Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2. Аслыҡ

2. Аслыҡ

2. Аслыҡ

«Аслыҡ та булыр» (МАРК 13:8).

● Аслыҡтан ҡасып, илдең үҙәк өлөшөнән Кваратаги ауылына (Нигер) бер ир килә. Уның артынан бер туған һәм ике туған ҡустылары, һеңлеләре лә килә. Ләкин ул туғандарынан ситтәрәк йөрөргә тырыша. Ни өсөн? «Ул [туғандарын] туйҙыра алмай, шуға уларҙың күҙенә ҡарарға ояла», — тип аңлата ауылдың аҡһаҡалы Сиди.

ФАКТТАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ? Донъяла һәр етенсе кеше аслы-туҡлы йәшәй. Сахараның көньяғындағы илдәрҙә хәл тағы ла насарыраҡ: унда һәр өсөнсө кеше аслы-туҡлы йәшәй. Был һандар артында нимә тора? Өс кешенән — атай, әсәй һәм баланан торған ғаиләне күҙ алдына килтерегеҙ. Әгәр аҙыҡ ике кешегә генә етә икән, кем ас ҡалырға тейеш? Атаһы? Әсәһе? Балаһы? Күп ғаиләләрҙең алдында көн һайын шундай һорау тора.

ҠАРШЫ ФЕКЕР. Ерҙә һәр кемгә етерлек аҙыҡ етештерелә. Ресурстарҙы дөрөҫ бүлергә генә кәрәк.

БЫЛ ШУЛАЙМЫ? Ысынлап та, бөгөн бер ҡасан да булмағанса күп аҙыҡ етештерелә. Хөкүмәттәр аслыҡты бөтөрөр өсөн аҙыҡты дөрөҫ бүлә белергә тейеш. Шулай ҙа тиҫтәләгән йылдарҙан һуң да уларҙың тырышлыҡтары уңышһыҙ булып ҡала.

ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ? Марк 13:8-ҙәге һүҙҙәр үтәләме? Техник ҡаҙаныштарға ҡарамаҫтан, бөтә донъяла аслыҡ һаман да ҡоторона, шулай бит?

Ер тетрәүҙәр һәм аслыҡтан һуң йыш ҡына һуңғы көндәрҙең үҙенсәлеге булып торған тағы бер афәт килә. Уның тураһында киләһе мәҡәләлә һөйләнелә.

[Өҫтәмә текст]

«Пневмония, диарея һәм башҡа ауырыуҙарҙан үлгән балаларҙың өстән бер өлөшө, етерлек ризыҡтары булһа, иҫән ҡалған булыр ине» (ЭНН ВИНИМАН, ЮНИСЕФ-тың ЭЛЕККЕ БАШҠАРМА ДИРЕКТОРЫ).

[Сығанаҡ]

© Paul Lowe/Panos Pictures