Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Ер йөҙөндә ҡасан да булһа ғәҙеллек урынлашырмы?
Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?
Эйе
Юҡ
Бәлки
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Беләмен, Йәһүә йәберләнгәнде яҡлар, ярлыларға ҡарата ғәҙел булыр» (Зәбур 140:12). Алла Батшалығы ер йөҙөндә ысын ғәҙеллек урынлаштырасаҡ.
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Аллаһы Тәғәлә донъялағы ғәҙелһеҙлекте күреп тора, һәм тиҙҙән ул уны бөтөрәсәк (Вәғәзсе 5:8).
Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлекте юҡҡа сығарғас, ерҙә тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек урынлашасаҡ (Ишағыя 32:16—18).
Алла бер халыҡты икенсеһенән өҫтөн күрәме?
Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Алла берәүҙәрҙе фатихалай, ә икенселәрҙе ҡәһәрләй. Башҡалар иһә, Алла бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарай, тип уйлай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Эйе, Алла бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарай.
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Изге Яҙмала «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн... Һөйөнөслө Хәбәр» бар (Асылыш 14:6).