Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ

Ни өсөн Ғайса яфа сигеп үлгән?

Ни өсөн Ғайса яфа сигеп үлгән?

«Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән» (Римдарға 5:12)

Һеҙҙән: «Мәңге йәшәргә теләйһегеҙме?» — тип һораһалар, нимә тип яуап бирер инегеҙ? Күпселек кеше, моғайын, «эйе, ләкин был мөмкин түгел», тиер ине. Күптәр, үлемде тормоштоң тәбиғи өлөшө, йәшәүҙең ҡотолғоһоҙ ахыры, тип һанай.

Әйтәйек, һорауҙы әҙ генә үҙгәртеп: «Үлергә теләйһегеҙме?» — тип һораһалар, һеҙ нимә тиерһегеҙ? Ғәҙәти шарттарҙа күптәр «юҡ» тиер ине. Бынан ниндәй һығымта яһап була? Кешенең төрлө ҡайғы-хәсрәттәргә ҡарамаҫтан йәшәгеһе килә, был уның тәбиғи теләге. Изге Яҙманан күренеүенсә, Алла кешеләрҙе йәшәү теләге менән барлыҡҡа килтергән. Уның Һүҙендә, ул «кешеләрҙең күңеленә мәңгелек һалған», тип әйтелә (Вәғәзсе 3:11).

Тимәк, Алланың ниәте буйынса, кеше мәңге йәшәргә тейеш булған. Ләкин ысынбарлыҡта берәү ҙә мәңге йәшәмәй. Сәбәп ниҙә һуң? Алла был хәлде төҙәтер өсөн берәй нәмә эшләгәнме? Был һорауҙарға Изге Яҙмала килтерелгән яуаптарҙы белеү йыуаныс бирә, шул уҡ ваҡытта улар туранан-тура Ғайсаның яфа сигеп үлеүенең сәбәптәре менән бәйле.

НИ ӨСӨН КЕШЕЛӘР ҮЛӘ?

Изге Яҙманың Башланмыш китабының беренсе өс бүлегендә Алланың беренсе кешеләргә — Әҙәм менән Һауаға мәңгелек йәшәү мөмкинлеге биреүе һәм бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыуы хаҡында әйтелә. Шулай уҡ Изге Яҙмала уларҙың, Алланы тыңламайынса, ошо мөмкинлекте юғалтыуҙары тураһында бәйән ителә. Бының барыһы ябай тел менән — шул тиклем ябай тел менән тасуирлана, хатта ҡайһы берәүҙәр уны әкиәт тип һанай. Әммә Башланмыш китабын, «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптары һымаҡ, тарихи яҡтан дөрөҫ һәм ышаныслы тип иҫәпләр өсөн күп дәлилдәр бар *.

Әҙәмдең тыңламаусанлығы нимәгә килтергән? Изге Яҙмала былай тиелә: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12). Алланы тыңламайынса, Әҙәм гонаһ ҡылған. Шулай итеп ул мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан һәм ахыр сиктә үлгән. Уның нәҫеле булараҡ, беҙ гонаһ мираҫ итеп алғанбыҙ. Һөҙөмтәлә беҙ бөтәбеҙ ҙә ауырыйбыҙ, ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ. Изге Яҙмалағы ошо аңлатма бөгөн ғалимдарҙың нәҫеллек тураһында белгәндәренә тура килә. Әммә Алла хәлде төҙәтер өсөн берәй нәмә эшләгәнме?

АЛЛА НИМӘ ЭШЛӘГӘН?

Эйе, Алла кешеләргә Әҙәм юғалтҡан мәңге йәшәү мөмкинлеген кире ҡайтарыр өсөн саралар күргән. Алла быны нисек эшләгән?

«Гонаһ әжере — үлем», — тип әйтелә Римдарға 6:23-тә. Был һүҙҙәрҙән үлем гонаһтың эҙемтәһе икәне күренә. Әҙәм гонаһ ҡылған, шуға күрә үлгән. Шуның шикелле, беҙ ҙә гонаһ ҡылғанға үләбеҙ. Әммә беҙ инде гонаһлы булып тыуғанбыҙ, һәм бында беҙҙең ғәйебебеҙ юҡ. Шунлыҡтан Алла, беҙгә яратыу күрһәтеп, Улы Ғайса Мәсихте беҙҙең өсөн «гонаһ әжере[н]» алырға ебәргән. Был нисек мөмкин булған?

Ғайсаның үлеме бәхетле мәңгелек тормошҡа юл аса

Бер камил кешенең — Әҙәмдең тыңламаусанлығы арҡаһында беҙгә гонаһ һәм үлем күскән. Шуға күрә беҙҙе гонаһ әжеренән ҡотҡарыр өсөн үлеменә тиклем тыңлаусан булып ҡалған бүтән бер камил кеше кәрәк булған. Изге Яҙмала был фекер былай аңлатыла: «Берәүҙең тыңламаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана» (Римдарға 5:19). Был тыңлаусан «бер Кеше» Ғайса булған. Ул күкте ҡалдырған, камил кеше * булып киткән һәм беҙҙең хаҡҡа үлгән. Һөҙөмтәлә беҙ, Алла ҡарашында тәҡүә булып, мәңгелек тормош алырға өмөтләнә алабыҙ.

НИ ӨСӨН ҒАЙСА ЯФА СИГЕП ҮЛГӘН?

Әммә ни өсөн Ғайсаға үлергә кәрәк булған? Әллә Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Алла, Әҙәмдең тоҡомдарына мәңге йәшәргә рөхсәт ителә, тип бойороҡ ҡына бирә алмағанмы? Һис шикһеҙ, уның шулай эшләргә хакимлығы булған. Ләкин, шулай эшләһә, ул үҙе сығарған ҡанунды, атап әйткәндә, гонаһ өсөн түләү — үлем, тигән ҡанунды боҙор ине. Был ҡанун кәрәк саҡта еңел генә үҙгәртеп була торған әһәмиәтһеҙ бер ҡағиҙә генә булмаған. Уны боҙоу ысын ғәҙеллектең нигеҙен ҡаҡшатыр ине (Зәб. 37:28).

Әгәр Алла ошо осраҡта ғәҙеллекте кире ҡаҡҡан булһа, кешеләрҙә, ул башҡа осраҡтарҙа ла шулай эшләмәҫме, тигән шик уяныр ине. Мәҫәлән, ул Әҙәмдең тоҡомдарынан кем мәңге йәшәргә лайыҡлы икәнен хәл иткәндә ғәҙел эш итә алырмы? Уның вәғәҙәләренә ышанып буламы? Әммә ошо осраҡта Алла үҙенең ҡанундарын боҙмағанға, беҙ уның һәр саҡ ғәҙел эш итәсәгенә тулыһынса ышана алабыҙ.

Ғайсаның ҡорбан булып үлеүен рөхсәт итеп, Алла кешеләргә ер йөҙөндә ожмахта мәңге йәшәүгә юл асҡан. Ғайсаның Яхъя 3:16-ла яҙылған һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе». Шулай итеп, Ғайсаның үлеме Алланың ҡаҡшамаҫ ғәҙеллегенең генә түгел, ә уның кешелеккә ҡарата бөйөк яратыуының сағылышы булып тора, быныһы иһә тағы ла мөһимерәк.

Улай булғас, ни өсөн Ғайса яфа сигеп үлергә тейеш булған? Үҙ ирке менән ғазап сигеп һәм Аллаға тоғролоҡ һаҡлап, Ғайса Шайтандың кешеләр һынауҙарҙа Аллаға тоғро булып ҡала алмай тигән раҫлауы ялған икәнен иҫбатлаған (Әйүп 2:4, 5). Камил кешене — Әҙәмде гонаһҡа тартҡандан һуң, Шайтандың ошо раҫлауы нигеҙле булып күренә алған. Әммә Ғайса — Әҙәм һымаҡ уҡ камил кеше — үтә ауыр ғазаптарға ҡарамаҫтан Йәһүә Аллаға тыңлаусан булып ҡалған (1 Коринфтарға 15:45). Шулай итеп ул Әҙәмдең дә, теләгән булһа, Аллаға тыңлаусан була алғанын иҫбатлаған. Һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалып, Ғайса беҙгә эҙенән барыр өсөн үрнәк ҡалдырған (1 Петр 2:21). Алла, үҙенең Улын камил тыңлаусанлыҡ өсөн бүләкләп, уға күктәге үлемһеҙ тормош биргән.

ҺЕҘГӘ БЫЛ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ АЛА

Ғайса беҙҙең өсөн ғүмерен биргән. Мәңгелек тормошҡа юл асыҡ. Һеҙ мәңге йәшәргә теләйһегеҙме? Бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген Ғайса ошондай һүҙҙәр менән аңлатҡан: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3).

Был брошюраны баҫтырыусылар һеҙҙе хаҡ Алла Йәһүә һәм уның Улы Ғайса Мәсих тураһында күберәк белергә саҡыра. Һеҙҙең тирәлә йәшәгән Йәһүә Шаһиттары һеҙгә шатланып ярҙам итер. Һеҙ шулай уҡ беҙҙең рәсми сайтта файҙалы мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

^ 8 абз. Йәһүә Шаһиттары тарафынан сығарылған «Изге Яҙманы аңлау» тигән энциклопедияһында (урыҫ) «Башланмыш Изге Яҙма китабы» тигән мәҡәләлә «Башланмыштың тарихи яҡтан дөрөҫлөгө» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ.

^ 13 абз. Алла үҙ Улының ғүмерен күктән Мәрйәмдең ҡарынына күсергәс, Мәрйәм балаға уҙған. Алланың изге рухы Ғайсаны Мәрйәмдән мираҫ рәүешендә күсә алған гонаһтан һаҡлаған, бының ярҙамында Ғайса камил булып тыуған (Лука 1:31, 35).