Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ФӘРЕШТӘЛӘР. УЛАР БАРМЫ?

Фәрештәләр хаҡында хәҡиҡәт

Фәрештәләр хаҡында хәҡиҡәт

Һеҙ фәрештәләр тураһында хәҡиҡәтте белергә теләр инегеҙме? Кемдәр улар? Улар нисек барлыҡҡа килгән? Улар нимә эшләй? Был һорауҙарға яуаптар табыр өсөн, иң яҡшыһы — Алла тарафынан рухландырылған Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итеү (2 Тимофейға 3:16). Изге Яҙмала нимә әйтелә?

  • Фәрештәләр — ул, Алла һымаҡ, күҙгә күренмәгән рухтар; уларҙың «тәне лә, һөйәге лә» юҡ. Тоғро фәрештәләр күктә йәшәй һәм Алланы күрә ала (Лука 24:39; Матфей 18:10; Яхъя 4:24).

  • Ҡайһы саҡта фәрештәләр Алла биргән йөкләмәләрҙе үтәр өсөн кеше ҡиәфәтенә ингән, аҙаҡтан улар кире күккә ҡайтҡан (Хөкөмсөләр 6:11—23; 13:15—20).

  • Изге Яҙмала фәрештәләр һәр ваҡыт ир итеп һүрәтләнһә лә һәм ергә килгән саҡта ир кеше ҡиәфәтенә ингән булһа ла, улар ир фәрештәгә һәм ҡатын фәрештәгә бүленмәй. Улар, ғаилә ҡороп, бала тыуҙыра алмай. Күптәр фәрештәләр — ул ҡасандыр ерҙә йәшәгән кешеләр, һәм үлгәс, кеше фәрештәгә әйләнә, тип уйлай. Әммә был фекер дөрөҫ түгел. Фәрештәләрҙе Йәһүә барлыҡҡа килтергән, шуға күрә Изге Яҙмала улар «Алланың улдары» тип атала (Әйүп 1:6; Зәбур 148:2, 5).

  • Изге Яҙмала «кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәре» хаҡында әйтелә. Тимәк, фәрештәләрҙең үҙ теле бар, һәм улар аралаша ала. Алла үҙ хәбәрен кешеләргә фәрештәләр аша еткергән, әммә кешеләр фәрештәләргә доға ҡылырға һәм уларға табынырға тейеш түгел (1 Коринфтарға 13:1; Асылыш 22:8, 9).

  • Изге Яҙма буйынса, фәрештәләрҙең һаны «меңәр тапҡыр меңәр». Тимәк, уларҙың һаны, бәлки, миллиардлағанға етәлер * (Данил 7:10; Асылыш 5:11).

  • Фәрештәләр «ғәйәт ҡөҙрәтле», йәғни улар кешеләрҙән күпкә көслөрәк. Бынан тыш, улар беҙҙән күпкә аҡыллыраҡ. Улар хатта беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ тиҙлек менән бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй ала (Зәбур 103:20; Данил 9:20—23).

  • Фәрештәләр юғары аҡылға һәм ғәйәт ҙур көскә эйә булһа ла, уларҙың да мөмкинлектәре сикле, һәм улар ҙа белмәгән нәмәләр бар (Матфей 24:36; 1 Петр 1:12).

  • Һәр бер фәрештә — айырым шәхес. Уларҙың һәр береһенең сифаттары һәм һайлау ирке бар. Шуға күрә улар ҙа, кешеләр һымаҡ, дөрөҫ булғанды йә дөрөҫ булмағанды һайлай ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер фәрештәләр Аллаға ҡаршы сыҡҡан (Йәһүҙә 6).

^ 8 абз. Инжилдең төп нөсхәһендә Асылыш 5:11 «тиҫтәләгән мең тапҡыр тиҫтәләгән мең» тигән һүҙбәйләнеш ҡулланыла. Шулай итеп, фәрештәләрҙең һаны, күрәһең, йөҙләгән миллион, хатта миллиардлаған тигән һөҙөмтәгә килеп була!