Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Сит телдә хеҙмәт иткәндә рухи һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ

Сит телдә хеҙмәт иткәндә рухи һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ

«Һүҙҙәреңде күңелемдә һаҡлайым» (ЗӘБ. 119:11).

ЙЫРҘАР: 18, 47

1—3. а) Тормош шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, нимәне беренсе урынға ҡуйырға кәрәк? б) Яңы тел өйрәнгән мәсихселәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша, һәм быға бәйле ниндәй һорауҙар тыуа? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

БӨГӨН меңәрләгән Йәһүә шаһиты Асылыш китабындағы күренештең үтәлеүенә ҙур өлөш индерә. Был күренештә һөйөнөслө хәбәрҙең «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа» вәғәзләнеүе һүрәтләнә (Асыл. 14:6). Һеҙ ҙә сит тел өйрәнәһегеҙме? Бәлки, һеҙ миссионер булып йә вәғәзселәрҙә ихтыяж булған сит илдә хеҙмәт итәһегеҙҙер. Йәки үҙ илегеҙҙә сит телдә үткәрелгән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлағанһығыҙҙыр.

2 Алла хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ үҙебеҙҙең рухи һаулығыбыҙҙы һәм ғаиләбеҙҙең рухилығын беренсе урынға ҡуйырға тейешбеҙ (Матф. 5:3). Әммә ваҡыт-ваҡыт тығыҙ график арҡаһында сифатлы шәхси өйрәнеү үткәреү ҡыйын булырға мөмкин. Ә сит тел өйрәнгән мәсихселәр башҡа ауырлыҡтар менән дә осраша.

3 Яңы тел өйрәнеүҙән тыш, уларға тағы даими рәүештә йөрәктәрен ҡаты рухи аҙыҡ менән туҡландырырға кәрәк (1 Кор. 2:10). Улар, йыйылыш осрашыуҙары үткәрелгән телде тулыһынса аңламаһалар ҙа, быны нисек эшләй ала? Һәм ни өсөн ата-әсәләр Алла Һүҙе балаларының йөрәгенә үтеп инһен өсөн хәстәрлек күрергә тейеш?

РУХИ ҺАУЛЫҠҠА ЯНАҒАН ХӘҮЕФ

4. Нимә арҡаһында рухи яҡтан хәлһеҙләнеүебеҙ ихтимал? Миҫал килтерегеҙ.

4 Сит телдә Алла Һүҙен аңламау рухи һаулығыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мөмкин. Б. э. т. V быуатта Ниҡәми Вавилондан ҡайтҡан ҡайһы бер йәһүдтәрҙең еврей телендә һөйләшмәгән балалары өсөн бик борсолған. (Ниҡәми 13:23, 24-те уҡығыҙ *.) Шул балалар, асылда, үҙҙәрен Алла хеҙмәтселәре тип һанамаған, сөнки Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы насар аңлаған (Ниҡ. 8:2, 8).

5, 6. Сит телдә вәғәзләгән ҡайһы бер ата-әсәләр нимәне һиҙә, һәм ни өсөн бындай ауырлыҡ тыуа?

5 Сит телдә вәғәзләгән ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының хәҡиҡәткә һыуыныуын һиҙә. Балалар йыйылыш осрашыуҙарында әйтелгәндәрҙе тулыһынса аңламағанға, рухи программа уларҙың йөрәгенә үтеп инмәй. Ғаиләһе менән Көньяҡ Американан Австралияға күскән Педро [1] исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Рухи нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр йөрәккә һәм хис-тойғоларға тәьҫир итергә тейеш» (Лука 24:32).

6 Туған телдә уҡыу сит телдә уҡыуға ҡарағанда йөрәккә көслөрәк йоғонто яһай. Өҫтәүенә, сит телдә яҡшы итеп аралаша алмау эмоциональ һәм рухи яҡтан хәлһеҙләндерергә мөмкин. Шуға күрә, сит телдә һөйләшкән йыйылышҡа күскән мәсихселәргә, вәғәздә ашҡыныуын һүрелтмәйенсә, рухи һаулығы хаҡында ҡайғыртырға кәрәк (Матф. 4:4).

УЛАР РУХИ ҺАУЛЫҒЫН ҺАҠЛАП ҠАЛҒАН

7. Вавилондар нисек Данилды үҙ мәҙәниәтенә һәм диненә яраҡлаштырырға маташҡан?

7 Данил һәм уның өс дуҫы Вавилонға әсирлеккә эләккәс, вавилондар уларҙы халдейҙар теленә өйрәтеп үҙ мәҙәниәтенә яраҡлаштырырға маташҡан. Бынан тыш, был дүрт егетте өйрәтеү өсөн яуаплы түрә уларға халдей исемдәре биргән (Дан. 1:3—7). Данилды Вавилондың төп илаһы Бәл хөрмәтенә атағандар. Набуҡаднизар батша, моғайын, ошондай исем биреп, Данилға уның Аллаһы Йәһүә Вавилон илаһынан еңелгән тигән фекер һеңдерергә теләгәндер (Дан. 4:8).

8. Данилға сит илдә рухи һаулығын һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам иткән?

8 Данилға батша ашаған тәмле ашамлыҡтарҙы тәҡдим итһәләр ҙә, ул «күңеленән... үҙен нәжесләмәҫкә тип хәл иткән» (Дан. 1:8). «Яҙмаларҙы» һәр ваҡыт туған телендә тикшергәнгә, ул, сит илдә йәшәһә лә, рухи һаулығын һаҡлап ҡалған (Дан. 9:2). Шуға күрә, Вавилонға килгәндән һуң 70 йыл самаһы ваҡыт үткәс тә, уны һаман да еврей исеме менән атап йөрөткәндәр (Дан. 5:13).

9. Алла Һүҙе 119-сы мәҙхиәне яҙыусыға нисек тәьҫир иткән?

119-сы мәҙхиәне яҙыусыны батша һарайының ҡайһы бер ағзалары мыҫҡыл иткән, ләкин ул башҡалар кеүек эш итмәҫ өсөн Алла Һүҙенән көс алған (Зәб. 119:23, 61). Ул, Алланың һүҙҙәре хаҡында уйланып, уларҙы күңел түренә һалған. (Зәбур 119:11, 46-ны уҡығыҙ *.)

РУХИ ҺАУЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ҺАҠЛАҒЫҘ

10, 11. а) Алла Һүҙен өйрәнгәндә маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш? б) Маҡсатыбыҙға нисек ирешеп була? Миҫал килтерегеҙ.

10 Теократик һәм донъяуи вазифаларыбыҙ күп булһа ла, һәр беребеҙгә шәхси өйрәнеүгә һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуға ваҡыт бүлергә кәрәк (Ефес. 5:15, 16). Әммә маҡсатыбыҙ күпмелер бит уҡып сығыу йә йыйылыш осрашыуында ҡатнашыр өсөн яуап әҙерләү генә булырға тейеш түгел. Алла Һүҙе йөрәгебеҙгә үтеп инергә һәм иманыбыҙҙы нығытырға тейеш.

11 Был маҡсатҡа ирешер өсөн, шәхси өйрәнеү үткәргәндә, башҡаларҙың ғына түгел, ә үҙебеҙҙең рухи ихтыяждарыбыҙ тураһында ла онотмау мөһим (Флп. 1:9, 10). Шуны ла танырға кәрәк: хеҙмәткә, йыйылыш осрашыуҙарына йә телмәргә әҙерләнгәндә, беҙ бар материалды һәр саҡ үҙебеҙгә ҡарата ҡулланмайбыҙ. Миҫал өсөн: ашнаҡсы, ашамлыҡтарҙы өҫтәлгә килтереп ултыртыр алдынан, тәүҙә уларҙы бер нисә тапҡыр тәмләп ҡарай, ләкин ул шуның менән генә туя алмай. Һау булғыһы килһә, ул туҡлыҡлы аҙыҡ ашарға тейеш. Шуның шикелле, беҙ ҙә шәхси ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндергән рухи аҙыҡ менән туҡланырға тейеш.

12, 13. Ни өсөн сит телдә вәғәзләгән күп кенә мәсихселәр шәхси өйрәнеүҙе туған телендә үткәрә?

12 Сит телдә вәғәзләгән күп кенә мәсихселәр Изге Яҙманы даими рәүештә туған телдәрендә өйрәнә (Ғәм. 2:8). Хатта миссионерҙар ҙа рухи яҡтан ныҡ булып ҡалыр өсөн йыйылыш осрашыуҙарында бирелгән төп белемдәргә генә таяныу етерлек түгел икәнен аңлай.

13 Яҡынса һигеҙ йыл дауамында фарсы телен өйрәнгән Алан былай тип таный: «Осрашыуҙарға фарсы телендә әҙерләнгәндә, иғтибарым ғәҙәттә телдең үҙенә генә туплана. Зиһенем күбеһенсә аҡыл эшмәкәрлеге менән мәшғүл булғас, рухи фекерҙәр йөрәгемә үтеп инмәй. Бына ни өсөн мин һәр ваҡыт Изге Яҙманы һәм башҡа баҫмаларҙы туған телемдә өйрәнер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуям».

БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫҢ ЙӨРӘГЕНӘ ТӘЬҪИР ИТЕГЕҘ

14. Ата-әсәләр нимәне күҙәтергә тейеш, һәм ни өсөн?

14 Мәсихсе ата-әсәләр Алла Һүҙе балаларының аҡылына һәм йөрәгенә үтеп инәме, юҡмы икәнен күҙәтергә тейеш. Өс йылдан ашыу сит телдә вәғәзләгәндән һуң, Серж һәм уның ҡатыны Мюрьель 17 йәшлек улдарының теократик эштәрҙән шатлыҡ алмауын һиҙеп ҡалған. «Элек туған телендә рәхәтләнеп вәғәзләһә лә, башҡа телдә вәғәзләр өсөн хеҙмәткә барыу уның кәйефен ҡыра ине», — ти Мюрьель. «Был хәл улыбыҙға рухи уңыштарға өлгәшергә ҡамасаулай икәнен аңлағас, — тип әйтә Серж, — беҙ кире үҙ йыйылышыбыҙға ҡайтырға булдыҡ».

Хәҡиҡәт балаларығыҙҙың йөрәктәренә үтеп инәме, юҡмы икәнен күҙәтеп тороғоҙ (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. а) Ата-әсәләрҙе балаларына аңлайышлыраҡ телдә үткән йыйылышҡа күсергә нимә этәрергә мөмкин? б) Ҡанун 6:5—7-лә ата-әсәләргә ниндәй кәңәштәр бирелә?

15 Ата-әсәләрҙе балаларына аңлайышлыраҡ телдә үткән йыйылышҡа күсергә нимә этәрергә мөмкин? Беренсенән, улар балаларында Йәһүәгә яратыу үҫтерергә һәм шул уҡ ваҡытта уларҙы сит телгә өйрәтергә ваҡыттары һәм көстәре етерме, юҡмы икәнен билдәләргә тейеш. Икенсенән, улар балаларының рухи эштәр йә сит тел менән ҡыҙыҡһынып бармауын абайлап ҡалырға мөмкин. Ундай осраҡтарҙа ата-әсәләр, балалары хәҡиҡәттә ныҡ торорға өйрәнгәнсе, уларға аңлайышлыраҡ телдә үткән йыйылышҡа күсергә ҡарар итә ала. (Ҡанун 6:5—7-не ҡарағыҙ *.)

16, 17. Сит телдә вәғәзләгән ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының рухи һаулығы хаҡында нисек ҡайғырта?

16 Икенсе яҡтан, ҡайһы бер ата-әсәләр, сит телдә үткән йыйылыш йә төркөм осрашыуҙарына йөрөһә лә, балаларын туған телендә өйрәтер өсөн мөмкинлектәр таба. 9—13 йәшкә тиклемге өс ҡыҙҙың атаһы Чарлз ғаиләһе менән лингала телендә үткән төркөмгә йөрөй. Ул былай ти: «Беҙ балаларыбыҙ менән өйрәнеүҙәрҙе һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы туған телебеҙҙә үткәрергә һөйләштек. Ә лингала телендә беҙ уйнайбыҙ, йыйылыш осрашыуына яуаптар һәм хеҙмәткә инеш һүҙҙәр әҙерләйбеҙ. Шулай итеп улар, күңелле ваҡыт үткәреп, был телде өйрәнә».

Сит телде өйрәнеү һәм йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашыу өсөн тырышлыҡ һалығыҙ (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

17 Кевиндың биш һәм һигеҙ йәшлек ике ҡыҙы бар. Улар йыйылыш осрашыуҙарында ишеткәндәрен аңлап етмәгәнгә күрә, Кевин ҡыҙҙарын хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн күп көс һала. Ул былай ти: «Мин һәм ҡатыным һәр ҡыҙыбыҙ менән туған телебеҙҙә — французса өйрәнеү үткәрәбеҙ. Беҙ шулай уҡ айына бер тапҡыр француз телендә үткән осрашыуға, ә отпуск көндәрендә конгресҡа барырға хәл иттек».

18. а) Римдарға 15:1, 2-ләге принцип балаларға нимә файҙалыраҡ булырын билдәләргә нисек ярҙам итә ала? б) Ҡайһы бер ата-әсәләр нимә тәҡдим итә? (Иҫкәрмәне ҡарағыҙ.)

18 Әлбиттә, һәр ғаилә балаларына рухи яҡтан нимә файҙалыраҡ булырын яҡшы белә [2] (Гал. 6:5). Юғарыла иҫкә алынған Мюрьель, беҙгә улыбыҙҙың рухи һаулығы хаҡына үҙебеҙ яратҡан хеҙмәтте ҡалдырырға тура килде, тип таный. (Римдарға 15:1, 2-не уҡығыҙ.) Шул ваҡытты иҫкә төшөрөп, Серж, дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнбеҙ, тип уйлай. Ул былай ти: «Француз йыйылышына кире ҡайтҡандан бирле улыбыҙ рухи яҡтан үҫкәндән-үҫә барҙы һәм һыуға сумдырылды. Хәҙер ул пионер булып хеҙмәт итә. Ул хатта сит телдә вәғәзләгән төркөмгә кире күсергә уйлай!»

АЛЛА ҺҮҘЕ ЙӨРӘГЕГЕҘГӘ ҮТЕП ИНҺЕН

19, 20. Беҙ Алла Һүҙен яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

19 Яратыуҙан сығып, Йәһүә, «бөтөн кешеләр... хәҡиҡәтте таны[й]» алһын өсөн, Изге Яҙманың йөҙәрләгән телгә тәржемә ителеүен ҡайғыртҡан (1 Тим. 2:4). Алла шуны белә: кеше, уның фекерҙәрен әсә телендә уҡыһа, рухи ихтыяждарын яҡшыраҡ ҡәнәғәтләндерә ала.

20 Шарттарыбыҙ ниндәй генә булмаһын, беҙ йөрәгебеҙҙе ҡаты рухи аҙыҡ менән туҡландырырға тейеш. Изге Яҙманы әсә телендә өйрәнеп, беҙ үҙебеҙҙең рухи һаулығыбыҙҙы һәм ғаиләбеҙҙең рухилығын һаҡларбыҙ, шулай уҡ Алла һүҙҙәрен ысындан да ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтербеҙ (Зәб. 119:11).

^ [1] (5-се абзац) Исемдәр үҙгәртелгән.

^ [2] (18-се абзац) Ғаиләгеҙ өсөн файҙалы була алған принциптарҙы ҡарап сығыр өсөн, 2002 йылдың 15 октябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Сит илдә балалар үҫтереү. Тырышлыҡтар бүләкләнә» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 4 абз. Ниҡәми 13:23, 24: «Ул көндәрҙә миңә шулай уҡ йәһүдтәрҙең азот, аммон, муав ҡатындарына өйләнгәндәре билдәле булды. Уларҙың улдарының яртыһы — азоттарҙың телендә, ә ҡалғандары башҡа халыҡ телдәрендә һөйләшә ине. Уларҙың береһе лә йәһүд телендә һөйләшә белмәй ине».

^ 9 абз. Зәбур 119:11, 46: «Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылмаҫ өсөн, һүҙҙәреңде күңелемдә һаҡлайым... Батшалар алдында ла мин ҡанундарың тураһында һөйләрмен, оялып тормам».

^ 15 абз. Ҡанун 6:5—7: «Аллаң Йәһүәне бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә көсөң менән ярат. Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләргә тейеш».