Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иблис шәхесме, әллә юҡмы?

Иблис шәхесме, әллә юҡмы?

Иблис шәхесме, әллә юҡмы?

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ? Иблис...

  • рухи шәхесме?

  • кеше эсендәге яуызлыҡмы?

  • кешенең фараз емешеме?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

Шайтан Иблис Ғайса пәйғәмбәр менән һөйләшкән һәм уны һынаған (Матфей 4:1—4). Шулай итеп, Иблис уйҙырма ла түгел, яуызлыҡ ҡына ла түгел. Ул яуыз рухи шәхес.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Тәүҙә ул яҡшы фәрештә булған, ләкин «хәҡиҡәттән ситкә киткән» (Яхъя 8:44, ЯДТ). Ул, алдаҡсы булып китеп, Аллаға ҡаршы баш күтәргән.

  • Башҡа фәрештәләр ҙә Шайтандың фетнәһенә ҡушылған (Асылыш 12:9).

  • Иблис кешеләрҙең аҡылын томалаған, шуға күрә улар уның барлығына ышанмай (2 Коринфтарға 4:4).

Шайтан Иблис кешеләр менән идара итә аламы?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР УЙЛАУЫНСА, Шайтандың кешеләр менән идара итә алыуы тураһындағы фекер — буш һүҙ. Башҡаларҙы иһә яуыз рухтарҙың үҙҙәренә хужа булыуы тураһындағы уй ҡурҡыта. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ» (1 Яхъя 5:19). Шайтан Иблис кешелеккә ғәйәт ҙур йоғонто яһай, әммә һәр бер кеше менән идара итә алмай.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Иблис, йоғонтоһон киңәйтер өсөн, ялған тарата (2 Коринфтарға 11:14).

  • Ҡайһы бер осраҡтарҙа яуыз рухтар кеше менән етәкселек итә ала (Матфей 12:22).

  • Алла ярҙамы менән һеҙ «Иблискә ҡаршы тор[а]» алаһығыҙ (Яҡуб 4:7).