Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ зирәклек сағылдыраһығыҙмы?

Һеҙ зирәклек сағылдыраһығыҙмы?

БЕР төпкөл ауылда ярлы малай йәшәгән, ти. Кешеләр уны иҫәр тип уйлап мыҫҡыллаған. Ҡайһы ваҡыт күршеләре уны үҙҙәренең дуҫтары алдында көлкөгә күтәргән. Улар уға, бер ҙур көмөш тәңкә һәм икеләтә ҡиммәтерәк бер бәләкәй алтын тәңкә һоноп, береһен һайла, тип тәҡдим иткән. Малай гел көмөш тәңкәне эләктереп ҡаса торған булған.

Бер кеше малайҙан былай тип һораған: «Әллә һин бер алтын тәңкәнең ике көмөш тәңкәгә торғанын белмәйһеңме?» Малай, йылмайып: «Әлбиттә, беләм», — тигән. «Ә ниңә һуң һәр саҡ көмөш тәңкәне һайлайһың? — тип һораған теге кеше. — Алтын бит икеләтә ҡиммәтерәк». Малай былай тигән: «Эйе, әммә алтынын һайлаһам, кешеләр бүтән миңә тәңкә тәҡдим итмәҫ. Күпме көмөш тәңкә йыйғанымды белһәгеҙ икән!» Был бәләкәй малайҙың хатта ололар ҙа өлгө алырлыҡ зирәклеге булған.

Изге Яҙмала былай тиелә: «Улым, уларҙы күҙҙән ысҡындырма. Зирәклек һәм аңды һаҡла... Ул саҡта һин үҙ юлыңдан имен йөрөрһөң, һис абынмайынса атларһың» (Ғиб. һүҙ. 3:21, 23). Шулай итеп, зирәклек нимә икәнен белеү һәм уны дөрөҫ ҡулланыу именлегебеҙҙең нигеҙе булып тора. Зирәклек беҙгә хәҡиҡәт юлында һис абынмайынса, ышаныслы аҙымдар менән йөрөргә ярҙам итер.

ЗИРӘКЛЕК НИМӘ УЛ?

Зирәклек үҙ эсенә белем һәм аңлау һәләтен генә алмай. Белеме булған кеше мәғлүмәт һәм факттар туплай. Аңлау һәләтенә эйә булған кеше бер факттың икенсеһе менән нисек бәйле булғанын күрә. Ә зирәк кеше, белемгә аңлау һәләтен ҡушып, уларҙы тормошта ҡуллана белә.

Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Һеҙ бер кеше менән Изге Яҙманы өйрәнәһегеҙ, ти. Ул, өйрәнеүҙәр үткәреү өсөн төп баҫманы тиҙ арала уҡып сығып, уны аңланы, ти. Өйрәнеү ваҡытында ул һорауҙарға дөрөҫ яуаптар бирә. Шулай уҡ ул йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй һәм хатта, яҡшы комментарийҙар биреп, уларҙа ҡатнаша. Быларҙың барыһы ла уның рухи уңыштарға өлгәшеүен күрһәтә. Әммә был уның зирәк булып киткәнен аңлатамы? Әлбиттә, һәр саҡ улай түгел. Бәлки, ул бер һүҙҙән үк аңлай белгән кешелер. Ләкин ул, хәҡиҡәт буйынса йәшәп, белем һәм аңлау һәләтен дөрөҫ ҡулланһа ғына, зирәклек сағылдырыр. Айыҡ һәм яҡшы уйланылған ҡарарҙары уның зирәк булыуын асыҡ күрһәтер.

Матфей 7:24—27-лә Ғайса Мәсихтең ике кеше тураһындағы миҫалы яҙылған. Уларҙың һәр береһе үҙенә йорт һалған. Береһе, «аҡыллы» кеше булараҡ, алдан уйлап, йортон таш өҫтөндә төҙөгән. Ул алдын-артын уйлаусан һәм үтә күреүсән кеше һымаҡ эш иткән. Ул, ҡом өҫтөндә йорт төҙөү тиҙ һәм арзан булыр, тип уйламаған. Киләсәктә нимә була алғанын иҫәпкә алып, ул зирәклек сағылдырған. Шуға күрә, көслө дауыл башланғас, уның йорто емерелмәгән. Беҙ зирәклекте нисек үҫтерә һәм сағылдыра алабыҙ?

ЗИРӘКЛЕКТЕ НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?

Беренсенән, Миҡай 6:9-ҙағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ: «Зирәктәр [Алланың] исемен тәрән хөрмәт итер». Алланың исемен тәрән хөрмәт итеү уның сифаттарын, абруйын һәм ҡанундарын хөрмәтләүҙе аңлата. Кемделер хөрмәт итер өсөн, уның фекер йөрөтөү рәүешен белергә кәрәк. Уның ҡараштарын белгәс кенә, уға ышанырға, унан өйрәнергә һәм өлгө алырға була. Ҡарарҙарыбыҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә нисек тәьҫир иткәне хаҡында уйланһаҡ һәм уларҙы ҡабул иткәндә уның нормаларын иҫәпкә алһаҡ, зирәк була алырбыҙ.

Икенсенән, Ғибрәтле һүҙҙәр 18:1-ҙә былай тиелә: «Башҡаларҙан ситләшкән кеше үҙ теләктәре хаҡында ғына уйлай һәм зирәклекте кире ҡаға». Һаҡ булмаһаҡ, Йәһүәнән һәм уның халҡынан йыраҡлашыуыбыҙ ихтимал. Үҙебеҙҙе башҡаларҙан ситләштермәҫ өсөн, беҙгә Алланың исемен һәм уның нормаларын хөрмәт иткән кешеләр менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Шарттарыбыҙ рөхсәт итһә, Батшалыҡ залына һәр ваҡыт килеү һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыу бик мөһим. Йыйылыш осрашыуҙарында әйтелгәндәр беҙгә тәьҫир итһен өсөн, беҙ уларҙы йөрәгебеҙ һәм аҡылыбыҙ аша үткәрергә тейеш.

Бынан тыш, доғала Йәһүәгә күңел бушатыу уға яҡынайта (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Изге Яҙмала һәм Йәһүәнең ойошмаһы сығарған баҫмаларҙа яҙылғандар хаҡында тәрән уйланһаҡ, беҙ, эштәребеҙҙең эҙемтәләрен алдан күреп, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ. Шулай уҡ рухи яҡтан өлгөрөп еткән ағай-ҡәрҙәштәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу мөһим (Ғиб. һүҙ. 19:20). Шул саҡта беҙ «зирәклекте кире ҡаҡмаҫбыҙ», ә, киреһенсә, уны үҫтерербеҙ.

ҒАИЛӘЛӘ ЗИРӘКЛЕК НИ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?

Зирәклек ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итә ала. Мәҫәлән, Изге Яҙма ҡатындарҙы ирҙәрен тәрән «хөрмәт» итергә өндәй (Ефес. 5:33). Ирҙәр нисек тәрән хөрмәткә лайыҡ була ала? Әгәр ул, үҙен тупаҫ тотоп, ҡатынынан хөрмәт итеүен талап итһә, бының менән күпкә өлгәшмәҫ. Ҡатыны, ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫ өсөн, бәлки, уның алдында ғына уға хөрмәт күрһәтергә тырышыр. Ләкин ире янында булмаһа, ул үҙен нисек тотор? Моғайын, уның хөрмәтенең әҫәре лә ҡалмаҫ. Иргә, ҡатынының хөрмәтен яулар өсөн, үҙенең тәртибе хаҡында уйланырға кәрәк. Әгәр ул, изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы сағылдырып, ҡатынын игелек һәм һөйөү менән солғап алһа, ҡатыны уны ысын күңелдән хөрмәт итер. Әлбиттә, мәсихсе ҡатындар, ирҙәре ихтирамға лайыҡ булыу-булмауына ҡарамаҫтан, уларҙы хөрмәт итергә тейеш (Гал. 5:22, 23).

Изге Яҙмала шулай уҡ, ирҙәр ҡатындарын яратырға тейеш, тип әйтелә (Ефес. 5:28, 33). Иренең яратыуын юғалтырға ҡурҡып, ҡатын, иремдең быны белергә хоҡуғы булһа ла, был уға оҡшамаясаҡ, тип ҡайһы бер нәмәләрҙе унан йәшереп ҡалырға мөмкин. Ундай ҡатын зирәклек сағылдырамы? Һуңыраҡ барыһын белһә, ире нимә тиер? Был уларҙың мөнәсәбәттәрен нығытырмы? Әммә ҡатын, уңайлы ваҡыт табып, иренә барыһын да тыныс ҡына һөйләп бирһә, ире, моғайын, уның намыҫлылығын юғары баһалар һәм уны тағы ла нығыраҡ яратыр.

Бөгөн балаларығыҙға биргән тәрбиәгеҙ киләсәктә улар менән мөнәсәбәттәрегеҙгә тәьҫир итәсәк

Балалар үҙҙәрен Йәһүә юлына өйрәтергә тырышҡан ата-әсәләрен тыңларға тейеш (Ефес. 6:1, 4). Улай булғас, ата-әсәләргә балалары өсөн ярамаған эштәрҙең оҙон исемлеген төҙөргә кәрәкме? Балалар үҙҙәренән нимә талап ителгәнен һәм тыңламаусанлыҡ осраҡтары өсөн ҡаралған төҙәтеү сараларын белеүҙән тыш күберәкте аңларға тейеш. Зирәклек сағылдырған ата-әсәләр балаларына ни өсөн тыңлаусан булырға кәрәклеген аңлатыр.

Әйтәйек, бала атаһы йә әсәһе менән ихтирамһыҙ һөйләшә, ти. Әгәр ата-әсә уға ҡысҡырһа йә ҡыҙыулыҡ менән төҙәтеү сараһын ҡулланһа, бала ҡурҡып бөтөнләй йомолорға мөмкин. Уның, үпкә һаҡлап, ата-әсәһенән йыраҡлашыуы ихтимал.

Зирәк ата-әсәләр ниндәй төҙәтеү сараһы балаларына яҡшыраҡ тәьҫир итәсәге хаҡында уйлай. Улар балаларын ҡыҙған саҡта төҙәтергә тейеш түгел. Тыныс ҡына, игелекле итеп, бәлки, икәүҙән-икәү генә һөйләшеп алыу яҡшыраҡ булыр. Уға, Йәһүә балаларҙың ата-әсәләрен хөрмәт итеүен һәм ер йөҙөндә мәңге йәшәүен теләй, тип аңлатырға була. Шул саҡта бала ата-әсәһен хөрмәт иткәндә, асылда, Йәһүәгә ихтирам күрһәткәнен аңлар (Ефес. 6:2, 3). Шундай мөғәмәлә баланың йөрәгенә яҡшы тәьҫир итергә мөмкин. Ул, ата-әсәһенең эскерһеҙ ҡайғыртыуын күреп, уларҙы тағы ла нығыраҡ хөрмәт итер. Ә киләсәктә ул ата-әсәһенә үҙенең борсолоуҙары хаҡында һөйләргә ҡурҡмаҫ.

Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаларын рәнйетергә ҡурҡып, уларға ҡарата төҙәтеү сараларын ҡулланмай. Әммә баланың киләсәгенә был нисек тәьҫир итәсәк? Ул Йәһүәне тәрән хөрмәт итерме һәм Алла нормалары буйынса йәшәү аҡыллы икәнен аңлармы? Йәһүәнән өгөт-нәсихәтте бөтә йөрәге менән ҡабул итерме йә, рухи нәмәләрҙе һанға һуҡмайынса, уның халҡынан ситләшерме? (Ғиб. һүҙ. 13:1; 29:21)

Яҡшы һынсы ниндәй һын яһарға йыйынғанын алдан белә. Ул, гүзәл һын килеп сығырына өмөтләнеп, киҫәк артынан киҫәк китеп алып ҡына ултырмай. Зирәклек сағылдырған ата-әсәләр, Йәһүәнең нормалары хаҡында белем алып, улар буйынса йәшәр өсөн ваҡыттарын йәлләмәй. Бының менән улар Йәһүәнең исеменә тәрән хөрмәт күрһәтә. Алланан һәм уның ойошмаһынан ситләшмәҫкә тырышып, улар зирәклек туплай һәм ғаилә бәйләнештәрен нығыта.

Көн һайын беҙгә төрлө ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә, уларҙың ҡайһы берҙәре бөтә тормошобоҙға тәьҫир итергә мөмкин. Ҡарарҙарҙы ашығыс рәүештә ҡабул итеү урынына, бер аҙ туҡтап, уйлап алыу яҡшы булыр ине. Уларҙың ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында уйланығыҙ. Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләгеҙ һәм унан килгән зирәклекте туплағыҙ. Шулай итеп һеҙ зирәклек сағылдырырһығыҙ һәм мәңгелек тормошҡа эйә булырһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:22, 21).