Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА НИГЕҘЕНДӘ ҺӨЙЛӘШЕҮ

Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (1-се өлөш)

Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (1-се өлөш)

Бында Йәһүә шаһиты һәм уның күршеһе араһында булған ғәҙәттәге һөйләшеү килтерелә. Әйтәйек, Таһир исемле Йәһүә шаһиты үҙенең күршеһе Зарифҡа ингән, ти.

БЕЛЕМДЕ ТЫРЫШЫП ЭҘЛӘҮ

Таһир: Зариф, миңә һинең менән Изге Яҙма нигеҙендә һөйләшеү бик оҡшай *. Теге саҡта һин Алла Батшалығы хаҡында һорау биргәйнең. Һин, ни өсөн Йәһүә шаһиттары Алла Батшалығының 1914 йылда идара итә башлағанына ышана, тип һорағайның.

Зариф: Эйе, һеҙҙең бер брошюрағыҙҙа, Алла Батшалығы 1914 йылда идара итә башлаған, тип уҡыным. Был миңә бик ҡыҙыҡ булып тойолдо, һин бит бөтә ышаныуҙарығыҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән тип әйтәһең.

Таһир: Эйе, был шулай.

Зариф: Мин Изге Яҙманы тулыһынса уҡып сыҡтым, әммә унда 1914 йыл иҫкә лә алынмай. Мин хатта электрон Изге Яҙмала ҡараным: «1914» тип эҙләү юлына индергәйнем, бер нәмә лә табылманы.

Таһир: Зариф, һине ысын күңелдән маҡтарға теләйем. Беренсенән, Изге Яҙманы уҡып сыҡҡанһың, тимәк, Алла Һүҙен яратаһың.

Зариф: Эйе, Изге Яҙмаға тиң китап юҡ.

Таһир: Ризамын, икенсенән, һин яуапты Изге Яҙманың үҙенән эҙләгәнһең, ул бит беҙҙе белемде тырышып эҙләргә дәртләндерә *. Һинең шулай тырышып тикшереүең мине шатландыра.

Зариф: Рәхмәт, миңә Изге Яҙманы өйрәнеү оҡшай. Мин шулай уҡ үҙебеҙ өйрәнгән китапта ла ҡаҙындым һәм 1914 йыл тураһында мәғлүмәт таптым. Унда ниндәйҙер батшаның төшө хаҡында әйтелә. Төшөндә ул ҙур ағас күргән, уны сабып ауҙарғандар, ә һуңыраҡ ағас яңынан үҫә башлаған. Шулайыраҡ, буғай.

Таһир: Эйе, дөрөҫ әйттең. Был пәйғәмбәрлек Данил китабының 4-се бүлегендә яҙылған. Унда Набуҡаднизар исемле Вавилон батшаһының төшө һүрәтләнә.

Зариф: Тап шулай, мин был пәйғәмбәрлекте бер нисә ҡат уҡып сыҡтым. Ысынын ғына әйткәндә, уның Алла Батшалығына һәм 1914 йылға нисек бәйле икәнен барыбер аңламаным.

Таһир: Беләһеңме, Зариф, Данил пәйғәмбәр ҙә юғарынан рухландырылып яҙғандарының мәғәнәһен аңламаған.

Зариф: Ысынмы?

Таһир: Ысын. Бына ҡара әле, Данил 12:8-ҙә нимә тиелә: «Мин иһә, барыһын ишетһәм дә, бер нәмә лә аңлай алманым».

Зариф: Тимәк, аңламаған кеше бер мин генә түгел. Был мине йыуата.

Таһир: Данил быны аңламаған, сөнки Алла ул ваҡытта кешеләргә был пәйғәмбәрлектең мәғәнәһен асырға әле иртәрәк тип һанаған. Әммә беҙ уны хәҙер аңлай алабыҙ.

Зариф: Һин быны ҡайҙан беләһең?

Таһир: Әйҙә, киләһе аятты ҡарайыҡ. Данил 12:9-ҙа әйтелә: «Был һүҙҙәр ахырғы ваҡытҡа тиклем сер булып ҡалырға һәм мисәтләнеп ҡуйылған булырға тейеш». Йәғни, был пәйғәмбәрлектәрҙе кешеләр күпкә һуңыраҡ, «ахырғы ваҡытта» аңларға тейеш булған. Һәм тиҙҙән беҙ Изге Яҙма өйрәнеүендә үҙебеҙҙең тап шул ваҡытта йәшәүебеҙҙе күрһәткән факттарҙы ҡарап сығырбыҙ *.

Зариф: Тимәк, һин миңә Данил пәйғәмбәрлеген аңлата алаһың булып сығамы?

Таһир: Тырышып ҡарармын.

НАБУҠАДНИЗАРҘЫҢ ТӨШӨ

Таһир: Әйҙә, башта ҡыҫҡаса ғына Набуҡаднизарҙың төшөн иҫкә төшөрәйек. Шунан уның мәғәнәһе тураһында һөйләшербеҙ.

Зариф: Ярай.

Таһир: Набуҡаднизар төшөндә күккә еткән ғәйәт ҙур ағас күргән. Шунан Алла фәрештәһенең был ағасты киҫеп ауҙарырға тигән әмерен ишеткән. Әммә Алла ағастың төбөн тамырҙары менән бергә ерҙә ҡалдырырға ҡушҡан. «Ете ваҡыт» үткәс, ағас яңынан үҫә башлаған *. Беренсе тапҡыр был пәйғәмбәрлек Набуҡаднизар батшала үтәлгән. Ул күктәргә еткән ағас кеүек бөйөк батша булһа ла, «ете ваҡытҡа» сабып ауҙарылған булған. Һуңынан ни булғанын хәтерләйһеңме?

Зариф: Юҡ, бер ҙә хәтерләмәйем.

Таһир: Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Набуҡаднизар аҡылдан яҙған. Күрәһең, тап ете йылға. Шул йылдарҙа ул ил менән идара итә алмаған. Ете ваҡыт үтеүгә, Набуҡаднизар аҡылына килгән һәм яңынан батша итеп ҡуйылған *.

Зариф: Уныһын аңланым да ул. Әммә был нисек Алла Батшалығы һәм 1914 йыл менән бәйле?

Таһир: Эш шунда: был пәйғәмбәрлектең ике үтәлеше бар. Беренсе тапҡыр ул — Набуҡаднизарҙың хакимлығы өҙөлгән саҡта, ә икенсе тапҡыр Алла хакимлығы туҡтатылған саҡта үтәлгән. Пәйғәмбәрлектең тап икенсе үтәлеше Алла Батшалығы менән бәйле лә инде.

Зариф: Ә пәйғәмбәрлектең икенсе үтәлеше бар икәнен һин ҡайҙан беләһең?

Таһир: Барыһынан да алда, быны пәйғәмбәрлек үҙе күрһәтеп тора. Данил 4:17-гә ярашлы, был пәйғәмбәрлек «ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләр Аллаһы Тәғәләнең кешелек батшалыҡтары өҫтөнән Хаким булыуын, хакимлыҡты кемгә бирергә теләһә, шуға биреүен» белһендәр өсөн бирелгән булған. «Кешелек батшалыҡтары» тигән һүҙҙәргә иғтибар иттеңме?

Зариф: Эйе, бында «Аллаһы Тәғәлә кешелек батшалыҡтары өҫтөнән Хаким» тиелгән.

Таһир: Тап шулай. Күреүебеҙсә, был пәйғәмбәрлек Набуҡаднизар тураһында ғына түгел. Ул шулай уҡ «кешелек батшалыҡтарына», йәғни бар кешеләргә ҡағыла. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, был пәйғәмбәрлек Алланың бөтә кешелек өҫтөнән хакимлығы тураһында булып сыға, һәм быны контекст иҫбатлай.

Зариф: Һин нимә әйтергә теләйһең?

ДАНИЛ КИТАБЫНЫҢ ТӨП ТЕМАҺЫ

Таһир: Данил китабында башынан аҙағына тиклем бер төп темаға иғтибар ителә. Унда, Алла Батшалығы урынлаштырыласаҡ, уның менән Алланың Улы Ғайса Мәсих идара итәсәк, тип ҡат-ҡат әйтелә. Әйҙә, Данил 2:44-кә иғтибар итәйек, уҡый алмаҫһыңмы?

Зариф: Уҡырмын. Бында былай тиелә: «Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».

Таһир: Рәхмәт. Бында һүҙ тап Алла Батшалығы тураһында бара түгелме?

Зариф: Һм-м... әлләсе.

Таһир: Иғтибар ит, был Батшалыҡ «мәңге торасаҡ». Кешеләрҙең бер хөкүмәте хаҡында ла шулай тип әйтеп булмай, ә бына Алла Батшалығы тураһында, ул мәңге торасаҡ, тип әйтергә була, шулаймы?

Зариф: Ризамын.

Таһир: Данил китабында Алла Батшалығы хаҡында тағы бер пәйғәмбәрлек бар. Ул Данил 7:13, 14-тә яҙылған. Буласаҡ батша тураһында пәйғәмбәрлектә былай тиелә: «Бөтә халыҡтар, ҡәбиләләр һәм телдәр уға хеҙмәт итһен өсөн, уға хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ бирелде. Уның хакимлығы — быуаттарға һуҙылған бөтмәйәсәк хакимлыҡ, һәм уның батшалығы емерелмәйәсәк». Был һүҙҙәрҙә һиңә ни ҙә булһа танышмы?

Зариф: Бында ниндәйҙер батшалыҡ тураһында әйтелә.

Таһир: Эйе, дөрөҫ. Әммә ябай батшалыҡ түгел. Иғтибар иттеңме, ул Батшалыҡ «халыҡтар, ҡәбиләләр һәм телдәр» өҫтөнән хакимлыҡ аласаҡ? Йәғни, ул Батшалыҡ бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк.

Зариф: Мин быға иғтибар итмәнем, ләкин һин дөрөҫ әйтәһең. Бында ысынлап та шулай тип яҙылған.

Таһир: Был пәйғәмбәрлектә шулай уҡ: «Уның хакимлығы — быуаттарға һуҙылған бөтмәйәсәк хакимлыҡ, һәм уның батшалығы емерелмәйәсәк», — тип яҙылған. Был һүҙҙәр бая ғына уҡыған Данил 2:44-те иҫкә төшөрә, шулай бит?

Зариф: Шул-шул.

Таһир: Әйҙә, ҡарап сыҡҡан фекерҙәрҙе ҡыҫҡаса ҡабатлап китәйек. Шулай итеп, Данил китабының 4-се бүлегендәге пәйғәмбәрлек «Аллаһы Тәғәләнең кешелек батшалыҡтары өҫтөнән Хаким булыуын» барыһы ла белһен өсөн бирелгән. Тимәк, был пәйғәмбәрлектең Набуҡаднизар менән бәйләнмәгән күпкә ҙурыраҡ икенсе үтәлеше бар. Данил китабында Алла Батшалығы хаҡында уның менән Алла Улы идара итәсәге тураһында башҡа пәйғәмбәрлектәр ҙә бар. Нисек уйлайһың, әйтелгәндәрҙән сығып, Данил китабының 4-се бүлегендәге пәйғәмбәрлек шулай уҡ Алла Батшалығы менән бәйле тип әйтеп буламы?

Зариф: Күрәһең, шулай. Әммә мин барыбер 1914 йыл менән бер бәйләнеш тә күрмәйем.

«ЕТЕ ВАҠЫТ ҮТҺЕН»

Таһир: Әйҙә, иҫкә төшөрәйек, пәйғәмбәрлектең тәүге үтәлешендә ағас Набуҡаднизар батшаны символлаштырған. Ағасты киҫеп ауҙарып ете ваҡытҡа ҡалдырғас, уның хакимлығы өҙөлгән, был ваҡытта ул үҙ аҡылында булмаған. Шул осор үтеүгә, Набуҡаднизар аҡылына килгән, һәм уға батшалыҡ кире ҡайтарылған. Пәйғәмбәрлектең икенсе үтәлешендә Алла хакимлығы ваҡытлыса туҡтатылған, әммә Алла булдыра алмағанға түгел.

Зариф: Нисек инде?

Таһир: Изге Яҙма яҙылған осорҙа Иерусалимда идара иткән Израиль батшалары хаҡында, улар «Йәһүә тәхетендә» * ултыра, тип әйткәндәр. Был хакимдар Алланың вәкилдәре булған. Шуға күрә уларҙың идараһы ысынлап та Алла хакимлығын символлаштырған. Әммә был батшаларҙың күбеһе Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған, ә халыҡ иһә, уларға эйәреп, тыңламаусан булып киткән. Шул арҡала б. э. т. 607 йылда Алла вавилондарға израилдәрҙе яулап алырға рөхсәт иткән. Шул ваҡыттан бирле Иерусалимда идара иткән бер батша ла инде Йәһүәнең вәкиле булмаған. Тап ошо мәғәнәлә Алланың хакимлығы туҡтатылған булған. Әлегә аңлашыламы?

Зариф: Аңлашыла, буғай.

Таһир: Шуға күрә, б. э. т. 607 йылда ете ваҡыт башланған, йәғни Алланың идараһы өҙөлгән, тигән һығымтаға киләбеҙ. Ете ваҡыт үтеүгә, Алла үҙ вәкиле итеп яңы хаким ҡуйырға тейеш булған, әммә инде был юлы ерҙә түгел, ә күктә. Тап шул саҡта Данил китабынан беҙ ҡарап киткән башҡа пәйғәмбәрлектәр ҙә үтәлер ине. Хәҙер инде яңы һорау тыуа: ә ете ваҡыт ҡасан тамамланған? Шул һорауға яуап тапһаҡ, Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлағанын белербеҙ.

Зариф: Ә-ә, аңланым. Туҡта әле, әйҙә, үҙем әйтеп ҡарайым: ете ваҡыт 1914 йылда тамамланған, шулаймы?

Таһир: Дөп-дөрөҫ!

Зариф: Әммә быны ҡайҙан беләбеҙ?

Таһир: Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса ете ваҡыттың әле тамамланмағанын күрһәткән *. Тимәк, был бик оҙайлы осор. Ете ваҡыт Ғайса ергә килерҙән йөҙләгән йыл алдараҡ башланған һәм ул күккә күтәрелгәндән һуң да күпмелер ваҡыт дауам иткән. Хәтереңдәлер, Данил пәйғәмбәрлектәренең мәғәнәһе «ахырғы ваҡытта» * ғына асылырға тейеш булған. Шуны ла әйтергә кәрәк, XIX быуаттың аҙағында Изге Яҙманы эскерһеҙ тикшереүселәр ошо һәм башҡа пәйғәмбәрлектәрҙе ентекләп тикшергән. Улар, ете ваҡыт 1914 йылда тамамланырға тейеш, тигән һөҙөмтәгә килгән. Донъялағы ваҡиғалар ҙа Алла Батшалығының күктә тап 1914 йылда идара итә башлағанын күрһәтә. Шул йылда донъяның һуңғы көндәре, йәғни ахырғы ваҡыт башланған. Шунан, Зариф, бәлки, бөгөнгә ошо мәғлүмәт етеп торор?

Зариф: Эйе, миңә былар өҫтөндә уйланыр өсөн ваҡыт кәрәк.

Таһир: Борсолма. Был һорауҙы аңлар өсөн миңә лә ваҡыт кәрәк булды. Әммә ошо һөйләшеүҙән Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ тураһындағы тәғлимәтте Изге Яҙмаға нигеҙләүен һин аңлағанһыңдыр тип өмөтләнәм.

Зариф: Быға инде бер шик тә юҡ. Һеҙҙең һәр тәғлимәтте Изге Яҙма ярҙамында аңлатыуығыҙ мине гел һоҡландыра.

Таһир: Һинең дә шундай теләгең бар икәнен күрәм. Бөгөнгә ошонда туҡтайыҡ, әммә һинең ниндәйҙер һорауҙарың ҡалғандыр, моғайын. Мәҫәлән, беҙ ете ваҡыттың Алла Батшалығы менән бәйле икәнен һәм уның б. э. т. 607 йылда башланғанын белдек. Әммә ете ваҡыттың тап 1914 йылда тамамланғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? *

Зариф: Эйе, был миңә бик ҡыҙыҡ.

Таһир: Ете ваҡыттың күпме дауам иткәнен иҫәпләп сығарырға Изге Яҙма үҙе ярҙам итә. Әйҙә, был турала киләһе осрашҡанда һөйләшәйек *.

Зариф: Ярар, килештек.

Һеҙҙе Изге Яҙмаға бәйле берәй һорау ҡыҙыҡһындырамы? Йәһүә шаһиттарының ышаныуҙары һәм эшмәкәрлеге тураһында белергә теләйһегеҙме? Әгәр шулай икән, киләһе тапҡыр Йәһүә шаһиттары менән осрашҡанда, уларға һорауҙарығыҙҙы бирергә оялмағыҙ. Улар һорауҙарығыҙға шатланып яуап бирер.

^ Йәһүә шаһиттары кешеләр менән бушлай Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә. Өйрәнеү ваҡытында төрлө темалар тикшерелә.

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 2:3—5.

^ «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 9-сы бүлеген ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған. Уны шулай уҡ www.pr418.com сайтында табып була.

^ Данил 4:13—17.

^ Данил 4:20—36.

^ 1 Йылъяҙма 29:23.

^ Ахырғы көндәргә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектә Ғайса былай тигән: «Мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, [Алла идараһын символлаштырған] Иерусалимды тапар» (Лука 21:24). Тимәк, Ғайса көндәрендә әле Алла идараһы торғоҙолмаған булған, һәм был хәл ахырғы көндәргә тиклем шулай ҡалырға тейеш булған.

^ Данил 12:9.

^ «Изге Яҙманың хаҡ тәғлимәттәре» (тат.) тигән китаптың 215—218-се биттәрен ҡарағыҙ. Уны шулай уҡ www.pr418.com сайтында ла табып була.

^ Был теманың дауамы киләһе мәҡәләлә ҡарала. Унда Изге Яҙманан ете ваҡыттың оҙайлығын билдәләргә ярҙам иткән аяттар тикшерелә.