Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

ҠОМАРЛЫ уйынсы, талаусы кешене тормош рәүешен үҙгәртергә нимә дәртләндергән? Уның үҙе хаҡында һөйләгәндәрен уҡығыҙ.

«Мин ат сабыштарын бик ярата инем» (РИЧАРД СТЮАРТ).

ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1965

ТЫУҒАН ИЛЕ: ЯМАЙКА

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ҠОМАРЛЫ УЙЫНСЫ ҺӘМ ЕНӘЙӘТСЕ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Ямайканың башҡалаһы Кингстондың ярлы һәм күп халыҡ йәшәгән төбәгендә үҫтем. Унда эшһеҙҙәр бик күп булғанға, енәйәтселек көслө ине. Халыҡ урындағы бандаларҙан ҡурҡып йәшәне. Көн дә тиерлек атыу тауыштары ишетелә торғайны.

Әсәйем, мине һәм ҡустым менән һеңлемде тәьмин итер өсөн, бар көсөнә эшләне. Беҙ яҡшы белем алһын тип, ул ныҡ тырышты. Ләкин уҡыу мине әллә ни ҡыҙыҡһындырманы, уның ҡарауы, ат сабыштарын үлеп яраттым. Дәрестән ҡасып, мин ипподромға йөрөнөм. Мин үҙем дә атта һыбай йөрөргә ярата инем.

Тиҙҙән мин ат ярыштарында ҡомарлы уйынсыға әйләндем. Шул уҡ ваҡытта әхлаҡһыҙ тормош алып барҙым, марихуана тартыуға әүәҫләнеп киттем. Ә быларҙың барыһына аҡса кәрәк булғанлыҡтан, урларға, таларға өйрәндем. Минең ҡоралым күп ине. Талауҙарға ҡорал алып йөрөй торғайныҡ. Бәхетемә ҡаршы, мин ҡатнашҡан шундай енәйәттәр ваҡытында бер кем дә үлмәне.

Ахыр сиктә мине ҡулға алдылар һәм төрмәгә ябып ҡуйҙылар. Иреккә сыҡҡас, ғәҙәтләнгән тормош рәүешемде дауам иттем. Мин элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ боҙолдом. Ҡарап тороуға эскерһеҙ кеүек күренһәм дә, бик тиҫкәре, ҡыҙыу һәм рәхимһеҙ булдым, тик үҙем хаҡында ғына уйлай инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Тормошомдоң тынғыһыҙ шул мәлендә әсәйем Изге Яҙма өйрәнә башланы һәм Йәһүә шаһиты булып китте. Уның яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлауы миндә ҡыҙыҡһыныу уятты. Әсәйемә үҙгәрергә нимә ярҙам итеүен белергә теләп, үҙем дә Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма темаларына аралаша башланым.

Мин Йәһүә шаһиттарының тәғлимәттәре башҡа диндәрҙең тәғлимәттәренән бик ныҡ айырылып торғанын һәм тулыһынса Изге Яҙмаға нигеҙләнгәнен белдем. Тик улар ғына беренсе мәсихселәр кеүек өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй икәнен күрҙем (Матфай 28:19; Ғәмәлдәр 20:20). Улар араһындағы яратыу мине хәҡиҡәтте тапҡаныма ышандырҙы (Яхъя 13:35).

Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, үҙ тормошомдо тамырынан үҙгәртергә тейешлегемде аңланым. Мин Йәһүәнең фәхешлекте нәфрәт итеүен белдем. Уға яраҡлы булыр өсөн, тәнемде бысратҡан ғәҙәттәремдән арынырға кәрәк ине (2 Коринфтарға 7:1; Еврейҙарға 13:4). Йәһүәнең хистәре бар икәнен аңланым. Эштәремде күреп, ул йә һөйөнә, йә көйөнә икәненә төшөндөм һәм был миңә тәрән тәьҫир итте (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Шуға күрә марихуана тартыуҙы ташларға, ҡоралдарҙан арынырға һәм шәхесемде үҙгәртергә булдым. Моғайын, иң ауыры әхлаҡһыҙ тормош рәүешен ташлау һәм ҡомарлы уйындарҙан баш тартыу булғандыр.

Изге Яҙма өйрәнеүемде баштараҡ дуҫтарымдан йәшерергә маташтым. Әммә бер саҡ Ғайсаның Матфай 10:33-тә яҙылған бындай һүҙҙәрен күреп ҡалдым: «Ә кем кешеләр алдында минән ваз кисһә, шул кешенән мин дә күктәге Атайым алдында ваз кисермен». Ошо һүҙҙәр мине дуҫтарыма Изге Яҙманы өйрәнә башлауым хаҡында әйтергә дәртләндерҙе. Улар иһә шаҡ ҡатты. Минең кеүек кешенең мәсихсе булырға теләүе һис тә уларҙың башына һыймай ине. Шуға ҡарамаҫтан, мин уларға, элекке тормошомдо ташлайым, тип әйттем.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ. Тормошомдо Изге Яҙма нормаларына ярашлы итеп үҙгәртеүемде күргән әсәйем бик бәхетле ине. Хәҙер инде ул минең хаҡта, берәй бәләгә эләкмәһә генә ярар ине, тип борсолмай. Йәһүәне яратыу беҙҙе үҙ-ара ла бик яҡынайтты. Элек ниндәй кеше булғанымды уйлаһам, Алла ярҙамы менән шул тиклем ныҡ үҙгәргәнемә хатта ышана ла алмай торам. Шул саҡтағы боҙоҡ һәм материализмға ғына бәйле тормошомдо тамсы ла һағынмайым.

Әгәр Изге Яҙманы өйрәнә башламаған булһам, моғайын, мин әле төрмәлә булыр йә күптән инде үлгән булыр инем. Хәҙер иһә минең бына тигән ғаиләм — бар эшемдә лә ярҙам итеүсе ҡатыным һәм тыңлаусан ҡыҙым бар. Улар менән бергәләп Аллаға хеҙмәт итеү миңә күп шатлыҡ килтерә. Миңә берҙәм мәсихсе ҡәрҙәшлегебеҙҙең өлөшө булып китергә рөхсәт иткәне өсөн, Йәһүәгә сикһеҙ рәхмәтлемен! Шулай уҡ миңә хәҡиҡәтте белергә ярҙам иткән ҡәрҙәштәремә лә рәхмәт әйтәм. Башҡаларға Изге Яҙма менән танышырға ярҙам итә алыуыма мин бик тә һөйөнәм. Әммә айырыуса мин Йәһүәгә рәхмәтлемен, сөнки ул миңә яратыусан игелеген күрһәтте һәм үҙенә яҡынлашырға рөхсәт итте.

[Өҫтәмә текст]

«Йәһүәнең хистәре бар икәнен аңланым. Эштәремде күреп, ул йә һөйөнә, йә көйөнә икәненә төшөндөм»

[Иллюстрация]

Ҡатыным һәм ҡыҙым менән

[Иллюстрация]

Әсәйемдең яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуын күрҙем