Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5. Ерҙе бысратыу

5. Ерҙе бысратыу

5. Ерҙе бысратыу

«Ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте» (АСЫЛЫШ 11:18).

● Кпор ауылынан (Нигерия) булған Пирри исемле бер кеше пальма шарабы яһау менән шөғөлләнгән. Ләкин Нигер йылғаһы дельтаһында күп нефть түгелеү арҡаһында үҙ эшен ябырға мәжбүр булған. «Нефть беҙҙең тирегә зыян килтерә, беҙҙең балыҡтарҙы һәләк итә, беҙҙең йылғаларҙы бысрата, — ти ул. — Артабан нисек йәшәргә белмәйем».

ФАКТТАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ? Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, йыл һайын донъя океанына 6,5 миллион тонна сүп-сар ташлана. Был сүп-сарҙың яртыһы тиерлек — йөҙәр йылдар буйы серемәй ятҡан пластик. Әммә кешеләр ерҙе бысратып ҡына ҡалмай, тәбиғәт ресурстарын да ҡот осҡос масштабта сарыф итәләр. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, кешеләр бер йыл файҙаланған ресурстарҙы тулыландырыу өсөн ергә бер йыл да биш ай кәрәк. «Әгәр планеталағы халыҡ һаны һәм ресурстарҙы файҙаланыу шул уҡ темптар менән үҫһә, 2035 йылға беҙгә ике Ер кәрәк буласаҡ», — тип әйтелә «Сидней морнинг геральд» тигән Австралия гәзитендә.

ҠАРШЫ ФЕКЕР. Кешеләр күп нәмәләр уйлап сығара. Беҙ был проблемаларҙы хәл итеү һәм планетаны ҡотҡарыу юлын табырбыҙ.

БЫЛ ШУЛАЙМЫ? Күп кешеләр һәм ойошмалар тирә-яҡ мөхитте бысратыу проблемаһына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә тырыша. Шуға ҡарамаҫтан, ерҙе бығаса булмаған масштабта бысраталар.

ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ? Кешеләр Алланың, үҙ вәғәҙәһен үтәп, ер эшенә ҡыҫылыуына һәм уны һәләк булыуҙан ҡотҡарыуына мохтажмы?

Беҙ ҡарап сыҡҡан ошо биш пәйғәмбәрлектән тыш, Изге Яҙмала шулай уҡ һуңғы көндәрҙә яҡшы нәмәләр буласағы тураһында ла алдан әйтелгән. Әйҙәгеҙ, шуларҙың береһен ҡарайыҡ.

[Өҫтәмә текст]

«Мин йәшәгән ожмах кеүек урын ағыулы ҡалдыҡтар сүплегенә әйләнде кеүек тойола» (АҠШ-та МЕКСИКА ҠУЛТЫҒЫ ЯРЫ БУЙЫНДА ЙӘШӘГӘН ЭРИН ТАМБЕРҘЫҢ 2010 ЙЫЛДА НЕФТЬ ТҮГЕЛЕҮ ТУРАҺЫНДАҒЫ ОТЗЫВЫ).

[Рамка]

Алла ғәйеплеме?

Беҙ бөгөн күргән ҡот осҡос шарттарҙа, улар Изге Яҙмала алдан әйтелгән өсөн генә, Алланы ғәйепләп буламы? Беҙҙең ғазаптарҙа ул ғәйеплеме? Был һорауҙарға яуапты Йәһүә шаһиттары баҫып сығарған «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 11-се бүлегендә табып була.

[Сығанаҡ]

U.S. Coast Guard photo