Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҺЕҘ АЛЛАНЫҢ БӨЙӨК БҮЛӘГЕН ҠАБУЛ ИТЕРҺЕГЕҘМЕ?

Алланың бөйөк бүләге өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?

Алланың бөйөк бүләге өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?

«Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә... Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән... Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде» (2 Коринфтарға 5:14, 15).

ҠӘҘЕРЛЕ бүләк, ғәҙәттә, беҙҙе рәхмәт белдерергә дәртләндерә. Ғайса быға бер мөғжизә ҡылғандан һуң иғтибар иткән. Ул 10 кешене интектергес һәм ул ваҡытта дауалап булмаҫлыҡ ауырыуҙан һауыҡтырған. Уларҙың береһе генә «кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған». Ғайса унан: «Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа?» — тип һораған (Лука 17:12—17). Был осраҡтан ниндәй һабаҡ алырға була? Башҡаларҙың беҙҙең хаҡҡа башҡарған игелекле эштәре ҡайһы саҡта бик тиҙ онотола шул!

Йолом — тиңе булмаған бүләк. Һис шикһеҙ, ул — бирелгән бүләктәрҙең иң бөйөгө. Алланың беҙҙең хаҡҡа башҡарғаны беҙҙе нимә эшләргә дәртләндерергә тейеш?

  • Бүләк биреүсе тураһында белем алырға. Йолом бөтә кешегә лә автоматик рәүештә мәңгелек тормош бирмәй. Ғайса Аллаға доғала былай тигән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3). Бала саҡта берәйһе ғүмерегеҙҙе ҡотҡарған булһа, һеҙ шул кеше тураһында һәм уның һеҙҙе ни өсөн ҡотҡарғаны хаҡында белергә теләмәҫ инегеҙме ни? Йолом аша мәңгелек тормош бүләген биргән Йәһүә Алла һеҙҙең үҙе тураһында белем алыуығыҙҙы теләй, улай ғына ла түгел, ул һеҙҙең үҙе менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтереүегеҙҙе лә теләй. «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип әйтелә Инжилдә (Яҡуб 4:8).

  • Йоломға иман итергә. «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар» (Яхъя 3:36). Иман итеү нимәне аңлата? Был эш итеүҙе аңлата. Йоломға иман итеү эштәр менән күрһәтелергә тейеш (Яҡуб 2:17). Ниндәй эштәр тураһында һүҙ бара? Бүләкте ҡабул итһәгеҙ генә, ул һеҙҙеке булып китә. Йолом бүләген ҡабул итер өсөн нимә эшләргә кәрәк? Алла беҙҙең нисек йәшәүебеҙҙе теләй икәнен белергә һәм белгәндәребеҙ буйынса йәшәргә кәрәк *. Беҙ Аллаға, гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һәм саф выждан биреүен һорап, доға ҡылырға тейеш. Йоломға иман итеүселәрҙе тыныс, хәүефһеҙ, етеш киләсәк көтә икәненә бер ҙә шикләнмәйенсә Аллаға яҡынлашығыҙ (Еврейҙарға 11:1).

  • Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә килергә. Беҙ йолом бүләгенең мөһимлеген иҫтә тотһон өсөн, Ғайса йыл һайын үткәрелә торған бер байрам ғәмәлгә индергән. Был байрамды үткәреү тураһында ул: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ», — тигән (Лука 22:19). 2017 йылда Йәһүә шаһиттары Ғайса пәйғәмбәрҙең үлемен иҫкә алыу кисәһен 11 апрелдә, шишәмбе көндө ҡояш байығандан һуң үткәрәсәк. Бер сәғәтлек программа эсендә телмәр яңғыраясаҡ. Шул телмәрҙән һеҙ Ғайсаның ни өсөн үлгәне һәм уның үлеме беҙгә хәҙер һәм киләсәктә ниндәй фатихалар килтерәсәге тураһында белерһегеҙ. Былтыр Иҫкә алыу кисәһенә бөтә донъя буйынса яҡынса 20 миллион кеше килде. Алланың бөйөк бүләге өсөн рәхмәтле булыуығыҙҙы күрһәтергә теләйһегеҙ икән, рәхим итеп беҙгә ҡушылығыҙ.

^ 7 абз. Алла менән яҡшыраҡ танышырға ярҙам иткән иң яҡшы ысул — уның Һүҙен, Изге Яҙманы өйрәнеү. Әгәр Изге Яҙманы өйрәнергә теләһәгеҙ, Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ.