Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ғайса Петрҙың ҡәйнәһен һауыҡтырған (Матфей 8:14, 15; Марк 1:29—31)

Алла үҙенең хеҙмәтселәренән никахҡа инмәүҙе талап итәме?

Алла үҙенең хеҙмәтселәренән никахҡа инмәүҙе талап итәме?

ДОНЪЯЛА киң таралған диндәр, шул иҫәптән Рим католик сиркәүе, төрлө православие сиркәүҙәре, буддизм һәм башҡалар, целибат тота, йәғни үҙ дин етәкселәренән һәм руханиҙарынан никахҡа инмәүҙе талап итә. Һуңғы ваҡытта дин етәкселәренең әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле ғауғаларҙа ҡатнашлығы күҙәтелә. Күптәр уйлауынса, бының сәбәбе — никахҡа инмәүҙе талап итеү.

Шуға күрә бындай һорау тыуа: никахҡа инмәҫкә тигән талап Изге Яҙмаға нигеҙләнгәнме? Был һорауға яуап бирер өсөн, әйҙәгеҙ, был талаптың килеп сығышын, уның нисек таралғанын һәм уға Алланың ҡарашын беләйек.

НИКАХҠА ИНМӘҪКӘ ТИГӘН ТАЛАПТЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫ

2006 йылда Рим курияһына мөрәжәғәт итеп, Рим папаһы Бенедикт XVI целибат хаҡында әйткәндә, «был йола илселәр ваҡытына килеп тоташа», тигән.

Әммә беренсе мәсихселәр араһында никахҡа инмәү йолаһы булмаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, илсе Павел беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙе, «алдаҡсы рухтарға» ҡолаҡ һалған һәм «никахлашыуҙы ты[йған]» кешеләр булыр, тип иҫкәрткән (1 Тимофейға 4:1—3).

Б. э. II быуатында никахҡа инмәү йолаһы Көнбайыш Христиан сиркәүҙәрендә тарала башлаған. Бер китап буйынса, был йола «Рим империяһында барлыҡҡа килгән яңы күренешкә тура килгән: енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылыуҙы хуп күрә башлағандар» («Celibacy and Religious Traditions»).

Киләһе быуаттарҙа сиркәү соборҙары һәм Сиркәү Аталары тип аталыусылар никахҡа инмәү йолаһын руханиҙар өсөн талап итеп ҡуйырға тырышҡан. Улар, енси мөнәсәбәттәр руханиҙы нәжесләй һәм үҙ бурыстарын үтәргә яраҡһыҙ итә, тип уйлаған. Шулай ҙа «Британия энциклопедияһы»нда, «X быуатта күп кенә руханиҙарҙың һәм епископтарҙың ҡатындары булған», тиелә.

1123 һәм 1139 йылда Римда үткән Латеран соборҙарында руханиҙарҙың никахҡа инмәүен талап иткән йола мәжбүри рәүештә ғәмәлгә индерелгән, һәм бөгөн дә ул Рим католик сиркәүенең рәсми ҡарашы булып ҡала. Был сара сиркәүгә үҙ хакимлығын көсәйтергә һәм табышын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Сөнки хәҙер инде руханиҙар ғаилә ҡороп үҙ балаларына сиркәү милкен мираҫ итеп ҡалдыра алмаған.

АЛЛАНЫҢ БЫЛ ТАЛАПҠА ҠАРАШЫ

Алланың никахҡа инмәҫкә тигән талапҡа ҡарашы уның Һүҙендә, Изге Яҙмала, ап-асыҡ аңлатыла. Унда беҙ Ғайса һымаҡ уҡ үҙҙәрен «Күктәр Батшалығына арнау өсөн» өйләнмәгән кешеләр хаҡында уҡыйбыҙ (Матфей 19:12). Илсе Павел да үҙе кеүек үк «Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына» өйләнмәгән мәсихселәр тураһында яҙған (1 Коринфтарға 7:37; 9:23).

Ләкин Ғайса ла, Павел да мәсихселәргә, никахҡа инергә ярамай, тигән бойороҡ бирергә теләмәгән. Никахҡа инмәү тураһында әйткәндә, Ғайса, яңғыҙ ҡалыуҙы бөтәһе лә «ҡабул итә алмай», ә «кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер», тигән. Илсе Павел, «никахҡа инмәгән» мәсихселәргә «ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм», тип яҙған (Матфей 19:11; 1 Коринфтарға 7:25).

Өҫтәүенә, Инжилдән күрененеүенсә, беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең күбеһе, шул иҫәптән илсе Петр ҙа, ғаиләле булған (Матфей 8:14; Марк 1:29—31; 1 Коринфтарға 9:5). Рим империяһында киң таралған әхлаҡһыҙлыҡты күҙ уңында тотоп, илсе Павел, әгәр мәсихсе күҙәтеүсе өйләнгән булһа, ул үҙ «ҡатынына тоғро ир» булырға һәм «балаларын... тыңлаусан итеп тәрбиәләргә» тейеш, тип яҙған (1 Тимофейға 3:2, 4).

Ундай ғаиләләрҙә ир менән ҡатын енси яҡынлыҡтан тыйылмаған, сөнки Изге Яҙмала ап-асыҡ итеп, «ир — ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен» һәм «бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ», тип яҙылған (1 Коринфтарға 7:3—5). Эйе, никахҡа инмәү Алланың талабы түгел һәм ысын мәсихселәр өсөн мотлаҡ сара булып тормай.

«ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ ТАРАТЫУ ХАҠЫНА»

Әгәр никахҡа инмәү мотлаҡ сара булып тормай икән, улайһа, ни өсөн Ғайса ла, Павел да яңғыҙ булыуға ыңғай мөнәсәбәт белдергән? Сөнки яңғыҙ булыу кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе таратыу эшендә күберәк ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән никахҡа инмәгәндәр күберәк эшләй ала, сөнки улар никахта торғандарҙың мәшәҡәттәренән азат (1 Коринфтарға 7:32—35).

Дэйвид миҫалына иғтибар итәйек. Ул, башҡаларға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте һөйләр өсөн, Мехико ҡалаһындағы аҡсалы эшен ҡалдырып, Коста-Рика илендәге ауыл еренә күсенгән. Яңғыҙ булыу Дэйвидҡа быны эшләргә ярҙам иткәнме? «Һис шикһеҙ, — тип яуап бирә ул. — Яңы мәҙәниәткә һәм яңы тормош шарттарына өйрәнеп китеүе ауыр ине, әммә миңә үҙемдең турала ғына ҡайғыртырға кәрәк булғанға күрә, күнегеп китеүе еңелерәк булды».

Кейәүҙә булмаған Клаудия исемле бер мәсихсе һөйөнөслө хәбәрҙе таратыусыларға ихтыяж булған ергә күсенгән. Ул былай ти: «Хеҙмәтем миңә шатлыҡ килтерә. Алланың минең хаҡта ҡайғыртып торғанын күреп, иманым да, уның менән мөнәсәбәттәрем дә нығый бара».

«Бәхет никахта тороуға йә яңғыҙ булыуға бәйле түгел. Йәһүә Аллаға иң яҡшыһын бирһәң, ысындан да бәхетле буласаҡһың» (Клаудия)

Яңғыҙ булыу кеше өсөн ауыр йөк һымаҡ булырға тейеш түгел. Клаудия былай тип өҫтәй: «Бәхет никахта тороуға йә яңғыҙ булыуға бәйле түгел. Йәһүә Аллаға иң яҡшыһын бирһәң, ысындан да бәхетле буласаҡһың» (Зәбур 119:1, 2).