Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тышҡы ҡиәфәтегеҙ Алланы данлаймы?

Тышҡы ҡиәфәтегеҙ Алланы данлаймы?

«Бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» (1 КОР. 10:31).

ЙЫРҘАР: 34, 29

1, 2. Кейемгә килгәндә, ни өсөн Йәһүә шаһиттары юғары нормалар тота? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

«КӨН бик эҫе булғанға, уларҙың күбеһе нисек теләгән, шулай кейенгән ине». Бер нидерланд гәзитендә сиркәү етәкселәренең осрашыуы шулай тасуирланған. Әммә шул уҡ мәҡәләлә былай тип әйтелгән: «Йәһүә шаһиттарының конгресында иһә бөтөнләй икенсе күренеш... Малайҙар һәм ирҙәр, пинжәк кейеп, галстук таҡҡан, ә ҡыҙҙар һәм ҡатындарҙың итәктәренең оҙонлоғонан уларҙың килешле, шул уҡ ваҡытта заманса кейенә белеүе күренә ине». Эйе, Йәһүә шаһиттарын йыш ҡына «тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, Аллаға тоғро һәм ихтирамлы [кешеләргә] хас булғанса, үҙҙәрен... биҙәү[ҙәре]» өсөн маҡтайҙар (1 Тим. 2:9, 10). Илсе Павел ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтһә лә, уның һүҙҙәре ир-аттарға ла ҡағыла.

2 Йәһүәнең халҡы булараҡ, беҙ кейем һайлауға етди ҡарайбыҙ. Беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ Алла өсөн дә бик мөһим (Баш. 3:21). Изге Яҙманан Ғаләм хакимының үҙ хеҙмәтселәре өсөн тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы билдәле бер нормалар урынлаштырғаны асыҡ күренә. Шуға күрә был һорауҙа беҙ теләктәребеҙҙе генә уйлап эш итергә тейеш түгел. Беҙгә Ғаләм хакимы Йәһүәнең ҡарашын да иҫәпкә алырға кәрәк.

3. Муса ҡанунынан Алланың кейемгә ҡарашы тураһында нимә белеп була?

3 Йәһүә израилдәргә биргән Ҡанунда тирә-яҡтағы халыҡтарҙың аҙғын юлдарын үҙләштереүҙән һаҡлаған күрһәтмәләр булған. Ҡанундан күренгәнсә, кешенең кейеменә ҡарап уның ирме, ҡатынмы икәнен айырып булмаһа, был Йәһүә өсөн ерәнгес. (Ҡанун 22:5-те уҡығыҙ *.) Был күрһәтмә шуны асыҡлай: Йәһүә ирҙе ҡатын итеп, ә ҡатынды ир итеп күрһәткән йә кешенең ниндәй енестә булыуын белендермәгән кейемде һис тә хупламай.

4. Мәсихселәргә кейем һайлағанда аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итә ала?

4 Алла Һүҙендә кейемгә ҡағылышлы аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткән принциптар бар. Улар, кешенең ҡайҙа, ниндәй мәҙәниәттә йә ниндәй климатта йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡулланырлыҡ. Шуға күрә беҙгә мәсихселәр өсөн яраҡлы һәм яраҡһыҙ булған кейемдәрҙең оҙон исемлеге кәрәкмәй. Беҙ һайлау иркенән мәхрүм итмәгән, шул уҡ ваҡытта «Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡла[рға]» ярҙам иткән принциптар буйынса эш итәбеҙ (Рим. 12:1, 2). Алла Һүҙендә яҙылған был принциптарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

«ҮҘЕБЕҘҘЕ АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕ ТИП ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘ»

5, 6. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ башҡаларға нисек тәьҫир итергә тейеш?

5 Илсе Павел, Алла тарафынан рухландырылып, 2 Коринфтарға 6:4-тә (уҡығыҙ) үтә мөһим принцип яҙып ҡалдырған. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ беҙҙең хаҡта күпте асыҡларға мөмкин. Йыш ҡына кешеләр, «күҙҙәре күргәнгә» нигеҙләнеп, беҙҙең турала һығымта яһай (1 Сам. 16:7). Шунлыҡтан беҙ, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, кейемдең уңайлы булыуын йә беҙгә килешеүен генә түгел, ә күберәкте иҫәпкә алабыҙ. Алла Һүҙендәге принциптар беҙҙе тәнгә һылашып торған, асыҡ һәм енси дәрт уятҡан кейем кеймәҫкә дәртләндерергә тейеш. Тәндең интим ағзаларына иғтибар иткән йә уларҙы ҡаплап етмәгән кейем кейеү бөтөнләй урынһыҙ булыр ине. Беҙгә ҡараған саҡта кешеләрҙең уңайһыҙлыҡ тойғоһо йә күҙҙәрен ситкә бороу теләге тыуырға тейеш түгел.

6 Әгәр беҙ бөхтә, тыйнаҡ һәм таҙа кейенһәк, кешеләр, моғайын, беҙҙе — Ғаләм хакимының хеҙмәтселәрен күберәк хөрмәт итер һәм, бәлки, беҙ табынған Алланы яҡшыраҡ белергә теләр. Бынан тыш, килешле тышҡы ҡиәфәтебеҙ башҡаларҙа ойошмабыҙ хаҡында яҡшы тәьҫорат ҡалдырыр. Һөҙөмтәлә улар, бәлки, ғүмерҙе ҡотҡара алған хәбәрҙе ҙурыраҡ иғтибар менән тыңлар.

7, 8. Ниндәй осраҡтарҙа кейемебеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк?

7 Изге Аллабыҙ тураһында уйлаһаҡ, ҡәрҙәштәр һәм башҡа кешеләр хаҡында ҡайғыртһаҡ, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙең әһәмиәтлелеген күрһәткән һәм Йәһүәгә дан килтергән кейем кейергә тейешлегебеҙҙе аңларбыҙ (Рим. 13:8—10). Йыйылыш осрашыуына барғанда, вәғәзләгәндә йә башҡа рухи эштәр менән шөғөлләнгәндә был бигерәк тә мөһим. Беҙгә «Аллаға тоғро һәм ихтирамлы [кешеләргә] хас булғанса» кейенергә кәрәк (1 Тим. 2:10). Әлбиттә, бер ерҙә яраҡлы булған кейем икенсе ерҙә бөтөнләй урынһыҙ булырға мөмкин. Шуға күрә Йәһүәнең хеҙмәтселәре, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, башҡаларҙы рәнйетмәҫ өсөн урындағы йолаларҙы иҫәпкә ала.

Кейемегеҙ башҡаларҙа Аллаға ҡарата хөрмәт тойғоһо тыуҙырамы? (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8 1 Коринфтарға 10:31-ҙе уҡығыҙ. Конгрестар үткән саҡта кейемебеҙ урынлы һәм тыйнаҡ булырға тейеш. Был донъяла киң таралған ғәҙәти булмаған стилдәрҙән һаҡланырға кәрәк. Хатта ҡунаҡханаға урынлашҡанда йә унан киткәндә, шулай уҡ конгресс программаһы алдынан йә унан һуң ял иткәндә беҙ әрһеҙ йә әрпеш кейенергә теләмәйбеҙ. Тейешенсә кейенһәк, башҡалар беҙҙә Йәһүә шаһиттарын танығанда беҙ шат булырбыҙ һәм уңайһыҙланмайынса шаһитлыҡ бирә алырбыҙ.

9, 10. Ни өсөн Филиптарға 2:4-тәге һүҙҙәр кейем һайлауыбыҙға тәьҫир итергә тейеш?

9 Филиптарға 2:4-те уҡығыҙ. Ни өсөн мәсихселәр үҙҙәренең кейеме имандаштарына нисек тәьҫир итеүе хаҡында уйларға тейеш? Беренсенән, Алла хеҙмәтселәре, бөтә көстәрен һалып, Изге Яҙмалағы бындай кәңәш буйынса эш итергә тырыша: «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене... бөтөрөгөҙ» (Кол. 3:2, 5). Ҡәрҙәштәр был кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тырышҡанда, беҙ уларға ауырлыҡ тыуҙырырға теләмәҫ инек. Элек аҙғын тормош алып барған ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәргә гонаһлы теләктәр менән көрәшеү әле лә ауыр булырға мөмкин (1 Кор. 6:9, 10). Беҙ уларҙың көрәшен тағы ла ауырайтырға теләмәйбеҙ, шулай бит?

10 Имандаштарыбыҙ менән йыйылыш осрашыуҙарында булғанда йә бергә ял иткәндә, тышҡы ҡиәфәтебеҙ йыйылыштың әхлаҡи сафлығына өлөш индерергә тейеш. Әлбиттә, беҙ ниндәй кейем кейергә икәнен һайларға иреклебеҙ, әммә һәр беребеҙ башҡаларға әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға, шулай уҡ уй-фекерҙәрҙә, эштәрҙә һәм тәртиптә Алланың изгелеген сағылдырырға ярҙам итеү өсөн яуаплы (1 Пет. 1:15, 16). Ысын яратыу «әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Кор. 13:4, 5).

УРЫНЛЫ КЕЙЕМ

11, 12. Нимә кейергә икәнен хәл иткәндә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

11 Кейемгә бәйле ҡарарҙар ҡабул иткәндә Алла хеҙмәтселәре «һәр нәмәнең үҙ мәле, күктәр аҫтындағы һәр эштең үҙ ваҡыты бар» икәнен иҫтә тота (Вәғ. 3:1, 17). Әлбиттә, беҙ кейемде климатҡа һәм йыл миҙгеленә ҡарап һайлайбыҙ. Һайлауыбыҙға шулай уҡ йәшәү шарттары һәм башҡа төрлө сәбәптәр йоғонто яһай. Ләкин Йәһүәнең нормалары һауа торошона ҡарап үҙгәрмәй (Мал. 3:6).

12 Йылы яҡтарҙа йәшәгән кешеләргә башҡаларҙың хистәренә иғтибарлылыҡ, аҡыллылыҡ һәм төплөлөк сағылдырған кейем һайлауы айырыуса ауыр булырға мөмкин. Шунлыҡтан, беҙ тәнгә һылашып торған йә бигерәк киң кейем кейеүҙән тыйылһаҡ, ҡәрҙәштәр бик рәхмәтле булыр (Әйүп 31:1). Шулай уҡ пляжда йә бассейн янында ял иткәндә, һыу инеү кейемебеҙ тыйнаҡ булырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 11:2, 20). Күпселек кеше сиктән тыш асыҡ һыу инеү кейеме кейһә лә, беҙ, Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, изге Аллабыҙҙы яратабыҙ һәм уны данларға теләйбеҙ.

13. Ни өсөн кейем һайлағанда 1 Коринфтарға 10:32, 33-тәге кәңәшкә ҡолаҡ һалырға кәрәк?

13 Килешле кейем һайларға ярҙам иткән тағы бер мөһим принцип бар. Беҙгә ҡәрҙәштәребеҙҙең һәм башҡа кешеләрҙең выжданын иҫәпкә алырға кәрәк. (1 Коринфтарға 10:32, 33-тө уҡығыҙ.) Беҙ башҡаларҙы рәнйетә алған кейем кеймәҫкә тейеш. Илсе Павел: «Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ», — тигән. Шунан ул былай тип аңлатҡан: «Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны» (Рим. 15:2, 3). Эйе, Ғайса башҡалар хаҡында ҡайғыртыуҙы һәм Алла ихтыярын үтәүҙе үҙенең шәхси мәнфәғәттәренән өҫтөнөрәк ҡуйған. Шуға күрә, ниндәйҙер әйбер йә билдәле бер стилдәге кейем беҙгә нисек кенә оҡшамаһын, әгәр ул башҡаларҙа уңайһыҙлыҡ хисе тыуҙыра һәм хәҡиҡәтте тыңларға ҡамасаулай икән, беҙ уны кейеүҙән тыйылырбыҙ.

14. Ата-әсәләр балаларын кейемдәре менән Алланы данларға нисек өйрәтә алалар?

14 Мәсихсе ата-әсәләр балаларын Изге Яҙмалағы принциптарға өйрәтеү өсөн яуаплы. Мәҫәлән, улар үҙҙәренең һәм балаларының тыйнаҡ кейем һәм тышҡы ҡиәфәт менән Алланы һөйөндөрөүҙәренә һис тә шикләнмәҫкә тейеш (Ғиб. һүҙ. 22:6; 27:11). Балаларында изге Аллаға ҡарата хөрмәт үҫтерер өсөн, ата-әсәләргә уларға яҡшы үрнәк күрһәтергә һәм уларҙы яратыу менән өйрәтергә кәрәк. Ата-әсәләр йәш үҫмер балаларын килешле кейемде ҡайҙа һәм нисек һайларға өйрәтһә, бик яҡшы булыр ине. Балалар күҙҙәре төшкән кейемде генә түгел, ә Йәһүәгә дан килтергән кейем һатып ала белергә тейеш.

ИХТЫЯР ИРКЕН АҠЫЛЛЫ ҠУЛЛАНЫҒЫҘ

15. Кейем һайлауыбыҙға нимә тәьҫир итергә тейеш?

15 Алла Һүҙендә ғәмәли кәңәштәр бирелә. Улар беҙгә Аллаға дан килтерерлек аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Шулай ҙа кейем һайлау — күбеһенсә зауыҡ мәсьәләһе. Һәр кемдең, аҡса яғы кеүек, зауығы ла үҙенә күрә. Әммә кейемебеҙ һәр ваҡыт таҙа, тыйнаҡ һәм урынлы булырға, шулай уҡ урындағы йолаларға тура килергә тейеш.

16. Ни өсөн тейешле кейем табыр өсөн тырышлыҡ һалыу мөһим?

16 Шуны танырға кәрәк: йыш ҡына, бөтә яҡтарҙы иҫәпкә алып, аҡыллы, төплө ҡарарҙар ҡабул итеү еңел түгел. Күп кенә кибеттәр иң модалы кейем тәҡдим итә, шунлыҡтан тыйнаҡ юбка, күлдәк йә блузка, ә ир-аттарға ныҡ тар булмаған костюм йә салбар табыр өсөн күп ваҡыт һәм көс талап ителергә мөмкин. Әммә матур һәм тейешле кейем табыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәрҙәштәребеҙ, моғайын, күрер һәм баһалар. Ә күктәге яратҡан Атабыҙға дан килтергәнебеҙҙе белеүҙән килгән ҡәнәғәтлек тейешле кейем эҙләү менән бәйле бөтә ҡыйынлыҡтарҙы тулыһынса ҡаплар.

17. Ағай-ҡәрҙәш һаҡал үҫтерергәме, юҡмы икәнен хәл иткәндә нимәне иҫәпкә алырға тейеш?

17 Ә ағай-ҡәрҙәштәргә һаҡал үҫтерергә буламы? Муса ҡануны буйынса бөтә ир-ат та һаҡал үҫтерергә тейеш булған. Әммә мәсихселәр Муса ҡануны буйынса йәшәмәй (Лев. 19:27; 21:5; Гал. 3:24, 25). Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә тәрбиәләп ҡырҡылған һаҡал килешле күренә һәм олпатлыҡ өҫтәй, шуға күрә, ағай-ҡәрҙәш һаҡал үҫтерһә, был һөйөнөслө хәбәрҙән иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйәсәк. Хатта йыйылышта яуаплы вазифалар үтәгән ҡайһы бер ағай-ҡәрҙәштәр ҙә һаҡал йөрөтә. Шулай ҙа ҡайһы бер ағай-ҡәрҙәштәр һаҡал үҫтермәҫкә булған (1 Кор. 8:9, 13; 10:32). Башҡа мәҙәниәттәрҙә иһә был ғәҙәти күренеш түгел, шунлыҡтан мәсихселәр өсөн һаҡал йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Юғиһә ағай-ҡәрҙәш тышҡы ҡиәфәте арҡаһында Аллаға дан килтермәҫ һәм «тел тейҙермәҫлек» булып һаналмаҫ (Рим. 15:1—3; 1 Тим. 3:2, 7, ЯДТ).

18, 19. Миҡай 6:8-ҙәге һүҙҙәр кейемебеҙ менән Алланы данларға нисек ярҙам итә?

18 Йәһүә беҙҙең өсөн кейем һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡағылышлы ентекле ҡағиҙәләр исемлеге төҙөмәгән. Беҙ бының өсөн уға бик рәхмәтле. Ул беҙгә ихтыяр иркен ҡулланырға һәм, Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнеп, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт итә. Шулай итеп, беҙ хатта кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән дә «Алла юлында тыйнаҡ йөрөргә» теләүебеҙҙе күрһәтә алабыҙ (Миҡ. 6:8).

19 Тыйнаҡ кеше, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, үҙен саф һәм изге Алланың нормалары буйынса баһалай һәм уның күрһәтмәләренән тыш аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алмауын таный. Шулай уҡ тыйнаҡ кеше башҡаларҙың хистәрен һәм ҡараштарын хөрмәт итә. Тимәк, Алланың юғары нормалары буйынса йәшәп һәм башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булып, беҙ «Алла юлында тыйнаҡ йөрөй» алабыҙ.

20. Кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ башҡаларҙа ниндәй тәьҫорат ҡалдырырға тейеш?

20 Кейемебеҙгә ҡарап, кешеләр беҙҙең Алла хеҙмәтселәре булыуыбыҙға шикләнмәҫкә тейеш. Ҡәрҙәштәр ҙә, башҡа кешеләр ҙә беҙҙең ғәҙел Алланы тейешле рәүештә данлауыбыҙҙы асыҡ күрергә тейеш. Ул беҙҙең өсөн юғары нормалар урынлаштырған, һәм беҙ шатланып улар буйынса йәшәйбеҙ. Үҙенең килешле тышҡы ҡиәфәте һәм өлгөлө тәртибе менән эскерһеҙ кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп иткән, Йәһүәгә дан килтергән һәм уны шатландырған ҡәрҙәштәр маҡтауға лайыҡ. Кейем һайлағанда аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеп, беҙ артабан да «мөһабәтлек һәм дан-шөһрәткә кейенгән» Аллаға дан килтерәсәкбеҙ (Зәб. 104:1, 2).

^ 3 абз. Ҡанун 22:5: «Ҡатын-ҡыҙ ир-аттың, ир-ат ҡатын-ҡыҙҙың кейемен кейергә тейеш түгел. Сөнки шулай эшләгән һәр кем Аллаң Йәһүә өсөн ерәнгес».