Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөтә христиандар ҙа ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?

Бөтә христиандар ҙа ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?

Бөтә христиандар ҙа ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?

НИСӘ кеше христиан динен тота? «Христиан диндәре атласы» буйынса, 2010 йылда бөтә донъяла 2,3 миллиард христиан булған («Atlas of Global Christianity»). Әммә шул уҡ баҫмала, улар барыһы ла үҙ тәғлимәттәре һәм тәртип нормалары булған 41 000 конфессияға ҡарай, тип әйтелә. Шул тиклем күп төрлө «христиан» диндәре барлығын белгәс, күптәрҙең аптырап ҡалыуы һәм күңеле ҡайтыуы аңлашыла. Уларҙың: «Үҙҙәрен христиан тип атағандарҙың барыһы ла ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?» — тигән һорауы тыуырға мөмкин.

Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Сик аша сыҡҡанда кеше, ғәҙәттә, үҙенең ниндәй илдең гражданы булғанын күрһәтергә тейеш. Ләкин был ғына етерлек түгел: уға шулай уҡ, үҙенең шәхесен танытҡан берәй документ, мәҫәлән, паспорт күрһәтеп, бының ысынлап та шулай икәнен иҫбат итергә кәрәк. Шуның шикелле, ысын мәсихсегә, Мәсихкә ышанам, тип әйтеү генә етмәй. Уға үҙенең ысынлап та мәсихсе икәнен иҫбат итергә кәрәк. Нисек итеп?

«Мәсихсе» тигән һүҙ беренсе тапҡыр б. э. 44 йылында ҡулланыла башлаған. Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан тарихсы Лука былай тип хәбәр иткән: «Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар» (Ғәмәлдәр 11:26). Мәсихселәр тип аталған кешеләр Ғайсаның шәкерттәре булған. Ә кем ул Ғайса Мәсихтең шәкерте? «Яңы Ғәһедтең халыҡ-ара яңы теологик һүҙлегендә» былай әйтелә: «Ғайсаның шәкерте булыу үҙ ғүмереңде бер һүҙһеҙ мәңгегә ҡорбан итеү тигәнде аңлата» («The New International Dictionary of New Testament Theology»). Тимәк, ысын мәсихсе — тотошлай һәм бер һүҙһеҙ Ғайсаның тәғлимәттәре һәм әмерҙәре буйынса йәшәгән кеше.

Үҙҙәрен христиан тип атаған күп кеше араһында шундайҙар бармы? Ысын шәкерттәренең нимә менән айырылып торғаны хаҡында Ғайса үҙе нимә әйткән? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың был һорауҙарға нисек яуап биргәнен ҡарайыҡ. Киләһе мәҡәләләрҙә Ғайсаның үҙ шәкерттәрен танырға ярҙам иткән биш фекере ҡарала. Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең нисек эш иткәнен ҡарап сығырбыҙ һәм бөгөн кем Мәсихтең һүҙҙәре буйынса йәшәгәнен аңларға тырышырбыҙ.