Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡараңғылыҡтан саҡырылғандар

Ҡараңғылыҡтан саҡырылғандар

«Һеҙ — ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел» (1 ПЕТ. 2:9).

ЙЫРҘАР: 43, 28

1. Иерусалим яулап алынғанда булған ваҡиғаларҙы тасуирлап бирегеҙ.

БЕҘҘЕҢ эраға тиклем 607 йылда Вавилондың батшаһы Набуҡаднизар II ҙур ғәскәре менән Иерусалим ҡалаһына баҫып ингән. Унан һуң булған ҡан ҡойош хаҡында Изге Яҙмала былай тиелгән: «[Набуҡаднизар] уларҙың изге йорттағы егеттәрен ҡылыстан үткәрҙе; уның йәне егетен дә, ҡыҙын да, ҡартын да, хәлһеҙен дә йәлләмәне... Ул Алла йортон яндырып, уны ҡара күмергә әйләндерҙе, Иерусалим стенаһын емерҙе, бөтә нығытмаларын яндырып бөтөрҙө һәм барлыҡ ҡиммәтле нәмәләрҙе юҡҡа сығарҙы» (2 Йыл. 36:17, 19).

2. Йәһүә йәһүдтәрҙе Иерусалимдың емереләсәге хаҡында нисек киҫәткән, һәм киләсәктә уларҙы нимә көткән?

2 Иерусалимда йәшәүселәрҙе шул ваҡиғалар ғәжәпкә ҡалдырырға тейеш булмаған. Күп йылдар буйына пәйғәмбәрҙәр йәһүдтәрҙе, Алла ҡанунын боҙоуығыҙҙы дауам итһәгеҙ, ул һеҙҙе вавилондарҙың ҡулына тапшырасаҡ, тип киҫәткән. Пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә, күп йәһүдтәр ҡылыстан үткәрелергә, ә иҫән ҡалғандары, әсирлеккә алынып, күрәһең, үлемгә ҡәҙәр Вавилонда йәшәргә тейеш булған (Ирем. 15:2). Унда әсирҙәрҙең тормошо ниндәй булған? Мәсихселәрҙең ҡасан да булһа шуға оҡшаш хәлгә эләккәне бармы? Бар икән, ундай хәлдең ҡасан булыуы ихтимал?

ӘСИРҘӘРҘЕҢ ТОРМОШО

3. Вавилон әсирлеге Мысыр әсирлегенән нимә менән айырылып торған?

3 Пәйғәмбәрҙәрҙең бөтә һүҙҙәре үтәлгән. Иремия аша Йәһүә йәһүдтәргә үҙҙәрен көткән тормошҡа күнергә һәм әсирлектәге шарттарға яраҡлашырға кәңәш иткән. Ул былай тигән: «[Вавилонда] йорттар төҙөгөҙ һәм унда йәшәгеҙ. Емеш баҡсалары ултыртығыҙ һәм уларҙың емештәрен ашағыҙ... Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалала тыныслыҡҡа ынтылығыҙ һәм шул ҡала хаҡында Йәһүәгә доға ҡылығыҙ, сөнки унда тыныслыҡ булһа, һеҙ ҙә тыныслыҡта йәшәрһегеҙ» (Ирем. 29:5, 7). Алланың ихтыярына буйһоноусылар Вавилонда әллә ни ҙур ауырлыҡтар кисермәгән. Әсирлеккә төшөрөүселәр уларға бер ни тиклем иреклек биргән һәм ил буйлап иркен хәрәкәт итергә рөхсәт иткән. Боронғо заманда Вавилон бик мөһим сауҙа үҙәге булған. Ҡаҙып табылған документтарҙан күренеүенсә, әсирҙәге йәһүдтәр сауҙа оҫталығын һәм башҡа төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштергән. Ҡайһы бер йәһүдтәр хатта етеш йәшәгән. Вавилон әсирлеген быуаттар элек израилдәрҙе интектергән Мысыр әсирлеге менән сағыштырып та булмаған. (Сығыш 2:23—25-те уҡығыҙ *.)

4. Фетнәсел израилдәрҙән тыш Вавилон әсирлегенә тағы кем эләккән, һәм әсирлек уларҙың Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуына нисек тәьҫир иткән?

4 Шулай итеп, әсирҙәге йәһүдтәрҙең матди ауырлыҡтары булмаған. Ә уларҙың рухи ихтыяждары тураһында нимә әйтеп була? Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы һәм ҡорбан килтереү урыны емерелгән булған, руханилыҡ хеҙмәте лә ойошторолған рәүештә бүтән башҡарылмаған. Йәһүәнең әсирҙәр араһында булған тоғро хеҙмәтселәре, язаға лайыҡ бер ни эшләмәһә лә, башҡалар менән бергә ғазап сиккән. Шуға ҡарамаҫтан, улар Алла ҡанунын үтәр өсөн көсөнән килгәндең барыһын да эшләгән. Мәҫәлән, Данил һәм уның өс дуҫы — Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх — Ҡанун тыйған ризыҡты ашамаған. Унан тыш, белеүебеҙсә, Данил көн һайын Аллаға доға ҡылған (Дан. 1:8; 6:10). Шулай ҙа Алланы тәрән ихтирам иткән йәһүдтәр мәжүсиҙәр идараһы аҫтында Ҡанун талаптарын еренә еткереп үтәй алмаған.

5. Йәһүә үҙ халҡына ниндәй вәғәҙә биргән һәм ни өсөн был вәғәҙә иғтибарға лайыҡ?

5 Израилдәр яңынан Йәһүәнең бөтә талаптарын тулыһынса үтәп уға хеҙмәт итә алырҙармы? Ул ваҡытта, быға, бәлки, бер кем дә өмөтләнә алмағандыр. Вавилон бер ҡасан да үҙенең әсирҙәрен азат итмәгән. Ләкин улар израилдәрҙең Аллаһы Йәһүә икәнен иҫәпкә алмаған. Йәһүә, минең халҡым азат ителәсәк, тип вәғәҙә иткән һәм үҙ һүҙендә торған. Алланың һүҙҙәре бер ваҡытта ла үтәлмәй ҡалмай (Ишағ. 55:11).

ЙӘҺҮӘНЕҢ БӨГӨНГӨ ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕ ӘСИРЛЕКТӘ

6, 7. Ни өсөн Бөйөк Вавилон әсирлегенә ҡағылышлы фекерҙәребеҙҙе төҙәтергә кәрәк?

6 Ә мәсихселәр Вавилон әсирлегенә оҡшаш шарттарҙа булғаны бармы? Күп йылдар дауамында «Күҙәтеү манараһы» журналында, Йәһүәнең бөгөнгө хеҙмәтселәре 1918 йылда Бөйөк Вавилондың әсирлегенә эләккән, ә 1919 йылда унан азат ителгән, тип яҙыла торғайны. Әммә, ошо һәм киләһе мәҡәләнән был аңлатманы яңынан ҡарап сығырға кәрәк икәнен күрербеҙ.

7 Белеүебеҙсә, Бөйөк Вавилон — ялған диндең бөтә донъя империяһы. Әгәр Алла халҡы Бөйөк Вавилон әсирлегенә 1918 йылда эләккән булһа, тимәк, шул ваҡытта ул ялған диндең әсиренә әйләнергә тейеш булған. Ләкин, факттарҙан күренеүенсә, Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғансы бер нисә тиҫтә йыл дауамында Алланың майланған хеҙмәтселәре Бөйөк Вавилон хакимлығынан сыға барған. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында майланған мәсихселәрҙе эҙәрләһәләр ҙә, быға Бөйөк Вавилон түгел, ә башлыса хөкүмәт ғәйепле булған. Шуға күрә Алла халҡының 1918 йылда Бөйөк Вавилон әсирлегенә эләгеүе икеле.

ӘСИРЛЕК ҠАСАН БАШЛАНҒАН?

8. Мәсихселәр нисек хәҡиҡәттән ситкә киткән? Аңлатығыҙ. (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Беҙҙең эраның 33 йылының Илленсе көн байрамында меңләгән йәһүд һәм прозелит изге рух менән майланған. Был яңы мәсихселәр «һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы» булып киткән. (1 Петр 2:9, 10-ды уҡығыҙ.) Илселәр мәсихселәрҙең йыйылыштарын иғтибар менән күҙәткән. Әммә ваҡыт уҙыу менән, айырыуса илселәр үлгәндән һуң, «иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн», «ялған һөйләүселәр» килеп сыҡҡан (Ғәм. 20:30; 2 Фес. 2:6—8). Уларҙың күбеһе йыйылышта яуаплы вазифалар үтәгән һәм күҙәтеүселәр булып хеҙмәт иткән (һуңыраҡ улар епископтар булып киткән). Шулай итеп руханиҙар төркөмө ойоша башлаған. Ә бит Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Һеҙ бер-берегеҙгә туған», — тигән (Матф. 23:8). Йыйылыштың күренекле ағзалары, Аристотель һәм Платондың фәлсәфәүи идеяларына таң ҡалып, әкренләп Алла Һүҙенең саф тәғлимәттәрен ялған дин тәғлимәттәренә алмаштыра барған.

9. Рим империяһы мөртәтлек юлына баҫҡан мәсихсе диненә нисек булышлыҡ күрһәткән, һәм был нимәгә килтергән? Һөйләп бирегеҙ.

9 Беҙҙең эраның 313 йылында мәжүси динен тотҡан Рим императоры Константин мөртәтлек юлына баҫҡан мәсихсе динен рәсми рәүештә таныған. Шул ваҡыттан алып сиркәү һәм хөкүмәт берлектә эш итә башлаған. Мәҫәлән, Константин, Никей соборы йыйғас, башҡаса фекерләгән Ария исемле руханиҙы Ғайса Мәсихте Алла итеп танымағаны өсөн һөргөнгә ебәрергә бойороҡ биргән. Һуңыраҡ, император Феодосий I идара иткән саҡта (б. э. 379—395 йй.), католицизм — ялған тәғлимәттәр менән боҙолған мәсихсе дине — Рим империяһының рәсми дине булып киткән. Тарихсылар әйтеүенсә, мәжүси Рим империяһы IV быуатта христианлаштырылған. Әммә ысынында ул ваҡытта мөртәтлек юлына баҫҡан мәсихсе дине, Рим империяһының мәжүси диндәренә ҡушылып, Бөйөк Вавилондың өлөшө булып киткән. Шуға ҡарамаҫтан, бойҙай менән сағыштырылған майланған мәсихселәрҙең бәләкәй генә төркөмө Аллаға хеҙмәт итер өсөн бар көсөн һалған, ләкин уларҙың һүҙенә бер кем дә ҡолаҡ һалмаған. (Матфей 13:24, 25, 37—39-ҙы уҡығыҙ.) Шик тә юҡ, улар Бөйөк Вавилон әсирлегендә булған!

10. Ни өсөн беҙҙең эраның тәүге бер нисә быуатында йәшәгән эскерһеҙ кешеләр сиркәү тәғлимәттәрен шик аҫтына алған?

10 Шулай ҙа беҙҙең эраның тәүге бер нисә быуатында күп кеше грек йә латин телендә Изге Яҙманы уҡый алған. Уларҙың Алла Һүҙендәге тәғлимәттәрҙе сиркәүҙең догмалары менән сағыштырырға мөмкинлеге булған. Изге Яҙманы уҡып, ҡайһы берәүҙәр сиркәү тәғлимәттәренең Алла Һүҙенә нигеҙләнмәгәнен аңлаған һәм уларҙы кире ҡаҡҡан. Әммә ундай ҡараштар хаҡында башҡаларға һөйләгән кеше үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған.

11. Сиркәүҙең руханиҙары нисек кешеләргә Изге Яҙманан белем алырға ҡамасаулаған?

11 Ваҡыт уҙыу менән Изге Яҙма яҙылған телдәр ҡулланылыштан сыға башлаған, ә сиркәү Алла Һүҙен ябай кешеләрҙең теленә тәржемә итергә тырышыусыларға ҡаршы килгән. Һөҙөмтәлә руханиҙар һәм ҡайһы бер уҡымышлы кешеләр генә Изге Яҙманы уҡый алған. Өҫтәүенә, бөтә руханиҙар ҙа яҡшы уҡый һәм яҙа белмәгән. Сиркәү тәғлимәттәрен шик аҫтына алырға баҙнат иткән һәр кешене ҡаты язалағандар. Алланың тоғро майланған хеҙмәтселәре йәшерен генә бәләкәй төркөмдәр менән йыйылған, ә ҡайһы саҡта был бөтөнләй мөмкин булмаған. Боронғо Вавилон әсирлегендә булған йәһүд руханиҙары кеүек, майланған «батша руханиҙары» үҙ вазифаларын ойошторолған рәүештә башҡара алмаған. Бөйөк Вавилон кешеләрҙе ҡаты ҡыҫымда тотҡан!

РУХИ ЯҠТЫЛЫҠ КҮРЕНӘ БАШЛАЙ

12, 13. Ниндәй ике фактор ярҙамында Бөйөк Вавилондың кешеләр өҫтөнән хакимлығы әкренләп кәмей башлаған? Аңлатығыҙ.

12 Ысын мәсихселәр берәй ҡасан, әсирлектән сығып, Алланың бөтә талаптарын үтәп уға асыҡтан-асыҡ хеҙмәт итә алырмы? Эйе! Рухи яҡтылыҡ сатҡылары, ҡараңғылыҡты ярып, әкренләп күренә башлаған. Был ике фактор ярҙамында мөмкин булған. Беренсенән, XV быуаттың уртаһында хәреф йыйыу формалары менән йыһазланған китап баҫыу станогы уйлап сығарылған. Көнбайыш илдәре китап баҫыу эшен үҙләштергәнсе, Изге Яҙманы ҙур ентеклелек менән ҡулдан күсереп яҙғандар. Изге Яҙма күсермәләре һирәк кешелә генә булған һәм бик ҡиммәт торған. Уртаса алғанда, күсереп яҙыусы бер күсермәне ун ай буйы яһаған! Өҫтәүенә, Изге Яҙма китабын яһар өсөн кәрәкле материалдар — велень йәки пергамент — бик ҡыйбат булған. Ә оҫта баҫмасы китап баҫыу станогы һәм ҡағыҙ ярҙамында бер көн эсендә 1 300 бит яһай алған!

Китап баҫыу эше һәм Изге Яҙма тәржемәселәренең ҡыйыулығы ярҙамында Бөйөк Вавилондың кешеләр өҫтөнән хакимлығы кәмегән (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13 Икенсенән, XVI быуаттың башында ҡыйыу кешеләр Изге Яҙманы ябай кешеләрҙең теленә тәржемә итә башлаған. Күп тәржемәселәр был мөһим эш хаҡына ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Сиркәү руханиҙарының ҡото осҡан, сөнки Алланы тәрән хөрмәт иткән кешеләрҙең ҡулында Изге Яҙма дәһшәтле ҡорал була алған. Һәм шулай булған да: Изге Яҙма ябай кешеләрҙең теленә тәржемә ителгәс тә, уны шунда уҡ уҡый башлағандар. Кешеләрҙең бындай һорауҙары тыуған: Изге Яҙманың ҡайһы ерендә утлы тамуҡ тураһында әйтелә? Ә, аҡса түләп, үлгәндәргә доға уҡытыу, шулай уҡ папалар һәм кардиналдар тураһында ҡайҙа яҙылған? Сиркәү руханиҙары бик ярһыған, сөнки ябай кешеләр уларҙың хаҡлығын шик аҫтына ҡуйған. Сиркәү тәүәккәл эш итергә булған. Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар сиркәү тәғлимәттәрен кире ҡаҡҡандары өсөн еретиктар тип хөкөм ителгән. Был тәғлимәттәрҙең ҡайһы берҙәре Ғайса Мәсихкә тиклем йәшәгән Аристотель һәм Платондың мәжүси фәлсәфәһенә нигеҙләнгән булған. Сиркәү еретиктарҙы үлемгә хөкөм иткән, ә хөкүмәт сиркәүҙең ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырған. Шулай эшләп, руханиҙар кешеләрҙе Изге Яҙманы уҡыу һәм сиркәү тәғлимәттәрен шик аҫтына алыу теләгенән яҙҙырырға тырышҡан. Күпселектә улар маҡсатына өлгәшкән. Әммә Бөйөк Вавилондан ҡурҡмаған ҡыйыу йөрәктәр ҙә табылған. Алла Һүҙенең матурлығын күргәс, улар күберәк белергә теләгән. Быларҙың барыһы ялған диндең әсирлегенән сығыу юлында беренсе аҙымдар булған.

14. а) XIX быуаттың аҙағында ниндәй шарттар ярҙамында кешеләр Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңлай башлаған? б) Рассел ҡәрҙәштең хәҡиҡәтте нисек эҙләгәнен һөйләп бирегеҙ.

14 Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә һыуһаған кешеләрҙең күбеһе сиркәүҙең баҫымы көслө булмаған илдәргә ҡасҡан. Улар Алла Һүҙен ҡаршылыҡһыҙ уҡырға, уны өйрәнергә һәм уның хаҡында башҡалар менән фекер алышырға теләгән. XIX быуаттың аҙағында шундай илдәрҙең береһендә — Ҡушма Штаттарҙа Чарлз Тейз Расселл һәм уның иптәштәре Изге Яҙманы темалар буйынса өйрәнә башлаған. Тәүҙә Расселл ҡәрҙәш киң таралған конфессияларҙың ҡайһыһы хәҡиҡәткә өйрәтә икәнен билдәләргә тырышҡан. Ул төрлө диндәрҙең, шул иҫәптән христиан булмаған диндәрҙең дә тәғлимәттәрен Изге Яҙмала яҙылғандар менән ентекле рәүештә сағыштырған. Тиҙҙән ул диндәрҙең береһе лә Алла Һүҙендә әйтелгәндәрҙе тулыһынса үтәмәй икәнен күргән. Ул хатта, үҙе һәм иптәштәре аңлаған тәғлимәттәрҙе ҡабул итерҙәр һәм улар хаҡында мәхәллә кешеләренә һөйләрҙәр тип өмөтләнеп, бер нисә рухани менән осрашҡан. Ләкин руханиҙар ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәгән. Изге Яҙманы тикшереүселәргә бындай фекергә күнергә кәрәк булған: уларҙың ялған динде ҡалдырырға теләмәүселәр менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. (2 Коринфтарға 6:14-те уҡығыҙ.)

15. а) Мәсихселәр Бөйөк Вавилон әсирлегенә ҡасан эләккән? б) Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорауҙарға яуап биреләсәк?

15 Күреүебеҙсә, ысын мәсихселәр Бөйөк Вавилондың әсирлегенә һуңғы илсе үлгәндән һуң эләккән. Әммә бының менән бәйле бер нисә һорау тыуа: майланған мәсихселәрҙең 1914 йылға тиклем бер нисә тиҫтә йыл дауамында Бөйөк Вавилон хакимлығынан сыға барғанына тағы ниндәй дәлилдәр бар? Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән Беренсе бөтә донъя һуғышы дауамында вәғәз эшен ашҡынып башҡармаған өсөн ҡәнәғәтһеҙ булғанмы? Мәсихселәр араһында нейтралитет һаҡламаған һәм Алланың илтифатын юғалтҡан ҡәрҙәштәр булғанмы? Һәм, әгәр мәсихселәр б. э. II быуатынан башлап ялған диндең әсирлегендә булған булһа, улар ҡасан азат ителгән? Был бик ҡыҙыҡлы һорауҙар. Киләһе мәҡәләлә беҙ уларға яуап алырбыҙ.

^ 3 абз. Сығыш 2:23—25: «Байтаҡ ваҡыт уҙғас, Мысыр батшаһы үлеп китте, ләкин израилдәр, һаман да ҡоллоҡ йәбере аҫтында ыңғырашып, ғазаптарҙан зар илай ине. Уларҙың ярҙам һорап ҡысҡырыуҙары Аллаға барып етеп торҙо. Алла уларҙың ыңғырашыуын ишетте һәм үҙенең Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән төҙөгән килешеүе буйынса эш итергә булды. Шулай итеп, Алла израилдәргә иғтибар итте һәм уларҙың ғазап сигеүен күрҙе».