19. Изге Яҙма өйрәнеүселәрҙе нимәгә өйрәтеү мөһим, һәм быны нисек эшләргә?

19 Ғайса үҙ шәкерттәренә башҡаларҙы өйрәтергә ҡушҡан (Матф. 28:20). Беҙ Изге Яҙма өйрәнеүселәрҙе яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә алабыҙ — был иң мөһим һабаҡтарҙың береһе. Өйрәтеү уңышҡа килтерһен өсөн, өйрәнеүсегә эш итеү юлын күрһәтеү урынына Изге Яҙма принциптары нигеҙендә уйланып, дөрөҫ һөҙөмтәгә килә белергә өйрәтеү күпкә яҡшыраҡ булыр. Сөнки «һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ» бит (Рим. 14:12). Шуға күрә Алланы данлай алырлыҡ ҡарарҙар ҡабул итеү барыбыҙ өсөн дә бик мөһим.

[Төшөрмә]

a Тулыраҡ мәғлүмәтте «Ҡандың фракцияларына һәм үҙ ҡанымды ҡулланып эшләнгән медицина процедураларына мин нисек ҡарайым?» тигән өҫтәлмә биттәрҙән табырға була («Беҙҙең Батшалыҡ хеҙмәтебеҙ» 2006 йыл, ноябрь, 3—6 биттәр (урыҫ)).

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

• Ни өсөн беҙгә ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк?

• Ҡурҡыу хисе беҙгә ниндәй тәьҫир яһай ала һәм уны нисек еңергә?

• Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙың Алланы данлаясағына инанған булыр өсөн, ниндәй алты аҙым яһай алабыҙ?

[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]

[Рамка]

Яҡшы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн кәрәкле аҙымдар

1 Үҙ белдекле булмағыҙ

2 Тикшеренеү үткәрегеҙ

3 Зирәклек һорап, доға ҡылығыҙ

4 Ҡарар ҡабул итегеҙ

5 Ҡабул иткән ҡарарығыҙға ярашлы эш итегеҙ

6 Ҡарарығыҙҙы яңынан тикшереп, кәрәкле үҙгәрештәр индерегеҙ

[Иллюстрация]

Икеләнеүсән кеше ҡоторонған диңгеҙҙәге ишкәкһеҙ кәмәгә оҡшаш була