Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ»

«Бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ»

«Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт [„дәртләндереү“, ЯДТ] һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ» (ҒӘМ. 13:15).

ЙЫРҘАР: 53, 45

1, 2. Ни өсөн башҡаларҙы дәртләндереү шул тиклем мөһим?

«АТАЙЫМ һәм әсәйем мине бер ҡасан да тиерлек маҡтамай, киреһенсә, һәр ваҡыт тәнҡитләй. Уларҙың һүҙҙәре күңелемде шул тиклем әрнетә! — тип һөйләй 18 йәшлек Кристина [1]. — Улар әйтеүенсә, мин эшкинмәгән һәм йыуан. Бының арҡаһында мин йыш илайым һәм улар менән аралашмаҫҡа тырышам. Мин үҙемде булдыҡһыҙ итеп хис итәм». Дәртләндергес һүҙҙәр ишетмәгән кеше үҙен ни тиклем бәхетһеҙ тоя!

2 Дәртләндереү һүҙҙәре ҙур көскә эйә. «Күп йылдар мин үҙемде кәрәкһеҙ итеп хис иттем, — ти Рубен исемле ағай-ҡәрҙәш. — Әммә бер көндө мин өлкән менән вәғәзләнем. Ул минең бойоҡҡанымды һиҙеп ҡалды. Мин күңелемде бушатҡанда, ул иғтибар менән тыңланы. Шунан ул минең күп изгелекле эштәр башҡарғанымды, шулай уҡ Ғайсаның һүҙҙәрен — һәр беребеҙҙең күп турғайҙарға ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк булыуын иҫемә төшөрҙө. Мин шул шиғырҙы йыш иҫкә алам, һәм ул һәр саҡ күңелемде йылыта. Өлкәндең һүҙҙәре тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте» (Матф. 10:31).

3. а) Илсе Павел дәртләндереү тураһында нимә әйткән? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Изге Яҙмала башҡаларҙы даими дәртләндереп тороуҙың мөһимлеге айырыуса асыҡ итеп күрһәтелә. Һәм был һис тә ғәжәп түгел. Илсе Павел еврей мәсихселәренә былай тип яҙған: «Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын. Киреһенсә... һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ» (Евр. 3:12, 13). Берәйһенең һүҙҙәре рухығыҙҙы күтәреп ебәргән саҡтарҙы хәтерләһәгеҙ, «бер-берегеҙҙе ҡеүәтләп тороғоҙ» тигән кәңәштең ҙур әһәмиәткә эйә булыуы менән, әлбиттә, ризалашырһығыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: ни өсөн башҡаларҙы дәртләндереү үтә мөһим? Был йәһәттән беҙ Йәһүә, Ғайса һәм Павелдан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Һәм башҡаларҙы дәртләндереүҙә нисек уңышлы булырға?

КЕШЕЛӘР ДӘРТЛӘНДЕРЕҮГӘ МОХТАЖ

4. Кем дәртләндереү һүҙҙәренә мохтаж, һәм ни өсөн бөгөн улар бик һирәк ишетелә?

4 Беҙ барыбыҙ ҙа дәртләндереүгә мохтаж. Ә балаларға ул айырыуса кәрәк. Тимоти Эванс исемле уҡытыусы былай тип аңлата: «Балалар... маҡтауға үҫемлек һыуға мохтаж булғандай мохтаж. Маҡталғанда, бала башҡаларҙың үҙен яратыуын һәм ҡәҙерләүен һиҙә». Ләкин беҙ бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең күбеһе ҡаты бәғерле һәм үҙ-үҙен генә ярата, маҡтау һүҙҙәре бик һирәк ишетелә (2 Тим. 3:1—5). Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын маҡтамай, сөнки үҙҙәре лә бала сағында маҡтау һүҙҙәре ишетмәгән. Күп кеше, эш урынында ла маҡтауҙы көтөп ала алмаҫһың, тип зарлана.

5. Дәртләндереү үҙ эсенә нимәне ала?

5 Дәртләндереү йыш ҡына кешене яҡшы эштәре өсөн маҡтауҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ башҡаларға уларҙың ниндәй яҡшы сифаттарға эйә булыуы хаҡында әйтергә һәм «ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландыры[рға]» була (1 Фес. 5:14). Йыш ҡына «дәртләндереү» тип тәржемә ителгән грек һүҙе һүҙмә-һүҙ «берәйһенең эргәһендә булырға саҡырыу» тигәнде аңлата. Ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп хеҙмәт иткәндә, уларҙы дәртләндерергә мөмкинлек тыуыуы ихтимал. (Вәғәзсе 4:9, 10-ды уҡығыҙ *.) Имандаштарҙы ҡәҙерләүебеҙгә һәм яратыуыбыҙға ышандырыр өсөн уңай осраҡтарҙы ҡулдан ысҡындырмайбыҙмы? Был һорауға яуап бирер алдынан бындай һүҙҙәр хаҡында уйланыу яҡшы булыр ине: «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ шундай яҡшы!» (Ғиб. һүҙ. 15:23).

6. Ни өсөн Шайтан беҙҙе төшөнкөлөккә батырырға теләй? Миҫал килтерегеҙ.

6 Шайтан Иблис рух төшөнкөлөгө беҙҙе рухи, эмоциональ һәм физик яҡтан көсһөҙләндерә алыуын яҡшы белә, шуның өсөн ул беҙҙе төшөнкөлөккә батырырға тырыша. Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10-да былай тип яҙылған: «Ҡайғы-хәсрәт көнөндә күңелең төшкән икән, көс-ҡеүәтең әҙ, тимәк». Тәҡүә Әйүпте өмөтһөҙлөккә төшөрөр өсөн, Шайтан уға төрлө ҡот осҡос бәләләр яуҙырған һәм уны нахаҡҡа ғәйепләгән. Әммә уның яуыз ниәте тормошҡа ашмаған (Әйүп 2:3; 22:3; 27:5). Туғандарыбыҙ менән имандаштарыбыҙҙы рухландырып, беҙ Шайтандың яуыз эштәренә ҡамасаулай алабыҙ. Шул саҡта беҙҙең йорт һәм Батшалыҡ залы бәхет һәм хәүефһеҙлек хөкөм һөргән урын буласаҡ.

ӨЛГӨ АЛЫРЛЫҠ ШӘХЕСТӘР

7, 8. а) Йәһүәнең дәртләндереү һүҙҙәрен мөһим тип һанауы ниндәй миҫалдарҙан күренә? б) Ата-әсәләр нисек Йәһүәнән үрнәк ала ала? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Йәһүә. Мәҙхиә йырлаусы былай тигән: «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (Зәб. 34:18). Иремия ҡурҡыуға бирелеп бойоҡҡас, Йәһүә тоғро пәйғәмбәренә ышаныс өҫтәгән (Ирем. 1:6—10). Алла, оло йәштәге Данилды нығытыр өсөн, уға фәрештәһен ебәргәс, пәйғәмбәрҙең ни тиклем рухланып киткәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Фәрештә Данилды «ҡәҙерле кеше» тип атаған! (Дан. 10:8, 11, 18, 19) Һеҙ ҙә, Йәһүә кеүек, бойоҡҡан вәғәзселәрҙе, пионерҙарҙы һәм оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе рухландыра алаһығыҙмы?

8 Йәһүә менән Ғайса күп йылдар буйы бергә хеҙмәттәшлек иткән. Ләкин, Ғайса ергә килгәс, Алла, хәҙер инде улым маҡтау һәм дәртләндереү һүҙҙәренә мохтаж түгел, тип уйламаған. Бының урынына, Йәһүә күктән ике тапҡыр Ғайсаны былай тип дәртләндергән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» (Матф. 3:17; 17:5). Шулай итеп Алла Ғайсаны маҡтаған һәм барыһын дөрөҫ эшләгәненә ышандырған. Шик тә юҡ, хеҙмәтенең башланған осоронда һәм ерҙәге тормошоноң һуңғы йылында әйтелгән был һүҙҙәр Ғайсаның рухын күтәреп ебәргән. Йәһүә шулай уҡ, үлеме алдынан ҡаты ғазап сиккән ҡәҙерле Улын нығытыр өсөн, фәрештәһен ебәргән (Лука 22:43). Балаларығыҙ булһа, Йәһүәнән үрнәк алып, уларҙы һәр ваҡыт дәртләндерегеҙ һәм яҡшы эштәре өсөн маҡтағыҙ. Балаларығыҙ мәктәптә көн һайын иман һынауҙары менән осрашһа, улар ярҙамығыҙға айырыуса мохтаж.

9. Ғайсаның үҙ илселәре менән мөғәмәлә итеүенән нимәгә өйрәнеп була?

9 Ғайса Мәсих. Үҙ үлемен иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индерер алдынан, Ғайса илселәренең ғорурлыҡ сағылдырыуын күргән. Ул баҫалҡылыҡ менән уларҙың аяҡтарын йыуған, әммә шунан һуң да улар, араларында кем иң бөйөгө, тип бәхәсләшкән, ә Петр үҙ-үҙенә саманан тыш ныҡ ышанған (Лука 22:24, 33, 34). Шуға ҡарамаҫтан, Ғайса тоғро илселәрен һынауҙарҙа үҙе менән бергә ҡалғандары өсөн маҡтаған. Ул уларҙың бөйөгөрәк эштәр башҡарасағын алдан әйткән һәм Алланың уларҙы ҡәҙерләүенә ышандырған (Лука 22:28; Яхъя 14:12; 16:27). Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау биреп була: мин, балаларымдың һәм башҡа кешеләрҙең кәмселектәренә иғтибар итеү урынына, уларҙы маҡтарға тырышып, Ғайса Мәсихтән өлгө аламмы?

10, 11. Илсе Павел дәртләндереү һүҙҙәренең мөһимлеген аңлағанын нисек күрһәткән?

10 Илсе Павел. Хаттарында Павел үҙе хеҙмәттәшлек иткән мәсихселәрҙе ҙур ихтирам менән телгә алған. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән Павел йылдар буйы сәйәхәт иткән һәм, әлбиттә, уларҙың кәмселәктәрен бик яҡшы белгән. Шулай ҙа улар хаҡында ул гел яҡшыны ғына һөйләгән. Мәҫәлән, Тимофей тураһында Павел: «Раббыла ул минең ҡәҙерле улым», — тигән. Ул Тимофейҙың ҡәрҙәштәр хаҡында «ихлас күңелдән хәстәрлек» күргәненә иғтибар иткән (1 Кор. 4:17; Флп. 2:19, 20). Ә Тит тураһында Павел былай тигән: «Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған» (2 Кор. 8:22, 23). Тимофей менән Тит, Павелдың үҙҙәре хаҡында нимә уйлауын белгәс, ни тиклем рухланғандыр!

11 Павел менән Варнава, ҡаты эҙәрләүҙәр кисергән урындарға яңынан барып, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Мәҫәлән, Листрала көслө ҡаршылыҡҡа дусар булһалар ҙа, улар яңы шәкерттәрҙе иманда ныҡ ҡалырға дәртләндерер өсөн шул ҡалаға кире барған (Ғәм. 14:19—22). Ефеста Павел ярһыу халыҡ төркөмөнә осраған. Ғәмәлдәр 20:1, 2-лә былай тиелгән: «Боларыш туҡталғандан һуң Павел шәкерттәрҙе үҙ янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә китте. Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды». Һис шикһеҙ, Павел өсөн башҡаларҙы дәртләндереү бик мөһим булған.

НИ ӨСӨН БЕҘ ДӘРТЛӘНДЕРЕҮГӘ МОХТАЖ?

12. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү беҙгә нисек үҙебеҙгә рухланырға һәм башҡаларҙы дәртләндерергә ярҙам итә?

12 Күктәге Атабыҙ, яратыуҙан сығып, беҙҙең йыйылыш осрашыуҙарына даими йыйылыуыбыҙ хаҡында ҡайғыртҡан. Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе — ул беҙҙең рухланыуыбыҙҙы һәм башҡаларҙы дәртләндереүебеҙҙе теләй. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙән үрнәк алып, беҙ өйрәнер һәм көс алыр өсөн ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә йыйылабыҙ (1 Кор. 14:31). Мәҡәләнең башында иҫкә алынған Кристина былай ти: «Мин осрашыуҙарыбыҙҙы бигерәк тә ҡәрҙәштәрҙең үҙемде яратҡаны һәм дәртләндергәне өсөн ҡәҙерләйем. Ҡай саҡ Батшалыҡ залына бойоғоп киләм. Әммә унда апай-ҡәрҙәштәр, яныма килеп, мине ҡосаҡлай, бөгөн шундай матурһың, ти, мине яратыуҙары һәм рухи уңыштарыма ҡыуаныуҙары хаҡында әйтә. Шунан һуң мин үҙемде күпкә яҡшыраҡ хис итә башлайым!» Бер-беребеҙ өсөн дәртләндереү сығанағы була алыуыбыҙға беҙ шул тиклем шатбыҙ! (Рим. 1:11, 12)

13. Ни өсөн Алланың тәжрибәле хеҙмәтселәре лә дәртләндереүгә мохтаж?

13 атта Алланың тәжрибәле хеҙмәтселәре лә дәртләндереүгә мохтаж. Ешуаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул күп йылдар Аллаға тоғро хеҙмәт иткән. Шулай ҙа Йәһүә, Мусаға уны рухландырырға ҡушып, былай тигән: «Ешуаны башлыҡ итеп билдәлә, рухын күтәреп, уны нығыт, сөнки тап ул был халыҡ алдынан йылға аша сығыр, һәм ул уларҙы һин күҙҙән кисерәсәк ерҙе мираҫ итеп алыр өсөн алып барасаҡ» (Ҡан. 3:27, 28). Ешуаға ауыр йөкләмәне үтәргә — Вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алыр өсөн израилдәр өҫтөнән етәкселек алырға кәрәк булған. Алда уны күп һуғыштар һәм кәм тигәндә бер еңелеү көткән (Ешуа 7:1—9). Ешуаның рухландырыуға һәм нығытыуға мохтаж булғаны бер ҙә ғәжәп түгел! Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Алла көтөүе хаҡында ҡайғыртыр өсөн күп көс һалған өлкәндәрҙе, шул иҫәптән район күҙәтеүселәрен дәртләндерәйек. (1 Фессалоникаларға 5:12, 13-тө уҡығыҙ.) «Ҡайһы берҙә ҡәрҙәштәр, беҙгә рәхмәт белдереп, килеп китеүебеҙҙең бик файҙалы булыуын әйтер өсөн хат яҙа, — ти бер район күҙәтеүсеһе. — Бойоҡҡан саҡтарыбыҙҙа беҙ шул хаттарҙы алабыҙ ҙа ҡабат уҡып сығабыҙ. Беҙҙең өсөн улар — ысын дәртләндереү сығанағы».

Беҙ балаларҙы ихлас маҡтағанда, улар гөл кеүек сәскә ата (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Ни өсөн кәңәш биргәндә маҡтау һәм дәртләндереү хаҡында онотмаҫҡа кәрәк?

14 Мәсихсе өлкәндәр һәм ата-әсәләр шуны белә: кәңәш файҙа килтерһен өсөн, кешене дәртләндерергә һәм маҡтарға кәрәк. Павел коринфтарҙы үҙҙәренә бирелгән кәңәшкә ҡолаҡ һалғандары өсөн маҡтағас, моғайын, был уларға артабан да дөрөҫ эш итер өсөн көс өҫтәгәндер (2 Кор. 7:8—11). Ике балаһы булған Андреас былай ти: «Маҡтау балаларға рухи һәм эмоциональ яҡтан үҫешергә ярҙам итә. Кәңәш йөрәккә үтеп инһен өсөн, маҡтамайынса булмай. Балаларыбыҙ нимәнең дөрөҫ икәнен яҡшы белә, әммә, шул белем буйынса эш итһендәр өсөн, уларҙы һәр ваҡыт дәртләндереп һәм маҡтап торорға кәрәк».

БАШҠАЛАРҘЫ ДӘРТЛӘНДЕРЕҮҘӘ НИСЕК УҢЫШЛЫ БУЛЫРҒА?

15. Беҙ башҡаларҙы нисек дәртләндерә алабыҙ?

15 Ҡәрҙәштәрҙе тырышлыҡтары һәм яҡшы сифаттары өсөн маҡтағыҙ (2 Йыл. 16:9; Әйүп 1:8). Йәһүә һәм Ғайса Мәсих, хатта шарттарыбыҙ арҡаһында күпте эшләй алмаһаҡ та, Батшалыҡ эшенә булышлыҡ итер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй. (Лука 21:1—4; 2 Коринфтарға 8:12-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, ҡайһы бер оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ даими вәғәзләр өсөн һәм, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп, уларҙа ҡатнашыр өсөн күп көс һала. Ниңә бының өсөн уларҙы маҡтап алмаҫҡа?

16. Ни өсөн беҙ бер ҡасан да башҡаларҙы дәртләндереүҙән тыйылып ҡалырға тейеш түгел?

16 Башҡаларҙы дәртләндерер өсөн мөмкинселектәр эҙләгеҙ. Берәй кемдең маҡтауға лайыҡ булғанын күрһәк, ниңә маҡтауҙан тыйылып ҡалырға? Писидия өлкәһендәге Антиохияла Павел һәм Варнава менән булған хәлгә иғтибар итәйек. Синагога башлыҡтары уларға былай тигән: «Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт [„дәртләндереү“, ЯДТ] һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ». Шунда Павел тыңлаусыларға рухландырғыс телмәр менән мөрәжәғәт иткән (Ғәм. 13:13—16, 42—44). Берәйһен дәртләндерә алһағыҙ, ундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Башҡаларҙы маҡтарға һәм дәртләндерергә ғәҙәтләнһәгеҙ, кешеләр яуап итеп, моғайын, үҙегеҙҙе лә рухландырыр (Лука 6:38).

17. Маҡтау һүҙҙәребеҙҙе нисек көслөрәк итергә?

17 Ихлас булығыҙ һәм конкрет нәмәләр өсөн маҡтағыҙ. Берәйһен маҡтағанда йә рухландырғанда ғәҙәти һүҙҙәр ҡулланһаҡ, был, әлбиттә, файҙа килтерер. Әммә, Ғайсаның Фиатиралағы мәсихселәргә тәғәйенләнгән хатынан күренгәнсә, конкрет нәмәләр өсөн маҡтау күпкә яҡшыраҡ. (Асылыш 2:18, 19-ҙы уҡығыҙ.) Мәҫәлән, ата-әсәләр балаларын конкрет рухи уңыштары өсөн маҡтай ала. Ә балаларын яңғыҙ үҫтергән әсә кешегә уның үҙ ауырлыҡтарын хәл итеүендә һеҙҙе нимә һоҡландырғанын әйтеп була. Ундай маҡтау һүҙҙәре ҙур көскә эйә!

18, 19. Дәртләндереүгә мохтаждарҙы нисек нығытып була?

18 Йәһүә Мусаға Ешуаны дәртләндерергә ҡушһа ла, бөгөн ул беҙҙән кемделер рухландырыуыбыҙҙы һорамаясаҡ. Шулай ҙа беҙҙең имандаштарҙы һәм башҡа кешеләрҙе дәртләндереүебеҙ Алланың күңеленә хуш килә (Ғиб. һүҙ. 19:17; Евр. 12:12). Мәҫәлән, телмәр менән сығыш яһаған докладсыға, уның телмәрен тыңлағанда, үҙебеҙ өсөн бик файҙалы кәңәш ишеткәнебеҙ йә билдәле бер шиғырҙы яҡшыраҡ аңлағаныбыҙ тураһында әйтергә була. Бер апай-ҡәрҙәш саҡырылған докладсыға былай тип яҙған: «Беҙ һинең менән бер нисә минут ҡына һөйләшһәк тә, һин йөрәгемдең әрнеүен шунда уҡ абайланың. Һинең һүҙҙәрең мине йыуатты һәм нығытты. Сәхнәнән һөйләгәндә лә, минең менән шәхси рәүештә һөйләшкәндә лә, һүҙҙәреңдә шундай игелек сағылды — был минең өсөн Йәһүәнән бүләк булды».

19 Павел мәсихселәрҙе былай тип өндәгән: «Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ» (1 Фес. 5:11). Был кәңәш буйынса эш итһәк, моғайын, башҡаларҙы дәртләндерер өсөн күп мөмкинлектәр күрербеҙ. Бер-беребеҙҙе «көн һайын ҡеүәтләп тор[һаҡ]», Йәһүәнең күңелен табырбыҙ.

^ [1] (1-се абзац) Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 5 абз. Вәғәзсе 4:9, 10: «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ, сөнки улар үҙ эштәре өсөн әжерен ала. Береһе йығылһа, икенсеһе иптәшенә торорға ярҙам итер. Әммә торғоҙорлоҡ кешеһе булмай тороп йығылһа, ни эшләр?»