Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | АЛЛАНЫ ЯРАТЫРҒА ҠАМАСАУЛАҒАН ЯЛҒАН

Хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итә ала

Хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итә ала

Бер ваҡыт Иерусалимда Ғайса кешеләргә Атаһы Йәһүә тураһында һөйләгән һәм ул ваҡыттағы дин әһелдәрен фаш иткән (Яхъя 8:12—30). Уның һүҙҙәре беҙгә бөгөнгө ваҡытта Алла тураһындағы киң таралған тәғлимәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерергә ярҙам итә. Ғайса: «Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер», — тигән (Яхъя 8:31, 32).

«Минең һүҙемде тотһағыҙ...» Шулай итеп Ғайса теге йәки был дини тәғлимәттең хәҡиҡәтме икәнен билдәләргә ярҙам иткән критерий урынлаштырған. Алла тураһында нимәлер ишетһәгеҙ, үҙегеҙҙән: «Был Ғайсаның һүҙҙәренә һәм Изге Яҙманың башҡа тәғлимәттәренә тура киләме?» — тип һорағыҙ. Илсе Павелды тыңлаған һәм «һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы» өйрәнгән кешеләрҙән өлгө алығыҙ (Ғәмәлдәр 17:11).

Һүҙҙәре беренсе мәҡәләлә килтерелгән Марко, Роза һәм Раймонда Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнгәндә иғтибар менән үҙ ҡараштарын тикшергән. Улар нимә белгән?

Марко: «Ҡатыным һәм минең менән өйрәнеү үткәргән кеше беҙҙең бөтә һорауҙарыбыҙға ла Изге Яҙма ярҙамында яуап бирҙе. Беҙ Йәһүәне ярата башланыҡ һәм ғаиләбеҙ ныҡ булып китте!»

Роза: «Башта мин, Изге Яҙма — Алланы кеше аҡылы ярҙамында аңлатырға тырышҡан фәлсәфәүи китап ҡына, тип уйланым. Ләкин ваҡыт үтеү менән Изге Яҙмала бөтә һорауҙарыма яуап таптым. Йәһүә минең өсөн реаль булып китте. Мин уға тулыһынса ышана алам».

Раймонда: «Мин Аллаға үҙе тураһында белергә ярҙам итеүен һорап доға ҡылдым. Күп тә үтмәҫтән, беҙ ирем менән Изге Яҙма өйрәнә башланыҡ. Ниһайәт, беҙ Йәһүә тураһында хәҡиҡәтте таптыҡ! Алланың ысынында ниндәй икәнен белеп, беҙ бик ҡыуандыҡ».

Изге Яҙма Алла тураһындағы ялғанды фаш итеп кенә ҡалмай, ул уның иҫ киткес сифаттары тураһында хәҡиҡәтте аса. Был китапты Алла рухландырған, уның ярҙамында беҙ «Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып бел[әбеҙ]», йәғни хәҡиҡәтте аңлайбыҙ (1 Коринфтарға 2:12). Ниңә Алла, уның ниәттәре һәм беҙҙең киләсәк тураһындағы киң таралған һорауҙарға Изге Яҙманың нисек яуап биргәнен ҡарап сыҡмаҫҡа? Ҡайһы бер мөһим һорауҙарға яуапты www.pr418.com/ba сайтында «Изге Яҙма тәғлимәттәре > Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар» бүлегендә уҡығыҙ. Һеҙ шулай уҡ был сайтҡа кереп йәки Йәһүә шаһиттарының береһенә мөрәжәғәт итеп Изге Яҙма өйрәнеүе һорай алаһығыҙ. Изге Яҙма өйрәнеп, Алланы яратыу һеҙ уйлағандан күпкә еңелерәк икәнен күрерһегеҙ, тип ышанабыҙ.