Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Улар ялған диндең әсирлегенән азат ителгән

Улар ялған диндең әсирлегенән азат ителгән

«Халҡым минең, ...унан сыҡ» (АСЫЛ. 18:4).

ЙЫРҘАР: 10, 45

1. Нимәгә нигеҙләнеп, Алла халҡы Бөйөк Вавилон әсирлегенән сығырына өмөтләнә алған, һәм беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

БЫНАН алдағы мәҡәләнән беҙ тоғро мәсихселәрҙең Бөйөк Вавилон әсирлегенә нисек эләккәнен белдек. Әммә улар был әсирлектә мәңгегә ҡалырға тейеш булмаған. Әгәр бер кем дә ялған диндең хакимлығынан сыға алмаһа, Алланың «халҡым минең, ...унан сыҡ» тигән бойороғо мәғәнәһеҙ булыр ине. (Асылыш 18:4-те уҡығыҙ.) Алла халҡы Бөйөк Вавилондың ҡыҫымынан тулыһынса ҡасан азат булған һуң? Тәүҙә бындай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: 1914 йылға тиклем Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең Бөйөк Вавилонға мөнәсәбәте ниндәй булған? Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҡәрҙәштәребеҙ вәғәз эшендә ни тиклем әүҙем ҡатнашҡан? Уларҙың Бөйөк Вавилон әсирлегендә булыуы ул ваҡытта төҙәтеүгә мохтаж булыуҙары менән бәйлеме?

«ВАВИЛОНДЫҢ ЕМЕРЕЛЕҮЕ»

2. Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең Бөйөк Вавилонға мөнәсәбәте ниндәй булған?

2 Беренсе бөтә донъя һуғышынан бер нисә тиҫтә йыл элегерәк Чарлз Тейз Расселл һәм уның иптәштәре христиан диндәренең Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтмәгәнен күргән. Шуға күрә улар, үҙҙәре аңлауынса, ялған диндән ситтә торорға ҡарар иткән. 1879 йылдың ноябрендә «Сион күҙәтеү манараһы»нда Изге Яҙмаға нигеҙләнгән бындай фекер белдерелгән: «Үҙен Мәсих менән йәрәшелгән саф ҡыҙ тип атаған, ә ғәмәлдә донъя (януар) менән берләшкән һәм унан ярҙам алған һәр ҡайһы сиркәүҙе беҙ Изге Яҙма телендә фәхишә-сиркәү тип хөкөм итәбеҙ». Һүҙ Бөйөк Вавилон хаҡында барған. (Асылыш 17:1, 2-не уҡығыҙ.)

3. Изге Яҙманы тикшереүселәр, ялған дин менән бер нисек тә бәйле булырға теләмәгәнен күрһәтер өсөн, тәүәккәллек менән нимә эшләгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Алланы тәрән хөрмәт иткән ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар нимә эшләргә кәрәклеген белгән. Улар шуны аңлаған: ялған диндең ойошмаларына артабан да булышлыҡ күрһәтһәләр, Алланың хуплауын юғалтасаҡтар. Шуға күрә Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең күбеһе үҙ сиркәүҙәренән сығырға ғариза яҙған. Ҡайһы берәүҙәр ғаризаһын сиркәүҙә бөтә кешегә уҡып ишеттергән. Был рөхсәт ителмәгән булһа, улар ғариза күсермәһен сиркәүҙең һәр ағзаһына ебәргән. Улар ялған дин менән бер нисек тә бәйле булырға теләмәгән! Йылдар элек ундай ҡыйыу аҙым өсөн уларҙы үлемгә хөкөм итерҙәр ине. Ләкин XIX быуаттың аҙағында күп илдәрҙә сиркәү менән хөкүмәт араһындағы бәйләнеш көсөн юғалта башлаған. Шул илдәрҙә йәшәгән кешеләр, язаға тарттырылыуҙан ҡурҡмайынса, асыҡтан-асыҡ дини темаларға фекер алыша һәм сиркәүҙең тәғлимәттәре менән риза булмағандарын белдерә алған.

4. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Алла халҡының Бөйөк Вавилонға мөнәсәбәте ниндәй булған?

4 Изге Яҙманы тикшереүселәр шуны аңлаған: ялған дингә мөнәсәбәттәре хаҡында туғандарына, дуҫтарына һәм сиркәүҙең ағзаларына әйтеү — эштең яртыһы ғына. Бөйөк Вавилон — дини фәхишә икәнен бөтөн донъя белергә тейеш булған. Шулай итеп, 1917 йылдың декабренән алып 1918 йылдың башына тиклем бер нисә мең Изге Яҙманы тикшереүсе ашҡынып «Вавилондың емерелеүе» тигән буклетты 10 000 000 дана таратҡан. Был буклетта христиан дине фаш ителгән. Руханиҙар ярһыған! Әммә Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе бер нәмә лә туҡтата алмаған, улар был мөһим эште дауам иткән. Улар «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға» теләгән (Ғәм. 5:29). Бынан ниндәй һығымта яһап була? Һуғыш ваҡытында был мәсихселәр Бөйөк Вавилон әсирлегендә булмаған, киреһенсә, улар уның хакимлығынан сыға барған һәм башҡаларға ла сығырға ярҙам иткән.

ҺУҒЫШ ВАҠЫТЫНДА АШҠЫНЫП ХЕҘМӘТ ИТЕҮ

5. Беҙ имандаштарыбыҙҙың Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ашҡынып вәғәзләгәнен ҡайҙан беләбеҙ?

5 Элек беҙ, Йәһүә үҙ халҡы менән Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында вәғәз эшендә ашҡынып ҡатнашмағаны өсөн ҡәнәғәт булмаған, тип иҫәпләнек. Беҙ шулай уҡ, бының арҡаһында Йәһүә Бөйөк Вавилонға үҙенең халҡын ҡыҫҡа ваҡытҡа әсирлеккә алырға рөхсәт иткән, тип уйланыҡ. Ләкин, 1914—1918 йылдарҙа хеҙмәт иткән имандаштарыбыҙ һөйләгәнсә, тулайым алғанда, Алла халҡы, вәғәз эше туҡтамаһын өсөн, көсөнән килгәндең барыһын да эшләгән. Һәм быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр бар. Теократик тарихыбыҙҙы яҡшыраҡ белеү Изге Яҙмала тасуирланған ҡайһы бер ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

6, 7. а) Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Изге Яҙманы тикшереүселәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? б) Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең ашҡынып вәғәзләгәненә миҫалдар килтерегеҙ.

6 Факттарҙан күренеүенсә, Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында (1914—1918 йй.) Изге Яҙманы тикшереүселәр ашҡынып вәғәзләгән. Бер нисә сәбәп арҡаһында быны эшләү еңел булмаған. Уларҙың икеһен генә ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, ул ваҡытта вәғәз эшендә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт таратыуға баҫым яһалған. 1918 йылдың башында, «Тамамланған сер» тигән китап хөкүмәт тарафынан тыйылғас, күп ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итеүе ауыр булып киткән. Изге Яҙма менән генә вәғәзләргә улар әле өйрәнмәгән булған, сөнки улар өсөн «Тамамланған сер» китабы һөйләгән. Икенсенән, 1918 йылда испанка киҙеүе таралып киткән. Был үлемесле сир бик йоғошло булғанға, имандаштарыбыҙ бөтә ерҙә лә вәғәзләй алмаған. Әммә, был һәм башҡа ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Изге Яҙманы тикшереүселәр, төркөм булараҡ, вәғәз эше туҡтамаһын өсөн барыһын да эшләгән.

Изге Яҙманы тикшереүселәр ашҡынып вәғәзләгән (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

7 1914 йыл эсендә генә Изге Яҙманы тикшереүселәр, әҙ һанлы булһалар ҙа, «Барлыҡҡа килтереү тураһында фотодрама»ны 9 000 000-дан ашыу кешегә күрһәткән. Был «Фототдрама» алмашына торған рәсемдәрҙе һәм төҫлө слайдтарҙы тауыш менән тоташтырған, ул Ерҙең яратылыуынан башлап Мәсихтең мең йыллыҡ идараһының аҙағына тиклемге тарихты һүрәтләгән. Ул ваҡытта был иҫ киткес ҡаҙаныш булған. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: «Фототдрама»ны 1914 йыл дауамында ҡараған кешеләрҙең һаны беҙҙең көндәрҙә хеҙмәт иткән вәғәзселәрҙең һанынан да күберәк булған! Отчеттарҙан күренеүенсә, 1916 йылда Ҡушма Штаттарҙа йыйылыш осрашыуҙарына 809 393 кеше килгән, ә 1918 йылда килеүселәрҙең һаны 949 444-кә тиклем артҡан. Ысындан да, ул ваҡытта Изге Яҙманы тикшереүселәр ҙур ашҡыныу менән вәғәзләгән!

8. Йәһүәнең ойошмаһы Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҡәрҙәштәрҙең рухи ихтыяждарын нисек ҡәнәғәтләндергән?

8 Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр, үҙҙәрен аямайынса, төрлө ерҙәрҙә йәшәгән Изге Яҙма тикшереүселәрҙе дәртләндергән һәм уларҙа рухи аҙыҡтың булыуын хәстәрләгән. Быларҙың барыһы ла уларға вәғәз эшен дауам итергә көс өҫтәгән. Ул ваҡыттар тураһында бер ашҡыныусан вәғәзсе Ричард Барбер ҡәрҙәш бына нимә һөйләгән: «Беҙ бер нисә күсеп йөрөүсе күҙәтеүсенең хеҙмәтен дауам итеүен һәм „Күҙәтеү манараһы“ның артабан да баҫтырылып тороуын күҙәттек. Канадала был журнал тыйылған ине, әммә беҙ уны унда ебәреп торҙоҡ. Мин кеҫә форматындағы „Тамамланған сер“ китабын почта аша ҡәрҙәштәргә ебәреү өсөн яуаплы инем, сөнки был китап уларҙан хөкүмәт тарафынан тартып алынғайны. Рутерфорд ҡәрҙәш беҙҙе Ҡушма Штаттарҙың көнбайышында, бер нисә ҡалала конгресс ойошторорға һәм, ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерер өсөн, унда докладсыларҙы ебәрергә ҡушты».

САФЛАНЫУ

9. а) Ни өсөн 1914—1919 йылдарҙа Алла халҡын төҙәтергә кәрәк булған? б) Был төҙәтеү нимәне аңлатмаған?

9 1914—1919 йылдарҙа Изге Яҙманы тикшереүселәр һәр саҡ Алла Һүҙендәге принциптар буйынса эш итмәгән. Ағай-ҡәрҙәштәрҙең ниәттәре яҡшы булһа ла, ҡайһы ваҡытта улар хөкүмәткә буйһоноуға дөрөҫ ҡарашта булмаған (Рим. 13:1). Бына ни өсөн ҡай саҡ улар һуғыш ваҡытында, төркөм булараҡ, нейтралитет һаҡламаған. Мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙың президенты 1918 йылдың 30 май көнөн тыныслыҡ хаҡында доға ҡылыу көнө тип иғлан иткәс, «Күҙәтеү манараһы» Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе был сараға ҡушылырға өндәгән. Ҡайһы бер ағай-ҡәрҙәштәр хәрби облигациялар һатып алған, ә кемдер хатта, ҡулына винтовка һәм штык алып, һуғышҡа киткән. Әммә, Изге Яҙманы тикшереүселәр төҙәтеүгә мохтаж булғанға Бөйөк Вавилондың әсирлегенә эләккән, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Киреһенсә, улар ялған диндең бөтә донъя империяһынан ситтә торорға кәрәк икәнен яҡшы аңлаған һәм Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында уның менән бәйләнеште тулыһынса тиерлек өҙгән. (Лука 12:47, 48-ҙе уҡығыҙ.)

10. Изге Яҙманы тикшереүселәр тормоштоң изгелегенә ҡарата ниндәй ныҡлы ҡарашта булған?

10 Изге Яҙманы тикшереүселәр, беҙҙән айырмалы рәүештә, нейтралитет һаҡлауҙың асылын аңлап етмәһәләр ҙә, бер мөһим нәмәне белгән: Изге Яҙма башҡа кешенең ғүмеренә ҡул һуҙыуҙы ҡәтғи тыя. Шунлыҡтан хатта, ҡулына ҡорал алып, һуғышҡа барған әҙ һанлы ҡәрҙәштәр ҙә тәүәккәллек менән кеше үлтереүҙән баш тартҡан. Шул ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәрен, һәләк булһын тип, фронт һыҙығына ебәргәндәр.

11. Хөкүмәт Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең һуғышҡа ҡағылышлы позицияһына нисек ҡараған?

11 Ағай-ҡәрҙәштәрҙең һуғышҡа ҡарашы тулыһынса дөрөҫ булмаһа ла, Иблис, һис шикһеҙ, уларға асыу менән ярһыған. Шуға күрә ул уларға «закон исеменән бәлә килтерергә» ниәтләгән (Зәб. 94:20). Америка армияһының генерал-майоры Джеймс Франклин Белл, Джозеф Рутерфорд һәм Уильям ван Амбург менән һөйләшкәндә, Ҡушма Штаттарҙың юстиция министрлығының яңы закон индерергә тырышыуы хаҡында әйткән. Был закон буйынса, ҡорал алып, һуғышта ҡатнашыуҙан баш тартҡан һәр кешене үлем язаһы көтөргә тейеш булған. Ул башлыса Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе күҙ уңында тотҡан. Ярһыуланып, генерал Белл Рутерфорд ҡәрҙәшкә былай тигән: «Был закон ҡабул ителмәне, быға Вильсон [АҠШ-тың президенты] ҡамасауланы; әммә беҙ һеҙҙе нисек буйһондороп булғанын беләбеҙ һәм быны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ!».

12, 13. а) Ни өсөн һигеҙ яуаплы ағай-ҡәрҙәште ҙур сроктарға хөкөм иткәндәр? б) Төрмәгә ябыу ағай-ҡәрҙәштәрҙең Йәһүәгә буйһонорға тәүәккәллеген ҡаҡшатҡанмы? Аңлатығыҙ.

12 Хөкүмәт етәкселәренең янауы буш һүҙ генә булмаған. Улар Рутерфорд ҡәрҙәште, ван Амбургты һәм Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең тағы алты ағзаһын ҡулға алған. Уларға хөкөм ҡарары сығарғанда, судья былай тигән: «Был ир-аттар таратҡан дини пропаганда немец дивизияһынан да ҡурҡынысыраҡ. Улар хөкүмәттең һәм разведка идаралығының етәкселәренә генә түгел, ә хатта бөтә сиркәүҙәрҙең руханиҙарына ғәйеп таға. Уларҙы ҡаты язаға тарттырырға кәрәк» («Марш ваҡытында күрһәтелгән иман», А. Х. Макмиллан). Шулай булған да. Һигеҙ Изге Яҙма тикшереүсене, ҙур сроктарға хөкөм итеп, Атланта ҡалаһындағы (Джорджия штаты) федераль төрмәгә япҡандар. Әммә һуғыш бөткәс, уларҙы төрмәнән сығарғандар һәм тулыһынса аҡлағандар.

13 Төрмәлә ултырған саҡта ла был һигеҙ ағай-ҡәрҙәш Алла Һүҙендәге принциптарҙы, үҙҙәре аңлағанса, ныҡ һаҡлаған. Язаны йомшартыуҙы үтенгәндә, улар АҠШ-тың президентына былай тип яҙған: «Изге Яҙмала Алланың ихтыяры асыҡ итеп белдерелгән. Унда: „Кеше үлтермә“, — тиелгән. Шуға күрә Берләшмәнең [Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең халыҡ-ара берләшмәһенең] Аллаға бағышланған һәр ағзаһы, үҙенең бағышланыу антын аңлы рәүештә боҙһа, Алланың хуплауын юғалтасаҡ, унан да бигерәк, уны мәңгегә юҡ ителеү көтәсәк. Бына ни өсөн Берләшмәнең ағзалары белә тороп һәм аңлы рәүештә кеше ғүмеренә ҡул һуҙа алманы». Ниндәй ҡыйыу һүҙҙәр! Шик тә юҡ, үҙ ҡараштарынан ваз кисеү был ағай-ҡәрҙәштәрҙең уйында ла булмаған!

НИҺАЙӘТ, АЗАТЛЫҠ!

14. Изге Яҙма буйынса, 1914—1919 йылдарҙа ниндәй ваҡиғалар булған? Һөйләп бирегеҙ.

14 Малахи 3:1—3-тө уҡығыҙ *. Был өҙөк «Леви улдарының», йәғни майланған мәсихселәрҙең сафланыу осорон (1914 йылдан алып 1919 йылдың башына тиклемге ваҡытты) тасуирлай. Был осор дауамында «хаҡ Раббы» Йәһүә «килешеү хәбәрсеһе» Ғайса Мәсих менән бергә рухи ғибәҙәтханаға унда хеҙмәт итеүселәрҙе тикшерер өсөн килгән. Кәрәкле төҙәтеү алғас, Йәһүәнең сафланған халҡы хеҙмәттә яңы йөкләмәләр үтәргә әҙер булған. 1919 йылда «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» Алланың тоғро хеҙмәтселәренә рухи аҙыҡ өләшергә билдәләнгән (Матф. 24:45). Шул йылда Алла халҡы Бөйөк Вавилон хакимлығынан сыҡҡан. Шул ваҡыттан алып Йәһүәнең хеҙмәтселәре уның йомарт игелеге ярҙамында Алла ихтыярын көндән-көн яҡшыраҡ аңлай бара, һәм уларҙың күктәге Аталарына ҡарата һөйөүе көсәйгәндән-көсәйә. Алланың халҡы уның фатихалары өсөн шул тиклем рәхмәтле! [1]

15. Бөйөк Вавилондың әсирлегенән азат ителеү беҙҙе нимәгә дәртләндерергә тейеш?

15 Бөйөк Вавилондың әсирлегенән азат булыу ниндәй бәхет! Шайтандың ысын мәсихселәр динен ер йөҙөнән юҡ итер өсөн һалған тырышлыҡтары бушҡа булып сыҡты. Әммә Йәһүәнең беҙҙе ниндәй ниәт менән әсирлектән азат иткәнен иҫтә тотоу мөһим (2 Кор. 6:1). Күп эскерһеҙ кешеләр һаман да ялған дин әсирлегендә ҡала. Уларға был әсирлектән азат булырға ярҙам итергә кәрәк. Беҙ уларға сығыу юлын күрһәтә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, үткән быуатта йәшәгән имандаштарыбыҙҙан өлгө алып, шул кешеләргә ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйек!

^ [1] (14-се абзацты ҡарағыҙ) Йәһүдтәр 70 йыл дауамында булған Вавилон әсирлеге һәм мөртәтлек килеп сыҡҡандан һуң мәсихселәр менән булған хәлдәр араһында күп оҡшаш яҡтар бар. Әммә йәһүдтәр булған әсирлек 1919 йылға тиклем майланған мәсихселәр менән булған ваҡиғаларға прообраз булып тормай. Мәҫәлән, был ике осраҡта әсирлектең дауамлығы төрлө булған. Шуға күрә беҙгә был ике әсирлек араһында булған һәр оҡшаш нәмәлә пәйғәмбәри мәғәнә эҙләргә кәрәкмәй.

^ 14 абз. Малахи 3:1—3: «„Бына! Мин хәбәрсемде ебәрәм, һәм ул алдымдағы юлды таҙартыр. Һеҙ эҙләгән хаҡ Раббы үҙ ғибәҙәтханаһына ҡапыл килер; һеҙ шатланып көткән килешеү хәбәрсеһе лә килер. Ул, һис шикһеҙ, киләсәк“, — ти Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. „Ләкин уның килеү көнөн кем кисереп сығыр һәм, ул килгәс, кем ныҡ ҡала алыр? Ул металл иретеүсенең ялҡыны һәм кер йыуыусының һелтеһе шикелле булыр бит. Ул, металл иретеүсе һәм көмөштө сафландырыусы һымаҡ, килеп ултырыр һәм Леви улдарын сафландырыр. Ул уларҙы алтын менән көмөштө сафландырғандай сафландырыр, һәм Йәһүә өсөн улар тәҡүәлектә бүләк килтереүсе халыҡ булып китер“».