Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнең бүләктәренән тулыһынса файҙаланығыҙ

Йәһүәнең бүләктәренән тулыһынса файҙаланығыҙ

«Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин һине файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе» (ИШАҒ. 48:17).

ЙЫРҘАР: 20, 37

1, 2. а) Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙмаға мөнәсәбәте ниндәй? б) Изге Яҙманың ниндәй өлөшө һеҙгә айырыуса оҡшай?

ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫ Изге Яҙманы ярата. Уны уҡып, беҙ үҙебеҙ өсөн ышанысҡа лайыҡ күрһәтмәләр табабыҙ, был китап беҙгә йыуаныс һәм өмөт бирә (Рим. 15:4). Беҙ Изге Яҙмаға кешелек туплаған аҡыл йыйынтығы тип түгел, «ә ысынында нисек булһа, шул көйө — Алла һүҙе» тип ҡарайбыҙ (1 Фес. 2:13).

2 Һис шикһеҙ, һәр беребеҙҙең Изге Яҙманан яратҡан өҙөктәре бар. Ҡайһы берәүҙәргә Инжилде уҡыу айырыуса оҡшай. Унда Ғайсаның һүҙҙәре һәм эштәре аша Йәһүәнең иҫ киткес матур шәхесе һүрәтләнгән (Яхъя 14:9). Башҡаларҙы Изге Яҙманың пәйғәмбәри китаптары, мәҫәлән, «күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген» тасуирлаған Асылыш китабы ныҡ ҡыҙыҡһындыра (Асыл. 1:1). Ә арабыҙҙан кемдәр Зәбур китабын уҡып йыуаныс тапмаған? Йә Ғибрәтле һүҙҙәр китабын уҡып фәһемле һабаҡтар алмаған? Ысындан да, Изге Яҙма — һәр кеше өсөн яҙылған китап.

3, 4. а) Баҫмаларыбыҙға беҙҙең мөнәсәбәтебеҙ ниндәй? б) Йәһүә шаһиттарының баҫмалары ниндәй аудитория өсөн тәғәйенләнгән?

3 Изге Яҙманы яратҡанға, беҙ уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы ла уҡырға яратабыҙ. Мәҫәлән, беҙ китаптар, брошюралар, журналдар һәм башҡа әҙәбиәт рәүешендә әҙерләнгән рухи аҙыҡты бик ҡәҙерләйбеҙ. Йәһүәнең был бүләктәре беҙгә уяу булырға, рухи яҡтан яҡшы туҡланырға һәм «иман тотоуҙа... ныҡ» торорға ярҙам итә (Тит. 2:2).

4 Йәһүә шаһиттары өсөн баҫтырылған әҙәбиәттән тыш, беҙ билдәле бер аудитория өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнеп сығарылған баҫмаларҙы ла алабыҙ. Ҡайһы бер материал — йәштәргә ярҙам итер өсөн, башҡалары уларҙың ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән. Баҫтырылған әҙәбиәтебеҙҙең һәм сайтыбыҙҙағы мәғлүмәттең күп өлөшө башлыса Йәһүә шаһиттары булмаған кешеләр өсөн сығарылған. Рухи аҙыҡтың шул тиклем мул булыуы Йәһүәнең «бөтөн халыҡтар өсөн затлы ашамлыҡтар тулы... мәжлес» ойошторам тигән вәғәҙәһен үтәүен күрһәтә (Ишағ. 25:6).

5. Йәһүә ниндәй тырышлыҡтарыбыҙҙы юғары баһалай?

5 Моғайын, беҙҙең күпселегебеҙ Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы уҡыуға күберәк ваҡыт бүлеп ҡуйырға теләйҙер. Йәһүә, ваҡытыбыҙҙы «яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙалан[ып]», Изге Яҙманы даими уҡыу һәм шәхси өйрәнеү үткәреү өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы юғары баһалай. Быға һис тә шикләнмәҫкә була (Ефес. 5:15, 16). Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙә булған бөтөн рухи аҙыҡҡа һәр ваҡыт тигеҙ иғтибар бирә алмайбыҙ. Әммә беҙгә бер йәшерен ҡурҡыныс янауын иҫтә тотоу мөһим. Һүҙ нимә тураһында бара?

6. Нимә арҡаһында беҙ Йәһүәнең ҡайһы бер бүләктәрен иғтибарһыҙ ҡалдыра алабыҙ?

6 Ҡайһы саҡ рухи аҙыҡтың ниндәйҙер өлөшө беҙҙең өсөн түгел кеүек тойолорға мөмкин. Бының арҡаһында беҙ үҙебеҙгә файҙа килтерә алған фекерҙәрҙән мәхрүм ҡала алабыҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙманан берәй өҙөк уҡығанда, быны минең шарттарымда ҡулланып булмай, тип уйлайбыҙмы? Йәки баҫма тәғәйенләнгән кешеләр һанына инмәһәк, нимә эшләрбеҙ? Баҫманы өҫтән-мөҫтән генә ҡарап сығырбыҙмы йә хатта уны бөтөнләй уҡымаҫбыҙмы? Ул саҡта беҙ үҙебеҙ өсөн бик файҙалы булырлыҡ мәғлүмәтте күҙҙән ысҡындыра алабыҙ. Был тоҙаҡҡа нисек эләкмәҫкә? Иң элек, бөтә рухи бүләктәр Йәһүәнән икәнен һәр беребеҙ иҫтә тоторға тейеш. Ишағыя пәйғәмбәр аша Алла былай тигән: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин һине файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе» (Ишағ. 48:17). Әйҙәгеҙ, беҙгә Изге Яҙманың теләгән бер өҙөгөнән һәм рухи аҙыҡтың төрлө төрҙәренән файҙа алырға ярҙам иткән өс кәңәште ҡарап сығайыҡ.

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУ ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

7. Ни өсөн Изге Яҙманы уҡыр алдынан зиһенебеҙҙе әҙерләргә кәрәк?

7 Алла Һүҙен уҡыу өсөн зиһенегеҙҙе әҙерләгеҙ. Алла Һүҙендә асыҡ итеп былай тиелгән: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм... файҙалы» (2 Тим. 3:16). Ысынлап та, иң тәүҙә Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәре конкрет кешегә йәки төркөмгә төбәп яҙылған булған. Шуға күрә, Алла Һүҙен уҡығанда, был өҙөктә тормошомда ҡулланырлыҡ ниндәй яңы фекерҙәр бар, тип уйланырға кәрәк. Бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Изге Яҙманың бер өҙөгөн уҡығанда, мин унда бер нисә мөһим һабаҡ була алғанын иҫтә тоторға тырышам. Был мине тәрәндә ятҡан фекерҙәрҙе эҙләргә дәртләндерә». Алла Һүҙен уҡыр алдынан, доға ҡылып, Йәһүәнән зиһенебеҙҙе әҙерләргә ярҙам итеүен һәм фәһемле һабаҡтарҙы күрер өсөн зирәклек биреүен һорау бик тә урынлы (Езра 7:10; Яҡуб 1:5-те уҡығыҙ).

Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн тырышлыҡ һалаһығыҙмы? (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

8, 9. а) Изге Яҙманы уҡығанда, үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә була? б) Мәсихсе өлкәндәргә ҡағылышлы талаптар Йәһүә хаҡында нимәне асыҡлай?

8 Һорауҙар бирегеҙ. Изге Яҙманың берәй өҙөгөн уҡығас, туҡтап, үҙ-үҙегеҙгә бындайыраҡ һорауҙар бирегеҙ: «Был өҙөктән мин Йәһүә хаҡында нимә белдем? Уҡығанымды тормошомда нисек ҡуллана алам? Башҡаларға ярҙам итер өсөн был мәғлүмәт менән нисек файҙаланып була?» Шундай һорауҙар өҫтөндә уйланһаҡ, Изге Яҙманы уҡыу беҙгә күберәк файҙа килтерер. Мәҫәлән, Изге Яҙмала килтерелгән, мәсихсе өлкәндәргә ҡағылған талаптар тураһында уйланып алайыҡ. (1 Тимофейға 3:2—7-не уҡығыҙ.) Күбебеҙ өлкән булып хеҙмәт итмәй, шуға күрә тәүҙә был өҙөк беҙгә туранан-тура ҡағылмай кеүек тойолорға мөмкин. Ләкин, өҙөктө юғарыла иҫкә алынған һорауҙар ярҙамында ҡарап сыҡһаҡ, был талаптар исемлеге барыбыҙ өсөн дә төрлө яҡтарҙан файҙа килтерә алыуын күрербеҙ.

9 Был өҙөктән мин Йәһүә хаҡында нимә белдем? Йәһүә, был талаптар исемлеген биреп, йыйылышта яуаплы вазифалар башҡарған ир-аттарға юғары талаптар ҡуйғанын күрһәтә. Ул уларҙан башҡалар өсөн яҡшы өлгө булыуҙарын көтә. Был ир-аттар шулай уҡ Йәһүә алдында ул «үҙ Улының ҡаны аша... Үҙенеке иткән» йыйылыш менән нисек мөғәмәлә итеүҙәре өсөн яуаплы (Ғәм. 20:28). Йәһүә йыйылыштағы көтөүселәр күҙәтеүе аҫтында үҙебеҙҙе имен хис итеүебеҙҙе теләй (Ишағ. 32:1, 2). Шулай итеп, мәсихсе өлкәндәргә ҡағылышлы талаптар Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ысынлап та ҡайғыртыуын иҫебеҙгә төшөрә.

10, 11. а) Өлкәндәргә ҡағылышлы талаптарҙы ҡарап сыҡҡанда, был мәғлүмәтте үҙ тормошобоҙҙа нисек ҡуллана алабыҙ? б) Башҡаларға ярҙам итер өсөн был мәғлүмәт менән нисек файҙаланып була?

10 Уҡығанымды тормошомда нисек ҡуллана алам? Ваҡыт-ваҡыт яуаплы ағай-ҡәрҙәшкә, ошо талаптарҙы уҡып сығып, үҙ-үҙен тикшерергә һәм, ниндәй өлкәлә яҡшыра алам, тип уйланырға кәрәк. «Етәксе [«күҙәтеүсе», ЯДТ] булырға ынтылыусы» ағай-ҡәрҙәш был талаптарҙы ентекләп тикшерергә һәм уларға мөмкин тиклем теүәлерәк тура килергә тырышырға тейеш (1 Тим. 3:1). Ысынында һәр мәсихсегә был шиғырҙарҙа килтерелгән талаптарҙы ҡарап сығыу файҙалы булыр, сөнки Йәһүә унда әйтеп кителгән сифаттарҙың күбеһен үҙенең бөтә хеҙмәтселәрендә лә күрергә теләй. Мәҫәлән, беҙҙең барыбыҙ ҙа яғымлы, йәғни иғтибарлы һәм айыҡ аҡыллы булырға тейеш (Флп. 4:5; 1 Пет. 4:7). Беҙ, «көтөү[гә] өлгө» булған өлкәндәрҙән күп нәмәгә өйрәнеп, уларҙың «имандарынан өлгө» ала алабыҙ (1 Пет. 5:3; Евр. 13:7).

11 Башҡаларға ярҙам итер өсөн был мәғлүмәт менән нисек файҙаланып була? Беҙ, мәсихсе өлкәндәргә ҡағылышлы талаптар исемлеген ҡулланып, хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһыныусы кешеләргә һәм Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә Йәһүә шаһиттарының өлкәндәре христиан диненең руханиҙарынан нимә менән айырылып тороуын күрергә ярҙам итә алабыҙ. Был исемлекте уҡығанда, беҙ шулай уҡ йыйылыштағы өлкәндәрҙең беҙҙең хаҡҡа һалған тырышлыҡтарын иҫкә төшөрә алабыҙ. «Ара[б]ыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе[ң]» фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында уйланыу уларға ҡарата хөрмәтебеҙҙе тәрәнәйтә (1 Фес. 5:12). Уларға күберәк эскерһеҙ хөрмәт күрһәткән һайын, уларҙың шатлығы ла арта барасаҡ (Евр. 13:17).

12, 13. а) Тейешле ҡоралдарҙы ҡулланып ниндәй тикшереүҙәр үткәрергә була? б) Өҫтәмә мәғлүмәт башта бик үк асыҡ күренеп тормаған һабаҡтарҙы күрергә ярҙам итә алыуына миҫал килтерегеҙ.

12 Тикшереү үткәрегеҙ. Тейешле тикшереү ҡоралдарын ҡулланып, бындай һорауҙарға яуаптар табырға була:

  • Изге Яҙманың был өҙөгөн кем яҙған?

  • Был өҙөк ҡайҙа һәм ҡасан яҙылған булған?

  • Изге Яҙманың был китабы яҙылған ваҡытта ниндәй әһәмиәтле ваҡиғалар булған?

Ундай өҫтәмә мәғлүмәт башта бик үк асыҡ күренеп тормаған һабаҡтарҙы күрергә ярҙам итә ала.

13 Мәҫәлән, Йәзәкил 14:13, 14-тәге һүҙҙәрҙе ҡарап сығайыҡ: «Ил тоғролоҡһоҙ эш итеп миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уға яза бирер өсөн ҡулымды һуҙырмын, уларға ризыҡ бүтән килтермәҫтәр, һәм шул ергә аслыҡ ебәреп кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла һәләк итермен. „Унда өс кеше — Нух, Данил һәм Әйүп, хатта улар унда булған булһа ла, улар тәҡүә булғанға, үҙ йәндәрен генә ҡотҡарып ҡала алыр ине“, — тип әйтә Аллаһы Тәғәлә Йәһүә». Тикшереү яһаһаҡ, беҙ Йәзәкил китабының был өлөшө яҡынса б. э. т. 612 йылда яҙылғанын белербеҙ. Ул ваҡытта Нух менән Әйүп күптән үлгән булған, шулай ҙа Алла уларҙың тоғролоғон иҫендә тотҡан. Әммә Данил тере булған. Ысынында, Йәһүә Данилды Нух һәм Әйүп кеүек тәҡүә кешеләр менән бер рәткә ҡуйғанда, уға, күрәһең, 20 йәштәр тирәһе генә булған. Беҙҙең өсөн бында ниндәй һабаҡ бар? Йәһүә үҙенең бөтә тоғро хеҙмәтселәренең, шул иҫәптән сағыштырмаса йәш булғандарының да сафлығын күрә һәм ҡәҙерләй (Зәб. 148:12—14).

ТӨРЛӨ БАҪМАЛАРҘЫ УҠЫП ФАЙҘА АЛЫҒЫҘ

14. Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән материал уларҙың үҙҙәренә, шулай уҡ барыбыҙға ла ниндәй файҙа килтерә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

14 Беҙ Алла Һүҙенең бөтә өлөштәрен өйрәнеүҙән файҙа алған кеүек, үҙебеҙҙә булған бөтөн рухи аҙыҡтан да файҙа алырға була. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән материал. Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәтебеҙҙең күбеһе йәштәр өсөн сығарыла [1]. Был материалдың бер өлөшө уларға мәктәптәге баҫымға ҡаршы торорға һәм йәш үҫмер осоронда була торған ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итеүгә арналған. Был материал барыбыҙға ла ниндәй файҙа килтерә ала? Уны уҡып, беҙ йәш мәсихселәргә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен күрәбеҙ. Был иһә беҙгә уларға яҡшыраҡ ярҙам итергә һәм уларҙы дәртләндерергә мөмкинлек бирә.

15. Ни өсөн олораҡ мәсихселәр ҙә йәштәр өсөн сығарылған материалдарҙы уҡырға тейеш?

15 Йәштәр өсөн сығарылған материалдарҙа ҡаралған күп кенә проблемаларҙы башҡалар ҙа кисерә. Барыбыҙға ла ҡараштарыбыҙҙы яҡларға, хис-тойғоларыбыҙҙы ауыҙлыҡлай белергә, башҡаларҙың зыянлы баҫымына ҡаршы торорға, боҙоҡ аралашыуҙан һәм күңел асыуҙарҙан ҡасырға кәрәк. Был һәм башҡа темалар үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән материалдарҙа яҡтыртыла. Олораҡ мәсихселәр, ундай баҫмалар фәҡәт йәштәр өсөн генә яҙылған, тип уйларға тейешме? Һис тә юҡ! Был баҫмалар йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп яҙылһа ла, ундағы мәғлүмәт Изге Яҙмалағы иҫкермәҫ принциптарға нигеҙләнгән һәм бөтәбеҙ өсөн дә файҙалы.

16. Баҫмаларыбыҙ йәштәргә тағы ҡайһы яҡтан ярҙам итә?

16 Баҫмаларыбыҙ йәштәргә проблемаларҙы еңеп сығырға ғына түгел, шулай уҡ рухи яҡтан үҫергә һәм Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. (Вәғәзсе 12:1, 13-тө уҡығыҙ *.) Ундай мәғлүмәт олораҡ мәсихселәр өсөн дә файҙалы буласаҡ. Мәҫәлән, 2009 йылдың апрель айындағы «Уянығыҙ!» журналының «Йәштәрҙең һорауҙары» рубрикаһында «Изге Яҙманы уҡыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн нимә эшләргә?» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Шул мәҡәләлә күп кенә кәңәштәр бирелгәйне, унда шулай уҡ, ҡырҡып алып, Изге Яҙма араһына һалып ҡуйыр өсөн карточка ла бар ине. Был мәҡәләнең ололарға ла файҙаһы тейгәнме? Кейәүҙәге 24 йәшлек ҡатын һәм әсә былай тип яҙған: «Изге Яҙманы уҡыу миңә һәр ваҡыт ауыр була торғайны. Әммә мин мәҡәләләге кәңәштәргә ҡолаҡ һалдым һәм шулай уҡ ундағы карточканы, ҡырҡып алып, ҡуллана башланым. Хәҙер мин Изге Яҙманы рәхәтләнеп уҡыйым. Мин Изге Яҙма китаптары араһында бәйләнеш һәм бер бөтөнлөк күрәм, улар, гүйә, гобеленға туҡылған матур бер биҙәктең өлөштәре кеүек. Быға тиклем әле бер ҡасан да Изге Яҙманы шул тиклем ҡыҙыҡһынып уҡығаным булманы».

17, 18. Киң аудитория өсөн сығарылған материалды уҡыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә ала? Миҫал килтерегеҙ.

17 Киң аудитория өсөн тәғәйенләнгән материал. 2008 йылдан алып башлыса Йәһүә шаһиттары өсөн яҙылған «Күҙәтеү манараһы» баҫтырыла башланы. Ул өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән. Уны уҡыу беҙгә бик оҡшай. Ә киң аудитория өсөн сығарылған журналдарыбыҙ хаҡында нимә әйтеп була? Уларҙы уҡыу беҙгә берәй файҙа килтерә аламы? Ошондай хәлде күҙ алдына килтерегеҙ: бер көндө, асыҡ телмәр алдынан, һеҙ Батшалыҡ залында үҙегеҙ саҡырған кешене күреп ҡалдығыҙ, ти. Шик тә юҡ, һеҙ еңелсә тулҡынланып китәһегеҙ. Докладсы телмәр һөйләгән саҡта һеҙ, моғайын, шул кеше тураһында уйларһығыҙ. Һеҙ, үҙегеҙҙе уның урынына ҡуйып, телмәрҙе уның ҡолағы менән тыңларға тырышырһығыҙ. Шулай итеп һеҙ телмәрҙе яңыса ҡабул итерһегеҙ, ә рәхмәт хисегеҙ яңырып китер.

18 Киң аудитория өсөн сығарылған материалды уҡығанда ла шуға оҡшаш хистәр кисерергә мөмкин. Мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһы»ның таратыу өсөн баҫтырылған сығарылыштарында рухи темалар Йәһүә шаһиттары булмаған кешеләр ҙә аңларлыҡ итеп яҙылған. Рәсми сайтыбыҙҙағы мәҡәләләр хаҡында ла шуны уҡ әйтеп була. Шундай материалды уҡып, беҙ таныш хәҡиҡәттәр өсөн рәхмәт хисебеҙҙе тағы ла тәрәнәйтәбеҙ. Унан тыш, беҙ вәғәздә ҡараштарыбыҙҙы яңыса аңлатырға өйрәнә алабыҙ. Шуның шикелле, «Уянығыҙ!» журналы ла хаҡ Алланың барлығына ышанысыбыҙҙы нығыта һәм үҙ ҡараштарыбыҙҙы яҡларға өйрәтә. (1 Петр 3:15-те уҡығыҙ.)

19. Йәһүәгә бүләктәре өсөн нисек рәхмәт белдерә алабыҙ?

19 Күренеүенсә, Йәһүә, рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғыртып, беҙгә мул итеп рухи аҙыҡ бирә (Матф. 5:3). Әйҙәгеҙ, артабан да бөтә рухи бүләктәрҙән тулыһынса файҙаланайыҡ. Шулай эшләп, беҙ үҙебеҙҙе файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе Шәхескә рәхмәт белдерербеҙ (Ишағ. 48:17).

^ [1] (14-се абзац) Ундай материалға «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китап (2 томда) (урыҫ) һәм йәштәр өсөн тәғәйенләнгән башҡа мәҡәләләр ҙә инә.

^ 16 абз. Вәғәзсе 12:1, 13: «Йәшлегеңдә Бөйөк Барлыҡҡа Килтереүсеңде иҫеңдә тот. Ауыр көндәрең еткәнсе, „тормоштан йәм тапмайым“, — тип әйтәсәк йылдарың килгәнсе... Әйтелгәндәрҙең асылы шул: Алланан ҡурҡ, уның әмерҙәрен үтә, был — кешенең төп бурысы бит».