Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ нисек ҡарарҙар ҡабул итәһегеҙ?

Һеҙ нисек ҡарарҙар ҡабул итәһегеҙ?

«Раббы ихтыярын аңлағыҙ» (ЕФЕС. 5:17).

ЙЫРҘАР: 11, 22

1. Изге Яҙмала яҙылған ҡайһы бер ҡанундар һәм әмерҙәргә миҫалдар килтерегеҙ. Уларҙы үтәү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

ҮҘЕНЕҢ ҺҮҘЕ аша Йәһүә беҙгә аныҡ әмерҙәр бирә. Мәҫәлән, ул фәхешлек, боттарға табыныу, ҡараҡлыҡ һәм эскеселекте хөкөм итә (1 Кор. 6:9, 10). Бынан тыш, Алланың Улы Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә бындай еңел булмаған, әммә мауыҡтырғыс йөкләмә биргән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам» (Матф. 28:19, 20). Алланың ҡанундары һәм әмерҙәре беҙгә яҡлау бирә. Уларға буйһоноп, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе хөрмәт итергә өйрәндек, сәләмәтлегебеҙҙе яҡшырттыҡ һәм ғаиләләребеҙҙе бәхетлерәк иттек. Унан да мөһимерәге, Йәһүәнең әмерҙәренә тоғро ҡалһаҡ, шул иҫәптән вәғәз эшендә ҡатнашһаҡ, ул беҙҙе хуплай һәм фатихалай.

2, 3. а) Ни өсөн Изге Яҙмала тормошта була торған һәр осраҡҡа ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр бирелмәй? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

2 Шулай ҙа Изге Яҙмала тормошта була торған күп кенә осраҡтарға ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр бирелмәй. Мәҫәлән, Изге Яҙмала мәсихселәргә ярашлы кейем хаҡында ентекле ҡағиҙәләр юҡ. Был Йәһүәнең зирәклеген нисек күрһәтә? Кейем стилдәре һәм фасондары, төрлө илдә төрлө булыуҙан тыш, һәр ун йыл һайын үҙгәреп тора. Изге Яҙмала мәсихселәргә ярашлы кейем һәм прическаларҙың исемлеге бирелһә, ул әллә ҡасан иҫкергән булыр ине. Шул уҡ сәбәптәр арҡаһында Алла Һүҙендә мәсихселәргә эш урыны, дауаланыу ысулдары йә күңел асыуҙарҙы һайлағанда үтәргә кәрәк булған ҡағиҙәләр килтерелмәй. Был осраҡтарҙа мәсихселәр һәм ғаилә башлыҡтары үҙҙәре ҡарар ҡабул итергә ирекле.

3 Был беҙҙең ниндәй ҡарар ҡабул итеүебеҙ Йәһүә өсөн барыбер тигәнде аңлатамы? Ә бит ҡайһы ваҡыт ҡарарҙарыбыҙ тормошобоҙға көслө йоғонто яһарға мөмкин. Изге Яҙмалағы бер ҡанунды ла боҙмаһаҡ, күктәге Атабыҙ беҙ ҡабул иткән һәр ҡайһы ҡарарҙы хуплармы? Билдәле бер һорауға ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр булмағанда, ниндәй ҡарар Йәһүәне шатландырасағын ҡайҙан белергә?

НИНДӘЙ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕҮЕБЕҘ НИ ӨСӨН МӨҺИМ?

4, 5. Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ үҙебеҙгә һәм башҡаларға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

4 Ҡайһы берәүҙәргә ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙ әллә ни мөһим түгел кеүек тойолорға мөмкин. Әммә беҙгә, Йәһүәнең күңеленә ятышлы ҡарар ҡабул итер өсөн, уның Һүҙендәге ҡанундарҙы һәм принциптарҙы иҫәпкә алып, улар буйынса эш итергә кәрәк. Мәҫәлән, Алла хуплауын алыр өсөн, беҙ уның ҡан тураһындағы әмерен үтәргә тейеш (Баш. 9:4; Ғәм. 15:28, 29). Доға Изге Яҙмалағы принциптарға һәм ҡанундарға тура килгән ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер.

5 Ҡайһы бер етди ҡарарҙар рухи һаулығыбыҙ һәм именлегебеҙгә тәьҫир итергә мөмкин. Һәр ҡарарыбыҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә яҡшы йә насар йоғонто яһай. Яҡшы ҡарар Алла менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығыта, насар ҡарар иһә уларҙы емерә ала. Өҫтәүенә, аҡылһыҙ ҡарар, башҡаларҙы рәнйетеп, уларҙың рухилығына зыян килтерергә йә хатта уларҙы абындырырға мөмкин, ул шулай уҡ йыйылыштағы берҙәмлекте ҡаҡшата ала. Эйе, беҙ ҡабул иткән ҡарарҙар ҙур әһәмиәткә эйә. (Римдарға 14:19; Галаттарға 6:7-не уҡығыҙ.)

6. Ҡарар ҡабул иткәндә, беҙ нимәгә таянып эш итергә тейеш?

6 Әгәр Изге Яҙмала билдәле бер осраҡҡа ҡағылышлы туранан-тура күрһәтмә булмаһа, беҙгә нимә эшләргә? Ундай осраҡтарҙа яуаплылыҡ үҙ өҫтөбөҙгә ята: беҙ барыһын ентекле итеп тикшерергә һәм, шәхси теләктәребеҙгә генә таянып түгел, ә Йәһүә хуплаған һәм фатихалаған нәмәләрҙе иҫәпкә алып ҡарар ҡабул итергә тейеш. (Зәбур 37:5-те уҡығыҙ *.)

ЙӘҺҮӘНЕҢ ИХТЫЯРЫН АҢЛАҒЫҘ

7. Изге Яҙмала билдәле бер осраҡҡа ҡағылышлы аныҡ әмер булмаһа, Йәһүәнең беҙҙән нимә көтөүен нисек асыҡлап була?

7 Бәлки, һеҙ: «Алла Һүҙендә берәй осраҡҡа ҡағылышлы туранан-тура күрһәтмә бирелмәгәс, Йәһүәнең ул хаҡта нимә уйлауын белеп буламы ни?» — тип аптырарһығыҙ. Ефестарға 5:17-лә былай тиелгән: «Раббы ихтыярын аңлағыҙ». Изге Яҙмала аныҡ әмер булмаһа, Йәһүәнең ихтыяры нимәнән ғибәрәт икәнен нисек асыҡлап була? Бының өсөн Йәһүәгә доға ҡылырға һәм уның изге рух аша бирелгән етәкселегенә буйһонорға кәрәк.

8. Ғайса Атаһының үҙенән нимә көтөүен нисек асыҡлаған? Миҫал килтерегеҙ.

8 Әйҙәгеҙ, Ғайса Атаһы үҙенән нимә көтөүен нисек асыҡлағанын ҡарап сығайыҡ. Изге Яҙмала һүрәтләнгән ике осраҡта ул, тәүҙә доға ҡылып, һуңынан мөғжизәле рәүештә ҙур халыҡ төркөмөн ашатҡан (Матф. 14:17—20; 15:34—37). Әммә, сүлдә Иблис уны асыҡҡан сағында таштарҙы икмәккә әйләндерергә ҡотортҡанда, Ғайса бирешмәгән. (Матфей 4:2—4-те уҡығыҙ.) Атаһының фекер йөрөтөү рәүеше менән бик яҡшы таныш булғанға, ул үҙенең таштарҙы икмәккә әйләндерергә тейеш түгеллеген белгән. Ғайса үҙенә бирелгән көстө үҙ файҙаһына ҡулланыу Алла ихтыярына тура килмәгәнен аңлаған. Иблис әйткәнсә эш итеүҙән баш тартып, ул үҙенең Йәһүәгә таяныуын һәм унан етәкселек көтөүен күрһәткән. Ғайса Атаһының үҙе хаҡында ҡайғыртасағына һис тә шикләнмәгән.

9, 10. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә беҙгә нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ.

9 Ғайса кеүек аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә теләһәк, беҙ Йәһүәнең етәкселегенә таянырға тейеш. Изге Яҙмалағы бындай аҡыллы һүҙҙәр буйынса эш итеү мөһим: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Һәр юлыңда уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмағыңды тура итер. Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама. Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт күрһәт һәм яуызлыҡтан ҡас» (Ғиб. һүҙ. 3:5—7). Изге Яҙманы тикшереп Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешенә төшөнөү беҙгә уның конкрет осраҡта беҙҙән нимә көтөүен асыҡларға ярҙам итә ала. Йәһүәнең фекерҙәрен яҡшыраҡ белгән һайын, уның күрһәтмәләренә ҡарата йөрәгебеҙҙең һиҙгерлеге лә артҡандан-арта барасаҡ (Йәз. 11:19).

10 Миҫал өсөн: кейәүҙә булған бер ҡатын магазиндар буйлап йөрөй, ти. Уның бик ҡиммәтле туфлигә күҙе төшә. Ул былай тип уйлай: «Шул тиклем күп аҡса түкһәм, ирем быға нисек ҡарар?» Ире эргәһендә булмаһа ла, ул, моғайын, уның фекерен белә. Бергә йәшәү дәүерендә ул иренең ғаилә бюджетына мөнәсәбәтен белеп бөткән. Шулай итеп ул ире ундай ҡыйбатлы әйбер һатып алыу тураһында ни уйларын самалай. Шуның шикелле, аҡрынлап Йәһүәнең фекерҙәре һәм юлдары менән таныша барған һайын, күктәге Атабыҙҙың төрлө осраҡтарҙа беҙҙән нимә көтөүен яҡшыраҡ асыҡларға өйрәнә барабыҙ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ФЕКЕР ЙӨРӨТӨҮ РӘҮЕШЕН НИСЕК БЕЛЕРГӘ?

11. Изге Яҙманы уҡығанда йә өйрәнгәндә үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирә алабыҙ? ( «Алла Һүҙен өйрәнгәндә үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

11 Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңлар өсөн, шәхси өйрәнеү үткәреү үтә мөһим. Алла Һүҙен уҡығанда һәм өйрәнгәндә үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау бирергә була: «Был материал миңә Йәһүә, уның ғәҙел юлдары һәм фекер йөрөтөү рәүеше хаҡында нимә аса?» Беҙгә мәҙхиә йырлаусы Дауыттың ҡарашына оҡшаш ҡараш үҫтерергә кәрәк. Ул былай тип йырлаған: «Эй Йәһүә, миңә үҙ юлдарыңды күрһәт, мине һуҡмаҡтарыңдан йөрөргә өйрәт. Мине хәҡиҡәт юлыңда йөрөт һәм өйрәт, сөнки һин Ҡотҡарыусы Аллам. Мин һәр ваҡыт һиңә өмөтләнәм» (Зәб. 25:4, 5). Изге Яҙманан берәй өҙөк хаҡында уйланған саҡта үҙ-үҙегеҙгә ошондайыраҡ һорауҙар бирегеҙ: «Был мәғлүмәтте мин нисек ҡуллана алам? Мин уны ҡайҙа ҡуллана алам? Өйҙә, эштә, мәктәптә йә вәғәздәме?» Уҡығаныбыҙҙы ҡайҙа ҡулланып булғанын аңлаһаҡ, уны нисек ҡулланырға икәнен асыҡлау еңелерәк булыр.

12. Баҫмаларыбыҙ һәм осрашыуҙарыбыҙ беҙгә Йәһүәнең төрлө һорауҙар буйынса фекерен аңларға нисек ярҙам итә?

12 Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңлар өсөн тағы бер ысул — уның ойошмаһының Изге Яҙмаға нигеҙләнеп бирелгән күрһәтмәләренә иғтибарлы булыу. Мәҫәлән, «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы» (урыҫ) һәм «Йәһүә Шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» (тат.) кеүек ҡоралдар беҙгә шәхси ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап иткән төрлө осраҡтарҙа Йәһүәнең фекерен белергә ярҙам итә. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарында иғтибар менән тыңлау һәм ҡатнашыу беҙгә ҙур файҙа килтерә. Унда ишеткәндәребеҙ хаҡында уйланыу беҙгә Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңларға һәм уның фекерҙәрен үҙләштерергә ярҙам итер. Йәһүәнең беҙҙе рухи яҡтан туҡландырыр өсөн күргән бөтә сараларынан файҙаланһаҡ, ваҡыт уҙыу менән уның юлдарын тағы ла яҡшыраҡ аңларбыҙ. Һөҙөмтәлә беҙ ҡайғыртыусан Аллабыҙ фатихаһына лайыҡ булырҙай ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ.

ҠАРАРҘАРЫҒЫҘҘА ЙӘҺҮӘНЕҢ ФЕКЕР ЙӨРӨТӨҮ РӘҮЕШЕН САҒЫЛДЫРЫҒЫҘ

13. Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңлау нисек аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә алыуына миҫал килтерегеҙ.

13 Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңлау нисек аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә алыуына бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Батшалыҡ вәғәзселәре булараҡ, беҙ, бәлки, пионер хеҙмәтен башларға теләйбеҙҙер. Быға ирешер өсөн беҙ аҡрынлап ҡына тормошобоҙҙо ябайлаштыра башларбыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ, матди яҡтан үҙебеҙҙе сикләй төшөп бәхетле була алырбыҙмы, тип борсолорға мөмкин. Әлбиттә, Изге Яҙмала беҙ пионер булырға тейеш тигән әмер юҡ; беҙ вәғәзсе булараҡ та Йәһүәгә тоғро хеҙмәтебеҙҙе дауам итә алабыҙ. Ләкин Ғайса, Батшалыҡ хаҡына ҡорбандарға барыусылар мул фатихалар алыр, тип ышандырған. (Лука 18:29, 30-ҙы уҡығыҙ.) Унан да бигерәк, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «теләп... маҡтау ҡорбандары» килтереүебеҙ һәм хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға шатлыҡ менән хәлдән килгәнсә булышлыҡ итеүебеҙ Йәһүәне һөйөндөрә (Зәб. 119:108; 2 Кор. 9:7). Изге Яҙманан был фекерҙәр хаҡында уйланһаҡ һәм етәкселек һорап Йәһүәгә доға ҡылһаҡ, беҙ уның ҡарашын аңлай алырбыҙ. Шул саҡта беҙ үҙебеҙгә файҙа килтергән һәм күктәге Атабыҙҙы шатландырған ҡарар ҡабул итә алырбыҙ.

14. Билдәле бер стилдәге кейем Йәһүәгә оҡшаймы, юҡмы икәнлеген нисек белергә була?

14 Башҡа бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе уңайһыҙландыра алған стилдәге кейем яратаһығыҙ, ти. Әммә Изге Яҙмала ундай кейем кейеүҙе тыйған әмер юҡ икәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Йәһүә быға нисек ҡарай икән? Илсе Паулдың Алла тарафынан рухланып биргән бындай кәңәшен иҫкә төшөрәйек: «Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем» (1 Тим. 2:9, 10). Был кәңәш мәсихсе ирҙәргә лә ҡағыла. Йәһүәнең бағышланған хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ күңелебеҙгә ятҡан стиль хаҡында ғына түгел, ә шулай уҡ кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ башҡаларға нисек тәьҫир итеүе тураһында ла уйларға тейеш. Тыйнаҡлыҡ һәм мөхәббәт беҙҙе ҡәрҙәштәрҙең фекерен иҫәпкә алырға дәртләндерәсәк, шул саҡта беҙ уларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫбыҙ һәм рәнйетмәҫбеҙ (1 Кор. 10:23, 24; Флп. 3:17). Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫтә тотһаҡ, беҙ, Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңлап, уның күңеленә хуш килгән ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ.

15, 16. а) Беҙ әхлаҡһыҙ нәмәләр тураһында уйлағанда, Йәһүә нимә хис итә? б) Беҙ һайлаған күңел асыу Йәһүәгә яраҡлымы, юҡмы икәнен нисек белергә? в) Етди ҡарарҙарҙы нисек ҡабул итергә кәрәк?

15 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләрҙең насар юлдан барыуы һәм «уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта» булыуы Йәһүәне көйөндөрә. (Башланмыш 6:5, 6-ны уҡығыҙ.) Шуға күрә енси хыялдарға бирелеү Йәһүә күҙендә дөрөҫ түгел, сөнки улар Изге Яҙмала хөкөм ителгән етди гонаһтарға килтерергә мөмкин, шулай уҡ ундай хыялдар Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешенә ҡаршы килә. Шәкерт Яҡуп былай тип яҙған: «Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел» (Яҡ. 3:17). Быны иҫтә тотоу беҙҙе боҙоҡ уйҙар тыуҙырған һәм дөрөҫ булмаған эштәргә этәргән күңел асыуҙарҙы кире ҡағырға дәртләндерәсәк. Һиҙгер күңелле мәсихселәр Йәһүә күрә алмаған нәмәләрҙе тасуирлаған китапты уҡырғамы, фильмды ҡарарғамы, уйынды уйнарғамы тип аптырап ҡалмаҫ. Алланың ундай һорауҙарға ҡарашы Изге Яҙманан асыҡ күренә.

16 Күп осраҡтарҙа Йәһүәнең хуплауын юғалтмайынса ла төрлөсә эш итеп була. Шулай ҙа ҡайһы саҡта, етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә, өлкәндәр йә башҡа етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшеп алыу аҡыллы булыр (Тит. 2:3—5; Яҡ. 5:13—15). Әммә башҡаларҙан үҙебеҙ өсөн ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорау дөрөҫ булмаҫ. Мәсихселәр үҙ «тойғолары[н]», йәғни һиҙгерлектәрен тәрбиәләргә һәм өйрәтергә тейеш (Евр. 5:14). Беҙҙең бөтәбеҙгә лә Паулдың Алла тарафынан рухланып әйткән бындай һүҙҙәре буйынса эш итергә кәрәк: «Һәр кем үҙ йөгөн [«яуаплылыҡ йөгөн», ЯДТ, төш.] үҙе күтәрергә тейеш бит» (Гал. 6:5).

17. Йәһүәнең күңеленә хуш килгән ҡарарҙар ҡабул итеү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

17 Ҡарарҙар ҡабул иткәндә Йәһүәнең фекер йөрөтөүенә таянһаҡ, беҙ уға яҡынлашабыҙ (Яҡ. 4:8). Шул саҡта уның үҙебеҙҙе хуплауын һәм фатихалауын тоябыҙ. Был, үҙ сиратында, күктәге Атабыҙға иманыбыҙҙы нығыта. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы әмерҙәр һәм принциптар буйынса эш итәйек, сөнки улар Алланың фекер йөрөтөү рәүешен аңларға ярҙам итә. Әлбиттә, беҙгә әленән-әле Йәһүә хаҡында яңы белем асыла барасаҡ (Әйүп 26:14). Әммә, тырышып көс һалһаҡ, беҙ инде хәҙер аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн кәрәкле зирәклек, белем һәм һиҙгерлеккә эйә була алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:1—5). Камил булмаған кешеләрҙең уйҙары һәм пландары ҡыҫҡа ваҡытлы, ә, мәҙхиә йырлаусы әйткәнсә, «Йәһүәнең ниәттәре — мәңгелек, күңелендәге уйҙары — быуындан-быуынға» (Зәб. 33:11). Һис шикһеҙ, уйҙарыбыҙ һәм эштәребеҙ сикһеҙ аҡыллы Аллабыҙ Йәһүәнең фекер йөрөтөүенә ярашлы булһа, беҙ иң яҡшы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ!

^ 6 абз. Зәбур 37:5: «Юлыңды Йәһүәгә тапшыр. Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер».