Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге» һеҙҙе нимәгә дәртләндерә?

Алланың «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге» һеҙҙе нимәгә дәртләндерә?

«Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!» (2 КОР. 9:15)

ЙЫРҘАР: 53, 18

1, 2. а) Алланың «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге» нимәне үҙ эсенә ала? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

ҮҘЕНЕҢ берҙән-бер Улын ергә ебәреп, Йәһүә беҙгә бик ҙур мөхәббәт күрһәткән! (Яхъя 3:16; 1 Яхъя 4:9, 10). Илсе Паул быны «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүлә[к]» тип атаған (2 Кор. 9:15). Ни өсөн ул ундай һүҙҙәр һайлаған?

2 Паул Алланың бөтә вәғәҙәләре Мәсихтең камил йоломо аша үтәләсәген белгән. (2 Коринфтарға 1:20-не уҡығыҙ.) Шулай итеп, Йәһүәнең Ғайса Мәсих аша күрһәткән «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге» уның тоғро яратыуын һәм бөтә игелекле эштәрен үҙ эсенә ала. Был бүләк шул тиклем иҫ киткес, уны хатта һүҙҙәр менән тасуирлап та булмай. Бындай сағыштырғыһыҙ бүләк беҙгә ниндәй йоғонто яһарға тейеш? 2016 йылдың 23 мартында шаршамбы көнө үтәсәк Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә әҙерләнгәндә был бүләк тураһында уйланыу беҙҙе ниндәй эштәргә дәртләндерергә тейеш?

АЛЛАНЫҢ ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ БҮЛӘГЕ

3, 4. а) Берәйһе бүләк биргәндә, һеҙ нимә хис итәһегеҙ? б) Үҙенсәлекле бүләк йәшәү рәүешегеҙҙе нисек үҙгәртә ала?

3 Әлбиттә, бүләк алыу һәр беребеҙгә бик ҙур шатлыҡ килтерә. Әммә ҡайһы бер бүләктәр шул хәтлем үҙенсәлекле һәм ҙур мәғәнәгә эйә була, хатта кешенең тормошон үҙгәртә ала. Әйтәйек, һеҙҙе, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп, үлем язаһына хөкөм иткәндәр, ти. Ҡапыл һеҙгә таныш булмаған бер кеше, алға сығып, һеҙҙең урынға яза алырға ризалаша. Ул ысынлап та һеҙҙең өсөн үлергә әҙер! Ундай таң ҡалдырырлыҡ «бүләк» һеҙҙә ниндәй хистәр уятыр ине?

4 Һис шикһеҙ, фиҙаҡәр яратыуҙың бындай сағылышы һеҙҙе тәртибегеҙ тураһында етди уйланырға һәм хатта йәшәү рәүешегеҙҙе үҙгәртергә этәрер ине. Моғайын, һеҙ башҡаларға ҡарата йомартыраҡ, игелеклерәк булып китер инегеҙ һәм хатта үҙегеҙҙе рәнйеткән бөтә кешене ғәфү итер инегеҙ. Ғүмерегеҙҙең ахырына ҡәҙәр һеҙҙең урынға үлергә әҙер булған кеше алдында үҙегеҙҙе бурыслы итеп тойор инегеҙ.

5. Ни өсөн Алланың йолом бүләге һәр ҡайһы бүләктән күпкә бөйөгөрәк?

5 Ләкин Йәһүәнең Мәсих аша биргән бүләге миҫалдағы кешенең «бүләгенән» күпкә бөйөгөрәк (1 Пет. 3:18). Ни өсөн? Мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында беҙҙең бөтәбеҙҙе лә үлем язаһы көтә (Рим. 5:12). Кешеләрҙе яратҡанға, Йәһүә Ғайсаны, «бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн», ергә ебәргән (Евр. 2:9). Йәһүә хәҙерге ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә үлемде мәңгегә юҡҡа сығарыр өсөн нигеҙ һалған (Ишағ. 25:7, 8; 1 Кор. 15:22, 26). Ғайсаға иман күрһәткән һәр кеше, Мәсих етәкселегендәге Алла Батшалығының гражданы булып, ерҙә тыныслыҡта һәм бәхеттә мәңге йәшәйәсәк, ә майланғандар был Батшалыҡта Ғайсаның хакимдаштары буласаҡ (Рим. 6:23; Асыл. 5:9, 10). Йәһүәнең был бүләге тағы ниндәй фатихалар килтерәсәк?

6. а) Һин Йәһүәнең бүләге килтергән ниндәй фатихаларҙы зарығып көтәһең? б) Алла бүләге беҙҙе ниндәй өс өлкәлә тырышлыҡ һалырға дәртләндерә?

6 Йәһүәнең бүләге ярҙамында беҙ бөтә ауырыуҙарҙан һауығасаҡбыҙ, ер ожмахҡа әйләнәсәк, үлгәндәр терелтеләсәк (Ишағ. 33:24; 35:5, 6; Яхъя 5:28, 29). Беҙ Йәһүәне һәм уның ғәзиз Улын шундай «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүлә[к]» биргәндәре өсөн бик яратабыҙ. Шулай ҙа бындай һорау тыуа: Алла мөхәббәте беҙҙе нимәгә рухландыра? Әйҙәгеҙ, Алла мөхәббәте беҙҙе нисек: 1) Ғайса Мәсихтең эҙҙәре буйынса барырға, 2) ҡәрҙәштәрҙе яратырға һәм 3) башҡаларҙы ысын күңелдән кисерергә дәртләндереүен ҡарап сығайыҡ.

«БЕҘҘЕ МӘСИХ МӨХӘББӘТЕ ЙӨРӨТӘ»

7, 8. Мәсих мөхәббәте беҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

7 Беренсенән, беҙҙең Ғайса Мәсих өсөн йәшәргә теләгебеҙ булырға тейеш. Илсе Паул: «Беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә», — тип яҙған. (2 Коринфтарға 5:14, 15-те уҡығыҙ.) Паул Мәсихтең бөйөк яратыуы өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе уның хаҡҡа йәшәргә дәртләндермәй ҡалмаясағын бик яҡшы аңлаған. Йәһүәнең беҙҙең хаҡҡа нимә эшләгәненә тулыһынса төшөнгәндә, күңелдәребеҙ уға ҡарата мөхәббәт менән тулыша. Был иһә беҙҙә йән-тән менән Ғайса Мәсих өсөн йәшәү теләге тыуҙыра. Беҙ быны нисек күрһәтә алабыҙ?

8 Йәһүәне яратҡан кешеләр, Мәсихтән өлгө алып, тап уның эҙенән барырға теләй (1 Пет. 2:21; 1 Яхъя 2:6). Тыңлаусан булып, беҙ Йәһүә менән Мәсихкә ҡарата яратыуыбыҙҙы раҫлайбыҙ. Ғайса: «Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен», — тигән (Яхъя 14:21; 1 Яхъя 5:3).

9. Беҙгә ниндәй баҫым менән көрәшергә тура килә?

9 Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа үҙебеҙҙең йәшәү рәүешебеҙ хаҡында уйланып алһаҡ, яҡшы булыр ине. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: тормошомдоң ниндәй өлкәләрендә мин Ғайса эҙенән уңышлы ғына барам? Ҡайһы яҡтарҙан мин яҡшыра алам? Үҙ-үҙеңде тикшереп тороу үтә мөһим, сөнки был донъя, беҙгә гел баҫым яһап, үҙенең юлдарынан барырға этәрә (Рим. 12:2). Иғтибарлы булмаһаҡ, был донъя фәлсәфәһенең әсирлегенә эләгеүебеҙ йә хатта күренекле кешеләрҙең һәм спорт йондоҙҙарының үрнәгенә эйәреп китеүебеҙ ихтимал (Кол. 2:8; 1 Яхъя 2:15—17). Беҙ был баҫымға нисек ҡаршы тора алабыҙ?

10. Быйылғы Кисә үткән осорҙа беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирә алабыҙ, һәм был һорауҙарға яуаптар беҙҙе нимәгә дәртләндерә ала? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

10 Кисә үткән осорҙа беҙ үҙебеҙҙең гардеробты, фильмдар һәм йырҙар коллекцияһын, шулай уҡ компьютер, смартфон йә планшетта һаҡланған материалдарҙы тикшереп сыға алабыҙ. Гардеробығыҙҙы тикшергәндә, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: мин барған ерҙә Ғайса ла булһа, ошо кейемде кейгәнем арҡаһында уңайһыҙланмаҫ инемме? (1 Тимофейға 2:9, 10-ды уҡығыҙ.) Был әйберҙе кейһәм, берәйһендә минең Ғайса Мәсихтең шәкерте булыуыма шиктәр тыумаҫмы? Фильмдар һәм музыканы һайлауға килгәндә лә, беҙ үҙебеҙгә шундайыраҡ һорауҙар бирә алабыҙ: Ғайса был фильмды ҡарар инеме йә был музыканы тыңлар инеме? Ул телефонымды йә планшетымды һорап торған булһа, Ғайсаның унда күргәндәре өсөн миңә уңайһыҙ булмаҫ инеме? Видеоуйындар тураһында әйткәндә, үҙегеҙгә ошондай һорау бирегеҙ: Ғайсаға был уйынды ни өсөн оҡшатҡанымды аңлатыу ауыр булмаҫ инеме? Йәһүәне яратыу беҙҙе Мәсих шәкерттәре өсөн яраҡһыҙ булған нәмәләрҙән, хатта улар ҡиммәтле булһа ла, арынырға дәртләндерәсәк (Ғәм. 19:19, 20). Йәһүәгә бағышланғанда, беҙ инде үҙебеҙ өсөн түгел, ә Мәсих өсөн йәшәргә вәғәҙә иттек. Шуға күрә үҙебеҙҙә Мәсих эҙенән барырға ҡамасаулай алған әйберҙәрҙе һаҡламайыҡ (Мат. 5:29, 30; Флп. 4:8).

11. а) Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата яратыу беҙҙе вәғәз эшендә нимәгә рухландыра? б) Яратыу беҙҙе нисек йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә дәртләндерә ала?

11 Ғайсаға ҡарата яратыуыбыҙ беҙҙе вәғәздә һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ашҡынып ҡатнашырға дәртләндерә (Мат. 28:19, 20; Лука 4:43). Кисә алдынан һәм унан һуң, 30 йәки 50 сәғәт вәғәзләп, ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү мөмкинлеге бар. Һеҙ ундай хеҙмәттә ҡатнаша алыр инегеҙме? 84 йәшлек бер тол ағай-ҡәрҙәш, оло йәшем һәм насар һаулығым арҡаһында ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алмаҫмын, тип уйлаған. Әммә йәнәшәһендә йәшәгән башҡа пионерҙар уға ярҙам итергә булған. Улар уны үҙҙәренең машиналарында йөрөткән һәм уға вәғәзләргә уңайлы булған участка һайлаған. Һөҙөмтәлә, ул 30 сәғәтлек норманы үтәй алған. Кисә үткән осорҙа йыйылыштағы берәй ҡәрҙәшегеҙгә ярҙамсы пионер хеҙмәтенән шатлыҡ алырға ярҙам итә алыр инегеҙме? Әлбиттә, беҙҙең барыбыҙ ҙа ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алмай. Шулай ҙа беҙ, булған ваҡыт һәм көсөбөҙҙө хеҙмәткә сарыф итеп, данлау ҡорбаныбыҙҙы аҙыраҡ булһа ла арттыра алабыҙ. Шулай эшләһәк, беҙҙе лә, Паул осрағындағы һымаҡ, Мәсих мөхәббәте йөрөтә икәнен күрһәтербеҙ. Алланың мөхәббәте беҙҙе тағы нимәгә дәртләндерә?

«БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ЯРАТЫРҒА ТЕЙЕШБЕҘ»

12. Алланың мөхәббәте беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

12 Икенсенән, Алланың мөхәббәте беҙҙе ҡәрҙәштәрҙе яратырға дәртләндерә. Быны илсе Яхъя яҡшы аңлаған. «Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ», — тип яҙған ул (1 Яхъя 4:7—11). Эйе, ҡәрҙәштәрҙе яратмаһаҡ, Алланың мөхәббәте өсөн рәхмәтлебеҙ тип әйтә алмайбыҙ (1 Яхъя 3:16). Яратыуҙы ғәмәлдә нисек күрһәтергә?

13. Ғайса башҡаларҙы яратыуҙа ниндәй үрнәк ҡалдырған?

13 Ғайсаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ерҙә хеҙмәт иткәндә, ул ябай кешеләргә айырым иғтибар күрһәткән. Ул аҡһаҡтар, һуҡырҙар, һаңғырауҙар һәм телһеҙҙәрҙе һауыҡтырған (Мат. 11:4, 5). Дин әһелдәре ябай халыҡты «ҡарғалған» тип иҫәпләгән. Ғайсаға иһә рухи яҡтан ас булған был кешеләрҙе өйрәтеү шатлыҡ килтергән (Яхъя 7:49). Ул йәберләнгәндәрҙе яратҡан һәм уларға ярҙам итер өсөн күп көс түккән (Мат. 20:28).

Һеҙ оло йәштәге ҡәрҙәштәргә хеҙмәттә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Һеҙ ҡәрҙәштәргә нисек яратыу күрһәтә алаһығыҙ?

14 Кисә үткән осор — Ғайсанан үрнәк алып, йыйылышыбыҙҙағы ҡәрҙәштәр тураһында уйланыр өсөн яҡшы мөмкинлек. Шулай эшләп, һеҙ, һис шикһеҙ, ярҙамға мохтаж булғандарҙы күрә алырһығыҙ. Мәҫәлән, оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең янына барып, уларға берәй нисек ярҙам итә алыр инегеҙме? Бәлки, был ҡәҙерле имандаштарыбыҙға аҙыҡ һатып алырға, өйҙәрен йыйыштырырға, машинала йыйылыш осрашыуына алып барырға йәки улар менән вәғәзгә барып килергә кәрәктер? (Лука 14:12—14-те уҡығыҙ.) Алланың мөхәббәте беҙҙе ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтергә һәм уларға ярҙам итергә дәртләндерһен.

ҠӘРҘӘШТӘРГӘ РӘХИМЛЕК КҮРҺӘТЕГЕҘ

15. Беҙгә нимәне аңларға кәрәк?

15 Өсөнсөнән, Йәһүәнең мөхәббәте ҡәрҙәштәрҙе кисерергә дәртләндерергә тейеш. Әҙәмдең балалары булараҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһ һәм үлем мираҫ итеп алғанбыҙ. Бер кеше лә: «Мин йоломға мохтаж түгел», — тип әйтә алмай. Хатта Алланың иң тоғро хеҙмәтселәре лә Йәһүәнең Мәсих аша күрһәтелгән йомарт игелегенә мохтаж. Беҙҙең һәр беребеҙгә ифрат ҙур бурыс кисерелгән! Ни өсөн быны таныу шул тиклем мөһим? Яуапты Ғайсаның бер ҡиссаһынан табырбыҙ.

16, 17. а) Ғайсаның ҡиссаһынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? б) Ғайсаның ҡиссаһы тураһында уйланыу һеҙҙе нимә эшләргә дәртләндерә?

16 Ғайса бер батшаның үҙ хеҙмәтсеһенә бик ҙур бурысты бәхилләгәне тураһында ҡисса һөйләгән. Хеҙмәтсе батшаға 10 000 талант, йәғни 60 000 000 динар бурыслы булған. Шундай ҙур бурысы бәхилләнгән булһа ла, был хеҙмәтсе үҙенә ни бары 100 генә динар бурысы булған хеҙмәттәшен кисерергә теләмәгән. Батша, уның рәхимһеҙлеге тураһында белгәс, бик ныҡ асыуланып: «Яраҡһыҙ хеҙмәтсе! Һин үтенгәс, бөтә бурысыңды бәхилләнем. Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?» — тигән (Мат. 18:23—35, төшөрмә). Эйе, батшаның иҫ киткес рәхимлеге был хеҙмәтсене хеҙмәттәшен кисерергә дәртләндерергә тейеш булған. Ә беҙҙе Йәһүәнең яратыуы һәм рәхимлеге нимәгә дәртләндерергә тейеш?

17 Кисә үткән осорҙа ҡәрҙәштәребеҙгә үпкә һаҡлайбыҙмы, юҡмы икәнен тикшереп сығыу файҙалы булыр. Берәйһенә үпкә тотабыҙ икән, был осор — кисерергә әҙер булған Йәһүәнән өлгө алыр өсөн иң яҡшы ваҡыт (Них. 9:17; Зәб. 86:5). Йәһүәнең ғәйәт ҙур бурысыбыҙҙы кисергәне өсөн рәхмәтле булһаҡ, беҙ башҡаларҙы ысын күңелдән кисерергә әҙер булырбыҙ. Башҡаларҙы яратмаһаҡ һәм кисермәһәк, Алланың яратыуына һәм кисереүенә иҫәп тота алмайбыҙ (Мат. 6:14, 15). Кисереү үткәндәрҙе үҙгәртмәһә лә, киләсәгебеҙҙе һис шикһеҙ яҡшыға үҙгәртәсәк.

18. Алла мөхәббәте бер апай-ҡәрҙәшкә имандашына ҡарата нисек сабыр булырға ярҙам иткән?

18 Күбебеҙгә, бәлки, ҡәрҙәштәргә ҡарата «сабырлыҡ күрһәте[п]» тороу еңел түгелдер. (Колосстарға 3:13, 14; Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, кейәүҙә булмаған Лили исемле бер апай-ҡәрҙәш Кэрол исемле тол апай-ҡәрҙәшкә ярҙам итеп торған [1]. Лили Кэролды машинаһында йөрөткән, йомоштарын үтәгән һәм уға башҡа күп игелек ҡылған. Ләкин Кэрол һәр ваҡыт талапсан булған. Уның менән еңел булмаһа ла, Лили иғтибарын Кэролдың ыңғай сифаттарына туплаған. Лили бер нисә йыл дауамында уның хаҡында ҡайғыртып торған. Шунан Кэрол ҡаты ауырып үлеп киткән. «Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, — тип әйтә Лили, — мин Кэролдың үленән тереләсәген түҙемһеҙлек менән көтәм. Камил булып киткән Кэрол менән яҡынданыраҡ танышҡым килә». Эйе, Алла мөхәббәте беҙҙе ҡәрҙәштәргә ҡарата сабыр булырға һәм кешеләрҙең камил булмауы мәңгегә юҡ ителәсәк ваҡытты зарығып көтөргә дәртләндерә ала.

19. Алланың «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге» һеҙҙе нимәгә дәртләндерә?

19 Ысынлап та, беҙ Йәһүәнән «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүлә[к]» алғанбыҙ. Әйҙәгеҙ, бер ҡасан да был ҡиммәтле бүләккә ғәҙәти нәмәгә ҡарағандай ҡарамайыҡ. Бының урынына, айырыуса Кисә үткән осорҙа, Йәһүә менән Ғайсаның беҙҙең өсөн башҡарған бөтә эштәре хаҡында рәхмәт тойғоһо менән уйланайыҡ. Уларҙың мөхәббәте беҙҙе Ғайса эҙенән барырға, ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтергә һәм уларҙы ысын күңелдән кисерергә дәртләндерһен.

^ [1] (18-се абзац) Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.