Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булығыҙ

Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булығыҙ

«Беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ» (ЯХЪЯ 1:16).

ЙЫРҘАР: 1, 13

1, 2. а) Ғайсаның йөҙөм баҡсаһының хужаһы хаҡындағы ҡиссаһын һөйләп бирегеҙ. б) Был ҡиссанан йомартлыҡ һәм йомарт игелек кеүек сифаттар тураһында нимә белеп була?

ИРТӘН иртүк йөҙөм үҫтереүсе, үҙенең йөҙөм баҡсаһында эшләтергә ялсылар ялларға тип, баҙар майҙанына бара. Ул тапҡан кешеләр, тәҡдим ителгән эш хаҡына ризалашып, эшләргә китә. Әммә хужаға күберәк эшселәр кәрәк, шуға ул, көн дауамында баҙар майҙанына бер нисә тапҡыр килеп, тағы эшселәр яллай. Хужа уларға, хатта көн аҙағында ялланғандарына ла, яҡшы эш хаҡы тәҡдим итә. Кис еткәс, ул, эшселәрҙе йыйып, уларға эш хаҡын түләй. Күпме эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, көнө буйымы йә бер генә сәғәтме, уларҙың һәр береһенә бер үк эш хаҡы бирелә. Беренсе булып ялланғандар, был хаҡта белгәс, зарлана башлай. Йөҙөм үҫтереүсе былай тип яуаплай: «Һеҙ бит мин ҡуйған шарттарға риза булдығыҙ. Бөтә эшселәремә үҙем теләгәнсә түләргә хаҡым юҡмы ни? Әллә һеҙ йомартлығымдан көнләшәһегеҙме?» (Матф. 20:1—15)

2 Ғайсаның ҡиссаһы Йәһүәнең Изге Яҙмала йыш осраған сифатын иҫкә төшөрә. Ул сифат — «йомарт игелек», йәғни башҡорт телендәге Инжилдә грек теленән ғәҙәттә «мәрхәмәт» тип тәржемә ителгән сифат [1]. (2 Коринфтарға 6:1-ҙе уҡығыҙ.) Бер генә сәғәт эшләгән эшселәр тулы көн өсөн тәғәйенләнгән эш хаҡына лайыҡ түгел кеүек күренә алған, әммә йөҙөм баҡсаһының хужаһы уларға ҡарата ғәжәп игелек күрһәткән. «Йомарт игелек» тип тәржемә ителгән грек һүҙе хаҡында бер белгес былай тип яҙған: «Был һүҙ башлыса кешегә яҡшы эштәре, хеҙмәте йә лайыҡ булыуы өсөн түгел, ә бушлай бирелгән бүләкте аңлата».

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЙОМАРТ БҮЛӘГЕ

3, 4. Йәһүә бөтә кешелеккә ҡарата ни өсөн һәм нисек итеп йомарт игелек күрһәткән?

3 Изге Яҙмала Алланың бүләк итеп бирелгән «йомарт игелеге» хаҡында әйтелә (Ефес. 3:7, ЯДТ). Йәһүә был бүләкте ни өсөн һәм нисек итеп бирә? Йәһүәнең бөтә талаптарына тулыһынса тура килгән булһаҡ, беҙ уның игелегенә лайыҡ булыр инек. Әммә был көсөбөҙҙән килмәй. Зирәк Сөләймән батша былай тип яҙған: «Ер йөҙөндә гел изгелек ҡылып йәшәгән һәм бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ» (Вәғ. 7:20). Илсе Павел да быға оҡшаш фекер белдереп, «бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар» һәм «гонаһ әжере — үлем», тип яҙған (Рим. 3:23; 6:23а). Бына нимәгә беҙ лайыҡ.

4 Әммә Йәһүә гонаһлы кешелеккә ҡарата яратыуын сағыштырғыһыҙ рәүештә йомарт игелек күрһәтеп сағылдырған. Уның иң бөйөк бүләге — беҙҙең хаҡҡа үлергә тип ергә ебәргән «берҙән-бер Улы» (Яхъя 3:16). Шуның өсөн Павел Ғайса хаҡында былай тип яҙған: «Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн... үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне» (Евр. 2:9). Ысынлап та, «Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош» (Рим. 6:23б).

5, 6. а) Гонаһ хакимлығы аҫтында йәшәү ниндәй һөҙөмтәгә килтерә? б) Йомарт игелек хакимлығында булыу нимәгә килтерә?

5 Кешеләр гонаһ менән үлемде нисек мираҫ итеп алған? Изге Яҙма аңлатыуынса, «берәүҙең [Әҙәмдең] енәйәте арҡаһында» уның бөтә тоҡомдары өҫтөнән «үлем хакимлыҡ итә башлаған» (Рим. 5:12, 14, 17). Ләкин, бәхеткә ҡаршы, беҙ артабан да гонаһ хакимлығында булырғамы, юҡмы икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ. Мәсихтең йолом ҡорбанына иман күрһәтһәк, беҙҙең өҫтән Йәһүәнең йомарт игелеге, йәғни мәрхәмәте хакимлыҡ итә. Илсе Павел былай тип яҙған: «Гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан. Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә» (Рим. 5:20, 21).

6 Әлегә гонаһлы кешеләр булһаҡ та, гонаһҡа үҙебеҙ менән идара итергә рөхсәт биреү мотлаҡ түгел. Гонаһҡа бирелгән саҡта беҙ Йәһүәнән кисереү һорайбыҙ. Павел мәсихселәргә былай тигән: «Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ» (Рим. 6:14). Шулай итеп, беҙҙең өҫтән йомарт игелек хакимлыҡ итә. Был ниндәй һөҙөмтәгә килтерә? Павел аңлата: «Алла тарафынан бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт... аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә» (Тит. 2:11, 12).

АЛЛАНЫҢ ЙОМАРТ ИГЕЛЕГЕ «ТӨРЛӨСӘ КҮРҺӘТЕЛӘ»

7, 8. Ниндәй мәғәнәлә Йәһүәнең йомарт игелеге «төрлөсә күрһәтелә»? (Мәҡәлә башындағы рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)

7 Илсе Петр былай тип яҙған: «Алланан ниндәй бүләк алған булһағыҙ, һәр берегеҙ шул бүләкте, Алланың төрлөсә күрһәтелгән йомарт игелегенең яҡшы идарасылары булараҡ, бер-берегеҙгә хеҙмәт итер өсөн ҡулланығыҙ» (1 Пет. 4:10, ЯДТ). Был һүҙҙәр нимә аңлата? Тормош юлыбыҙҙа ниндәй генә һынау осрамаһын, Йәһүә беҙгә уны кисереп сығырға көс бирә ала (1 Пет. 1:6). Алланың йомарт игелегенең һәр ваҡыт беҙҙең һәр һынауыбыҙға тура килгән сағылышы буласаҡ.

8 Ысынлап та, Йәһүәнең йомарт игелеге төрлөсә күрһәтелә. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ» (Яхъя 1:16). Йәһүәнең йомарт игелеге төрлөсә күрһәтелгәнгә, беҙ күп фатихалар алабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре ниндәй?

9. Йәһүәнең йомарт игелеге беҙгә ниндәй фатихалар килтерә, һәм беҙ нисек уның өсөн рәхмәт белдерә алабыҙ?

9 Гонаһтар кисерелеүе. Йомарт игелекле булғанға, Йәһүә беҙҙе кисерә, әммә беҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, тәүбә итергә һәм гонаһлы теләктәребеҙ менән артабан да көрәшергә кәрәк. (1 Яхъя 1:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Алланың шәфҡәтлелеге, күңелебеҙҙе рәхмәт хисе менән тултырып, беҙҙе уны данларға дәртләндерергә тейеш. Илсе Павел башҡа майланған мәсихселәргә былай тип яҙған: «[Йәһүә] беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде. Беҙ Уның Улы аша ҡотҡарылдыҡ, гонаһтарыбыҙ кисерелде» (Кол. 1:13, 14). Гонаһтарыбыҙ кисерелгәнгә, беҙ башҡа күп иҫ киткес фатихалар ҙа алабыҙ.

10. Алланың йомарт игелеге ярҙамында беҙ нимәгә эйә?

10 Алла менән татыу мөнәсәбәттәргә эйә булыу. Гонаһлы кешеләр булараҡ, беҙ тыумыштан уҡ Алланың дошмандары булдыҡ. Павел быны таныған: «Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килеш[тек]» (Рим. 5:10). Был ярашыу ярҙамында беҙ Йәһүә менән татыу мөнәсәбәттәргә эйә булдыҡ. Павел, был фатиханы Йәһүәнең йомарт игелеге, йәғни мәрхәмәте менән бәйләп, былай тигән: «Беҙ [Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәре] иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша. Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ» (Рим. 5:1, 2). Ниндәй ғәжәп фатиха!

Алланың йомарт игелегенең сағылыштары: Һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеү (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Майланған мәсихселәр «бүтән һарыҡтар[ҙы]» нисек тәҡүәлеккә килтерә?

11 Тәҡүәлеккә килтерелеү. Бөтә кешеләр ҙә тәбиғәте менән тәҡүәһеҙ. Әммә Данил пәйғәмбәр, һуңғы көндәр тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, «төшөнөүгә эйә булғандар», йәғни майланғандарҙың ерҙә йәшәгән өлөшө «күптәрҙе тәҡүәлеккә килтерер», тигән. (Данил 12:3-тө уҡығыҙ *.) Вәғәз һәм өйрәтеү эше аша улар миллионлаған «бүтән һарыҡтар[ға]» Йәһүә алдында тәҡүә булырға ярҙам итә (Яхъя 10:16). Әммә был Йәһүәнең йомарт игелеге арҡаһында ғына мөмкин. Павел былай тип аңлатҡан: «Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды» (Рим. 3:23, 24).

Доға ҡылыу мөмкинлеге (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Доға ҡылыу мөмкинлеге Алланың йомарт игелеге менән нисек бәйле?

12 Доға ярҙамында Алланың тәхетенә яҡынлашыу. Йомарт игелекле булғанға, Йәһүә беҙгә тағы бер фатиха — доға ярҙамында үҙенең күктәге тәхетенә яҡынлашыу мөмкинлеге бирә. Павел Йәһүәнең тәхетен «мәрхәмәт тәхете» тип атай һәм беҙҙе уға «ҡыйыу рәүештә», йәғни һөйләү ирке менән яҡынлашырға саҡыра (Евр. 4:16б). Йәһүә беҙгә Улы аша доғала үҙенә яҡынлашырға рөхсәт итә. Беҙ Ғайса Мәсихкә «инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ» (Ефес. 3:12). Ысынлап та, Йәһүәгә доғала тәүәккәл рәүештә, йәғни иркен мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге — уның йомарт игелегенең иҫ киткес сағылышы!

Кәрәкле ваҡытта ярҙам алыу (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Йәһүәнең йомарт игелеге арҡаһында нисек кәрәкле ваҡытта ярҙам алып була?

13 Кәрәкле ваҡытта ярҙам алыу. Павел беҙҙе, «ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн», доғала иркен мөрәжәғәт итеп Йәһүәгә яҡынлашырға дәртләндергән (Евр. 4:16а). Һынауҙар һәм ауырлыҡтар ябырылғанда, беҙ теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙам һорап Йәһүәгә ялбара алабыҙ. Доғаларға яуап бирергә бурыслы булмаһа ла, Йәһүә йыш ҡына беҙгә ҡәрҙәштәребеҙ аша ярҙам итә. «Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: „Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?“ — тип әйтә алабыҙ» (Евр. 13:6).

14. Йәһүәнең йомарт игелеге күңелебеҙгә нисек тәьҫир итә?

14 Күңел йыуанысы табыу. Йәһүәнең йомарт игелеге аша сағылған тағы бер фатиха — ҡайғыға төшкән күңелебеҙгә йыуаныс табыу (Зәб. 51:17). Фессалоникалағы эҙәрләнгән мәсихселәргә Павел былай тип яҙған: «Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббы Ғайса үҙе һәм Атабыҙ Алла һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, ...ҡеүәт бирһен» (2 Фес. 2:16, 17). Сикһеҙ игелекле булғанға, Йәһүә беҙҙең хаҡта наҙлы итеп ҡайғырта. Быны белеү ни тиклем йыуаныслы!

15. Алланың йомарт игелеге арҡаһында беҙҙең ниндәй өмөтөбөҙ бар?

15 Мәңгелек тормошҡа өмөт. Беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы, һәм, Йәһүә бер нимә лә эшләмәһә, беҙҙең бер ниндәй ҙә өмөтөбөҙ булмаҫ ине. (Зәбур 49:7, 8-ҙе уҡығыҙ *.) Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй» (Яхъя 6:40). Эйе, мәңгелек тормошҡа өмөт — бүләк, Алланың йомарт игелегенең ғәжәп сағылышы. Һис шикһеҙ, Павел быны яҡшы аңлаған, шуға ул былай тип әйткән: «Алла тарафынан бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде» (Тит. 2:11).

АЛЛАНЫҢ ЙОМАРТ ИГЕЛЕГЕНӘ ЕҢЕЛ ҠАРАМАҒЫҘ

16. Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәре нисек Алланың йомарт игелегенә еңел ҡараған?

16 Йәһүәнең йомарт игелеге беҙгә күп фатихалар килтерһә лә, беҙ, үҙебеҙгә артыҡ ышанып, Алла теләһә ниндәй тәртипте хуплай, тип уйларға тейеш түгел. Беренсе быуаттағы мәсихселәр араһында ҡайһы берәүҙәр «үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәт[ергә]» тырышҡан (Йәһ. 4). Күрәһең, был тоғролоҡһоҙ мәсихселәр, теләһә ниндәй гонаһ ҡылһаң да, Йәһүәнең кисереүен алып була, тип уйлаған. Унан да бигерәк, улар ҡәрҙәштәрен дә шулай эшләргә ҡотортҡан. Бөгөн дә шундай рух сағылдырған кеше «мәрхәмәт Рухын кәмһет[ә]» (Евр. 10:29).

17. Петр ниндәй көслө кәңәш биргән?

17 Беҙҙең көндәрҙә лә Шайтан ҡайһы бер мәсихселәрҙең күңеленә, Алланың мәрхәмәтен һанға һуҡмайынса язаһыҙ ҡалып гонаһтар ҡылырға мөмкин, тигән фекер һалған. Ләкин, гонаһ ҡылып тәүбә иткән кешеләрҙе ғәфү итергә әҙер булһа ла, Йәһүә беҙҙән гонаһлы теләктәр менән ҡаты көрәш алып барыуҙы көтә. Ул Петрҙы бындай һүҙҙәр яҙырға дәртләндергән: «Һеҙ, ҡәҙерлеләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөрһөгөҙ. Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ» (2 Пет. 3:17, 18).

ЙОМАРТ ИГЕЛЕК ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺАЛА

18. Йәһүәнең йомарт игелеге беҙҙең өҫтөбөҙгә ниндәй яуаплылыҡ һала?

18 Йәһүәгә игелеге өсөн рәхмәтле булғанға, беҙ бүләктәребеҙҙе, йәғни һәләттәребеҙҙе Алланы данлар өсөн һәм яҡындарыбыҙға ярҙам итер өсөн ҡулланырға бурыслы. Нисек итеп? Павел былай тип яуаплай: «Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер... имандаштарына хеҙмәт итеү һәләте бирелһә иһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү һәләте бирелһә, өйрәтһен. Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, ...шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен» (Рим. 12:6—8). Йәһүәнең беҙгә күрһәткән йомарт игелеге беҙҙең өҫтөбөҙгә мәсихселәр хеҙмәтендә тулыһынса ҡатнашыу, башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтеү, ҡәрҙәштәрҙең күңелен күтәреү һәм беҙҙе рәнйеткәндәрҙе ғәфү итеү яуаплылығы һала.

19. Киләһе мәҡәләлә ниндәй яуаплылығыбыҙ тураһында һүҙ барасаҡ?

19 Алланың сикһеҙ яратыуы өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе, «Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп» ҡуйыр өсөн, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә этәрергә тейеш (Ғәм. 20:24). Был яуаплылыҡ тураһында беҙ ентекләп киләһе мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.

^ [1] (2-се абзац) Ошо һәм киләһе мәҡәләләрҙәге Изге Яҙма өҙөктәрендә осраған «мәрхәмәт» тигән һүҙ аҫтында Алланың йомарт игелеге күҙ уңында тотола. Ха́рис тигән грек һүҙенең төп мәғәнәһе — «күңелгә ятышлы» һәм «яҡшы». Был һүҙ йыш ҡына ихлас күңелдән бирелгән бүләккә йәки йомарт итеп биреү рәүешенә ҡарай. Алланың йомарт игелегенә килгәндә, был һүҙ Алланан йомарт итеп бөтөнләй бушлай бирелгән бүләкте аңлата. Шулай итеп, ул — Алланың мул итеп биреүенең, кешеләргә ҡарата күрһәткән йомарт мөхәббәтенең һәм игелегенең сағылышы. Был грек һүҙе шулай уҡ «илтифат», «хуплау» һәм «йомарт бүләк» тип тә тәржемә ителә. Кеше ундай бүләккә лайыҡ та була алмай, уны эшләп тә таба алмай. Ундай игелек бары тик биреүсенең йомартлығынан сығып ҡына күрһәтелә.

^ 11 абз. Данил 12:3: «Төшөнөүгә эйә булғандар — күк йөҙөләй һәм күптәрҙе тәҡүәлеккә килтереүселәр йондоҙҙарҙай мәңге балҡып торасаҡ».

^ 15 абз. Зәбур 49:7, 8: «Береһе лә һис ҡасан башҡа берәүҙе йолоп ала алмай, Аллаға уның өсөн йолом түләй алмай (кеше ғүмере өсөн йолом хаҡы шул тиклем юғары, ул уның өсөн һәр ваҡыт ирешә алмаҫлыҡ булып ҡала)».