Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

НИ ӨСӨН 60-тан уҙған бер ҡатын боттарға табыныуҙан туҡтаған? Синтоистар руханийын, ғибәҙәтханалағы хеҙмәтен ҡалдырып, вәғәзсе булып китергә нимә дәртләндергән? Үҙен тәрбиәгә алған ғаиләлә үҫкән бер ҡатын нисек үҙен ташланған итеп тойоуҙан ҡотола алған? Был кешеләрҙең үҙҙәре тураһында нимә һөйләгәндәрен уҡығыҙ.

«Боттарға бүтән хеҙмәт итмәйем» (АБА ДАНСУ).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1938

ТЫУҒАН ИЛЕ: БЕНИН

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: БОТТАРҒА ТАБЫНҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин күл янындағы һаҙлыҡлы ерҙә урынлашҡан Со-Чахуви ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең ауыл кешеләре балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә, мөгөҙлө эре мал, һарыҡ-кәзә, сусҡа һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Бында юлдар юҡ, шунлыҡтан кешеләр күбеһенсә кәмә һәм каноэ менән йөрөй. Ғәҙәттә өйҙәрҙе ағас һәм үләндән, ә ҡай саҡта кирбестән төҙөйҙәр. Күпселек кеше ярлы йәшәһә лә, енәйәтселек кимәле ҡалаларҙағы кеүек юғары түгел.

Атайым беҙ әле бәләкәй саҡта апайым менән мине фетишистар ғибәҙәтханаһына ебәрҙе, унда беҙҙе традицион дингә өйрәттеләр. Үҫеп еткәс, мин йоруба халҡы ололаған Одудува (Одуа) илаһына табынырға булдым. Мин уның өсөн бәләкәй генә өй төҙөнөм һәм уға даими рәүештә ямс, пальма майы, ҡусҡар, себеш, күгәрсен һәм башҡа нәмәләрҙе ҡорбанға килтерҙем. Мин шул ҡорбандарға бөтә булған аҡсамды тиерлек сарыф итә инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Изге Яҙма өйрәнә башлағас, мин Йәһүәнең берҙән-бер хаҡ Алла икәнен һәм боттарға табыныуҙы хупламағанын белдем (Сығыш 20:4, 5; 1 Коринфтарға 10:14). Миңә нимә эшләргә кәрәклеген аңланым. Мин үҙемдәге бөтә һүрәттәрҙе ташланым, боттарға табыныу менән бәйле булған бөтә нәмәнән арындым, күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итеүҙән туҡтаным һәм төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, ерләү йолаларында бүтән ҡатнашманым.

Миңә, 60 йәше тулып үткән кешегә, бындай үҙгәрештәр яһауы еңел булманы. Дуҫтарым, туғандар һәм күршеләрем миңә ҡамасауланы һәм минән көлдө. Ә мин Йәһүәнән дөрөҫ эш итергә көс һораным. Мине Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10-дағы: «Йәһүәнең исеме — ныҡ манара. Тәҡүә кеше шунда ҡасып, яҡлау таба», — тигән һүҙҙәр нығытты.

Бынан тыш, миңә Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙары бик ярҙам итте. Унда мәсихселәргә хас яратыу тойҙом. Йәһүә шаһиттарының юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәүе миңә ныҡ тәьҫир итте. Быларҙың барыһы ла Йәһүә шаһиттарының дине хаҡ дин икәненә ышандырҙы.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Изге Яҙма принциптарын ҡулланыу балаларым менән мөнәсәбәттәремде яҡшыртырға ярҙам итте. Шулай уҡ мин ауыр йөктән ҡотолдом. Элек бөтә булған аҡсамды тиерлек бер ниндәй файҙаһы булмаған үле боттарға сарыф итә инем. Хәҙер иһә беҙҙе мәңгегә бөтә проблемаларҙан азат итә алған Йәһүәгә табынам (Асылыш 21:3, 4). Башҡаса боттарға түгел, ә Йәһүәгә хеҙмәт иткәнемә бик шатланам! Уның менән үҙемде тулыһынса хәүефһеҙ тоям.

«Мин бала саҡтан Алланы эҙләнем» (СИНДЗИ САТО).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1951

ТЫУҒАН ИЛЕ: ЯПОНИЯ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: СИНТОИСТАР РУХАНИЙЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Фукуока префектураһындағы бәләкәй генә ҡалала тыуып үҫтем. Ата-әсәйем бик дини кешеләр ине, улар мине бала саҡтан синтоистар аллаларын хөрмәтләргә өйрәтте. Бәләкәй саҡта уҡ мин йыш ҡына үҙемдең ҡотолоуым тураһында уйландым һәм бәләгә эләккән кешеләргә ярҙам итергә бик теләнем. Иҫемдә, бер ваҡыт башланғыс мәктәптә уҡытыусы беҙҙән ҙурайғас кем булырға теләүебеҙ хаҡында һораны. Класташтарымдың конкрет хыялдары бар ине, мәҫәлән, ғалим булырға. Ә мин, Аллаға хеҙмәт итергә хыялланам, тип яуап бирҙем. Шул саҡ бөтәһе лә минән көлә башланы.

Мәктәпте тамамлағандан һуң мин дини белем алырға булдым. Уҡып йөрөгәндә синтоистарҙың бер руханийы менән таныштым, ул бөтә буш ваҡытын ниндәйҙер ҡара тышлы китап уҡып үткәрә ине. Бер мәл ул минән: «Сато, беләһеңме, был ниндәй китап?» — тип һораны. Мин китаптың тышын күргәйнем инде, шуға: «Изге Яҙма», — тип яуап бирҙем. Шунда ул: «Синтоистар руханийы булырға теләгән һәр кем был китапты уҡырға тейеш», — тине.

Мин шунда уҡ Изге Яҙма һатып алдым да уны кәштәләге иң күренеп торған урынға ҡуйҙым һәм һаҡлап ҡына тоттом. Ләкин уны уҡырға ваҡыт тапманым, сөнки тулыһынса уҡыу менән мәшғүл инем. Уҡыуҙы тамамлағас, мин синтоистар ғибәҙәтханаһында рухани булып эшләй башланым. Шулай итеп минең бала саҡ хыялым тормошҡа ашты.

Ләкин ғибәҙәтханала хеҙмәт итеү мин күҙ алдына килтергәнсә булмай сыҡты. Руханиҙарҙың күбеһе бер ҙә башҡаларҙың именлеген ҡайғыртманы. Күптәрҙең бөтөнләй иманы юҡ ине. Баш руханиҙарҙың береһе хатта миңә: «Уңышлы булырға теләһәң, философияға ҡағылышлы нәмәләр хаҡында ғына һөйлә. Иман тураһында һөйләү тыйыла», — тине.

Шундай һүҙҙәр арҡаһында синтоизмдан күңелем ҡайтты. Ғибәҙәтханала хеҙмәт итеүҙе дауам итһәм дә, башҡа диндәр менән ҡыҙыҡһына башланым. Ләкин уларҙың береһе лә яҡшыраҡ нәмә тәҡдим итмәне. Төрлө диндәр тураһында күберәк белгән һайын, уларҙан нығыраҡ күңелем ҡайтты. Уларҙың береһендә лә хәҡиҡәт юҡ кеүек тойолдо.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. 1988 йылда бер буддист миңә Изге Яҙма уҡырға кәңәш итте. Элек синтоистар руханийының шундай уҡ кәңәш биргәне иҫемә төштө, һәм мин шулай эшләргә булдым да. Изге Яҙма уҡыуға баштан-аяҡ сумдым. Ҡай саҡ мин таң беленгәнсе төнө буйы уҡый инем.

Уҡығандарым мине Изге Яҙмалағы Аллаға доға ҡылырға дәртләндерҙе. Башта мин уға Матфей 6:9—13-тә яҙылған өлгөлө доғаның һүҙҙәре менән мөрәжәғәт иттем. Мин уны ике сәғәт һайын — хатта синтоистар ғибәҙәтханаһында ғибәҙәт ҡылғанда ла ҡабатланым.

Изге Яҙма уҡығанда күп һорауым тыуа ине. Ул ваҡытта мин инде өйләнгәйнем һәм, ҡатыныма элек Йәһүә шаһиттары килеп йөрөгәнгә күрә, уларҙың кешеләргә Изге Яҙма өйрәнергә ярҙам иткәнен белә инем. Мин Йәһүә шаһиттарын эҙләй башланым һәм, уларҙың береһен осратҡас, уны һорауҙарға күмеп ташланым. Уның һәр бер һорауыма Изге Яҙма ҡулланып яуап биреүе мине таң ҡалдырҙы. Ул минең менән Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен хәстәрләне.

Оҙаҡламай мин Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөй башланым. Йыйылыштарҙа мин элек тупаҫ мөғәмәлә иткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре булғанын ул ваҡытта хатта белмәй ҙә инем. Ләкин улар мине йылы ҡаршы алды һәм яҡшы мөнәсәбәт күрһәтте.

Шул осрашыуҙарҙа мин Алланың ирҙәрҙән үҙ ғаилә ағзаларына яратыу һәм хөрмәт күрһәтеүен көткәнен белдем. Быға тиклем ғибәҙәтханалағы хеҙмәт менән шул тиклем мәшғүл булғанмын, хатта ҡатыным менән балаларыма бөтөнләй иғтибар бирмәгәнмен. Ҡапыл шуны аңланым: мин ғибәҙәтханаға килгән кешеләрҙе иғтибар менән тыңланым, ә үҙ ҡатынымды бер тапҡыр ҙа тыңлағаным булманы.

Изге Яҙма өйрәнгәндә үҙемде Йәһүәгә яҡынлаштырған күп нәмә белдем. Бигерәк тә Римдарға 10:13-тәге, «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор», тигән һүҙҙәр миңә ныҡ тәьҫир итте. Мин бала саҡтан Алланы эҙләнем һәм бына хәҙер, ниһайәт, уны таптым!

Үҙемде синтоистар ғибәҙәтханаһында сит кеше итеп тоя башланым. Тәүҙә, синтоизмды ҡалдырһам, башҡалар нимә уйлар, тип борсолдом. Ләкин мин һәр ваҡыт үҙемә, хаҡ Алланы бүтән диндә тапһам, был динде ҡалдырам, тип әйтә инем. Шуға күрә 1989 йылдың яҙында выжданым тауышына ҡолаҡ һалырға булдым: ғибәҙәтхананан киттем һәм үҙемде Йәһүә ҡулына тапшырҙым.

Ғибәҙәтхананан китеү еңел булманы. Баш руханиҙар мине әрләне һәм кире уйларға мәжбүр итергә маташты. Әммә ҡарарым тураһында ата-әсәйемә әйтеү иң ауыры булды. Уларға китеп барғанда мин шул тиклем борсолдом, хатта түшем ауырта һәм аяғым тотмай башланы. Күп тапҡыр, туҡтап, Йәһүәнән көс һораным.

Килгәс, ата-әсәйемә ни өсөн килгәнемде әйтә алмай ыҙаландым. Бер нисә сәғәт үтте. Ниһайәт, ҡат-ҡат доға ҡылғандан һуң, атайыма барыһын да һөйләп бирҙем. Мин уға хаҡ Алланы табыуым һәм синтоизмды ҡалдырыуым тураһында әйттем. Атайым шаҡ ҡатты. Башҡа туғандар ҙа килде һәм мине кире күндерергә тырыштылар. Мин ғаиләмә әрнеү килтерергә теләмәнем, шулай ҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнемде белә инем. Ваҡыт уҙыу менән туғандарым мине ҡарарым өсөн хөрмәт итә башланы.

Ғибәҙәтханалағы эште ҡалдырыу — бер нәмә, ә фекер йөрөтөүҙе үҙгәртеү — бөтөнләй икенсе нәмә. Рухани тормошо миндә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Бөтә көскә элекке тормошомдо оноторға тырыштым, әммә, ҡайҙа ҡарама, бөтә нәмә уны иҫкә төшөрөп тора һымаҡ ине.

Әммә мин ҡул ҡаушырып ултырманым. Беренсенән, элекке динем менән бәйле бөтә нәмәләрҙе — китаптар, картиналар һәм хатта ҡиммәтле реликвияларҙы табып алдым да яндырҙым. Икенсенән, Йәһүә шаһиттары менән мөмкин тиклем күберәк аралашырға тырыштым. Уларҙың миңә дуҫ һәм терәк булыуы ныҡ ярҙам итте. Әкренләп элекке тормошом онотола барҙы.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Элек ҡатыным менән балаларыма бөтөнләй иғтибар күрһәтмәй инем, шуға улар үҙҙәрен ташланған итеп тоялар ине. Мин, Изге Яҙма кәңәше буйынса, улар менән күп ваҡыт үткәрә башлағас, беҙ бик яҡынайҙыҡ. Һуңғараҡ ҡатыным да минең менән Аллаға хеҙмәт итә башланы. Хәҙер беҙҙең ғаилә тотош — ҡатыным менән мин, улым, ире менән ҡыҙым — Аллаға хеҙмәт итәбеҙ.

Бала саҡтағы, Аллаға хеҙмәт итергә һәм кешеләргә ярҙам итергә, тигән хыялымды иҫкә төшөргәндә, уның тулыһынса тормошҡа ашҡанын аңлайым. Йәһүәгә ни тиклем рәхмәтле булыуымды һүҙ менән әйтеп бөтөрөрлөк түгел!

«Тормошомда нимәлер етмәгәнен аңлай инем» (ЛИНЕТТ ХОКТИНГ).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1958

ТЫУҒАН ИЛЕ: КӨНЬЯҠ АФРИКА

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ҮҘЕН ТАШЛАНҒАН ИТЕП ТОЙҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин күбеһенсә урта хәлле кешеләр йәшәгән Джермистон тигән, енәйәтселек күп булмаған шахтерҙар ҡалаһында тыуғанмын. Ата-әсәйем, ҡарай алмаҫбыҙ, тип уйлап, минән баш тартҡандар. Миңә 14 кенә көн булғанда, бер-береһен яратҡан пар мине ҡыҙлыҡҡа алған. Мин уларҙы үҙемдең ата-әсәйем тип һананым. Шулай ҙа, дөрөҫөн белгәс, үҙемде ташланған итеп тойҙом. Мине тәрбиәгә алған ата-әсәйем менән бер ниндәй ҙә уртаҡ нәмәм юҡ һәм улар мине аңламай кеүек тойола башланы.

Миңә 16 йәштәр тирәһе булғанда, барҙарға йөрөй башланым, унда беҙ дуҫтарым менән музыка тыңлай һәм бейей инек. 17 йәшемдә тәмәке тарта башланым. Тәмәке рекламаһындағы моделдәр кеүек зифа буйлы булғым килә ине. 19 йәшемдә Йоханнесбургта эшләй башланым һәм шунда уҡ насар компанияға эләктем. Оҙаҡламай мин һүгенә, күп тарта һәм ял көндәрендә иҫергәнсе эсә башланым.

Шул уҡ ваҡытта мин шаҡтай әүҙем тормош алып барҙым: аэробика менән шөғөлләндем, сквош һәм ҡатын-ҡыҙҙар футболы уйнаным. Шулай уҡ төрлө компьютер компанияларында бик күп эшләп, карьера баҫҡысы буйлап үрләргә тырыштым. Эш хаҡым ҙур ғына ине, шуға бик күптәр мине уңышлы тип һананы. Ләкин ысынында мин бик бәхетһеҙ инем: тормошом буш һәм мәғәнәһеҙ булып тойолдо. Күңелем менән тормошомда нимәлер етмәгәнен аңлай инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Изге Яҙма өйрәнә башлағас, мин Йәһүәнең яратыу Аллаһы икәнен белдем. Шулай уҡ уның үҙ Һүҙен — Изге Яҙманы биреп яратыу күрһәткәнен белдем. Әйтерһең дә, ул тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирер өсөн беҙҙең һәр беребеҙгә хат яҙған (Ишағыя 48:17, 18). Йәһүә яратып биргән йүнәлеш миңә файҙа килтерһен өсөн, тормошомда ҙур үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген аңланым.

Мәҫәлән, миңә дуҫтарымды алмаштырырға кәрәк ине. Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-ләге: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер», — тигән һүҙҙәр өҫтөндә күп уйландым. Был принцип миңә, элекке дуҫтарымды ҡалдырып, Йәһүә шаһиттары араһынан яңы дуҫтар эҙләргә этәргес бирҙе.

Иң ауыры тартыуҙы ташлау булды. Был бәйлелектән ҡотолғас, икенсе бер ауырлыҡ менән осраштым: яҡынса 13 килоға арттым! Был минең үҙбаһамды бик ныҡ түбәнәйтте, миңә артыҡ ауырлыҡтан ҡотолор өсөн 10 йыл тирәһе ваҡыт кәрәк булды. Шулай ҙа был насар ғәҙәтте ташлап дөрөҫ эшләгәнемде белә инем. Мин Йәһүәгә ҡат-ҡат доға ҡыла һәм уның ярҙамын тоя инем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Хәҙер һаулығым күпкә яҡшыраҡ. Шулай уҡ мин үҙ тормошом менән ҡәнәғәт: бәхетле булам тип, карьера, статус һәм байлыҡ артынан ҡыумайым. Ирем менән миңә башҡаларға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе һөйләү бик оҡшай. Һөҙөмтәлә, минең өс хеҙмәттәшем хәҙер беҙҙең менән Йәһүәгә хеҙмәт итә. Шулай уҡ мине тәрбиәгә алған ата-әсәйемә улар үлмәҫ борон ерҙәге ожмахҡа терелеү өмөтө тураһында һөйләп өлгөрҙөм.

Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр булдырғанға, бүтән үҙемде ташланған итеп тоймайым. Ул миңә үҙемде имандаштарҙан торған бөтә донъя күләмендәге ғаиләнең өлөшө итеп тойорға ярҙам итте. Улар араһында мин әсәйҙәр, атайҙар, ағай-эне, апай-һеңлеләр таптым (Марк 10:29, 30).

[Иллюстрация]

Йәһүә шаһиттары араһында мәсихселәргә хас яратыу тойҙом

[Иллюстрация]

Мин элек хеҙмәт иткән синтоистар ғибәҙәтханаһы