Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнең вәғәҙәләренә иман итегеҙ

Йәһүәнең вәғәҙәләренә иман итегеҙ

«Иман — ул... күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау» (ЕВР. 11:1).

ЙЫРҘАР: 54, 43

1. Беҙ иманға нисек ҡарарға тейеш?

ИМАН — бик ҡиммәтле сифат. Бөтә кеше лә иманлы түгел (2 Фес. 3:2). Әммә Йәһүә үҙенә ғибәҙәт ҡылыусыларға иман бирә (Рим. 12:3). Иманға эйә булған бөтә кешеләр уның өсөн Аллаға рәхмәтле булырға тейеш.

2, 3. а) Иманлы кешеләрҙе ниндәй фатихалар көтә? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Ғайса Мәсих әйтеүенсә, уның күктәге Атаһы кешеләрҙе үҙенә Улы аша яҡынайта (Яхъя 6:44, 65). Алла Ғайсаға иман иткән кешенең гонаһтарын кисерә ала. Бының нигеҙендә кеше Алла менән яҡын мөнәсәбәттәр ҡора, һәм бындай дуҫлыҡ мәңге дауам итергә мөмкин (Рим. 6:23). Ниндәй иҫ киткес фатиха! Беҙ уға лайыҡ булыр өсөн берәй нәмә эшләнекме әллә? Гонаһлы булыуыбыҙ арҡаһында беҙ тик үлемгә генә лайыҡ (Зәб. 103:10). Ләкин Йәһүә беҙҙең яҡшылыҡҡа ынтыла алыуыбыҙҙы күргән. Йомарт игелектән сығып, ул беҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе ысын күңелдән ҡабул итергә ярҙам иткән. Шулай итеп беҙ Ғайса Мәсихкә иман итә башланыҡ һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булдыҡ. (1 Яхъя 4:9, 10-ды уҡығыҙ.)

3 Шулай ҙа иман нимә һуң ул? Алланың кешеләр өсөн ниндәй фатихалар әҙерләп ҡуйғанын белеү генәме? Ә иң мөһиме, иманды нисек сағылдырып була?

КҮҢЕЛЕГЕҘҘӘН ИМАН ИТЕГЕҘ

4. Ни өсөн иман нимәнелер аңлауҙан күберәкте үҙ эсенә ала? Аңлатығыҙ.

4 Иман Алланың ниәттәрен аңлау ғына түгел, ул үҙ эсенә күберәкте ала. Иман — Алла ихтыяры буйынса эш итергә дәртләндереүсе ҡеүәтле эске көс. Алланың кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн күргән сараларына иман итеү һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға һөйләргә рухландыра. Илсе Павел былай тигән: «Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас [„күңелеңдән“, ЯДТ] ышанһаң, ҡотоласаҡһың. Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә» (Рим. 10:9, 10; 2 Кор. 4:13).

5. Ни өсөн иман шул тиклем мөһим, һәм беҙ уны нисек көслө килеш һаҡлай алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ.

5 Алланың яңы донъяһында мәңге йәшәргә теләһәк, беҙгә, әлбиттә, иман сағылдырырға һәм уны көслө килеш һаҡларға кәрәк. Был йәһәттән иман үҫемлеккә оҡшаш. Яһалма үҫемлектән айырмалы рәүештә, тере үҫемлек һәр саҡ үҙгәреп тора. Һыу етмәһә, ул һулый, ә дымлылыҡ етерлек булһа, ул көслө һәм матур булып китә. Һыуһыҙ үҫемлек кибә. Иман менән шундай уҡ хәл. Уны нығытмаһаҡ, ул кәмер һәм, ахыр сиктә, юҡҡа сығыр (Лука 22:32; Евр. 3:12). Әммә иманыбыҙ хаҡында ҡайғыртһаҡ, ул тере булып ҡалыр һәм нығына барыр, һәм беҙ иманда ныҡ торорбоҙ (2 Фес. 1:3; Тит. 2:2).

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ИМАН ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

6. Еврейҙарға 11:1-ҙә әйтелгәнсә, иман ниндәй ике мөһим нәмә менән бәйле?

6 Имандың билдәләмәһе Еврейҙарға 11:1-ҙә (уҡығыҙ) яҙылған. Күренеүенсә, иман ике мөһим нәмә менән бәйле. Беренсенән, «өмөтләнеп көткәндәр», мәҫәлән, киләсәктә булырға тейеш ваҡиғалар, шул иҫәптән бөтә яуызлыҡтың юҡҡа сығыуы һәм яңы донъяның урынлаштырылыуы. Икенсенән, «күренмәгән нәмәләр». Был шиғырҙа грек теленән «барлығын раҫлау» тип тәржемә ителгән һүҙбәйләнеш күренмәгәндәрҙең — Йәһүә Алланың, Ғайса Мәсихтең, фәрештәләрҙең һәм күктәге Батшалыҡтың барлығын иҫбатлаған дәлилдәргә ҡарай (Евр. 11:3). Беҙ өмөтөбөҙҙөң тере булыуын, шулай уҡ Алла Һүҙендә әйтелгән күҙгә күренмәгән нәмәләргә ышаныуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән. Уларҙан башҡа ысын иманды күҙ алдына ла килтереп булмай.

7. Нухтың үрнәге беҙгә иманлы булыуҙың нимә икәнен аңларға нисек ярҙам итә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Еврейҙарға 11:7-лә Нухтың көслө иманы хаҡында әйтелә. Ул, «әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән». Нух ифрат ҙур кәмә төҙөп үҙ иманын күрһәткән. Һис шикһеҙ, күршеләре унан, нимәгә шундай ҙур ҡоролма төҙөйһөң, тип һораған. Бәлки, Нух бер ни ҙә өндәшмәгәндер? Ә, бәлки, ул, һеҙҙең ни эшегеҙ бар, тип яуаплағандыр? Әлбиттә, юҡ! Иманы Нухты ҡыйыулыҡ менән шаһитлыҡ бирергә һәм замандаштарын Алланың киләсәк хөкөмө хаҡында киҫәтергә рухландырған. Моғайын, Нух кешеләргә Алланың бындай һүҙҙәрен еткергәндер: «Ерҙә йәшәгән бөтә йән эйәһен ҡырам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды... Мин туфан һыуҙары ҡалҡытып, эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙә булған бөтә нәмә ҡырылып бөтәсәк». Шулай уҡ Нух, һис шикһеҙ, кешеләргә көплө кәмәгә инеү — ҡотолор өсөн берҙән-бер ысул икәнен аңлатҡан. Эйе, Нух «тәҡүә тормошто вәғәзлә[п]» тә иман күрһәткән (Баш. 6:13, 17, 18; 2 Пет. 2:5).

8. Шәкерт Яҡуб, Алла тарафынан рухландырылып, ысын имандың асылы тураһында нимә яҙған?

8 Яҡуб үҙенең хатын, күрәһең, илсе Павел, Алла тарафынан рухландырылып, имандың нимә икәнен аңлатҡандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс яҙған. Павел кеүек, Яҡуб та ысын имандың эштәрҙә сағылғанын аңлатҡан. Ул былай тигән: «Үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен» (Яҡ. 2:18). Шунан Яҡуб ышаныу һәм иманды эштәр аша күрһәтеү араһындағы айырмаға иғтибар иткән. Хатта ендәр ҙә Алланың барлығына ышана, ләкин уларҙың ысын имандары юҡ. Унан да бигерәк, улар Алла ниәттәренең үтәлеүенә ҡамасауларға маташа (Яҡ. 2:19, 20). Иманлы кеше иһә яҡшы эштәр ҡылып Алланың күңелен таба. Ибраһим шулай эшләгән дә. Яҡуб уның хаҡында былай тигән: «Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан килтереү урынына ятҡырғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәре менән бергә эш иткән һәм шул эштәре аша уның иманы камиллашҡан». Һығымта яһап, Яҡуб иманды эштәр аша күрһәтергә кәрәклеген ҡабат аңлатҡан. Ул былай тигән: «Рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле» (Яҡ. 2:21—23, 26).

9, 10. Яхъя иманды сағылдырырға кәрәклеген нисек күрһәткән?

9 Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң Яхъя бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр һәм уның өс хаты яҙылған. Элегерәк, Алла тарафынан рухландырылып, ысын иман хаҡында яҙған кешеләр кеүек, Яхъя ла имандың нимә икәнен яҡшы аңлағанмы? Ҡай саҡ «инаныу», йәғни «иман күрһәтеү» тип тәржемә ителгән грек телендәге ҡылымды Яхъя башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ ҡулланған.

10 Мәҫәлән, Яхъя былай тип яҙған: «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора» (Яхъя 3:36). Ысын иман үҙ эсенә Ғайсаның әмерҙәренә буйһоноуҙы ала. Яхъя йыш ҡына Ғайсаның һүҙҙәрен килтергән. Шул һүҙҙәр буйынса, иманды өҙлөкһөҙ сағылдырып торорға кәрәк (Яхъя 3:16; 6:29, 40; 11:25, 26; 14:1, 12).

11. Беҙ хәҡиҡәт өсөн нисек рәхмәт белдерә алабыҙ?

11 Беҙ Йәһүәгә изге рухы ярҙамында беҙгә хәҡиҡәтте асҡаны һәм һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә мөмкинселек биргәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ! (Лука 10:21-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә беҙҙе үҙенең Улы — «иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайса» аша үҙенә яҡынлаштыра. Бының өсөн уға рәхмәт белдереүҙән туҡтамайыҡ (Евр. 12:2). Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәт белдерергә теләһәк, беҙ доға ҡылып һәм Алла Һүҙен өйрәнеп артабан да иманыбыҙҙы нығытырбыҙ (Ефес. 6:18; 1 Пет. 2:2).

Вәғәзләр өсөн һәр мөмкинселектән файҙаланып иман күрһәтегеҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Иманды нисек сағылдырып була?

12 Беҙгә Алланың вәғәҙәләренә иман итеүебеҙҙе эштәр менән һәр ваҡыт күрһәтеп торорға кәрәк. Был башҡаларға ап-асыҡ күренергә тейеш. Мәҫәлән, беҙ Алла Батшалығы хаҡында вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә даими ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ беҙ «һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡыл[ырға]» тырышабыҙ (Гал. 6:10). Унан тыш, беҙ, үҙебеҙҙе рухи яҡтан хәлһеҙләндерә алған бөтә нәмәнән ҡасып, «элекке йәшәү рәүеше[беҙҙән]» арыныр өсөн күп көс һалабыҙ (Кол. 3:5, 8—10).

АЛЛАҒА ЫШАНЫУ — НИГЕҘҘЕҢ БЕР ӨЛӨШӨ

13. Аллаға ышаныу ни тиклем мөһим, уны нимә менән сағыштырып була һәм ни өсөн?

13 Алла Һүҙендә былай тиелә: «Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш» (Евр. 11:6). Изге Яҙманан күренеүенсә, Аллаға ышаныу — ысын мәсихсе булырға һәм тоғро ҡалырға теләгән һәр кеше һалған «нигеҙ[ҙең]» бер өлөшө генә (Евр. 6:1, 2). Был нигеҙҙә төҙөгәндә, мәсихсе, «Алла һөйөүендә ҡалы[р]» өсөн, үҙ иманына башҡа мөһим сифаттар ҙа өҫтәргә тейеш (2 Петр 1:5—7-не уҡығыҙ; Йәһүҙә 20, 21).

14, 15. Ни өсөн мөхәббәт имандан күпкә мөһимерәк?

14 Грек Яҙмаларын яҙыуҙа ҡатнашҡан кешеләр, имандың мөһимлегенә баҫым яһар өсөн, уны йөҙәрләгән ҡат иҫкә алған. Изге Яҙмала башҡа бер ниндәй сифат та шул тиклем йыш телгә алынмай. Улайһа, иманды иң мөһим сифат тип атап буламы?

15 Иманды мөхәббәт менән сағыштырып, илсе Павел былай тип яҙған: «Тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел» (1 Кор. 13:2). «Ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме?» тигән һорауға яуап биргәндә, Ғайса Алланы яратыу — иң төп сифат икәнен асыҡ итеп күрһәткән (Матф. 22:35—40). Иман һәм мәсихселәргә хас башҡа күп сифаттар — мөхәббәттең төрлө яҡтары. Изге Яҙмала: «Мөхәббәт... бөтөн нәмәгә ышана», — тип әйтелә. Ул Алла Һүҙендә әйтелгәндәрҙең барыһына ла ышана (1 Кор. 13:4, 7).

16, 17. Изге Яҙмала имандың һәм мөхәббәттең бергә иҫкә алыуына миҫалдар килтерегеҙ. Был сифаттарҙың ҡайһыһы мөһимерәк һәм ни өсөн?

16 Иман һәм мөхәббәт бик мөһим булғанға күрә, Инжилдә был сифаттар йыш ҡына бергә, ҡайһы саҡ бер һөйләмдә телгә алына. Илсе Павел ҡәрҙәштәрен «иман һәм мөхәббәтте» «тимер кейем» итеп кейергә дәртләндергән (1 Фес. 5:8). Петр былай тип яҙған: «Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ» (1 Пет. 1:8, 9). Яҡуб майланған ҡәрҙәштәренән былай тип һораған: «Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?» (Яҡ. 2:5). Яхъя иһә былай тигән: «Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ» (1 Яхъя 3:23).

17 Иман үтә мөһим булһа ла, беҙ өмөтөбөҙҙөң тормошҡа ашыуын һәм Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен күргәс, уларға иман итергә кәрәк булмаҫ. Ләкин Алланы һәм яҡындарыбыҙҙы яратырға һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шуға күрә илсе Павел былай тип яҙған: «Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт — иң бөйөгө» (1 Кор. 13:13).

ЙӘҺҮӘ ИМАНЫБЫҘҘЫ ФАТИХАЛАЙ

18, 19. Алла халҡы сағылдырған иман ярҙамында ниндәй мөғжизә мөмкин булған, һәм был мөғжизәне кем ҡылған?

18 Беҙҙең көндәрҙә Йәһүәнең халҡы ул урынлаштырған Батшалыҡҡа иман итә. Бының ярҙамында төрлө илдәрҙән йыйылған һигеҙ миллиондан ашыу кеше, Алла рухының емешен тәшкил иткән сифаттарҙы сағылдырырға тырышып, рухи ожмахта йәшәй (Гал. 5:22, 23). Ысындан да, Йәһүә иманыбыҙҙы һәм мөхәббәтебеҙҙе иҫ киткес итеп фатихалай!

19 Кешеләр быға үҙ көстәре менән ирешә алмай. Был мөғжизәне Аллабыҙ Йәһүә ҡылған. Ул «Йәһүәгә дан килтерә һәм бер ҡасан юҡҡа сыҡмаҫ мәңгелек билдә булып» тора (Ишағ. 55:13). Әлбиттә, беҙҙең «иман аша ҡотол[оуыбыҙ]» — «Алла бүләге» (Ефес. 2:8). Рухи ожмахыбыҙ, ер йөҙө Йәһүә исемен данлаған камил, тәҡүә һәм бәхетле кешеләр менән тулғансы, киңәйәсәк һәм сәскә атасаҡ. Әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәнең вәғәҙәләренә иман итәйек!