Төп мәғлүмәткә күсеү

Һалымдар. Уларҙы түләргә кәрәкме?

Һалымдар. Уларҙы түләргә кәрәкме?

Һалымдар. Уларҙы түләргә кәрәкме?

ҺАЛЫМ түләү кемгә генә оҡшай икән? Күптәр, һалым аша йыйылған аҡсалар һаҡлы рәүештә тотонолмай йә кемдәрҙеңдер кеҫәһенә күсә, тип һанай. Әммә ҡайһы берәүҙәр әхлаҡи ҡараштан сығып һалым түләмәй. Һалым түләүҙән баш тартыуын Яҡын Көнсығыштағы бер ҡала халҡы ошолай аңлатҡан: «Беҙ үҙ балаларыбыҙҙы үлтерер өсөн пулялар яһарға аҡса бирмәйбеҙ».

Ундай фекер берҙән-бер ҙә, яңы ла түгел. Һинд халҡы лидеры Мохандас Ганди үҙ ҡарашын былай тип белдергән: «Ҡораллы көстәр тотҡан дәүләткә туранан-тура йә ситләтеп булышлыҡ итеүсе һәр кем гонаһлы эштә ҡатнашыусы була. Ундай дәүләткә һалым түләгән кеше, йәшме ул, оломо, гонаһта ҡатнаша».

XIX быуаттағы аҡыл эйәһе Генри Дейвид Торо, һалым түләүҙән баш тартыуын әхлаҡи яҡтан нигеҙләгәндә, башҡа сәбәптәр менән бер рәттән хәрби сығымдарҙы ҡаплауҙы ла иҫәпкә алған. Ул: «Гражданин бер миҙгелгә генә йәиһә кескенә дәрәжәлә генә булһа ла үҙ выжданын закон сығарыусылар ҡулына биреп тора аламы ни? Шулай булһа, һәр кемгә выждан ни өсөн кәрәк?» — тип һораған.

Һалым түләү хаҡындағы мәсьәлә мәсихселәрҙе лә борсой, сөнки Изге Яҙмала бар өлкәлә лә беҙгә саф выждан һаҡларға ҡушыла (2 Тимофейға 1:3). Бынан тыш, Изге Яҙма хөкүмәттең һалым йыйырға хаҡы барлығын таный. Унда былай тиелә: «Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә [кеше хөкүмәттәренә] буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған. Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк. Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә. Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ — һалым» (Римдарға 13:1, 5—7).

Йыйылған аҡсаның бер өлөшө армия өсөн китһә лә, ошо күрһәтмәгә буйһоноп, беренсе быуаттағы мәсихселәр намыҫлы рәүештә һалым түләгән. Беҙҙең көндәрҙәге Йәһүә шаһиттары ла шулай эш итә a. Ни өсөн? Һалым түләүгә килгәндә, мәсихсе үҙ выжданын баҫып ҡалдырырға тейешме ни?

Һалымдар һәм выждан

Ни өсөн, һалымдарҙың бер өлөшө хәрби сығымдарға китһә лә, беренсе мәсихселәргә үҙ выжданы һалым түләргә рөхсәт иткән, ә шул уҡ ваҡытта Ганди һәм Торо, выжданыбыҙ ҡушмай, тип һалым түләүҙән баш тартҡан?

Иғтибар итегеҙ: Римдарға 13-сө бүлектә килтерелгән әмерҙе мәсихселәр, яза алыуҙан ҡурҡҡан өсөн генә түгел, ә «выждан ҡушыуы» буйынса үтәгән (Римдарға 13:5). Эйе, мәсихсе, һалымдан килгән аҡсаның ул хупламаған эштәргә сарыф ителеүен аңлаған хәлдә лә, выжданы ҡушыуы буйынса үҙенең һалым түләргә бурыслы икәнен һиҙә. Ҡапма-ҡаршылыҡ бар кеүек күренһә, выждандың — дөрөҫ эш итәбеҙме, юҡмы икәнен әйтеп тороусы эске тауыштың — бик мөһим бер үҙенсәлегенә иғтибар итергә кәрәк.

Торо әйткәнсә, был эске тауыш һәр кемдә лә бар, ләкин ул белдергән ҡарар дөрөҫ булмаҫҡа ла мөмкин. Эштәребеҙҙе Алла хуп күрһен өсөн, выжданыбыҙҙы уның әхлаҡи нормаларына ярашлы тәрбиәләргә кәрәк. Беҙгә йыш ҡына фекер йөрөтөү рәүешен һәм ҡараштарҙы Алланыҡы менән тура килтереп тороу мөһим, сөнки уның уйҙары беҙҙекенән күпкә юғары (Зәбур 19:7) Шуға күрә беҙгә Алланың кеше хөкүмәттәренә ҡарашын аңларға кәрәк.

Илсе Павел хөкүмәттәр «Аллаға хеҙмәт итә» тигән (Римдарға 13:6). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Башлыса, уларҙың тәртип һаҡлауын һәм халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәтен. Хатта коррупцияға бик ныҡ бирелгән хөкүмәттәр ҙә почта, уҡыу йорттары, янғындан һаҡлау һәм закон һаҡлау органдарының эшен тәьмин итә. Кеше хөкүмәттәренең етешһеҙлектәре Аллаға яҡшы билдәле булһа ла, ул ваҡытлыса ғына уларға хакимлыҡ биргән һәм беҙгә үҙе урынлаштырған ҡоролошҡа хөрмәт йөҙөнән һалымдар түләргә ҡуша.

Әммә бындай тәртип гел генә булмаясаҡ. Алла кеше хөкүмәттәрен күктәге Батшалыҡ менән алмаштырасаҡ һәм кешеләргә быуаттар буйы улар килтергән зыянды бөтөрәсәк (Данил 2:44; Матфай 6:10). Ләкин Алла мәсихселәргә граждандарҙың буйһонмау акцияларында ҡатнашырға, мәҫәлән, һалымдар түләүҙән баш тартырға рөхсәт итмәй.

Әгәр инде, Ганди кеүек, һалымдың һуғыш маҡсатында тотолоу мөмкинлеген иҫәпкә алып, һеҙ һалым түләүҙе һаман да гонаһ тип һанайһығыҙ икән, Алла ҡарашын ҡабул итергә нимә ярҙам итер? Күҙ алдына килтерәйек: бер кеше тау башында тора, ә икенсеһе — уның итәгендә. Тирә-яҡ кемгә яҡшыраҡ күренер? Шуның кеүек үк, Йәһүә һәр хәлде лә беҙҙән күпкә яҡшыраҡ күрә. Ишағыя пәйғәмбәр аша Алла былай тигән: «Күктәр ерҙән ни ҡәҙәр юғарыраҡ булһа, минең юлдарым да һеҙҙең юлдарығыҙҙан, уйҙарым да һеҙҙең уйҙарығыҙҙан шул ҡәҙәр юғарыраҡ» (Ишағыя 55:8, 9).

Абсолют хакимлыҡмы?

Изге Яҙма, һалым түләргә кәрәк, тип өйрәтһә лә, хөкүмәттәр абсолют хакимлыҡҡа эйә түгел. Ғайса әйтеүенсә, уларҙың хакимлығы сикләнгән. Рим хөкүмәтенә һалым түләү Алла ҡарашынан дөрөҫмө тигән һорауға Ғайса былай тип яуап биргән: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын — Аллаға бирегеҙ» (Марк 12:13—17).

Хөкүмәт, йәғни «ҡайсар», аҡса һуға, аҡса баҫтыра. Шуға күрә, Алла ҡарашынан, уның шул аҡсаны һалым рәүешендә үҙенә кире ҡайтарыуҙарын талап итергә хоҡуғы бар. Әммә, Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, «Алланыҡына», йәғни беҙҙең ғүмеребеҙгә һәм табыныуыбыҙға ҡул һуҙырға бер ниндәй хөкүмәттең дә хаҡы юҡ. Кеше закондары Алла ҡанундарына ҡаршы килгәндә, мәсихселәргә «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк» (Ғәмәлдәр 5:29).

Ҡайһы бер мәсихселәрҙе, бәлки, һалымдарҙың ниндәй маҡсатта тотонолоуы борсойҙор, ләкин улар хөкүмәт эшенә ҡыҫылмай һәм һалым түләүҙән баш тартмай. Ундай тәртип Алланың бар ғазаптарҙы ла бөтөрөргә һәләтле икәненә ышанмауҙы күрһәтер ине. Улар Алла билдәләгән ваҡытты сабырлыҡ менән көтә. Шул саҡта Батшалыҡ кешеләрҙең эшенә ҡыҫыласаҡ. Ғайса былай тигән: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел» (Яхъя 18:36).

Аллаға тыңлаусан булыуҙың файҙаһы

Әгәр Изге Яҙмалағы һалым түләү хаҡындағы етәкселеккә буйһонһағыҙ, ул һеҙгә тик файҙа ғына килтерер. Һеҙ, закон боҙған өсөн эләгеп, язаға тартылыуҙан ҡурҡмай йәшәрһегеҙ (Римдарға 13:3—5). Әммә тағы ла мөһиме, үҙегеҙҙең өлгөлө тәртибегеҙ менән Алланы данлар өсөн, выжданығыҙ саф булыр. Хатта, һалымдан ҡасып йөрөгән кешеләрҙән айырмалы рәүештә, аҡсалата бер ни тиклем зыян күрһәгеҙ ҙә, Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртасаҡ, быға һис тә шикләнмәгеҙ. Ошо хаҡта мәҙхиә яҙыусы Дауыт былай тигән: «Мин йәш инем һәм бына ҡартайҙым, ләкин Алланың бер тәҡүә кешене ҡалдырғанын да, балаларының икмәк һоранып йөрөгәнен дә күрмәнем» (Зәбур 37:25).

Һәм, ниһайәт, Изге Яҙмалағы һалым түләргә тигән әмергә буйһоноп, һеҙ күңел тыныслығына эйә булырһығыҙ. Алла ҡарашынан һеҙ хөкүмәттең һалымды нимәгә тотоноуы өсөн яуаплы түгел. Арендаға алынған фатирҙа йәшәүсе хужаға түләгән аҡсаһының нисек сарыф ителеүенә яуап бирмәй бит. Стельвио исемле бер кеше Изге Яҙманы өйрәнә башларҙан элегерәк, күп йылдар дауамында илдә сәйәси үҙгәрештәр булдырыу өсөн көрәшкән. Ни өсөн үҙенең шул көрәшенән баш тартҡанын ул былай тип аңлата: «Мин кешенең ер йөҙөндә именлек, ғәҙеллек урынлаштырырға һәм бар халыҡты туғанлыҡ ептәре менән бәйләргә һәләтле түгел икәненә төшөндөм. Тик Алла Батшалығы ғына йәмғиәтте яҡшы яҡҡа үҙгәртә аласаҡ».

Ихлас күңелдән «Алланыҡын Аллаға» биреп, Стельвио кеүек үк, һеҙ ҙә, Алланың ерҙә ғәҙел хөкүмәт урынлаштырып, кеше идаралығының бөтә аяныслы эҙемтәләрен бөтөрәсәк ваҡытты күрәсәгегеҙгә ышаныс менән йәшәй алаһығыҙ.

[Төшөрмә]

[Өҫтәмә текст]

Беҙгә фекер йөрөтөү рәүешен һәм ҡараштарҙы Алланыҡы менән тура килтереп тороу мөһим, сөнки уның уйҙары беҙҙекенән күпкә юғары

[Өҫтәмә текст]

Һалымдар түләп, мәсихселәр саф выждан һаҡлай һәм Алланың уларҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртасағы тураһындағы вәғәҙәһенә ышаныуын күрһәтә

[Иллюстрациялар]

«Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын — Аллаға бирегеҙ»

[Сығанаҡ]

Copyright British Museum