Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ҺЕҘ ҠАЙҘАН ЙЫУАНЫС ТАБА АЛАһЫҒЫҘ?

Алла нисек йыуата?

Алла нисек йыуата?

Илсе Павел Йәһүәне * «барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа» «һәр яҡлап йыуатыусы Алла» итеп тасуирлаған (2 Коринфтарға 1:3, 4). Шулай итеп Изге Яҙма беҙҙе Алланың һәр кемде, тормошонда ниндәй генә ҡайғы булмаһын, йыуата алыуына ышандыра.

Әлбиттә, Алла беҙҙе йыуатһын өсөн, беҙ үҙебеҙ ҙә нимәлер эшләргә тейеш. Мәҫәлән, табип менән осрашмаһаҡ, ул беҙгә нисек ярҙам итә алһын? Изге Яҙмала былай тиелгән: «Ике кеше осрашырға алдан һөйләшмәһә, юлға бергә сығырмы?» (Амос 3:3). Шуға күрә Алла Һүҙе: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип өндәй (Яҡуб 4:8).

Беҙ Алланың үҙебеҙгә яҡынлашырға теләүен ҡайҙан беләбеҙ? Беренсенән, ул ярҙам итергә теләүе хаҡында ҡат-ҡат әйтә. ( Рамканы ҡарағыҙ.) Икенсенән, беҙҙә Алланың йыуатыуын тойған кешеләрҙең — боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта йәшәгән реаль кешеләрҙең миҫалдары бар.

Бөгөн Алланан ярҙам эҙләгән кешеләр кеүек, Дауыт батша ла күп ҡайғы кисергән. Бер ваҡыт ул: «Һиңә ярҙам һорап ялбарғанда... үтенестәремде ишет», — тип доға ҡылған. Алла уға яуап биргәнме? Эйе. Дауыт былай тип өҫтәгән: «Мин унан ярҙам күрҙем, шуға күңелем һөйөнә» (Зәбур 28:2, 7).

ҒАЙСА ҠАЙҒЫРҒАНДАРҘЫ ЙЫУАТЫУҘА НИНДӘЙ РОЛЬ УЙНАЙ

Йәһүә Ғайса пәйғәмбәргә кешеләрҙе йыуатыуҙа төп роль тапшырған. Шулай итеп, Ғайсаны ергә ебәргәндә, Алла уға ҡушҡан йөкләмәләрҙең береһе «китек күңеллеләрҙең яраларын бәйләү» һәм «ҡайғырғандарҙың барыһын йыуатыу» булған (Ишағыя 61:1, 2). Пәйғәмбәрлек ителгәнсә, Ғайса «йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр[гә]» айырыуса иғтибарлы булған (Матфей 11:28—30).

Ғайса кешеләрҙе төрлөсә йыуатҡан: аҡыллы кәңәш биргән, игелек күрһәткән, ә ҡайһы саҡта хатта ауырыуҙарҙан һауыҡтырған. Бер көндө махау сиренән интеккән кеше Ғайсанан: «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип үтенгән. Ғайса, уны йәлләп: «Эйе, теләйем. Таҙарын!» — тигән (Марк 1:40, 41). Шунда теге кеше һауыҡҡан.

Хәҙерге ваҡытта Ғайса ерҙә түгел һәм беҙҙе шәхсән рәүештә йыуата алмай. Әммә уның атаһы Йәһүә, «һәр яҡлап йыуатыусы Алла», мохтаждарға ярҙам итеп тора (2 Коринфтарға 1:3). Алла кешеләрҙе ниндәй дүрт ысул ярҙамында йыуата?

  • Изге Яҙма. «Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Римдарға 15:4).

  • Алланың изге рухы. Ғайса үлгәндән һуң мәсихселәр йыйылышы йыуатыуға бик мохтаж булған. Изге Яҙманан күренгәнсә, Алла мәсихселәрҙе үҙенең изге рухы — эш итеүсе ҡеүәтле көсө ярҙамында йыуатҡан (Ғәмәлдәр 9:31). Изге рух аша Алла һәр төрлө шарттарҙа һәр бер кешене йыуата ала.

  • Доға. «Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ... Алла алдында теләктәрегеҙҙе... белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар», — тип кәңәш ителә Изге Яҙмала (Филиптарға 4:6, 7).

  • Имандаштар. Ҡараштарыбыҙҙы уртаҡлашҡан дуҫтар беҙгә ысын йыуаныс килтерә ала. Илсе Павел үҙенең хеҙмәттәштәре хаҡында, мохтажлыҡта һәм ғазаптарҙа «улар миңә күңел йыуанысы» булдылар, тигән (Колосстарға 4:11; 1 Фессалоникаларға 3:7).

Әммә һеҙҙең бындай һорау тыуғандыр: «Быларҙың барыһы нисек ғәмәлгә ашырыла?» Әйҙәгеҙ, үткән мәҡәләлә иҫкә алынған ауырлыҡтар менән осрашҡан кешеләрҙең миҫалдарын ентекләберәк ҡарап сығайыҡ. Шул кешеләр кеүек, һеҙ ҙә Алланың «әсә балаһын йыуатҡан кеүек, мин дә һеҙҙе йыуатып торормон» тигән йән йылытырлыҡ вәғәҙәһен әлеге көндә лә үтәүенә инана алырһығыҙ (Ишағыя 66:13).

^ 3 абз. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә — Алланың исеме.