Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | АЛЛАНЫ ЯРАТЫРҒА ҠАМАСАУЛАҒАН ЯЛҒАН

Алланы сер иткән ялған

Алланы сер иткән ялған

КҮПТӘР НИМӘГӘ ЫШАНА?

Христиан диненең «өс төп төрө — католицизм, православие һәм протестантизм — өс шәхестән (Ата, Ул, Изге Рух) торған бер Алланы таный. Христиандарҙың дини тәғлимәте буйынса, был — өс алланы таныу түгел, ә ошо өс шәхестең бер икәнен таныу» («Яңы Британия энциклопедияһы»).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ХӘҠИҠӘТ.

Ғайса, Алланың Улы, бер ҡасан да, мин Атайыма тиң йәки беҙҙең асылыбыҙ бер, тип раҫламаған. Киреһенсә, ул: «Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк», — тигән (Яхъя 14:28). Ғайса шулай уҡ үҙенең бер шәкертенә: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм», — тип әйткән (Яхъя 20:17).

Изге рух шәхес түгел. Изге Яҙмала, тәүге мәсихселәр «Изге Рух менән һуғарыл[ған]», тип әйтелә. Бынан тыш, Алла: «Барлыҡ кешеләргә Үҙ Рухымды яуҙырырмын», — тип вәғәҙә иткән (Ғәмәлдәр 2:1—4, 17). Изге рух Троицаның өлөшө түгел. Ул — Алланың эш итеүсе көсө.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ?

Католик дин белгестәре Карл Ранер һәм Герберт Форгримлер аңлатыуынса, «Троица — ул сер, уны асылышһыҙ белеү мөмкин түгел һәм хатта асылыштан һуң да тулыһынса аңлап булмай». Һеҙ белеп йә аңлап булмаған шәхесте ярата алыр инегеҙме? Күренеүенсә, Троица тураһындағы тәғлимәт Алланы белеүгә һәм яратыуға кәртә булып тора.

Һүҙҙәре беренсе мәҡәләлә килтерелгән Марко өсөн Троица шундай кәртә булған. «Алла минән үҙ асылын йәшерә, тип уйланым, — ти ул, — һәм был мине унан тағы ла нығыраҡ йырағайтты, уны тағы ла серлерәк һәм буй етмәҫлек итте». Ләкин Изге Яҙмала, Алла «беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел», тип әйтелә (Ғәмәлдәр 17:27). Ул беҙҙән үҙен йәшермәй, ә үҙен белеүебеҙҙе теләй. Ғайса, беҙ кемгә табыныуыбыҙҙы беләбеҙ, тигән (Яхъя 4:22).

«Алла Троицаның өлөшө түгел икәнен аңлағас, мин, ниһайәт, уның менән шәхси мөнәсәбәт булдыра алдым», — ти Марко. Әгәр Йәһүә беҙҙең өсөн ниндәйҙер серле ят шәхес түгел, ә реаль шәхес икән, уны яратыуы еңелерәк булыр. «Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла — мөхәббәт ул», — тип әйтелә Изге Яҙмала (1 Яхъя 4:8).